«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАНЫ ӨЙҘӘН УҠЫТАБЫҘ...
+  - 


Үҙизоляцияла ултырыуға ярты йылдан ашыу булып китте. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың өйҙән уҡығанына ла байтаҡ инде. Балаларҙың ситтән тороп уҡыуын башта ҡыҙыҡ итеп тә, уйын-көлкө аша ла һөйләһәләр, бөгөн был тәртиптең мәктәп өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә, ә иң мөһиме, уҡыусыларҙың үҙҙәре өсөн бәлә булып килеүен йәшермәйҙәр. "Был белем биреү түгел инде", тип асыҡтан-асыҡ әсенеп әйтә һәм баштарын тота уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә. Ә шулай ҙа уҡырға кәрәк. Балалар белем алырға һәм төрлө яҡлап үҫешергә тейеш. Мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һалынған яуаплылыҡ ҡапыл ғына ата-әсәнең үҙ елкәһенә төшөп ятты һәм улар был осраҡта ни эшләргә белмәй ҙә ҡалды. Бөтәһе лә түгел, әлбиттә. Уҡыу-уҡытыуҙы ғаилә болаһына әйләндереп ебәргәндәр ҙә, балаларын интернет донъяһына оҙатып, тыныслыҡ тапҡандар ҙа һәм был эште тейешле системаға һалып алып, ауыр ваҡыттарҙы бәләкәстәре (үҫмерҙәре) менән бергә үтә белгән ата-әсәләр ҙә бар. Был темаға башланғыс синыф уҡыусыһының әсәһе Зилә Ниғмәтуллина менән һөйләштек.

Бала яңғыҙ уҡыуҙы, мәктәптән айырылыуҙы ауыр кисерәме?

- Башта беҙ был хәлде бер айға, ике айға ғына тип уйланыҡ бит. Балалар ҙа каникул итеп кенә ҡабул иткәйне. Тора-бара, ваҡыт үтә тора балалар зарыҡты, уларҙа ысын мәғәнәһендәге апатия башланды. Бәләкәстәр уҡытыусыларын, синыфташтарын, шул шаулы тормошто башҡаса күрә алмаҫбыҙ тигән өмөтһөҙлөккә төштө. Олораҡтарға аңлатып булалыр, ә бәләкәстәр "ҡасан" тигән һорау менән йәнде ҡыя ғына. Ата-әсәләр менән һөйләшеп торабыҙ, күптәрҙең хатта ашауы, йоҡоһо насарайған, ә уҡырға теләк юғалыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Оҙайлы ваҡыт бер өйҙә ултырыу һәм сикләнгәнлек бер ғаиләләге балаларҙы ла йыш эләгешеүгә, сыйышыуға килтерә икән. Яҙын өйҙә ултырыуға түҙгән булһаҡ, көҙөн был хәл уҡыусыларҙы психологик стресҡа индерҙе. Хәҙер уларҙы был халәттән сығарып һәм артабанғы мәктәп тормошона һалып алыу бик ауыр буласаҡ.

Һеҙ баланы өйҙә нисек уҡытаһығыҙ? Башланғыс класс уҡыусыһын, мәҫәлән, контроль аҫтында тоторға кәрәк түгелме?

- Бөтә ата-әсәләрҙең дә педагогик белеме юҡ һәм күптәр үҙҙәре эштә. Тимәк, һәр ваҡыт контролдә тотоу бик икеле. Шунлыҡтан балаға уҡыуға булған яуаплылыҡты һеңдереп кенә алға китеп була был осраҡта. Беҙҙең өйҙә тәртип ошолай ҡоролдо: иң беренсе сиратта телефондан айырылдыҡ. Асылда, ул телефонды уға бығаса ла тоттороп өйрәтмәгәйнек. Бер ниндәй ҙә интернет уйындары юҡ. Яҡшы билдәһен дә, эш эшләгәнен дә телефон менән баһаламайбыҙ. Сөнки бөгөн балалар агрессияһының 80 проценты тик шул интернет уйындарынан килә. Ундағы бейеклектәр яулайым тип көйәләнеүҙәре, еңәм тип сирышыуҙары уларҙа спорт азартын түгел, ә асыуын башҡаларға төшөрөү ҡылығын уята. Атыу, туҡмау, ҡан ҡойоу, юҡ итеү нигеҙенә ҡоролған ундағы күп нәмә.
Телевизорҙан да мәғәнәһеҙ мультфильмдарҙы ҡаратмайбыҙ, ә тәбиғәт, сәйәхәт, тарих, космос буйынса ҡыҙыҡлы тапшырыуҙарға "ултыртырға" тырышабыҙ. Мәҫәлән, "Пятница" каналындағы сәйәхәттәр тапшырыуы бөтә ғаилә өсөн дә фәһемле. Алып барыусы Дима Комаров улыбыҙҙың кумиры булып китте. Уның гуманистик ҡарашлы, мәҙәниәтле, белемле журналист булыуы балаға ныҡ тәьҫир итә. Дима Комаров күрһәткән илдәрҙең флагтарын эшләп элеп бара. Уҡыу программаһы буйынса әҙәби уҡыуҙарҙа аҙыраҡ көйһөҙләнә. Мәктәптән ҡушылғандар уға яңылыҡ була алмай инде. Әсбаптар ҙа баланы әүрәтмәй артыҡ. Һүрәттәре маҡтанырлыҡ түгел, иллюстрациялар юҡ тигәндәй. Баҡтиһәң, башланғыс синыфтарҙа әсбаптарҙың биҙәлеше ҙур роль уйнай икән.
Баланы өҫтәмә шөғөлләндереү өсөн республика мәғариф сайттарында, ҡала сайттарында төрлө конкурстар бар. Төрлө темаларға ла эш табырға була унда. Беҙ һүрәт бәйгеләрендә ҡатнашабыҙ.

Икенсе класс балаһына телефон урынына китап тоттороп ултырта алыу өсөн ниндәй мөғжизәгә эйә булырға кәрәк? Шулай шаяртып һорайым, сөнки был, күп ата-әсәләрҙең фекере буйынса, мөмкин булмаған хәл.

- Ысынында был мөмкин хәл һәм мин ундай балаларҙы беләм дә. Беҙ улыбыҙға йәш-йәш ярымдан китап алдыҡ, уҡыныҡ, һүрәттәрен ҡараныҡ. Үҫә бара "Һинең китапханаң" тигән кәштә булдырҙыҡ. Ул да ололар кеүек китаптарына ҡултамғаһын ҡуйып теҙеп ҡуйырға өйрәнде. Телевизор һәм телефонға сикләү булғанда, китап баланы тиҙ арбай ул. Интернет уйындар һәм сит илдең мультиктары яман ғәҙәттәргә өйрәтә торған сығанаҡтар булһа, китаптар, ғәҙәттә, изгелеккә, мәрхәмәтлеккә, илһөйәрлеккә саҡыра. Сөнки китапты һин уға үҙең һайлап алып бирәһең.
Бөтөн әкиәттәрҙең дә, кинофильмдарҙың да китап варианттары бар бит. Мәҫәлән, "Гарри Поттер" кеүектәрҙең дә. Киноға ҡарағанда китабы күпкә ҡыҙығыраҡ һәм байыраҡ, тип аңлатам уларҙы. Мажаралар менән арбалған бала бындай тәҡдимдән баш тартмай ул, ғәҙәттә.
Малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуҙары алыҫ ерҙәр, космос серҙәре, батыр сәйәхәтселәр, хайуандар донъяһы, фәндәр асышы, серле нәмәләр тураһында була торған. Нимәгә әүрәүен белеп алырға кәрәк. Һәм китап магазинына, китапханаға алып йөрөтөп өйрәтеү мөһим. Унан уҡығаны тураһында һорашып, иҫең китеп тыңларға кәрәк. Малайҙар халҡы әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен белемдәре менән аптыратырға ярата. Ғөмүмән, әлеге сикләнгәнлек мәлендә баланың ниндәй ижади башланғысына ла риза булырға кәрәктер, тип уйлайым (һәм башҡа ваҡытта ла). Бөгөн беҙҙә гуашь-буяуҙарға диван да, ҡорғандар ҙа буялып бөткән, хеҙмәт дәресе залды мастерской итеп ҡуйған, йоҡо бүлмәһе астрологик үҙәк, бер мөйөш музей, икенсеһе музыка класы. Ҡурай, флейта, ҡумыҙ концерттарын кис һайын ҡуйып торорға тырышабыҙ, һикереп төшөп бейеп китеү ҙә мотлаҡ.
Тағы ла бер мөһим нәмә - тәбиғәт. Тәбиғәткә яҡын булыу баланы яңғыҙлыҡтан ҡотҡара. Урманда уйланып, һөйләшмәй генә йөрөргә, тирә-яҡты күҙәтергә өйрәтегеҙ. Һындырмаҫҡа, тапамаҫҡа, ҡырҡмаҫҡа, үлтермәҫкә икәнде лә төшөндөрөгөҙ. Ныҡ тынысланып, иләҫләнеп ҡайта бәләкәстәр ҡырҙан. Иң һөҙөмтәле һәм осһоҙло алым.
Былар барыһы ла эшләп йөрөгән ата-әсә булдыра ала торған эштәр. Баланың үҙ донъяһы, ололарҙыҡы айырым икән тип уйларға ярамай. Бала менән ҡуша йәшәргә кәрәк. Шунда ғына ул һинең һүҙеңде тыңлай, әйткәнеңде ишетә, кәңәштәреңде тота торған булып тәрбиәләнә. Һин телефонда, балаларың бер яҡта телефонда ятып кис үткәрәһегеҙ икән, ғәйепте ситтән эҙләргә кәрәкмәй.

Мәктәптең файҙаһын баһаланыҡ был хәлдә, шулай бит?

- Әлбиттә, баһаланыҡ. Балаларҙың йәмғиәт менән аралаша, тиҫтерҙәре менән бергә үҫә, уҡытыусы тигән оло шәхес менән таныша ала торған бер ҙур тормошо бит ул мәктәп. Күпме матур кисерештәр үтә, тәрбиә-һабаҡ ала, башҡаларҙы күҙәтә улар унда. Һөнәрмәндәр ҡулында әүәләнә. Мәғариф системаһын, мәктәптәрҙе, уҡытыусылар хеҙмәтен һуңғы йылдары артыҡ баһаламай киттек, сер түгел, бына хәҙер уйланыр мәл килде. Беҙҙә бушлай уҡыуҙар, бөтөн төрлө түңәрәктәр ҙә бар, үҫешеүҙең ниндәй төрөн һайлаһаң да ҡаршылыҡтар юҡ - белем ал ғына. Шуның ҡәҙерен беләйек. Үҙҡурсаланыуҙарҙы үтеп, мәктәптәребеҙҙе һағынып барырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ, Алла бирһә.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 330

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru