«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛЫҠСЫ ТИГӘН АТЛЫ, БАШҠОРТ ЗАТЛЫ ЫРЫУҘАНБЫҘ
+  - 


Балыҡсы ырыуы төньяҡ башҡорттарына ҡараған этнографик төркөмгә инә. Улар нигеҙ һалған ауылдарҙың күпселеге Төй һәм Сарс йылғалары буйында урынлашҡан. XX быуат башындағы революцияға тиклем ошо ырыу халҡы йәшәгән административ территория Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Балыҡсы олоҫо тип атала. Хәҙерге ваҡытта Асҡын районының Әмир (Байғош), Билгеш, Гөмбә, Яңы Сөйөш, Кәмәшиҙе, Солтанбәк (Иҫке Сарс), Сураш, Яңы Ҡушкилде, Иҫке Ҡушкилде, Урмияҙ (Юрмияз), Үршиҙе, Көнгәкбаш, Ташлыкүл (Шишмә), Ҡариҙел районының Муллаҡай, Яңы Муллаҡай, Түбәнге Балмазы ауылдарында балыҡсы ырыуы вариҫтары йәшәй.

Район үҙәге булған Асҡын ауылына, Башҡортостандың башҡа райондарына һәм Рәсәйҙең башҡа тарафтарына күсеп киткән кешеләрҙе лә иҫәпкә алғанда, балыҡсы ырыуына ҡараған башҡорттарҙың дөйөм һаны әлеге ваҡытта 5-6 мең самаһына етә, тип әйтергә була. Әлбиттә, был боронғо ырыу ҙурҙарҙан түгел, әммә уның үҙенә генә хас боронғо тарихи тамырҙары бар.
Көньяҡтараҡ урынлашҡан башҡа ырыуҙар менән сағыштырғанда, үҙенең географик торошо менән айырылыбыраҡ торған балыҡсы ырыуы ауылдары этник яҡтан бер төрлөрәк - был яҡтарҙа башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылған замандарҙан бирле мишәр йәиһә ҡаҙанлылар (аҙаҡтаныраҡ татар этнонимын алыусылар) миграцияһы күҙәтелмәй. Улар башлыса рус крепостарынан артыҡ алыҫ булмаған ерҙәрҙә, оло юлдарға яҡыныраҡ урындарҙа төпләнергә тырыша. Ә тарихи Башҡортостандың төньяҡ тарафтарында, таулы-урманлы зонала ер эшкәртеү мөмкинлегенең сикләнгәнерәк булыуы ситтән килеүселәрҙе артыҡ ылыҡтырып бармаған.
Тарихи күҙлектән сығып ҡарағанда, башҡорт йәмғиәтенең ырыу-ҡәбилә ҡоролошо ҡанундарына һәм традицияларына нигеҙләнгән йәшәү рәүеше, үтә тотороҡло булып, ил-йорт булараҡ, ниндәй генә дәүләт составына инеүенә ҡарамаҫтан, күп быуаттар дауамында әллә ни үҙгәрештәр кисермәй. Ғөмүмән, башҡорт халҡы, күпселек төрки ҡәүемдәренән айырмалы, бер нисә тиҫтәнән артып киткән, бер-береһе менән реаль йәиһә мифик туғанлыҡта торған оло ырыу-ҡәбилә берләшмәһе булараҡ, күп быуаттар буйына формалашыуын дауам итә. Был башҡорт этногенезының айырып алғыһыҙ сифаты. Тап шуның өсөн башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылған осорҙан башлап, Рәсәй империяһы тамам формалашып бөткән замандарҙа ла Башҡорт иленең административ-территориаль бүленеше уларҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошона яраҡлаштырып башҡарыла. Һәр бер ырыу йәшәгән территория ошо ырыу исеме менән аталған олоҫто хасил итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: башҡорт йәмғиәтендә аҫабалыҡ, йәғни ер биләүсе хоҡуғы тотош ырыуға бирелә. Башҡорт аҫабалығы, Алтын Урҙа замандарында ла монгол хандары тарафынан танылып, халыҡтың дөйөм хоҡуҡи статусы рәүешендә тейелгеһеҙ була. Ә рус чиновниктары батша исеменән башҡорт ырыу башлыҡтарына, аҫабалыҡ статусын раҫлатыу бурысы йөкмәтелгән халыҡ вәкилдәренә, ошо хоҡуҡты танып, уны раҫлаусы һәм һаҡлаусы (подтвердительный һәм оберегательный) грамоталар тапшырып нығыта. Тик XIX быуаттың икенсе яртыһында, Башҡорт халҡы менән идара итеү буйынса административ реформа ғәмәлгә ашырылыу барышында традицион олоҫтар системаһы территориаль принцип буйынса үҙгәртеп ҡорола, ә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы империя менән бергә XX быуат башында ғына юҡҡа сығарыла.
Балыҡсы ырыуының боронғо тамырҙарын барлап ҡарайыҡ. Әйтергә кәрәк, ошо ырыу тарихы ғилми яҡтан әлегә тиклем тулыһынса хәл ителеп бөтөлмәгән мәсьәлә булып тора. Шуға ҡарамаҫтан, билдәле булған һәм ентекләп өйрәнелгән ғилми сығанаҡтар нигеҙендә балыҡсы ырыуының килеп сығышы хаҡында байтаҡ ҡына фараздар менән бер рәттән, етди һығымталар ҙа эшләнгән. Иң тәүҙә күренекле тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеевтың фараз-гипотезаларын ҡарап үтәйек. Ул балыҡсы ырыуының килеп сығышын ошо этнонимдың иң беренсе күҙгә ташланған этимологик мәғәнәһе - балыҡ тотоу менән шөғөлләнеүсе ҡәүемгә ҡарата нығынып ҡалған һүҙ менән аңлатыуҙы дөрөҫ тип тапмай. Башҡорт этнологы яҙыуынса, балыҡсылыҡ төрки сығышлы ҡәүемдәрҙә бер ҡасан да хужалыҡ итеүҙең төп тармағы ла, ырыу көнкүрешен тәьмин итерлек килем сығанағы ла булмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаҙаҡтарҙа, төркмәндәрҙә, ҡырғыҙҙарҙа һәм туваларҙа ла балыҡсы этнонимы менән аталып йөрөтөлгән ырыуҙар булыуы билдәле. "Балыҡсылыҡ күпселек осраҡтарҙа башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар хужалығында әллә ниндәй әһәмиәткә эйә булмай, йәиһә бөтөнләйе менән булмай. Шулай уҡ балыҡ культы менән бәйле боронғо ҡараштар рудименттарының яҙма сағылышы юҡ. Ошо сәбәптәр халыҡ этимологияһы тәьҫирендә был этнонимдың боронғо башҡорттарҙың хужалыҡ шөғөлдәре менән бәйле булыуы хаҡындағы фекеребеҙҙе кире ҡағырға мәжбүр итә", - тип яҙа Р.Ғ. Кузеев.
Әле бәйән ителгән фекерҙән сығып, ошо күренекле тарихсы "балыҡсы" субэтнонимының этимологик нигеҙендә "balig" тигән боронғо төрки һүҙе ятыуын фаразлай, сөнки тап ошо һүҙ боронғо төрки яҙма ҡомартҡыһы булған Орхон ташъяҙмаһында "ҡала" мәғәнәһендә ҡулланылған. Күлтегин хөрмәтенә бағышланған Оло яҙмала шундай һүҙҙәр бар: "Тогу балыкда суңушдимез...", йәғни "Тогу ҡалаһы янында һуғыштыҡ". Билге ҡағанға арналған ташъяҙмала Бешбалыҡ ("Бишҡала") телгә алына. Шулай уҡ боронғо төрки һәм монгол дәүләттәрендә хан ставкалары Орду-балыҡ йәиһә Хан-балыҡ, тип аталған була. XI быуатта йәшәгән төрки тел белгесе, ғалим Мәхмүт Ҡашғари үҙенең "Диван Лугат ат-Турк" ("Төрки һүҙҙәре йыйынтығы") тип аталған ғилми әҫәрендә был һүҙгә ошондай аңлатма биргән: "Балик - мәжүсиҙәр һәм Уйғыр һөйләшендә "ҡәлғә, ҡала" була. Шунан биш балик ("биш ҡала") атамаһы барлыҡҡа килә - ул Уйғырҙарҙа иң ҙур ҡала. Уларҙың икенсе бер ҡалаһы йаңи балик ("яңы ҡала"), тип атала".
Әммә боронғо төрки телендәге "balik" һүҙенең икенсе бер мәғәнәүи ерлектә ҡулланылған икенсе варианты ла булған - был хәҙерге төрки телдәрендә киң ҡулланылған "балыҡ" һүҙе. Иң ҡыҙығы ла шунда: был ике төрлө мәғәнәлә ҡулланылған омоним бер үк "бал" тамырынан барлыҡҡа килгән. Быны академик С.П. Толстов былай аңлата: боронғо төрки телендә -bal- тамыры һыуланып шыйыҡланған батҡаҡлы ергә ҡарата әйтелгән. Мәхмүт Ҡашғари ҙа шуны уҡ раҫлай: "Аргу һөйләшендә "балик" - "бысраҡ". Бынан төрки һүҙе "балчук" (балсыҡ) хасил булып, Үҙәк Азияла төп төҙөү материалы булған балсыҡ кирбестән һалынған ҡалаларҙың "балик" тип атала башлауына ерлек биргән. Һыу аҫтында, йылға төбөндәге еүеш балсыҡ өҫтөндә йәшәгәнлектән, балыҡ та шул уҡ тамырҙан хасил булғандыр, тип фараз ҡылырға була. Әйткәндәй, төрки һүҙе "балчыранмак" тәнгә, кейемгә бысраҡ буялыуҙы аңлата, ә башҡорт телендә был һүҙ, -л- фонемаһы төшөп ҡалып, "бысранмаҡ" формаһын алған. "Блато" тигән славян, уның русса варианты "болото" һүҙҙәренең тамырында ла шул уҡ боронғо -bal- тамырын шәйләп була.
Бына ошондай фекерләү логикаһынан сығып, тарихсы Р.Ғ. Кузеев "балыҡсы" этнонимының боронғо этимологик тамырҙарын төрки донъяһы менән бәйләй алған да инде. Боронғо төрки донъяһында гөрләп торған ҡалалар, дошмандар һөжүменән һаҡланып булырлыҡ ҡәлғәләр байтаҡ булған. Ошо ҡала-ҡәлғәләрҙе һаҡлаусы профессиональ яугирҙар, ҡала һаҡсылары кланы булыуын инҡар итеп булмай. Тап ошо социаль төркөмдөң халыҡ араһында "балыкчи", "балыҡсы", тип атала башлауы бик мөмкин. "Күрһәтелгән аналогиялар һәм балыкчи атамаһының күскенселәр (тувалар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, башҡорттар) араһында таралыуы этнонимдың боронғо төрки сығышлы булыуы хаҡында һөйләй... Балыҡсы, балыҡсылар боронғо ҡалаларҙың (мәҫәлән, Етеһыуҙың) күскенсе периферияһын тәшкил итеп, ниндәйҙер шарттарҙа уларҙы һаҡлау бурысын үтәгән булыуы мөмкин", - тип яҙа Р.Ғ. Кузеев.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 398

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru