«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ КОЛЛЕДЖДА БАШҠОРТСА БЕЛГӘН КАДРҘАР ӘҘЕРЛӘНӘ
+  - 

Заман талаптарына яуап биргән мәғариф учреждениелары республикабыҙҙа бихисап һәм, әлбиттә, шуларҙың тос өлөшө баш ҡалабыҙға тура килә. Айырым иғтибарға лайыҡ белем усаҡтары араһында Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын атап китергә булыр ине. Был урта һөнәри белем биреү учреждениеһының тарихы 1932 йылдан башлана һәм атамаһы үҙгәреп торһа ла, бөгөнгәсә илгә кәрәкле техник һөнәрле белгестәр әҙерләү тәғәйенләнеше һаҡланып ҡалған.

Ошо дәүер эсендә уҡыу йортон тамамлап, төрлө тармаҡтарҙа лайыҡлы хеҙмәт иткән белгестәре менән дан алған колледжда бөгөн 108 уҡытыусы хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы, бухгалтер, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, мәғлүмәтте яҡлау, компьютер системалары, компьютер селтәрҙәре, мәғлүмәти системалар, программалаштырыу йүнәлештәрендә белем бирә. Уҡыу йорто республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең техник вуздары менән хеҙмәттәшлек итә һәм студенттарға һөнәри үҫеш өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа популяр WorldSkills чемпионаттарында ла колледж студенттары әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Уҡыу йорто етәкселеге әйтеүенсә, йәш һөнәрмәндәргә төрлө яҡлы белем биреү бурысы ҡуйылған һәм республикабыҙ өсөн бик мөһим булғандарының береһе - уларҙы башҡорт телен дә аңлаған, ошо телдә ярҙам күрһәтә алған белгес итеп әҙерләү. Колледждың башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлназ Йомағолова әйтеүенсә, шуға ла бында студенттар башҡорт дәүләт телен 1-се курста өйрәнә, 2-се курста уларға "Башҡорт теле профессиональ эшмәкәрлектә" тигән предмет уҡытыла.
- Шулай ҙа студенттар үҙҙәре йәлеп ителгән осраҡта ҡыҙыҡһыныу юғары була. Быны иҫәптә тотоп, уларҙан башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы мобиль ҡушымталар әҙерләүгә ылыҡтыра башланыҡ, - ти Гөлназ Камил ҡыҙы. - Былтыр колледждың компьютер системалары һәм программалаштырыу факультетында белем алған студенттар "Бөрлөгән" атамалы мобиль ҡушымта әҙерләне. Был мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн башҡорт әлифбаһын өйрәнергә ярҙам иткән ҡушымта булды. Техник яғын да, ҡушымтаның эстәлеген дә уҡытыусылар етәкселегендә студенттар үҙҙәре әҙерләне. Ә быйыл инде, сентябрь айында үткән Башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында республика Башлығы Радий Хәбиров һөнәри белем биреү ойошмаларында башҡорт телен уҡытыуҙың абруйын күтәреү, телде өйрәтеүҙә заманса алымдар һәм саралар ҡулланыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәргәс, өр-яңы мобиль ҡушымта эшләү идеяһы барлыҡҡа килде. Әле бына шул эште бойомға ашырыу маҡсаты менән янып йөрөйбөҙ.
Әйткәндәй, башҡорт телен өйрәнергә теләгән киң ҡатлам йәмәғәтселек өсөн уңайлы буласаҡ был яңы проектты ла Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының студенттары Демид Хәбибуллин, Владислав Гольдштейн һәм Роман Бушмелев эшләйәсәк. Уларға техник йәһәттән программалаштырыу буйынса уҡытыусы Рената Йыһаншина, эстәлеген әҙерләүҙә башҡорт теле уҡытыусылары ярҙам күрһәтә.
- Былтыр Өфөләге "ВДНХ-Экспо"ла ойошторолған күргәҙмәлә үҙебеҙ уйлап тапҡан уйын менән ҡатнашҡайныҡ. Балаларға күрһәтеп, уйнап торғанда БР мәғариф министры Айбулат Хажин эргәбеҙгә килде һәм бәләкәй балалар өсөн башҡорт телен өйрәтеүгә ҡоролған берәй уйынмы, ҡушымтамы әҙерләй алаһығыҙмы, тип һорашты. Булдырабыҙ, тинек тә, "Бөрлөгән" проектын эшләп тә ҡуйҙыҡ. Бына шунан "Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙары компанияһы сайттарын ҡушымтаға әүерелдерергә тигән тәҡдим алдыҡ. Ә инде башҡорт теле буйынса яңы проектыбыҙ "Бөрлөгән" ҡушымтаһының функцияларын арттырыуға, өлкән йәштәгеләргә лә файҙалы мәғлүмәттәр туплауға, телде өйрәнеүҙе еңелләштереүгә ҡороласаҡ, тип ниәтләйбеҙ. Мәғлүмәттәр күп буласаҡ, шуға уҡытыусыларыбыҙға таянасаҡбыҙ, - тип һөйләй колледждың 4-се курс студенты Демид Хәбибуллин. Ижади коллективтың етәксеһе Рената Йыһаншина әйтеүенсә иһә, ҡушымта тағы ла үҙ эсенә ҡыҙыҡлы уйындар, квест, Башҡортостандың иҫтәлекле урындары тураһында видео дәрестәр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе аласаҡ.
Әйткәндәй, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы башҡорт теленән яңы мобиль ҡушымта проектын Башҡортостан Башлығының Дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсына тәҡдим итә һәм йәштәр тарафынан бойомға ашырылған яңы идея тиҫтерҙәре өсөн иң кәрәклеһенә әүерелер, тигән ышаныс белдерә. Бына шулай, заман менән бергә атлаған белем усағы үҙенең студенттарына һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, йәмғиәтебеҙгә мөһим булған башҡорт телен үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерергә өйрәтә.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 689

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru