«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЖЗӘХМӘТ НИМӘНӘН ҠУРҠА?
+  - 

Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә "интернет-диагноз" тигән күренеш йыш күҙәтелә башланы, йәғни халыҡ интернетта тажзәхмәт тураһында ниндәй мәғлүмәт күрә, үҙендә шул билдәләрҙе таба, асыҡлай һала. Үҙенә диагноз ҡуя ла, сирҙән дауаланған кешеләр яҙған дарыуҙарҙың исемлеген күсереп алып, дауаханаға йүгерә. Хатта кредитҡа батып, дарыу алыусылар ҙа барлыҡҡа килгән, тиҙәр.

Шул уҡ ваҡытта, беҙ үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ яҙабыҙ, йәғни үҙебеҙҙең уйыбыҙ, фекерләүебеҙ, ғәмәлдәребеҙ менән ыңғай йәиһә кире күренештәрҙе тартып килтерәбеҙ. Кемдер ыңғай көйләнештә булып, сирен еңһә, икенселәр, киреһенсә, ҡурҡыуға ҡалып, үҙен-үҙе ашай башлай. Мәҫәлән, уҙған быуаттың 50-се йылдарында йөк ташыусы Португалия карабы тәғәйенләнеше буйынса Шотландия портына килеп етә. Моряктарҙың береһе шешәләр һаҡланған һалҡын отсекка инеп, тауар ҡалманымы, сығарылып бөттөмө икәнен тикшерергә була. Икенсеһе уның ингәнен белмәй һәм отсекты бикләп ҡуя. Эстәге моряк сығырға теләп ҡысҡырһа ла, шаҡыһа ла, уны ишетеүсе булмай. Карап ҡабат Португалияға юллана. Бикләнеп ҡалған моряк стенаға нисек итеп уны һыуыҡ өтөп алып барыуын, нисек итеп уның аяҡ-ҡулын туңдырыуын, нисек итеп туңыуын яҙып бара. Карап Португалияға ҡайтып еткәс, капитан уны үле килеш таба һәм стеналағы яҙыуҙарҙы уҡый. Уны шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра: кирегә ҡайтҡанда отсек буш булғанлыҡтан, уның һыуытыу системаһы һүндерелгән була. Моряк һыуыҡ тип уйлап, үҙенең башында тыуҙырылған уйҙырмаһы ҡорбанына әүерелә...
Ошо хәлдән дә фәһем алырға мөмкин: көйләнешебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Сөнки был тормошта бөтөн нәмәнең энергияһы һәм тирбәлеше бар, беҙ нимәгә нығыраҡ баҫым яһайбыҙ - шуны алабыҙ. Бар донъяны аяҡҡа баҫтырған һәм дер ҡалтыратҡан COVID-19 ҙа, башҡа теләһә ниндәй вирус кеүек үк, түбән тирбәлешле йән эйәһе булып тора. Уның тирбәлеше шартлы рәүештә 5,5 - 14,5 Гц. Шунан юғарыраҡ диапазонда уның әүҙемлеге кәмей, ә тирбәлеш 25,5 Гц булғанда ул бөтөнләй һәләк була. Юғары тирбәлештә, йәғни юғары рухиәттә йәшәгән кеше өсөн ул киҫкен респиратор сиренән дә хәүефле түгел. Бөгөн Ерҙең энергияһы, шул иҫәптән тирбәлеше лә күтәрелә, шуға күрә вирус тәбиғәттә, йәғни тәндән ситтә йәшәй алмай. Ерҙең уртаса тирбәлеше 27,5 Гц булһа, был тирбәлеш тәбиғи йәки яһалма рәүештә кәметелгән геопатоген зоналар (дауаханалар, төрмәләр, ЛЭП, метро, йәмәғәт транспорты, сауҙа рәттәре) ҙа юҡ түгел. Уларҙа тирбәлеш 20 Гц-тан түбән һәм унда вирус күпләп үрсеүе мөмкин.
Шулай уҡ ҡайғы (0,1 - 2 Гц), ҡурҡыу (0,2 - 2,2 Гц), нәфрәт (0,5 Гц), ҡәнәғәтһеҙлек (0,6 - 1,9 Гц), үпкәләү (0,6 - 3,3 Гц), тәкәбберлек (0,8 Гц), ҡыҙып китеүсәнлек (0,9 Гц), ҡуҙғыу (0,9 - 3,8 Гц), асыу (1,4 Гц), һанламау (1,5 Гц), үҙеңде кемдәндер өҫтөнөрәк ҡуйыу (1,9 Гц) эске резервтарҙы кәметһә, йәлләү (3,0 Гц һәм унан юғарыраҡ), рәхмәтле булыу (45 Гц), яҡындарыңды яратыу (50 Гц), киң күңеллелек (95 Гц), ихлас рәхмәтле булыу (140 Гц һәм юғарыраҡ), башҡалар менән берлекте тойоу (144 Гц һәм юғарыраҡ), шәфҡәтлелек (150 Гц һәм юғарыраҡ), бөтөн тереклекте яратыу (150 Гц һәм юғарыраҡ), шартһыҙ, йыһан мөхәббәте (205 Гц һәм юғарыраҡ), киреһенсә, вирус-бактерияларҙы юҡ итә.
Хатта кире тойғоларҙың иммунитетты кәметеүе лә фәнни раҫланған. Тимәк, беҙ вирустан ҡурҡып та уның ҡорбаны була алабыҙ. Шуға күрә үҙебеҙҙе ыңғайға көйләп, тирбәлешебеҙҙе күтәрергә тырышайыҡ.
Тормошта комедия ҡарап йәки көлкөлө китаптар уҡып, ауыр сирҙәрҙән йәки ауыр хәл-тороштан һауыҡҡан кешеләр ҙә бар. Шулай уҡ һыуыҡ һыу менән ҡойоноу ҙа иммун системаһын нығытырға ярҙам итә. Физик күнегеүҙәр эшләргә ялҡауланған булһағыҙ, әле яйлап булһа ла ҡыбырлай башларға ваҡыт, күнегеүҙәр эшләгәндә үҙегеҙҙе һау-сәләмәт һәм 18 йәшлек итеп күҙаллап, эстән генә булһа ла "Мин сәләмәт, мин сәләмәт" тип ҡабатларға онотмағыҙ. Тәбиғәттә йөрөгөҙ һәм эске йылмайыуығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Вирустар тағы ла нимәнән ҡурҡамы? Организмдың кислота-һелте балансының нормала булыуынан. Әгәр организмығыҙҙа рН 7,4 булһа, һеҙҙең вирустар, бактериялар, бәшмәктәр һ.б. паразиттарға ҡаршы барьерығыҙ бар.
Моғайын, матур еләк-емешкә бер ниндәй ҙә себен яҡын килмәгәнен беләһегеҙҙер. Ә ул саҡ ҡына әсей, боҙола башлаһа, уға себен-серәкәй ҙә, күк тә, бәшмәктәр ҙә, хатта ҡорттар ҙа ябырыла. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: беҙҙең организмдың рН балансы нормала булһа, уға бер ниндәй сир ҙә яҡын килмәй. Әгәр ошо баланс саҡ ҡына боҙолһа (организм әсеһә), барлыҡ паразиттар оялай.
Бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең организмында рН балансы боҙола. Шуға күрә, рН-ты нормаға килтереү өсөн иртән һәм кисен ярты балғалаҡ аш содаһына эҫе һыу ҡойоп һүндереп, саҡ ҡына һалҡын һыу өҫтәргә һәм ошо эҫе һыуҙы эсергә кәрәк, тәме оҡшамаһа, саҡ ҡына лимон (рН 9,9) өҫтәргә мөмкин. Шулай уҡ рН-ты авокадо (15,6 рН), һарымһаҡ (13,2 рН), манго (8,7 рН), мандарин (8,5 рН), ананас (12,7 рН), бәпембә (22,7 рН) күтәрә.

Әммә был исемлектәге ризыҡтарҙың кемгәлер ярауы, икенселәргә ярамауы ихтимал, шуға ла уларҙы ашар алдынан дауалаусы табибығыҙ менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 620

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru