«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХОҘАЙ БИРГӘН МАЛАЙ
+  - 


* * *

"Ювелир оҫталары" затында малай тыуыуы ғәҙәттән тыш хәл булып ҡабул ителде. Сәскәләр араһында үҫкән берҙән-бер дегәнәккә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт булһа, бында ла, хәҙер инде Кәримдең үҙ исеменә оҡшатып ҡушылған Карам атлы йоморо ҡара малай ауылда һәм тирә-яҡ ауылдарҙа төп "сәйнәү объекты"на әүерелде. Бының әтнәкәһе ябай ғына: сәскәләр нисек кенә күҙҙең яуын алырлыҡ булмаһын, кеше улар араһындағы берҙән-бер булып айырылып ултырған дегәнәккә иғтибар итә. Иген баҫыуында ла иген түгел, башаҡтар араһында яңғыҙ һерәйеп ултырған көнбағыш күҙгә ташлана.
Шуға ла "Һөйләрҙәр һөйләрҙәр ҙә, арығас, бер туҡтарҙар әле. Кем хаҡында ғына нимәләр генә һөйләнелмәй", тип тәүҙә Кәрим барыһына ла ҡул һелтәп ҡарағайны. Тик һис тә туҡталырға оҡшамағайны уның һәм ҡатынының өҫтөнә ғәйбәт өйөү. Һуңғы көндәрҙә хатта малайҙың атаһының Кәрим икәнлегенә шикләнеп ҡараусылар күбәйеп китте. Имеш, Зөләйха тыума тапҡан. Имеш, малайҙың атаһы бөтөнләй башҡа кеше. Карамдың ысын атаһын сырамытыусылар ҙа бар икән хатта. Күбеһен Кәримдең ни рәүешле итеп башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән ҡиммәтле машина һатып ала алыуы борсой икән. Имеш тә, улар балалар йортонан аҫрауға малай алып, Әсәлек капиталын ҡиммәтле машинаға тотонған. Был фаразды яҡлаусылар шыр ҡыҙҙар араһында йоморо ҡара малайҙың пәйҙә булыуын шул рәүешле аңлатып маташа.
Кәримде иһә, бөтөнләй башҡа мәсьәлә, ысынлап та, борсой ине. Ул да булһа, улы тыуыуға бәйле тик дүрт кеше, ағалы-ҡустылы Ғәлим һәм Ғәлләм Сынбулатовтар, ҡатыны менән үҙе генә белгән хәл. Барыһынан бигерәк, ул ошо серҙең сиселеренән ҡурҡты Кәрим. Улы Карамға "Тыуыу тураһында таныҡлыҡ" алырға тип район үҙәгенә барғанда ул баш табиб Ғәлим Сынбулатовтың янына инеп тә сыҡты. Уны күргәс, баш табиб бүлмәһен тултырып хахылданы.
- Ҡотлайым, Кәрим әфәнде, эш тәжрибәмдә бындайын да хәлгә осрағаным юҡ ине әле. УЗИ тыуыр сабыйҙың енесен йыш ҡына яңылыш күрһәтә. Был - ғәҙәти хәл. Ә бына бер үк сабыйҙың бер ай эсендә ҡыҙ һәм малай булып тыуыуы медицина тарихында тәүге тапҡырҙыр...
- Уныһы шулай, Ғәлим ағай. Тик бына был хаҡта тик үҙегеҙ генә белһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине, тием. Юғиһә, ауыл төрлө хәбәрҙәр менән тулды...
- Борсолма, Кәрим ҡустым. Беҙҙә һәр табиптың "үҙ зыяраты" ғына түгел "йәшерен экциклопедияһы" ла бар. Ул серҙәр һандығында ниҙәр генә юҡ. Кешеләр беҙгә үҙенең тәнен генә түгел, йәнен дә, бер кемгә лә һөйләргә баҙнат итмәгән серҙәрен дә ышанып тапшыра. Беҙ ул зыяратты ла, энциклопедияны ла үҙебеҙ менән "теге донъяға" алып китәбеҙ. Донъяла бөтөнләй һөйләргә ярамаған серҙәр ҙә була...
Справка алырға килгәндә баш табиб үҙен бик ҡоро һәм рәсми тотһа, был юлы Кәрим менән йәйелеп китеп, иркенләп һөйләште. УЗИ-ға бәйле бер көләмәс тә һөйләп алды. Имеш, бер ауырлы ҡатын УЗИ-ға барып ҡайтҡас, ире:
- Әсәһе, малаймы, ҡыҙмы? - тип һораған.
- Ана, башҡа ҡатындарҙың ирҙәре УЗИ-ға бергә баралар. Хатта тыуасаҡ балалары менән һөйләшәләр. Ә һин? Шәп булғасың, үҙең бар ҙа ҡара. Әйтмәйем, анһат кәрәк һиңә, - тип яуаплаған ҡатыны.
Ай самаһы ваҡыттан һуң ҡатын тағы ла УЗИ-ға барған. Буласаҡ атай ҙа уға эйәргән. УЗИ аппаратын тоташтырғандан һуң ир мониторға ҡараһа, әсәһенең ҡарынындағы бала һул ҡулы менән йән ерен ҡаплаған да, уң ҡулы менән атаһына йоҙроҡ күрһәтә, имеш...
Ғәлим Сынбулатов менән осрашып ҡайтҡандан һуң Кәрим еңелсә һулыш алып, үҙ-үҙенә икенсе күҙлектән, ситтән ҡарай башланы. Тик уның улы тыуыуға һәм машина һатып алыуға бәйле ғәйбәт һүҙҙәр бығаса булмаған әрһеҙлек менән тарала башланы. Хәбәр эйәһе менән йөрөмәй. Әммә бер көн килеп махсус рәүештә ғәйбәт таратыусы үҙен фашланы...

* * *

Һуңғы тапҡыр булған класташтар осрашыуына биш йыл үткәс, Кәримдең һабаҡташтары тағы ла осрашты. Тәүҙә улар уҡыған мәктәптәренә инеп, белем алған кластарына инеп ултырҙы. Класс етәкселәре килеп ингән булды. Дәрес башланды. Тәнәфес еткәнен белдереп, ҡыңғырау яңғыраны. Һабаҡташтар артабан үҙҙәрен уҡытҡан башҡа уҡытыусылар, мәктәптә эшләгән хәҙерге коллектив менән рәсми рәүештә осрашып, фотоға төшкәс, класташтар осрашыуының төп өлөшөнә, Һаҡмар туғайына йүнәлде. Кәрим алты балаһын, ҡатынын ултыртып, йылға буйына "Крузак" менән килеп төштө. Барыһының да күҙе дүрт булды. Кемдер биш йыл элекке ваҡиғаны иҫенә төшөрөп:
- Ысын ир икәнһең, Кәрим. Һүҙеңдә торғанһың. Менгән атын ҡарағыҙ әле, класташтар, Аҡбуҙаттың үҙе бит, - тип әйтеп һалды.
- Ул тоҡомдарының "ювелир оҫталығы"на хыянат итте. Малайы тыуҙы...
Был һүҙҙең авторы, әлбиттә, биш йыл элек Кәрим менән низағлашҡан Сәмиғулла ине. Маҡтаған Себеренән ғаиләһен ҡалдырып ҡайтып, хәҙер ул ауыл эшһеҙҙәренең командаһын тулыландырҙы. Шул уҡ "Тойота"һында йөрөй. Ауыл егеттәре менән урманға сығып араҡы эсеп, машинаһын ҡайынға төкөтөп, уныһы йәмшәйеп, бысранып бөткәйне. Махсус эшләһәң дә улай килеп сыҡмаҫ: уның машинаһы менән Кәримдеке лә был юлы йәнәш тура килгән.
Барыһы ла Кәримде машинаһы һәм улы менән ҡотланы. Тостар әйтелде. Һабаҡташтар һәр ҡайһыһы айырып һүҙ алып, һуңғы дүрт йылда өлгәшкән уңыштары хаҡында һөйләне. Был йәһәттән дә иң күп маҡтауҙар һәм хуплауҙар Кәримдең адресына йүнәлдерелде. Барыһы ла туҡтауһыҙ Кәрим дә Кәрим дә тип ҡабатлай торғас, быға тиклем әйтер һүҙен тештәрен шығырҙатып уртлап, йотоп торған Сәмиғулла байтаҡ ҡына төшөрөп алғас, бер саҡ телгә килде:
- Ниңә һеҙ, класташтар, барығыҙ ҙа бер туҡтауһыҙ Кәрим дә Кәрим, тиһегеҙ ул? Унан башҡа беҙҙең арала кеше бөткәнме? Мәҫәлән, бына Өфө авиация университеты профессоры Тәлғәтте, Мәскәүҙә йәшәүсе класташыбыҙ Мусаны алайыҡ. Ниңә улар Кәримдән кәмме ни? Йәиһә, Кәримдең уларҙан ҡайһы ере артыҡ?
Уның һүҙен күтәреп алыусы булманы. Көлдөләр генә. Шулай ҙа ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүсе класташтары Мәсҡүҙә дәғүә белдереүсегә яуапһыҙ ҡала алманы.
- Бер кем дә, бер кемдән дә кәм дә, артыҡ та түгел, Сәмиғулла. Ниңә башыңа эсәһең? Табындың йәмен ебәрмә...
- Һеҙ бит үҙегеҙ табындың йәмен ебәрәһегеҙ, Мәсҡүҙә. Бына ошонда беҙҙең килгәнгә сәғәткә яҡын ваҡыт үтте, бер туҡтауһыҙ бер кешенең исемен генә ҡабатлайһығыҙ. Нимә, әллә Кәрим Алланың ҡашҡа тәкәһеме?
- Ҡашҡамы, тәкәме, эш унда түгел, Сәмиғулла. Бында беҙ һуңғы биш йылда өлгәшелгән уңыштар хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Кәрим һуңғы биш йылда шәхси хужалығында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бер кем дә башҡара алмағанды атҡарҙы. Уның исеме бөгөн районыбыҙ хужаһының ғына түгел, республикабыҙ етәксеһенең дә, ауыл хужалығы министрының да теленән төшмәй. Ышанмаһаң, ана гәзиттәрҙе асып ҡара. Барыһында ла уның хаҡында яҙалар. Ана, ҡарағыҙ ҡыҙҙарына һәм улына. Ниндәйҙәр улар. Шундай хәстәрлекле атайҙар күберәк булһа, илебеҙ бер ниндәй ҙә көрсөккә бирешмәҫ, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыр инек. Кәрим хәҙерге заман геройы. Беҙгә унан үрнәк алырға кәрәк, ә Сәмиғулла кеүек тар эсләнеп ултырмаҫҡа. Бына минең бөгөн класташыбыҙ Кәримгә бер һорауым да бар. Кәрим, әйт әле, еңел булмаған ошо заманда, өҫтәүенә, ҙур ғаилә башлығы булараҡ, һин ҡайҙан көс алаһың ул? Ошондай тәүәккәл аҙымдар яһарға нимә этәргес көс булды? Сәмиғулла тағы ла нимәлер әйтергә уҡталды ла, туҡталып ҡалды. Шунан буҙарҙы, Кәрим һүҙ алырға йыйынғас, бупылдап, ауыҙы эсендә бутҡа бешерҙе.
- Һеҙ бигерәк инде, минән герой яһап ташланығыҙ. Машина һатып алыу ҙа булдымы геройлыҡ? Беҙҙең атай-олатайҙарҙы яҡшы ат менеп йөрөгәндәре өсөн генә батыр тип атамағандар, ил өсөн ҡылған ғәмәленә ҡарап баһа биргәндәр. Был йәһәттән мин бер нәмә лә эшләмәнем әле. Хоҙай һаулыҡ бирһә, ауылда эшһеҙ йөрөгөн егеттәргә эш урыны ойошторорға ине ниәт. Аҡсаны уны шулай эшләйһең инде: мин ҡулыма килеп эләккән тәүге сумма аҡсаны кеҫәгә лә, банкҡа ла һалып ҡуйманым, тулыһынса эшкә һалдым. Этәргес көскә килгәндә... - Шул саҡ Кәрим Сәмиғулла яғына боролдо. - Сәмиғулла, мин һиңә бөгөн класташтарым алдында оло рәхмәтемде еткерәм. Рәхмәт һиңә! Әгәр ҙә һин теүәл биш йыл элек минең намыҫымды ҡуҙғатмаған булһаң, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Иң ауыр сағымда һине миңә Хоҙай үҙе ебәргәндер...
Ошо ергә еткәс Кәрим туҡталып ҡалды. Тәрән тынлыҡ урынлашты. Класташтары берсә Кәримгә, берсә Сәмиғуллаға ҡарап ҡатып ҡалды. Тынлыҡты буҙарыуы үтеп ағара башлаған Сәмиғулла боҙҙо.
- Кәрим, минең шулай ҙа һиңә бер тәҡдимем бар. Һин шулай ҙа теге "Пусть говорят" тапшырыуын алып барған Андрей Малаховҡа шылтырат әле. Улар ДНК анализы яһайҙар бит. Юғиһә, "Ювелир оҫталары" йолаһына хыянат итәһең түгелме? Йоморо ҡара малай хаҡында әйтәм... - Сәмиғулла Зөләйханың ҡулындағы Карамға ишараланы.
Кәрим секундтың меңдән бер өлөшөндә башына килгән уйынан осоп китә яҙҙы. Юҡ, бындай ынтылыш ауылда ғәйбәт таратып ятыусының кем икәнен аңлауҙан түгел ине. Хәҡиҡәттең күҙенә туп-тура ҡарағандай булды ул. Шуға күрә һүҙҙәре лә асыҡ һәм ҡәтғи яңғыраны.
- Миңә малайҙы Хоҙай бирҙе, Сәмиғулла. Һиңә бик тә бик кәрәкһә, бар, Хоҙайҙан анализ ал. Уға икеләнеү белдереп, гонаһҡа батҡым килмәй минең...
Тағы ла тынлыҡ урынлашты. Ара-тирә теле асылып килгән кескәй Карамдың ауыҙ эсенән генә әсәһенә ниҙер әйтеп маташҡаны ишетелде. Был тынлыҡ тағы ла күпмегә һуҙылыр ине икән, уны һабаҡташтарҙың күмәкләп ҡул сабыуы емерҙе. Сәмиғулла телһеҙ ҡалғайны...

(Аҙағы. Башы 43-44-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.20 | Ҡаралған: 1268

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru