«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨТӨП АЛҒАЙНЫҠ ТА УЛ...
+  - 

"Пятница" каналының "Орел һәм решка" тапшырыуы Башҡортостанда ҡунаҡта булды. Алдан уҡ был хаҡтағы рекламаларҙы ҡарап, тапшырыуҙың эфирға сыҡҡанын ашҡынып көткәйнек. Алып барыусылар Регина Тодоренко менән Тимур Родригездың Рәсәй буйынса сәйәхәт тапшырыуҙарын бығаса ла күҙәтеп барғас, беҙҙең республиканы нисек күрһәтерҙәре, әлбиттә, бик ҡыҙыҡ булыр һымаҡ ине.

Әммә... Тапшырыуҙы саҡ ҡарап бөттөм... Кәйеф төштө. Республикабыҙ тураһында бик ярлы, өҫтән-мөҫтән генә күрһәтелгән тапшырыу булды был. Мәскәү ҡунаҡтарын Өфө эргәһендә генә йөрөттөләр, шуға ла башҡорт донъяһы бик ярлы һәм дөрөҫ булмаған юҫыҡта сағылдырылды кеүек тойолдо.
Нимәнән башлайым? Милли кейем һәм биҙәүестәрҙән. Улар хаҡында күпме һөйләнә, яҙыла, күргәҙмәләр ойошторола - кем өсөн һуң? Бөтөн донъяға сыға торған тапшырыу һынлы тапшырыуға ысын милли биҙәүестәр, төп нөсхәһендәге башҡорт милли күлдәктәре табып булманымы икән ни? Ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ баҙарынан килгән сит орнаментлы, алюмин шаҡы-шоҡо таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙы күреп, йөҙҙө ҡаплар хәлгә етелде...
Ҡот ҡойоу һәм мейе төшөрөү алымдары аша башҡорттоң дауалау йолаһын төшөргәндәр. Әммә бында ла әҙәм аңларлыҡ, дөрөҫлөккә тап килгән күренеш килеп сыҡманы. Бында, әлбиттә, йолала ҡатнашҡан өс әбейҙең ғәйебе юҡ, тапшырыуҙы ойоштороусылар уңышлыраҡ вариантты һайларға, уны дөрөҫ итеп тәҡдим итергә тейештәр ине.
Милли эсемлегебеҙ буҙаны ла Дудкино ауылынан ниндәйҙер Николай яһай булып сыҡты. Башҡортостанда Николайҙан башҡа буҙа оҫтаһы юҡ, тимәк... Милли эсемлектәр, аҙыҡ-түлек бәйгеләрендә еңгән оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап та баһа, ни өсөн шуларҙың береһен тәҡдим итмәнеләр - аңлашылмай. Башҡорт кухняһы тулыраҡ, йөкмәткелерәк сағылдырылыр ине, юғиһә.
Ҡунаҡтарҙың береһе - Регина ҡиммәтле ҡунаҡханала йәшәне, шәп ресторанда һыйланды, тик бында ла һорау тыуа: Башҡортостанды һүрәтләгәс-һүрәтләгәс, ниңә ҡунаҡтарға башҡорт атамалы ресторан һәм ҡунаҡхана тәҡдим ителмәгән? Ресторанда ҡунаҡҡа йылҡы итенән бешерелгән борщ ашаттылар, сало бирҙеләр, креветканан яһалған манты менән һыйланылар һәм шундай манты һәр ғаиләлә бешерелә, тинеләр...
Ә Тимур Родригездың Өфөлә бары тик Зәйнетдин менән генә күрешеүе лә аптыратты. Башҡорт сәнғәтен ошо кимәл менән генә күрһәттеләр булдымы был? Рэп урынына ҡурай моңо, оҙон көй башҡарылырға тейеш ине бит...
Ағас эше оҫталары янында ла булды Тимур. Оҫталар башҡорт ҡамсыһын нагайка тип атаны. Ысынында, оҙоно - сыбыртҡы, ҡыҫҡаһы ҡамсы тип атала башҡортса. Нагайка беҙҙең һүҙ түгел, Нуғай урҙасыларының ҡулындағы ҡамсыны (төрки халыҡтарындағы) урыҫтар шулай атаған. Беҙҙә бәләкәй сыбыртҡы борон-борондан ҡамсы тип яҙыла. Тарихи әҫәрҙәрҙе алып ҡарағыҙ, бер ерҙә лә нагайка юҡ, ҡамсы бар.
Әлбиттә, "Орел һәм решка"ла матур күренештәр ҙә булманы түгел, әммә тапшырыуға төшөүселәрҙең белгестәр тарафынан әҙерләнеп, һайлап алынмауы күҙгә ташланды һәм яҙманың бөтөн йәмен боҙҙо. Алып барыусыларҙың буш стадионда йөрөүе, мөһим булмаған темаларҙы яҡтыртыуы, республика тормошон, халыҡ һулышын сағылдырыр уңышлы кадрҙарҙың иғтибарҙан ситтә ҡалыуы, шулай уҡ балдың литрын ун меңгә һатыуҙары ла сәйерһендерҙе. Дөйөм алғанда, тапшырыу Башҡортостан тигән данлы исемгә тап килмәне.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 1127

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru