«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ЕҢЕҮҘЕ БОРАЙ УҠЫТЫУСЫҺЫ ЯУЛАНЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүгә арналған "Еңеү дәрестәре" халыҡ-ара методик эшкәртмәләр конкурсына йомғаҡ яһалды. Ярышты Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы "Мәғариф" компаниялар төркөмө, Рәсәй тарих йәмғиәте һәм "Ватан тарихы" фонды менән берлектә ойошторҙо.

Конкурста Рәсәйҙән һәм 25 сит илдән 15 мең педагог ҡатнашҡан. 2019 йылдың 1 сентябренән старт алған ярыштың тәүге һайлап алыу туры быйыл февраль айында ғына тамамланған, унда 11 йүнәлеш буйынса иң яҡшы эш өлгөләре билдәләнгән. Артабан ҡатнашыусылар үҙҙәре тәҡдим иткән методик эшкәртмәгә ярашлы дәресте Мәскәү ҡалаһында үткәрергә тейеш була, әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында һуңға тиклем был ғәмәл кисектерелә килә. Һөҙөмтәлә, финалға сығыусылар дәрестәрен видеоға төшөрөп, жюри ҡарамағына тапшыра. Бына ошондай ябай булмаған һөнәри һынауҙа Башҡортостандан Борай ауылының 2-се гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева "Туған тел" номинацияһында еңеү яулай.
- Тәүге тапҡыр үткәрелгән шундай ҙур конкурс булды "Еңеү дәрестәре". Мин был конкурс тураһында уның һуңғы көнөндә генә белеп ҡалып, әҙер методик эшкәртмәмде ебәргәйнем. "Үлмәҫбай" поэмаһының беренсе бүлеге" тип аталған методик эшкәртмәмде белгестәр юғары баһалаған, - ти Ләйсән Ришат ҡыҙы конкурс һәм уға әҙерлек тураһында бәйән итеп. - Был башҡорт теленән дә, әҙәбиәтенән дә материалдар алынған һәм дистанцион белем биреү шарттарына яраҡлаштырып, заманса технологияларҙы актив ҡулланып төҙөлгән ҡатнаш дәрес ине. Атап әйткәндә, мин Plickers ҡушымтаһын ҡулландым. Был инглиз телле ҡушымта, әммә унда уҡыусының белемен тикшереү өсөн башҡортса һорауламалар төҙөргә була, аҙаҡ уҡыусылар класта уҡ тиҙ генә яуап бирә һәм ҡушымта йомғаҡты үҙе тиҙ генә яһап, исемлек формаһында дөрөҫ яуап биреү-бирмәүҙәрен күрһәтеп тә ҡуя. Бынан тыш, уҡыусылар ике төркөмгә бүленде һәм беренсеһе ветеранға рәхмәт хаты яҙҙы, икенсеһе ветеран менән интервью эшләне. Ә яҡшы яҙылған хатты Zoom аша бәйләнешкә инеп, ветеранға уҡыусылар менән уҡып ишеттерҙек.
Методик эшкәртмә менән генә тамамланманы конкурс, уның Мәскәүҙә үтәсәк икенсе туры коронавирус пандемияһына бәйле кисектерелә килеп, онлайн форматта ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлдә фекер алыштыҡ һәм финалға сыҡҡан 33 уҡытыусы еңеүсе тип иғлан ителде. Мин ҡатнашҡан "Туған тел" номинацияһында тағы ла Мәскәү өлкәһенән һәм Ҡырым республикаһынан рус һәм украин телдәре уҡытыусылары еңеү яуланы. "Еңеү дәрестәре" конкурсының һөҙөмтәһе булып, 75 уҡытыусының методик эшкәртмәһенән торған йыйынтыҡ төҙөлдө. Уға күҙ һалдым, бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс эш өлгөләре бар, матур квестар, класс сәғәттәре лә тәҡдим иткән коллегаларым. Был тағы ла бер тәжрибә туплау, эшмәкәрлегемде системаға һалырға һәм үҙемә артабан йүнәлеш билдәләргә ярҙам иткән, фекер алышырға форсат биргән майҙансыҡ булды.
Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева һөнәри уңышҡа өлгәшеүҙә уҡытыусының эшенә ижади күҙлектән ҡарауы, күп көс һәм тырышлыҡ, ваҡыт бүлеүенән тыш, ул белем биргән предметты яратып, күңел һалып шөғөлләнгән уҡыусылары булыуы иң мөһиме, тип иҫәпләй. Ә Борай районы Борай ауылының 2-се гимназияһында тап шундай башҡорт телен туған тел булараҡ ихлас өйрәнгән, уҡытыусыларының дәресен мөкиббән китеп тыңлаған һәм үҙҙәре лә район-республика кимәлендәге төрлө конкурс, олимпиадаларҙа һынатмаған балалар белем ала. Белем усағында ла барлыҡ шарттар тыуҙырылған: синыф бүлмәләрендә интерактив таҡта, мультимедия проекторы, күп функциялы принтер, ноутбук бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары әҙәби карта, стендтар, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарының портреттары, зауыҡлы алфавит менән дә йыһазландырылған. Былар барыһы ла ижади эшләгән уҡытыусының мөмкинлектәрен үҫтерә, белем көҫәгән уҡыусыларҙың ынтылышын арттыра һәм һөҙөмтәһе лә бына күп көттөрмәгән.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 428

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru