«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘЛӘМӘТЛЕК ЙӘШТӘН КӘРӘК
+  - 

Был аҙнала республикала Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эш башланы. Хәҙер Башҡортостан халҡы көнүҙәк мәсьәләләр, шул иҫәптән коронавирустан дауаланыу һәм бушлай дарыуҙар алыу буйынса кәрәкле консультатив ярҙамды тиҙ арала аласаҡ. Үҙәк белгестәре шулай уҡ эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын алыу йәки медицина күрһәткестәре буйынса госпитализация буйынса ярҙам күрһәтергә әҙер.

Өфө ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһе лә ошо яңылыҡтан һәм коронавирус хәүефенең таралыуына юл ҡуймау, уны иҫкәртеү, сирлеләргә ярҙам итеү буйынса әлеге ваҡытта актуаль булып торған мәсьәләнән башланды. Хәйер, был теманың инде ярты йылдан ашыу эҙмә-эҙлекле тәүге урынға сығыуы сер түгел. Тәүге урында - һаулыҡ, ҡалған эштәр һуңынан. Һаулыҡ тигәндән, кәңәшмәнең төп темаларының береһе итеп белем биреү учреждениеларын медицина кабинеттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе сығарылды. Был хаҡтағы мәғлүмәтте ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова еткерҙе.
Балаларҙың һаулығын хәстәрләп, белем биреү ойошмалары балалар поликлиникалары менән берлектәге эшмәкәрлек тураһында килешеү төҙөй һәм уларға бушлай бүлмә бирә. Унда табип-педиатр һәм процедура кабинеты булдырыла, медицина хеҙмәтен белгестәр башҡара. Бөгөн мәктәптәрҙе 160 медицина хеҙмәткәре хеҙмәтләндерә, улар поликлиникалар раҫлаған шәхси графикка ярашлы эшләй. Мәктәптәрҙең медицина кабинеттары базаһында тар тармаҡ белгестәрен саҡырып, профилактик тикшереүҙәр үткәрелә, тиҙ һәм беренсе ярҙам күрһәтелә, вакцинация үткәрелә, карантин режимында эпидемияға ҡаршы ашығыс саралар тормошҡа ашырыла. Әле мәктәптәрҙә 41524 балаға киҙеүгә ҡаршы вакцинация эшләнгән. Бынан тыш, 58 белем биреү учреждениеһында (мәктәптәрҙең дөйөм һанынан 45 процент) стоматология кабинеттары йыһазландырылған. Унда ла белгестәр килешеү буйынса эшләй, уҡыу йылы дауамында 73 меңдән ашыу баланың ауыҙ ҡыуышлығын тикшереү планлаштырыла. Ата-әсәләр белдереүенсә, мәктәптәрҙә медицина һәм стоматология кабинеттеры булыу уларҙы бер мәшәҡәттән бушата, даими рәүештә балаларҙы поликлиникаға алып барыу өсөн эштән һорап китеү мәсьәләһе лә борсомай.
Көн тәртибенә сығарылған икенсе мәсьәлә лә ниндәйҙер кимәлдә сәләмәтлеккә бәйле -көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу бара. Башҡортостан егеттәре һәр саҡ үҙҙәренең ныҡлы сәләмәтлеге һәм хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтәүе менән билдәле. Коронавирус эпидемияһы осоронда хәрби хеҙмәткә саҡырыу эше лә барлыҡ талаптарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп башҡарыла. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең Граждандар йәмғиәте институты менән бәйләнеш буйынса идаралыҡ начальнигы Артур Ғафаров таныштырҙы. 16 ноябргә ҡарата Өфө буйынса саҡырылырға тейешле контингенттың 54 проценты, йәғни 3410 кеше призыв комиссияларына саҡырылған. Көҙгө саҡырылышҡа 777 кешене хәрби хеҙмәткә оҙатырға наряд бирелһә, әле 513 кеше хәрби комиссия үткән һәм хәрби хеҙмәткә тәғәйенләнгән. Барлығы 5579 кешегә хәбәр ителһә, 600 кешене эҙләү ойошторолған. Артур Ғафаров белдереүенсә, хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡалған өсөн етди яза саралары ҡаралған - штраф түләүҙән алып эшкә мәжбүри йәлеп итеү, ҡулға алыу һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу. Шуға күрә, биографияңды бысратҡанға ҡарағанда, һау-сәләмәт булып, бер йыл хәрби бурысыңды үтәп ҡайтыу яҡшыраҡ түгелме ни?
Ә һуңынан... Эйе, быуын нығытып, ергә аяғыңды ныҡлы терәп торған егет булып ҡайтып, һөйгәнеңә өйләнеп ғаилә ҡороу, йорт һалыу, ағас ултыртыу, балалар бағыу... Тырыш, өлгөлө, матур йәш ғаиләләрҙе ауылдарҙа ғына түгел, ҡалала ла күреп торалар, улар өсөн төрлө ярҙам саралары булдырыла, конкурстар уҙғарыла. Әйткәндәй, быйыл Өфөлә 22-се тапҡыр "Йәш ғаилә" конкурсы үтте. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, тамашасыһыҙ, бары тик жюри һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре алдында ғына сығыш яһаһалар ҙа, йәш ғаиләләр һынатманы. Ете райондың ете иң шәп ғаиләһе "Ғаилә стендабы", "Ғаилә ҡиммәттәренең социаль рекламаһы", "Интеллектуаль КВИЗ" конкурстарында көс һынашты. Уның яҙмаһын 21 ноябрҙә киске сәғәт 6-ла "Вся Уфа" телеканалында ҡарарға һәм еңеүселәр менән танышырға мөмкин. Еңеүселәр шулай уҡ ҡала данын республика кимәлендә үткән конкурста яҡлаясаҡ.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 438

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru