«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАТАЛАР ӨҪТӨНДӘ ЭШ БАРА, ӘММӘ ХАТАЛЫ ЯҘЫУҘАР БӨТМӘЙ
+  - 

Һуңғы ваҡытта ҡала хакимиәтендә генә түгел, барлыҡ кимәлдәге кәңәшмәләр ҙә көндән-көн киңерәк тарала барған ковид-пневмония сире тураһындағы мәғлүмәттән башлана, шикелле. Был юлы ла Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов көн тәртибендә ҡараласаҡ мәсьәләләргә күсер алдынан республика Башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указына индергән үҙгәрештәренә туҡталып китте.

Битлектәр кейеү һаман да беренсе төп талап булып торһа һәм битлекһеҙ йөрөгән өсөн административ яза ҡаралһа, ноябрь һуңына тиклем 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булыусылар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелә. Уларға көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем генә магазинға сығырға, дарыуханаға, финанс ойошмаларына һәм бәйләнеш салондарына барырға рөхсәт ителә. Ә инде эш урынын ҡалдыра алмаған һәм эшләп йөрөүсе пенсионерҙар мотлаҡ үҙҙәре менән һәр саҡ паспортын һәм эш биреүсе ойошманың справкаһын йөрөтөргә тейеш. Бынан тыш, 18 йәшкә тиклемге балалар сауҙа-күңел асыу үҙәктәренә тик ата-әсәләре йәки уларҙы алыштырған законлы вәкил икәнлеген раҫлаусы документы булған кешеләр менән генә килә ала.
Көн тәртибенә килгәндә инде, тәбиғәт беҙгә алдан бер ни тиклем хәбәр ебәрҙе - саҡ ҡына булһа ла ҡар яуҙырҙы. Әйтерһең дә, ул сюрприздары менән ҡыш көтөүен шулай иҫкәртергә булды. Махсус техниканың әҙерлеге тураһында үткән кәңәшмәнән хәбәр иткәйнек инде, ә ҡарҙы сығарыу майҙандарының әҙерлеге нисек икән? Өфө ҡалаһы Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, бындай майҙандар, шул иҫәптән ете - төп һәм 3 - өҫтәмә полигон, һәр районда бар һәм уларҙың һаны 10-ға етә. Калинин районына бушлай ҡулланыуға тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ҡар иретеү пункты тапшырылған. Ҡарҙы иретеү барышында сүп-сар һәм ҡом айыртыла, һөҙөмтәлә канализация коллекторҙары бысрамай һәм тығылмай. Дөйөм алғанда, ҡар йыйыу полигондары 6 миллион кубометрға иҫәпләнгән, ә былтыр был күрһәткес 3,5 миллион кубометр булған.
Мәғлүм булыуынса, был аҙнала балалар оҙайлы каникулдан һуң ҡабат уҡый башланы һәм 5-10-сы синыфтар онлайн белем алыуға күсте. Ә каникулдарҙа балаларҙың буш ваҡытын үткәреү нисек ойошторолдо икән? Был хаҡта ҡала хакимиәтенең Мәғариф бүлеге начальнигы Елена Хаффазова һөйләне. Уның билдәләүенсә, 9-сы, 11-се сығарылыш синыфы уҡыусылары онлайн-форматта имтихандарға әҙерләнгән. Бынан тыш, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы, предмет олимпиадалары үткән, уларҙа 4-11-се синыфтарҙан 15 387 уҡыусы ҡатнашҡан. 8-11-се синыфтар 14 предмет буйынса уҡыу-күнекмә йыйынында онлайн уҡыған. "Киләсәккә билет" федераль проекты сиктәрендә 1387 уҡыусы профтест үткән, 900 уҡыусы онлайн-профһынауҙа үҙ көсөн барлап ҡараған. 26 октябрҙә башланған "Йәш профессионалдар" (WorldSkills Russia) VI Төбәк чемпионатының һайлап алыу турында 31 компетенция буйынса 89 уҡыусы ҡатнаша. "Артек" Халыҡ-ара балалар үҙәгендә 31 октябрҙән 5 ноябргә тиклем үткән "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсы финалында Өфөнән 5 уҡыусы еңеүсе була һәм "Артек"ка путевка менән бүләкләнә.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Ҡалала ла был юҫыҡта ниндәйҙер эштәр алып барыла. Улар менән хакимиәттең телдәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Салауат Дәүләтшин таныштырҙы. Билдәләнеүенсә, 2007 йылдан хакимиәт ҡарамағында ҡалалағы төрлө тармаҡтарҙағы алтаҡталарҙы, рәсми ҡағыҙҙарҙы дәүләт башҡорт телендә яҙыу, йәғни дәүләт телдәрен ҡулланыу буйынса Терминология комиссияһы эшләй. Быйыл иһә билдәле сәбәптәр арҡаһында был эш дистанцион алып барыла. "Консультацияларҙы телефон аша үткәрәбеҙ. Эскиздарҙы беҙҙең электрон почтаға һалалар һәм беҙ ошо ойошма менән бәйләнешкә сығабыҙ, - ти Салауат Дәүләтшин. - Быйыл барлығы 2500 мөрәжәғәт булды. Уларҙың күбеһе төрлө реклама агентлыҡтарынан һәм алтаҡталар эшләүсе ойошмаларҙан. Терминология комиссияһы баш ҡала предприятиеларынан, ойошма-учреждениеларҙан килгән 1935 мөрәжәғәтте ҡараған, уларҙың 300-ө ҡабаттан эшләү өсөн кире ҡайтарылған, 845-енә мәғлүмәтте файҙаланыу һәм урынлаштырыуға таныҡлыҡ бирелгән.
Әммә, иғтибар итһәгеҙ, хаталар һаман да осрай. Күрәһең, шул уҡ ойошма, предприятиеларҙың ошо яҙыуҙар өсөн яуаплы бүлектәрендә башҡорт телен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр булмай тороп, хаталы яҙыуҙар бөтмәҫтер. Ошо хаҡта ла уйларға кәрәктер, моғайын. Юҡһа, нисәмә йылдар хаталар өҫтөндә эш дауам итә, ә улар бөтөргә уйламай ҙа...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 381

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru