«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАҠЫТ МАШИНАҺЫНА УЛТЫРЫП ҺӘР ТАРИХИ ДӘҮЕРҘЕ КҮРЕРГӘ ХЫЯЛЛАНАМ
+  - 


Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИНдың хеҙмәт биографияһы тулыһынса тип әйтерлек үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында илебеҙҙә башланып китеп, бөгөн дә дауам иткән үҙгәрештәр дәүеренә бәйле. Әйтергә кәрәк, Данир ошо осор һынауҙарын лайыҡлы үтеп, үҙен шәхес булараҡ һәр йәһәттән раҫлаған кеше. Уның менән әңгәмәбеҙ ҙә, асылда, ошо үҙгәрештәр юҫығында барыр.

Данир Әхмәҙи улы, һәр кемдең ғүмере буйына хәтерендә һаҡланған бала саҡ хәтирәләре була. Һинең күңел китабыңда был йәһәттән ниндәй ваҡиғалар теркәлеп ҡалған?

- Миңә ике йәш ине. Ул саҡта Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында йәшәнек. Бер мәл ауыл халҡын магазин янына йыйып ултырттылар. Мәҡсүттән бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы "Кама-2" объектында ер аҫтында ядро шартлау үткәрәләр икән. Өләсәйем дә иҫән ине әле. Айрат абзыйым, Резеда апайым яныбыҙҙа, мин әсәйемдең алдында ултырам. Нимәлер көтәбеҙ. Иҫемдә, ер бер метр тирәһенә күтәрелеп, тулҡын булып килде лә, магазин янында йыйылған халыҡты һикертеп кенә үтеп китте. Халыҡ ыңғырашты. Мин ҡурҡыштан аҡырып илап ебәрҙем. Бала саҡтағы тәүге хәтирәм ошо...
Артабан беҙ Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылына күстек. Туғыҙ йәшлек абзыйым мәктәптә бирелгән хәлүәһен алып ҡайтып, минең менән бүлешеп ашай торғайны. Уның тәме! Әле лә тел осомда... Өҫтәлдәге ризыҡ түгел, ә нәҡ абзыйым менән бүлешкән аҙыҡ тәме сабый хәтеремдә уйылып ҡалған...
Ауылға район үҙәгенән икмәк машинаһы килә торғайны. Магазинға килеп туҡтай ҙа, ҡабарып бешкән икмәктәрҙе эскә, магазин кәштәһенә ташыйҙар. Ул ваҡытта ауыл халҡы колхозда эшләгәс, икмәк бешерергә, күрәһең, ваҡыттары булмаған, магазиндан һатып алдылар. Йыш ҡына магазинға килтерелгән икмәк етмәй ҙә ҡала торғайны. Малайҙар менән магазин янында уйнағанбыҙҙыр инде, күҙәтеп торам да, үҫкәс, мин дә ауылға хуш еҫле икмәк ташыған шофер булырмын, барыһына ла етерлек итеп икмәк алып килермен, тип хыялландым...
Әсәйебеҙ беҙҙе, 3 балаһын, бер үҙе ҡарап үҫтерҙе. Айрат ағайым 1965 йылғы, Резеда апайым 1967 йылда тыуған, мин - 1970 йылғы. Бәләкәйҙән бөтәбеҙ ҙә эшләп үҫтек. Атайһыҙ булғас, ҡош-ҡорт, мал-тыуар беҙҙең өҫтә булды. Был ваҡиғалар ҙа ныҡлап күңелгә уйылып ҡалған.

Һинең тормошоң, хеҙмәт биографияң тарихтан айырылғыһыҙ. Бала сағыңда, үҫмер осороңда һәм артабанғы ғүмер юлыңда тарихҡа мөнәсәбәт һиндә нисек формалашты һәм бында кемдәрҙең йоғонтоһо булды?

- Тарих менән ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан бар ине. Быға Исламғол олатайым да сәбәпсе булғандыр. Мин гел уның артынан эйәреп йөрөнөм. Һуғыштан сулаҡ булып ҡайтҡайны ул. Һул ҡулы юҡ ине, мин уның буш салғыйынан тотоп алып, йәнәшләп йөрөй инем. Көтөү көтөргә лә, бесән сабырға ла ул өйрәтте. Йәшмәт буйы, Беренсе Ябалаҡ, Сафия, Мөхәмәт утарҙары, Гөмбәт тауы тигән урындарҙы күрһәтеп, уларҙың ни өсөн шулай аталыуын бәйән итте. Ауыл янындағы Өсуба ҡурғандары, ер-һыу атамалары менән дә ул таныштырҙы. Ашҡаҙар яры ишелеп төшкәс, ташҡа әйләнгән ҡарағай тамырҙары килеп сыҡҡайны. Шуларҙы миңә күрһәтеп, тимәк, бында әүәле ҡара урман булған, тип һөйләгәне хәтерҙә. Исламғол олатайым ниндәйҙер кимәлдә миңә тарихты, археологияны өйрәнеүгә этәргес биргән, күрәһең.
Бала саҡ дуҫтарым менән бер заман теге Өсуба ҡәберлеген тикшереп ҡарарға булдыҡ. Ололар һөйләүенсә, төн етһә, шунан тәңкә сылтыратып ҡыҙҙар Ашҡаҙарға һыуға төшә, таңға табан кире күтәрелеп китәләр, ти. Олатайым унда бик боронғо, бәһлеүән кәүҙәле батырҙар ята, ти торғайны. Ҡылыстары, ҡоралдары, алтындары менән ҡуша күмелгәндәр, ти ине. Малайҙар менән ҡаҙҙыҡ бер убаны, кеше һөйәктәре килеп сыҡты. Әммә эште аҙағына еткерә алманыҡ. Ауыл ҡарттары күреп ҡалып, елкә төбөнә таяҡ менән һуғып, ҡыуып ҡайтарып ебәрҙеләр.
Ауыл ситендә әүәле шишмә бар ине, тип һөйләгәйне әсәйҙәр. Сиҙәм ерен һөрөп, шишмә сығып ятҡан урынды баҫыуға әйләндергәндәр. "Юрматы ханлығы"н ойошторған дуҫтарым менән шул шишмәне ҡотҡарырға булып киттек бер мәл. Көрәктәр менән бер нисә рәт барып ҡаҙҙыҡ, шишмә юлын оҙаҡ таҙаланыҡ. Беҙ Өфөгә уҡырға киткәс, шул ерҙән ике шишмә ағып китте һуңынан. Янында ағастар үҫеп сыҡты. Әле ул урын шырлыҡҡа әүерелгән.

Юрматы ханлығы? Ҡыҙыҡ! Уны нисегерәк итеп ойоштороуығыҙ хаҡында ла һөйләп китмәҫһеңме?

- "Юрматы ханлығы"н ойоштороу ҡаҙ себешен көтөүгә бәйле. Ни өсөн тигәндә, себеш көтөү шәхсән минең бурыс ине. Тап шул сәбәпле иптәштәрем менән рәхәтләнеп урам ҡыҙыра алмағас, яңы уйын уйлап таптым. Марс Көҫәпҡолов, Рәмзил Ишһарин, Фәтих һәм Азамат Ҡолһариндар менән "Юрматы ханлығы" төҙөнөк. Себештәр - беҙҙең ат көтөүҙәре. Улар янынан китә алмағас, иҫке генә бишмәткә ултырып алдым да, үҙемде хан итеп иғлан иттем. Дуҫтарға бей титулдары бирҙем. Ҡалайҙан һайман эшләнек. Ҡылыстар юнып, һөңгөләр әтмәләп алдыҡ. Юрматы батырҙарының ҡаһарманлыҡтарын дәфтәргә яҙып барабыҙ. Батырлыҡ өсөн ҡалайҙан миҙалдар таратам. Бер ваҡыт шулай ҡылыс тағып, урам буйында ҡалайҙары менән шалтырап йөрөгән дуҫтарымдан һауынсылар көлгән. Улар наҙан, тарихты белмәй, беҙ беләбеҙ, үткәндәр менән ғорурланырға кәрәк, тип тынысландырҙым егеттәрҙе. Беҙ күп ауылдарҙағы балалар һымаҡ, "Ҡыҙылдар - аҡтар" уйнаманыҡ, "Башҡорттар - дошмандар" тигәнен һайланыҡ. Тәмәке тартырға теләк тә, ынтылыш та булманы.

Ханға буйһонған "бейҙәрең" һуңынан барыһы ла оло шәхестәр булып киткән. Шәхес булып үҫер өсөн дә үҙ тарихыңды белергә кәрәк. Шулай түгелме?

- Һис шикһеҙ, шулай. Аллағыуат һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға барғас, тарих уҡытыусыһы Хөсәйен Йыһангир улы Асҡаров тарихҡа һөйөүемде арттырҙы. Ул ваҡытта "Ағиҙел" журналында бик күп тарихи романдар баҫыла торғайны. Булат Рафиҡовтың, Яныбай Хамматовтың, Әхиәр Хәкимовтың, Ғәли Ибраһимовтың һ.б. яҙыусыларҙың китаптарын сират тороп уҡыныҡ. Тап шул романдар аша миндә башҡорт тарихына ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Аллағыуат мәктәбендә класта ете кеше уҡыныҡ. Минең ауыл хужалығы институтын бөтөрөп, тыуған ауылыма колхоз рәйесе булып ҡайтырға тигән хыялым бар ине. Азамат Бикташев - парторг, Сөмбөл Рәжәпова - баш бухгалтер, Нәжип - агроном, Илфат Моратов - зоотехник, Светлана менән Гөлдәр бухгалтерияла хисапсы була, тип класташтарым менән план ҡороп, вазифаларҙы бүлешеп бөткәйнек. Үҙебеҙсә ауылды үҫтерергә ине ниәт...

Ине, тиһең, ә ауылыңды үҫтерергә, колхоз рәйесе булырға һиңә нимә ҡамасауланы һуң?

- Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға килгәс, тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйырға, бөтә республика мәнфәғәтендә эшләргә була икәнен аңланым. Интернат-мәктәптә тырыш балалар йыйылғайны. Класс етәксебеҙ БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алмаҡай Сәлмән ҡыҙы Ҡолдәүләтова, тәрбиәсебеҙ Фәриҙә Ғәли ҡыҙы Зөлҡәрнәева ине. Егерме алты уҡыусының бөтәһе лә юғары уҡыу йортона инде. Класташтар араһында федераль судьялар, район хакимиәте башлыҡтары, инженер-төҙөүселәр, тележурналистар, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар бар. Тарихтан Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов уҡытты. Тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныуым уғата артты. Мәктәп тамамлағас, агроном булырғамы, тарих буйынса китергәме, тип баҙап ҡалдым. Документтарҙы алып, троллейбуста китеп барғанда "Ауыл хужалығы институты" туҡталышында саҡ төшөп ҡалманым. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына имтихандар тапшырып, студент булып киттем. Университетта беренсе йылда уҡ яҙмышымда мөһим роль уйнаған кеше менән танышырға яҙҙы. Ашханала бер оло ағай иҙәнгә төшкән асҡысын эҙләй ине, табып бирҙем. Археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов ине ул.

Оло ғалим менән танышыуығыҙ символик мәғәнәгә лә эйә булған икән. Нияз Мәжитов үҙе һиңә тарихҡа ниндәй асҡыстар табып бирҙе һуң?

- Әйтергә кәрәк, барлыҡ асҡыстарҙы ла Нияз Абдулхаҡ улы бирҙе, дөрөҫөрәге, асҡыстарҙың ҡайҙа ятҡанын күрһәтте. Танышып киттек. 1-се интернаттан килгәнде белгәс, кафедраһына саҡырҙы, үҙенә специализацияға алды. Курс эшен, һуңынан диплом эшен уның ҡулы аҫтында яҙҙым. Мине үҙенең кафедраһына ярты ставкаға лаборант итеп алды, утыҙ һум эш хаҡы иш янына ҡуш булды. Артабан Ырымбур өлкәһенә, Филипповка ҡурғандарындағы Сармат алтындары табылған ергә экспедицияға ла ебәрҙе. Ике тапҡыр Арҡайым ҡаласығында ла экспедицияла ҡатнаштым.
Бер йыл уҡығас, ауылдағы үҙебеҙҙең ауыл эргәһендәге Өсуба иҫкә төштө. Нияз ағайҙан шунда ҡаҙыныу эшенә ҡайтырға рөхсәт һораным. Аспирант Флорид Сөнәғәтов менән ҡуша ебәрҙе. Курсташым Буранбай Ильясовты ла алдыҡ. Трактор менән сиҙәмен алдыртҡайныҡ, ләхеттәр килеп сыҡты. Ҡаҙырға тотондоҡ. Һөлдәләрҙе сығара башлағас, ғүмерҙә күрмәгән дауыл ҡупты. Беҙ щетка менән таҙартып торабыҙ, ел кире күмеп тора. Флоридтың күҙенә сүп төштө. Уны медпунктҡа алып барҙыҡ. Ғәрәсәт кискә генә туҡтаны. Ҡурғандан ун ике һөлдә таптыҡ. Өҫкө ҡатламда баҡыр быуат ваҡытындағы бура мәҙәниәте ҡәберлектәре булып сыҡты. Кешеләрҙе ҡырын һалып, аяҡтарын әҙерәк бөкләп, өҫтөнә бура ҡороп күмгәндәр. Беҙҙең эраға тиклемге XVIII-XII быуатта йәшәгәндәрҙең һөйәктәре. Тәрәнерәк төшкәс, шул уҡ ҡурғандарҙа сармат ҡәберлектәренә юлыҡтыҡ. Һирәк-һаяҡ ерек ағастары менән уратылған ҡәберҙәрҙә, ысынлап та, бәһлеүәндәр ята ине. Һөйәктәренең оҙонлоғо ғына метр ҙа һикһән биш сантиметр тирәһе, эре, ап-аҡ һөлдәләр, тештәре лә теүәл, эргәләрендә метр ҙа егерме сантиметр оҙонлоҡтағы тимер ҡылыстар, боттары араһында баҡыр, тимер һәм көмөшләнгән уҡ-башаҡтар ята. Ҡылысты ҡаҙып алдыҡ та, һоҡланып торабыҙ. Флорид: "Теймәгеҙ, тиҙерәк елем менән ҡапларға кәрәк, юғиһә, ыуалып төшәсәк",- тип әйтеп тора инде. Юҡ, уның һүҙенә ҡолаҡ һалмайынса, күтәреп алабыҙ тигәйнек, тимер ҡылыс ҡомға әйләнеп, ҡойолдо ла төштө. Баҡтиһәң, сәғәт-сәғәт ярымда тимер кислород менән реакцияға инә лә, күҙ алдында юҡҡа сыға икән. Тимер хәнйәр ҙә, ҡылыстар ҙа әрәм булды. Ә баҡыр һәм көмөш уҡ-башаҡты алдыҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡәберҙәре бигерәк бай булып сыҡты. Алтын сулпылар, көмөш көҙгөләр күн янсыҡтарға һалынған, хатта бәйләгән суҡтарына тиклем шул килеш. Ни өсөн тигәндә, алтын-көмөш эргәһендә әйбер нисә мең йыл ятһа ла, серемәй. Баш остарында - хушбуйҙар, үҙҙәре яһағандары ла, Ҡара диңгеҙ яғынан килтерелгәндәре лә бар. Хәҙер беҙгә хушбуй Франциянан килә, ә элеккеләр уны гректарҙан алған. Һауыт эсендә еҫле майҙар, бер яғында - ҡыҙыл, икенсе яғы һары, аҡ буяулы яҫы таштар, төрлө косметика…
Шулай итеп, бала саҡтан хыял иткән теге ҡурғанды ҡаҙҙым. Бер нәмәһе аптыраҡ: олатайым унда батырҙар күмелгәнен, байлыҡтары булғанын ҡайҙан белде икән?

Ә Арҡайым ҡаласығын ҡаҙыуға бәйле ниндәй хәтирәләрең бар?

- Нияз Мәжитов беҙҙе, тарих факультеты студенттарын, Арҡайым ҡаласығында алып барылған ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнашырға ебәргәйне. Өфөнән Азамат Вилданов, Буранбай Ильясов, Артур Иҙелбаев менән барҙыҡ. Ен-пәрейгә ышанмайым. Шулай ҙа шикләнерлек бер ваҡиға булды. Таш ҡурғандарҙы тикшерә инек. 3-4 көн эшләгәс, төнөн төшөмдә теге ҡурғандарҙың әрүахтары килде. Күмәкләп мине ҡулымдан һөйрәйҙәр, стена аша тартып сығарырға, үҙҙәре менән алып китергә тырышалар. Ҡот осто. Иртән һикереп торҙом да, яланға сығып йүгерҙем. Берәүгә лә өндәшмәнем. Ҡаҙылған ҡурғандарҙы күмеп, ерләнгәндәр рухына үҙем белгәнсә доғалар уҡып ҡайттым. Шунан һуң ғына егеттәргә төшөмдө һөйләнем. Былар мине төндә һаҡларға булдылар. Йәнәһе, әрүахтар алып китә башлаһа, тартып алып ҡалалар.
Төнөн һыуыҡ, тимер будкала йоҡлайбыҙ. Мейес урынына электр плитәне ҡуйҙыҡ. Төн уртаһында эҫегә түҙмәй, уянып киттем. Ҡараңғы, барыһы ла йоҡлай, будкала бер нәмә лә күренмәй. Ҡулымды һуҙып, һәрмәнеп, теге электр плитәһен һүндерергә китеп барам. "Тот, Данирҙы алып китеп баралар", - тип ҡысҡырып ебәрҙе кемеһелер, күмәкләп миңә килеп йәбештеләр… Ә барыбер күңелгә шик төшкәйне инде. Экспедиция тамамланғанын көтмәнем. Арҡайымға яҡын ауылға баҫыуҙар аша туранан 20 саҡрым йәйәү сығып, Сибай аша ҡайтып киттем.
Арҡайым тигәндән, быйыл һанлы лаборатория тикшеренеүҙәре ярҙамында Әбйәлил районында Арҡайым тибындағы ике ҡаласыҡ табылды. Был факт Һынташ мәҙәниәтенең бик ҙур киңлектәрҙе биләүе хаҡында һөйләй. Был цивилизация мотлаҡ рәүештә урындағы халыҡ - башҡорттар менән бәйле. Археологик ҡаҙылмалар шуны иҫбатлай: әлеге һәр бер башҡорт ауылы эргәһендә баҡыр быуаттан бирле ҡаласыҡтар булған. Тимәк, бында кешеләр йәшәгән. Уларҙың зыяраттары баҡыр быуаттағы зыяраттарҙың өҫтөнә йә эргәһенә эшләнгән.

Дөйөм археология фәненең бөгөнгө торошо нисек?

- Бөгөн Уралдың ян-яғы, дала яҡтары ғына археологик яҡтан өйрәнелгән, ә бына Уралтауҙың үҙе, ғөмүмән, археологик яҡтан тикшерелмәгән. Был йәһәттән беҙҙе киләсәктә асыласаҡ ҡәлғәләр, ҡаласыҡтар, бар донъяны хайран итерлек асыштар көтәлер, тип уйлайым. Хәҙер һанлы археология ныҡ үҫеште. Һауанан ерҙе фотоға йә видеоға төшөрөп, хатта бейеклеге ун-ун биш сантиметрлыҡ түңәрәктәрҙе, иғтибарҙы йәлеп итерлек археологик объекттарҙы билдәләп була. Элек был мөмкин түгел ине, күп осраҡта археологтар объекттарға осраҡлы рәүештә юлыға ине. Һанлы цивилизация яңы асыштарға беҙҙе бөгөн үк алып бара. Әле яңыраҡ ҡына шул ысул менән шул уҡ Әбйәлил районында иллегә яҡын сармат кургандары таптыҡ. Шулай уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһенең эсендә кешенең күҙенә күренмәгән һүрәттәрҙе һанлы технология ярҙамында билдәләнек.

Әйткәндәй, Шүлгәнташтағы музей комплексын төҙөү эштәре ниндәй кимәлдә бөгөн?

- Әлеге көндә музей комплексын төҙөп бөтөп барабыҙ. Ул 4 мең квадрат метрҙан торған комплекс буласаҡ. Музей ғына түгел, ә фәнни-мәҙәни үҙәк. Унда лабораториялар, экспонаттарҙы һаҡлау урындары, ғалимдар өсөн кабинеттар урын аласаҡ. Шунда уҡ экспозиция төҙөләсәк, унда һүрәттәрҙең копиялары ҡуйыласаҡ. Музей эсендә балалар өсөн ике класс-кабинет эшләнек. Унда мәктәп балалары килеп тыуған яҡ тарихын өйрәнәсәк. Быны беҙ Европа музейҙарына ҡарап, үҙебеҙгә күсерҙек. Музей комплексы эсендә 40 һәм 100 урынлыҡ ике конференцзал төҙөү күҙ уңында тотола. Тыштан музейҙың бер яҡ стенаһы амфитеатр итеп эшләнәсәк. Унда меңәрләгән кеше йыйып, ҙур саралар, шул иҫәптән фольклор фестивалдәре, шул уҡ "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләү конкурстары үткәреп буласаҡ.
Хәҙер район үҙәге менән Шүлгәнташты тоташтырған асфальттың һуңғы саҡрымдары һалынып ята. Алдағы йылдарҙа Шүлгәнташҡа газ да килеп етәсәк. Газ музей комплексынан тыш тирә-яҡтағы ауылдарға ла үтәсәк. Былар барыһы ла республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул беҙҙең пландарҙы, музей комплексы төҙөү буйынса концепцияны хупланы, беҙгә һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.

Шүлгәнташ бөгөнгә үҙенең серҙәренең нисә процентын асты икән?

- Минеңсә, 5 процент самаһы ғыналыр. Реставрация эштәре башланғас, барлыҡ донъя ғалимдарын аптыратырлыҡ дөйә һүрәттәрен таптыҡ бит инде. Донъялағы бөтә мәмерйәләрҙә лә тип әйтерлек мамонттар, бизондар, аттар бар, әммә береһендә лә дөйә һүрәте юҡ ине. Бындағы иң боронғо дөйә һүрәтенә 19 мең йыл. Шүлгәнташ мәмерйәһенең уникаль булыуы тағы ла шунда: Франция, Испания ғалимдары фекерҙәре буйынса, донъялағы барлыҡ мәмерйәләге һүрәттәр реаль ысынбарлыҡты сағылдырһа, Шүлгәнташтағы һүрәттәр символик мәғәнәгә эйәләр. Бынан шундай һығымта яһап була: һүрәтте эшләүселәр художестволы үҫеш, фекерләү йәһәтенән күпкә юғарыраҡ торған, йәғни натурализмдан азат булған. Киләсәктә технологиялар тағы ла яҡшырғас, ҡалын кальцит аҫтындағы һүрәттәрҙе лә күрә алырбыҙ тип ышанам. Ә улар бар, әлегә уларҙың һыҙаттарын ғына күреүгә өлгәштек. Һүрәттәр эшләнгән ваҡытта, йәғни 17-19 мең йыл элек Ер шарында барлығы бер миллион самаһы кеше йәшәгән. Ырыу-ҡәбиләләрҙең телдәре лә бер-береһенә оҡшаш булған, кешелек әле ул заманда халыҡтарға бүленмәгән. Шуға күрә Францияла ла, Испанияла ла, Уралда ла бер үк һүрәттәр эшләнеүенә аптырарға кәрәкмәй.

Ә мәмерйәлә табылған баш һөйәгенә бәйле ниндәй дәлилдәр, фараздар килтереп була тип уйлайһың?

- Шуныһы әһәмиәтле: мәмерйәлә табылған бөтә баш һөйәктәре лә ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Уларға 12-20 йәш булған. Улар баҡыр быуат ваҡытында мәмерйәлә күмелгән. "Урал батыр" эпосында Ер аҫты батшалығына йыл һайын ете ҡыҙҙы ҡорбанға биреп барғандар, тиелә. Был һөйәктәр ошо традицияға бәйле булыуы бик мөмкин. Сөнки ундай баш һөйәктәре башҡа мәмерйәләрҙә юҡ.

Нияз Мәжитов үҙенең археологик ҡаҙыныуҙарына таянып, халҡыбыҙҙың боронғо ата-бабаларының беҙҙең эраға тиклем үк Уралда төпләнеүен кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән иҫбат итеп, башҡорттар Уралға ситтән килгән тигән концепцияны инҡар итте. Һинең, тарихсы булараҡ, Р.Кузеев менән Н.Мәжитов концепцияларына мөнәсәбәтең нисек?

- Әлбиттә, Нияз Мәжитов электән фәндә нығынған догмаға төҙәтмә индерҙе. Йәғни ул үҙенең тикшеренеү эштәре менән башҡорттарҙың ата-бабалары беҙҙең эра башланған осорҙа үк Уралда йәшәүен иҫбат итеп, халҡыбыҙҙың боронғолоғон раҫланы, уның тарихына яңы биттәр өҫтәне. Р.Кузеев фекеренсә, ҡайһы бер башҡорт ырыуҙары Алтайҙан да, Урта Азиянан да, Ирандан да, Төньяҡ Себерҙән дә килгәндәр, шул уҡ ваҡытта Н.Мәжитов раҫлауынса, Уралда эра араларында, унан да боронғораҡ дәүерҙән алып халҡыбыҙҙың ядро өлөшөн тәшкил иткән ырыуҙар ҙа көн күргән. Башҡорттар төрлө компонентты, ырыу-ҡәбиләләрҙе тәшкил итеүсе уникаль халыҡ. Урал һәр ваҡыт башҡорт халҡының төп төйәге булған. Заманалар тыныс булғанда халҡыбыҙ ырыуҙары Уралдан ситкә сығып, киңәйеп таралған. Ауыр замандар килгәс, улар яңынан Уралға һыйынған. Урал тауҙары башҡорттоң һаҡланыр ҡәлғәһе. Ул ағастан, таштан ҡәлғә һалмаған, географик, тәбиғи ҡәлғәне хуп күргән. Шулай итеп, профессор Н.Мәжитовтың да, Р.Кузеевтын да дәлилдәре дөрөҫ булып сыҡты.

Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында илебеҙҙә оло үҙгәрештәр барғанда һин "Башҡорт йәштәре иттифағы"ның әүҙем ағзаһы булараҡ сығыш яһаның. Ул йылдар хәтереңә нисек уйылып ҡалды?

- Беҙ, тарих факультеты студенттары ла, үҙ-ара һөйләшеп, тарихсыларҙы бер төркөмгә йыйҙыҡ. Тәүҙә Буранбай Ильясов, мин, Урал Хисаметдинов, Әминә Яҡшыбаева (Уразова), Салауат Хәмиҙуллин һәм тағы ла бер нисә егет - йәмғеһе һигеҙ кеше инек. Беҙгә Артур Иҙелбаев та ҡушылды. Ойошманы "Башҡорт йәштәре иттифағы" тип атарға килештек. Йәштәр иттифағына Ауыл хужалығы институты, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Урман хужалығы техникумынан студенттар килеп ҡушылды. Ҡыҙыҡлы хәрәкәт барлыҡҡа килде. 1990 йылда йәштәр өсөн төрлө саралар, Өфөләге "Контакт" клубында "Ант" төркөмө менән башҡорт дискотекалары ойоштора башланыҡ. Кәләшем Зөлфиә менән дә шул башҡорт дискотекаһында 1992 йылда таныштыҡ. 1994 йылдың мартында улыбыҙ Тимерхан тыуҙы. Ғөмүмән, Башҡорт йәштәре иттифағы башлаған саралар - "Һылыуҡай" конкурсы, "Урал моңо", "Йәшлек-шоу" фестивалдәре бөгөн дәүләт ҡарамағындағы саралар булып үҫеп китте. Йәштәр хәрәкәтендә ауыр мәлдәр, киҫкен осорҙар ҙа булды, әлбиттә. 1991 йылда президент һайлауҙары кисектерелгәс, Телеүҙәкте штурмланыҡ. Артабан Салауат һәйкәле янында аслыҡ иғлан иттек. Асығыуҙың етенсе көнөнә ҡаты туҡмалып, дауаханаға эләктем, ике бөйөр ҙә бер талай эшләмәй тороп, табиптар саҡ аяҡҡа баҫтырҙы. Ул замандарҙа көндәлек алып барған булһам, хәтирәләрем тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр ине, әлбиттә.

Һинең артабанғы хеҙмәт юлыңды, тормош баҫҡыстарың барлағанда шул күҙгә ташлана: Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры ярҙамсыһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең ойоштороу бүлеге белгесе, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, әле хеҙмәт иткән БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе вазифаларын башҡарғанда, бер үк ваҡытта ижад һәм фән өлкәһендә эшләгән йәштәрҙән дә, йәмәғәтселек бурыстарын атҡарыуҙан да ситкә китмәй, һәр өлкәлә үҙеңә генә хас уңыштарға өлгәшәһең. Бының сере нимәлә?

- Бик ауыр, шул уҡ ваҡытта еңел дә һорау. Былар барыһы ла уҡып алған белемем буйынса ғына түгел, ә рухым буйынса ла тарихҡа мөнәсәбәтемдән киләлер тип уйлайым. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәтенең ойоштороу бүлегендә эшләгәндә йәштәр көндәре Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында үтергә тейеш ине. Сара алдынан башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе Килмәк батыр Нөрөшевтең Ырымбур экспедицияһы начальнигы И.К.Кирилов ғәскәрҙәренә ҡаршы яуы үткән ерҙә, Мәләүез районы Ергән ауылы янында һәйкәл ҡуйҙыҡ. Булат Рафиҡов иҫән ине әле. Һәйкәлдең урынын да, тексын да ул тәҡдим итте. Ташҡа "Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын" тигән юлдарҙы яҙырға Булат ағай тәҡдим итте. Финанс яғын хәл итеүҙе Артур Иҙелбаев үҙ өҫтөнә алды. Таш артынан Динар Ишемғолов йөрөнө.
Республика халыҡ ижады үҙәгендә директор булып эшләгәндә йәштәр өсөн байтаҡ саралар ойошторҙоҡ. "Һылыуҡай" бәйгеһе бында яңыса үҫеш алды, "Урал моңо" фестивален халыҡ-ара кимәлгә сығарҙыҡ. Ул сараларҙы ойоштороуҙа хәҙерге мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев төп арҡа терәге булып торҙо. Ул осорҙа Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов мәҙәниәт министры ине. Бик түҙемле, интеллигент кеше. Хат яҙып алып килһәм, яҙыуымды оҡшатмағаны аңлашыла, йөҙө үҙгәреп китә. Әммә ауыр һүҙ әйтмәй, ошолайтыбыраҡ төҙәт, тип күрһәтеп сығара ине. Рәсми хаттар яҙыуға унан өйрәндем. Башҡорт дәүләт филармонияһына етәксе булып эшкә килгәндә иң тәүҙә йәштәрҙән көслө команда тупланым. Дим Әбделғужин, Флүрә Мифтахова, Заһир Ҡотлосурин, Фәүзил Маликов, Әлмирә Сафарғолова, Салауат Итбаев минең менән бергә филармония мәктәбен үтте.
Тормош юлымда аҡыл бирерлек яҡшы кешеләр осрап торҙо. Булат Рафиҡов, Нияз Мәжитов, Александр Колотурский… Улар мине күп нәмәгә өйрәтте. Свердловск дәүләт филармонияһы директоры Александр Николаевич Колотурский беҙҙе, йәш етәкселәрҙе, бик йыш семинарҙарға йөрөттө, уҡытты. Маҡсат ҡуйып йәшәргә кәрәк, тигәне мейегә уйылып ҡалған.

Әлеге биләгән вазифаң: БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе. Үҙәктең Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау буйынса төп бурысы нимәлә тип иҫәпләйһең?

- Бында килгәс тә, команданы йыйып, төп миссияны билдәләнек - Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм ундағы боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау, мәҙәни мираҫты ЮНЕСКО исемлегенә индереү һәм "Шүлгәнташ" музей комплексын төҙөү. Музей төҙөү өсөн 1980 йылдарҙан алып әллә күпме конкурстар үткәрелгән, әммә эш шунан ары китмәгән. Шүлгәнташты ҡомартҡы булараҡ ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү буйынса ла эш башлап ҡарағандар ҙа, ташлағандар.
Дөрөҫөн әйткәндә, был эшкә тотонорға йөрьәт иткәс, тәүҙә нимәнән башларға икәнен беҙ ҙә белмәнек. Европала мәмерйәләрҙе һаҡлау буйынса етди эштәр эшләнгән, мәмерйәләрҙең күсермәләренең экспозициялары менән музейҙар төҙөлгән. Ә ниңә велосипед уйлап табырға? Музей төҙөйбөҙ икән, ул республика, Рәсәй кимәлендә түгел, донъя кимәленән сығып эшләнгән проект булырға тейеш. Әйҙәгеҙ, Европа тәжрибәһен өйрәнәйек, тинек. "Урал батыр ере" проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының грантын отоп, ошо аҡсаның бер өлөшөнә ул ваҡытта беҙҙең ойошмала эшләгән архитектор Рөстәм Әлибаев менән үҙебеҙгә маршрут төҙөп, Европаға сығып киттек. Франциялағы, Испаниялағы фәнни үҙәктәргә, мәмерйә янында төҙөлгән музейҙарға барҙыҡ. Ил эсендә урындағы пассажир автобустарында йөрөнөк. Сәфәрҙән илһамланып ҡайтҡан архитекторыбыҙ Рөстәм Әлибаев тәрән философия һалынған, Урал батыр менән Шүлгәндең көрәшен һынландырған проект эшләне.
Беҙ был сәфәрҙә донъяла киң билдәле Испанияның Альтамира мәмерйәһе музейы директоры Хосе Антонио Лашерас, уның урынбаҫары Пилар Фатас, Франциялағы Тарихҡа тиклемге дәүер музейы етәксеһе Жан-Жак Клейет-Мерль менән таныштыҡ. Кем менән һөйләшһәк тә, беҙгә иң элек реставратор кәрәк, тинек. Барыһы ла Эудаль Гуилламетты (Eudald Guillamet) тәҡдим итте. Хатта береһе шунда уҡ шылтыратып, беҙгә аралашыу мөмкинлеге булдырҙы. Уның менән һөйләшеп, боронғо һүрәттәр менән эшләгән оҫтаны Башҡортостанға, Шүлгәнташты һаҡлауға арналған халыҡ-ара симпозиумға саҡырып ҡайттыҡ. Эудаль кеүек юғары кимәлдәге реставратор менән танышыу - беҙҙең өсөн ҙур уңыш. Ҡомартҡыбыҙҙы һаҡлау эшен шулай итеп Эудаль ярҙамында вандалдарҙың һүрәттәре, граффити менән сыбарланып бөткән мәмерйә диуарҙарын таҙартыуҙан башланыҡ. Мәмерйәләге сереп бөткән баҫҡыстарҙы тутыҡмай торғандарына алмаштырҙыҡ. Шүлгәнташтың микроклиматын контролдә тотоу өсөн заманына күрә алдынғы мониторинг системаһы алып урынлаштырҙыҡ...
Шүлгәнташ темаһы буйынса Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла байтаҡ ғалим шөғөлләнә. Әммә һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнай, Башҡортостан ҡомартҡыһын - Шүлгәнташты һаҡлау һәм өйрәнеү системаға һалынмағайны. "Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы иһә мәмерйәгә килгән туристарға билет һатып, аҡса эшләй, ғалимдарҙы оҙатып йөрөүҙән ары үтә алмай. Йәнә Шүлгәндәге һүрәттәр Европа мәмерйәләрендәге һүрәттәр менән ауаздаш, тип яҙалар, әммә бығаса ундағы ғалимдар менән бәйләнеш булдырылмағайны. Беҙҙең команда Бөрйәндә йыл һайын бер үк ваҡытта халыҡ-ара симпозиум ойоштороп, унда сит илдәрҙән дә ғалимдар саҡырып, был тема буйынса эшләгәндәрҙе берләштереүгә өлгәште. Бында куратор вазифаһын үҙ өҫтөнә алған Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Палеосәнғәт үҙәге етәксеһе, хәҙер инде мәрхүмә, профессор Екатерина Дэвлет ханымға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Бәхәс булмаған ерҙә алға китеш юҡ. Хәҡиҡәт бәхәстә ярала, тигәндәре дөрөҫ. Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең фәнни эшмәкәрлегенә ҡаялағы боронғо таш һүрәттәрҙе өйрәнгән Мәскәү, Санкт-Петербург, Кемерово, Новосибирск, Франция, Испания ғалимдарын йәлеп иттек. Шүлгәнташ һәм ундағы палеолит осоро һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн досье әҙерләүҙә лә бер төркөм ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Ошо арала мәмерйәнең эсен дә, тыш яҡтан биләмәһен дә 3д-сканерлау, фотограмметрия ысулы менән тикшерҙек, хатта самолет йәлеп иттек. Тәүге йылдарҙа уҡ тағы бер грант яҙып, Морат туғайында ағастан бина төҙөп, Шүлгәнташ мәмерйәһенең ваҡытлыса экспозицияһын эшләп ҡуйҙыҡ. Аҙна һайын Бөрйән юлын тапағас, мәмерйәлә эшләгән белгестәребеҙгә йылы мөйөш, ғалимдарҙы ҡабул итер өйөбөҙ булһын тип, ыҡсым ҡунаҡхана ла төҙөнөк.

Үҙәктең Шүлгәнташ музей комплексын төҙөүҙән тыш, тағы ла ниндәй уңыштарын әйтә алаһың?

- Беҙҙең ҡарамаҡта "Ирәндек" тарихи-археологик һәм ландшафт музейы-ҡурсаулығы бар. Ул Баймаҡ районында бихисап боронғо ҡурғандарҙы, тораҡ һәм туҡталҡаларҙы үҙ эсенә алған 25 мең самаһы гектарлыҡ биләмә. Әлеге көндә унда 400-ләп ҡомартҡы булыуы билдәле. Ҡурсаулыҡ бөгөн алтын ятҡылыҡтары өсөн эшкәртелеп бөткән дә булыр ине, бәлки. Әммә үҙәккә эшкә килгәс тә, иң элек ҡурсаулыҡтың документтарын тергеҙеп, алтын табыуға аукционды үткәреүгә юл ҡуйманыҡ. Ҡурсаулыҡ ере ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә ине. Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп, уның ярҙамы менән айырыуса һаҡланған тарих биләмәһе статусын алдыҡ. Баймаҡ ҡалаһындағы боронғо Кабанов йортонда реставрация үткәреп, унда ҡурсаулыҡ-музейҙың офисын һәм экспозиция залдарын булдырыуға өлгәштек.

Әгәр ҙә был мөмкин булһа, тарихтың ҡайһы осорона барып, ундағы ваҡиғаларҙа ҡатнашырға теләр инең?

- Бәләкәй сағымдан ваҡыт машинаһына ултырып, һәр тарихи дәүерҙе күрергә хыялландым. Мәҫәлән, таш быуат дәүерендә Шүлгәнташҡа тәүге һүрәт төшөрөүсене, баҡыр быуатта көньяҡ Уралда нисек итеп ҡырағай аттарҙы - тарпандарҙы менеп йөрөүселәрҙе, Арҡайым дәүерендә шул уҡ ҡырағай аттарҙы нисек итеп ҡырандастарға егеп йөрөгәндәрен күрергә теләр инем. Сармат батшаларын нисек итеп күмгәндәрен, Аттила етәкселегендәге һундарҙың донъя емереп Европаны яулауын, уның менән бергә барған башҡорттарҙың ата-бабалары ырыуҙарының нисек итеп Уралға ҡайтыуын күрергә теләр инем. Ғөмүмән, башҡорт тарихының һәр көнөн, һәр ваҡиғаһын күреп, уларҙа ҡатнашырға, 1812 йылда Парижға башҡорт полктары менән бергә инергә теләр инем. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарына кире ҡайтып, олатайымдан тарихты нығыраҡ һорашыр инем…

Сармат тарихының беҙҙең халыҡ тарихына бәйле ниндәй дәлилдәре бар?

- Туранан-тура дәлилдәре бар. Беренсенән, йылҡысылыҡ, малсылыҡ менән йәшәгән тарих уртаҡлығы, икенсенән, сарматтарҙың вариҫтары бөгөн дә йәшәй. Сарматтарҙы урта быуаттарҙа дьярмат тип атаһалар, бөгөн улар юрматылар. Тимәк, минең атай-олатайҙарым да сарматтар булған. Хәҙерге юрматылар антропологик яҡтан Европа халыҡтарына оҡшаған. Ҡыҫҡаһы, сарматтар бер ҡайҙа ла юғалмаған: башҡорт халҡының бер өлөшө булып киткән.

Әле 50 йәште тултыраһың бит инде. Ул үҫтерҙеңме, йорт һалдыңмы, ағас ултырттыңмы?

- Ағасты бик күп ултырттым, уларҙың һаны ла, иҫәбе лә юҡ. Баҡса үҫтерергә яратам. Әле үҙем һалған йортта егерме йыл йәшәйем, хөкүмәттән фатир алманым. 90-сы йылдарҙа уҡ үҙемдең шәхси йортомдо төҙөй башланым. Улыма ла шығырҙап торған ҡарағайҙан йорт һалдым. Улым Тимерханға 26 йәш, ул бәләкәйҙән хоккей клубына йөрөп, әле муниципиаль структурала эшләп йөрөй. Ҡыҙым Алтынай быйыл урта мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем ала.

Хәҙерге башҡорт йәштәрендәге ниндәй сифаттар һиңә оҡшай?

- Улар бик тырыш, белемгә ынтылалар, иң мөһиме, ирекле фекерләй беләләр. Хәҙерге йәштәр беҙгә ҡарағанда ҡыйыуыраҡ, тормошҡа талапсаныраҡ. Киләсәктә улар камил йәмғиәттә йәшәргә әҙерҙәр. Хәҙерге йәштәр араҡы эсмәй, тәмәке тартмайҙар, үҙенең милләте вәкиле менән ғаилә ҡорорға ынтылалар. Хәҙерге башҡорт йәштәре рухлылар.
Башҡорттоң "Егермеләге егет егелмәгән тай" тигән мәҡәле бар. Мин дә егермелә егелмәгән тай булдым. "Утыҙҙа атылған уҡ" ти мәҡәл. Мин тап шул йәшемдә Республика халыҡ ижады үҙәгенә директор булып килдем, көнө-төнө йоҡламай эшләнем. "Ҡырҡта ҡындағы ҡылыс" сағымда, йәғни Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры сағымда, ысынлап та, үткер, ялтырап торған, әммә ҡындағы ҡылыс булдым. Бына хәҙер "Иллелә ил ағаһы" мәлем.

Ә алтмышта, етмештә?

- "Алтмышта атҡа менә алмай, менһә, төшә алмай", "Етмештә ете йәшлек бала аҡылы" ти халыҡ аҡылы. Ләкин хәҙер заман икенсе бит. Алтмышта ла, етмештә лә бынамын тигән йөрөп ята, эшләй, донъя көтә замандаштар. Беҙ ҙә теге мәҡәлдәрҙең "танауына сиртербеҙ", Алла бирһә.

Беҙ барыбер ҙә ошо заманда йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ, шулаймы?

- Эйе. Сөнки беҙ барыһын да күрҙек: совет осоронда октябряттар, пионерҙар, комсомолдар сафына индек. Шунан совет империяһы емерелеүенә шаһит булып, яңырыу осороноң барлыҡ ауырлыҡ-шатлыҡтарын татыныҡ. Хәҙер һанлы цивилизация ҡаҙаныштары солғанышында йәшәү бәхетенә лә өлгәштек. Гугл тәржемәсе аша донъяның барлыҡ телдәрендә туранан-тура аралаша алабыҙ. Һин әйтергә теләгән фекер шул секундында уҡ донъяның барлыҡ кешеһенә барып еткән заманда йәшәү бәхет түгелме ни!

Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Данир Әхмәҙи улы! Һине ил ағаһы йәшеңә етеүең менән гәзиттең меңәрләгән уҡыусылары исеменән ихлас ҡотлайбыҙ, һәр ваҡытта ла шулай зиһенеңдең күк йөҙөләй аяҙ булыуын, ғүмер арғымағыңдың арымауын теләйбеҙ!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 541

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru