«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫ ШУЛАЙ
+  - 


1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу

Беренсе донъя һуғышы һәм илдең тиҙ үҙгәреүсән иҡтисади хәле яңы статистик мәғлүмәттәр талап итә. 1917 йылдың 16-18 февралендә үткән Бөтә Рәсәй статистиктар съезында күпселек земстволар тотош ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн сығыш яһай. Земство, ҡала һәм хөкүмәт статистиктары съезының (18-22 апрель, 1917 йыл) ҡарарында анкеталар, ойоштороу мәсьәләләре, иҫәп алыуҙы тамамлау ваҡыты (15 август - 1 сентябрь), сығымдар ҡаралған халыҡ иҫәбен алыу программаһы урын ала.
Шул йылдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм Ер, Бөтә Рәсәй ҡала халҡы иҫәбен алыу Ваҡытлы хөкүмәт иңенә төшә. Был саҡта Ер министрлығын эсерҙарҙың лидеры В.М. Чернов етәкләй, шуға күрә переписты "Чернов переписы" тип атайҙар. Министрҙар Советының 1917 йылдың 5 майындағы ҡарарына ярашлы, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм Ер, шулай уҡ Бөтә Рәсәй ҡала халҡы иҫәбен алыу тураһындағы положениены тормошҡа ашырырға тәҡдим ителә. Был кампания, Финляндиянан тыш, дәүләттең бөтөн киңлегенә тарала. Перепистың маҡсаты 1917-1918 йылдарҙа дөйөм аҙыҡ-түлек планын (йәғни халыҡты һәм армияны икмәк һәм ит аҙыҡтары менән тәьмин итеү), аграр реформа планын төҙөү була.
Майҙың 20-ләрендә башланған иҫәп алыу августа тамамлана. Мәғлүмәттәр урындарҙа эшкәртелеп, үҙәккә әҙер һөҙөмтә генә ебәрелә.
Иҫәп ҡағыҙҙарының төп формалары. Тотош хужалыҡтарҙы иҫәпкә алыу карточкаһы түбәндәге мәғлүмәттәрҙе туплай: губерна, өйәҙ, улус, ауыл, йорт хужаһының исем-шәрифе, йәмғиәт, ҡатлам, милләт- былар йорт хужаһы өсөн.
Ғаилә ағзалары өсөн: йорт хужаһына мөнәсәбәт, йәше, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым рәүештә эшкә яраҡлылыҡ һәм ауыл хужалығы эштәрендә, промыслаларҙа ҡатнашыу тураһында билдә.
Ауыл хужалығы инвентары. Эшселәрҙе яллау хаҡында билдә. Сауҙа-сәнәғәт ойошмаһы. Еләк-емеш баҡсаһы. Бал ҡорттары. Мал-тыуар.
Ҡағыҙҙың икенсе яғында: ер эшкәртеү.
Бөтә Рәсәй ҡала халҡын иҫәпкә алыу ике форма буйынса тормошҡа ашырыла. 1-се форма һәр урам буйынса ведомосҡа ҡала, урам, йорт һаны, йорт хужаһының исем-шәрифе (йәки йортҡа хужа учреждение), кешеләр йәшәгән һәм йәшәмәгән торлаҡ фатирҙар һаны, ятаҡтар иҫәбе, кеше йәшәмәгән сауҙа-сәнәғәт биналары, йылылыҡ хаҡында мәғлүмәт туплай.
Икенсе яғында: фатир номерҙары менән фатирҙар исемлеге, фатир хужаһының исем-шәрифе, бергә йәшәүселәрҙең дөйөм һаны (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар айырым).
2-се форма һәр фатир карточкаһы ҡала, урам, йорт һаны, йорт хужаһының исем-шәрифе, фатир номеры, фатир хужаһының исем-шәрифе йәки учреждение, фатирҙа бүлмәләр һаны, йылылыҡ, яҡтылыҡ тураһында мәғлүмәттәрҙе туплай. Икенсе яғында: фатирҙа йәшәүселәрҙең исемлеге, исем-шәрифтәре, енестәре, йәштәре, фатир хужаһына туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, иҫәп алған ваҡытта урында булыусылар, ваҡытлыса ситтә булыусылар, хеҙмәткә саҡырылғандар, ваҡытлыса йәшәүселәр.
Община бланкыһы теге йәки был дәрәжәлә ергә хужа булыу йә иһә уны файҙаланыу буйынса берләшкән (община йәки ер йәмғиәте) ауыл хужалыҡтарының һәр береһенә төҙөлә.
1917 йылда Өфө губернаһында халыҡ иҫәбен алыу алты: Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәрендә уҙғарыла.

1920 йылғы иҫәп алыу

1920 йылдың авгусында үткәрелгән был кампания советтарҙың бөтөн территория өсөн әҙерләнгән берҙәм план һәм программа буйынса берҙәм етәкселек аҫтында үткән беренсе берҙәм статистика операцияһы була. РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының декретына ярашлы, ул, демографик-профессиональ иҫәп менән бер рәттән, ауыл хужалығы буйынса һәм сәнәғәт предприятиеһының ҡыҫҡаса иҫәбен алыу, халыҡ мәғарифына тикшереү ҙә булып тора. Ауыл хужалығы иҫәбен алыу халыҡ иҫәбен алыусы кадрҙар тарафынан үткәрелә һәм ул демографик иҫәптән һуң уҙғарыла. Ҡалаларҙа сәнәғәт биналарын иҫәпләү халыҡ иҫәбен алыу менән бергә алып барылһа, ауылдарҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыу ваҡытында башҡарыла. Бындай ҡатмарлы система төрлө ведомстволарҙың һорауҙарын ҡәнәғәтләндереүҙең башҡа юлы булмауға бәйле.
Үҙәктә переписты әҙерләү һәм үткәреү - РСФСР-ҙың Үҙәк статистика идаралығына, урындарҙа губерна статистика бюроларына йөкмәтелә. Башҡортостан Совет Республикаһы рәйесенә ебәрелгән телеграммала хатта: "Совет Республикаһын төҙөү өсөн тәү сираттағы әһәмиәткә эйә иҫәп алыуҙы үткәреүҙә етерлек кимәлдә (неэнергичное) ярҙам күрһәтмәгән өсөн ғәйеплеләр, ниндәй вазифа биләүҙәренә ҡарамаҫтан, ашығыс-тиҙ арала Революцион трибунал суды менән хөкөм ителә", - тип белдерелә.
Халыҡ иҫәбен алыу программаһы түбәндәге формулярҙан тора: шәхси бит, ауыл өйө өсөн өй хужаларының ғаилә исемлеге, ҡала өсөн йорт ведомостары, фатир карталары, шөғөл ведомосы.
Шәхси бит, имсәк балаларҙы ла индереп, бер кешегә генә тултырыла. Мөһим сара 28 авгусҡа тәғәйенләнә. Иҫәп алыу ваҡытында дежурҙа, яланда, урманда һ.б. шундай иҫәп алыу мөмкинлеге булмаған шарттарҙа эшләүселәр даими йәшәү урыны буйынса теркәлә, ә ябыҡ учреждениеларҙа (төрмә, дауахана) булыусылар шул учреждениела иҫәпкә алына. Ситтән килеүселәр 28 авгусҡа ҡарай төндә ҡайҙа ҡуна, шунда теркәлә. Ғаилә бланкылары һәр ауылға, һәр коммуна, артель, товариществоларға тултырыла. Йорттар буйынса карточкала һәр хужалыҡтың һәр ағзаһы 1919 йылдың авгусынан алып ниндәй эш менән шөғөлләнеүе яҙыла. Халыҡ иҫәбен алыуҙа 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре төп материал булып тора, бөтөн ерҙә дөйөм халыҡ иҫәбе алына. Демографик планда иҫәп алыусылар исем-шәрифтәренән тыш, яуап биреүсенең йәше, енесе, ғаилә хәле, белеме, хәрби хеҙмәт үтеү-үтмәүе, эшкә яраҡлылығы, төп һәм баҡсала эшләүе, профессиональ оҫталығы, социаль статусы тураһында мәғлүмәтте теркәй.
Ҡалаларҙа иҫәп алыу ваҡыты - 7, ауылдарҙа 14 көн була. Программа йәмғеһе 18 һорауҙан тора һәм өлөшләтә үҙаллы әһәмиәткә эйә булған халыҡҡа ентекле характеристика биргән бәләкәй һорауҙар менән бергә 30 һорауға етә. Был - 14 һорауҙан ғына торған 1897 йылғы перепись программаһынан күпкә артығыраҡ.
Иҫәп алыу һөҙөмтәләрен эшкәртеү өсөн БАССР-ҙың бөтөн учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә мобилизация иғлан ителә. Бының өсөн улар өс көн эсендә исемлектәге составтың 10 процентын бүлергә тейеш була. Мобилизация ваҡыты - эш башланғандан алып ай ярым. Бүленгән хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Үҙәк статистика идаралығы ҡарамағына бирелә.
1920 йылдың 4 декабрендә Өфө губерна башҡарма комитеты президиумы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен иҫәпләү өсөн совет учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен көн һайын кискеһен эш сәғәтенән һуң өс сәғәт эшләүгә ылыҡтырырға ҡарар итә. Мобилизацияланған 319 кешегә Губерна статистика бюроһы аҡса түләй, ә башҡарған эштең сифаты өсөн бер кешегә уртаса иҫәпләгәндә 15 фунт он, 7,5 фунт ит йәки балыҡ, 1 фунт шәкәр, 2 фунт сало, сирек ҡап тәмәке һәм бер ҡап шырпы бирелә. Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү шул осорҙағы ҡатмарлы сәйәси һәм социаль-иҡтисади шарттарҙа уҙа. Квалификациялы кадрҙар, ҡағыҙ, типография хеҙмәте, транспорт етешмәй. Башҡортостан Үҙәк статистика идаралығы управляющийы А. Мухиндың Мәскәүгә, үҙәк аппаратҡа ебәргән докладной яҙмаһынан күренеүенсә, "иҫәп алыуҙың урындағы шарттары иҫ китмәле ауыр" була. Башҡортостанда, Рәсәйҙең ҡайһы бер губерналарындағы кеүек, эштең тиҙлеге атҡа бәйле була. Кампанияның ағас әҙерләү һәм продоргандарҙың көсөргәнешле эшләүе етәксе персонал менән теркәүселәрҙе йөрөтөү өсөн транспорт табыуҙы ауырлаштыра. Кадрҙар етмәү сәбәпле һәм статистика органдарының матди-техник базаһының ярлылығы бер нисә, мәҫәлән, Туҡ-Соран, Күҙәй кантондарының ваҡытында иҫәп алыуға ҡушылмауына килтерә. Артабан етәксе перепись үтмәгән кантондарҙа был эштең 1921 йылдың ғинуарында үткәреләсәген белдерә. Шуға күрә республика буйынса мәғлүмәттәр тулы булмай. Башҡортостан Үҙәк статистика идаралығы архивында Кесе Башҡортостандың 9 кантоны халҡы һаны күрһәтелә. Уларҙа барлығы 757790 кеше теркәлгән, шуларҙан 311778-е - башҡорттар, 135471-е - татарҙар, 233138-е - урыҫтар (Өфө губернаһынан, Арғаяш, Дыуан-Ҡыйғы, Ҡыпсаҡ-Етейер, Күҙәй, Табын, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы, Ялан кантондарынан башҡа).
Кесе Башҡортостандың кантондары иҫәпләнгән һәм Өфө губернаһы ингән икенсе бер таблицала халыҡ иҫәбе 2 миллион 999559 кеше тип күрһәтелгән. Иҫкәрмәлә Преображенск ҡалаһының (хәҙерге Йылайыр ауылы) милли составы тураһында мәғлүмәттәр булмау сәбәпле, дөйөм иҫәпкә индерелә, тиелгән. 33 улыс буйынса мәғлүмәттәр - 1920, ә ҡалған 14 улыс һәм Преображенск ҡалаһы буйынса 1917 йылғы мәғлүмәттәр бирелә. Тамъян-Ҡатай кантоны буйынса мәғлүмәттәр 1917 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса күрһәтелә.

Архив мәғлүмәттәре буйынса.
(Аҙағы. Башы 45-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 419

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru