Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә ике төбәк эшҡыуарҙары, Башҡортостан, башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәк ҡоролтайҙары вәкилдәре ҡатнашлығында онлайн Бизнес-ҡоролтай эшлекле форумы ойошторолдо.
Мәғлүм булыуынса, был тармаҡ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолғандан алып иң мөһиме һәм әһәмиәтлеһе булып торһа ла, башҡа йүнәлештәрҙән айырмалы, ниңәлер үҙ юлын, үҫешен таба һәм ныҡлап аяғына баҫып китә алмай. Хатта Өсөнсө Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң Башҡорт бизнес-үҙәге лә ойошторолоп, бер ни тиклем ыңғай эштәр эшләнгәйне, әммә ойошма рәйесе алышыныу менән уның эшмәкәрлеге һүнеп ҡалды, ҡыҫҡаһы, рәйестәр алышыныуы эшмәкәрлектә эҙмә-эҙлелектең булмауын асып һалды: яңы һайланған етәкселек үҙенсә эшләй башлай, алда башланған инициативалар онотола. Шуға онлайн-форматтағы әлеге эшлекле форумда ҡатнашыусыларҙың да был эшмәкәрлекте яңылыҡ тип билдәләүе аңлашыла. Был уларҙың быға тиклем эшләп килгән ҡоролтайҙарҙың эше тураһында хәбәрҙар булмауын ғына күрһәтте. Ә бит бөгөн республикала үҙ эшен асып, уңышлы эшләп килгән исемдәре билдәле эшҡыуарҙар ошо бизнес-үҙәк эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.
Әлеге сараға килгәндә иһә, унда Ҡоролтай Башҡарма комитеты һәм Президиумы вәкилдәре, комиссиялар рәйестәре һәм кураторҙары, башҡорттар компактлы йәшәгән төбәктәр башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, эшҡыуарҙар, БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Эшлекле форумда ике йүнәлеш - ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә ярҙам һәм туризм тармағын үҫтереү мәсьәләләре, яңы проекттар ҡаралды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы Рәшит Ғилманов башҡорт бизнесының торошо һәм үҫеш перспективалары менән таныштырҙы. Уның сығышынан мәғлүм булыуынса, бөгөн дәүләттең коронавирус пандемияһы һөҙөмтәһендә килеп тыуған көрсөктөң иҡтисади эҙемтәләрен бөтөрөү мөмкинлеге сикләнгән, шуға күрә ярҙам бары тик ҙур бизнесҡа ғына күрһәтелә, бәләкәй бизнес күпләп ябыла. Статистика буйынса, Башҡортостан урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса федераль финанслау күләме буйынса Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында торһа (300 миллион һум), был ярҙам һәр 40-сы субъектҡа 140 мең һум күләмендә барып етә. Ул бары тик компьютер, лицензия һәм 1С лицензия программаһы алырға ғына етә. Ә Башҡортостанда, 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары 4,5 мең, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар 600 мең субъект иҫәпләнә. Әммә улар ҙур бизнес менән ярыша алмай. Был продукцияның сифаты төшөүгә килтерә, ә бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн муниципалитеттар үткәргән йәрминкәләр - диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә. "Пандемия һөҙөмтәһендә халыҡтың килеме һәм түләү һәләте түбәнәйә, дәүләт ярҙамы бәләкәй бизнестың йәшәүен тәьмин итмәй, миграцияның башҡорт халҡының мәҙәни кодын төп һаҡлау урыны булған ауылды бөтөрөүгә килтергән ағымын туҡтата алмай. Бәләкәй формалағы хужалыҡтар етештергән продукцияһын һата, һөҙөмтәлә, килем ала һәм үҫешә алмай. Әммә был хужалыҡтарҙың экопродукция етештереүҙә өҫтөнлөгө күп, һәм беҙ уларға ҙур бизнесҡа дәғүә итерлек, дәүләт институттарына йоғонто яһарлыҡ мөмкинлектәр булдырырға тейешбеҙ", - тине Рәшит Рифғәт улы.
Был йәһәттән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан төбәктең АПК кластеры һәм Башҡортостандың социаль ҡулланыусылар кооперативы менән берлектә бәләкәй эшҡыуарҙарҙың продукцияларын һатыуҙың һөҙөмтәле юлдарын эҙләүе билдәләнде. Маҡсат - сауҙаның заманса алымдарынан алып икенсе кимәлдәге, һорау, тәҡдимдәр тураһындағы мәғлүмәт даими яңырып торған киң кооперация тармағын төҙөү. Бының өсөн район, төбәк ҡоролтайҙарында муниципалитеттарҙың бизнес-шерифтары, төбәктәрҙәге вәкиллектәр, сауҙа нөктәләре, эшҡыуарҙар менән бәйләнештә булып, уларға кәрәкле тауар тураһында мәғлүмәт туплап, Ҡоролтай линияһы аша Башҡортостан фермерҙарының, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең тауарҙарын һатыуҙы көйләүсе махсус логист структураһын булдырыу.
Бәләбәй эшҡыуары Раян Хәлиуллиндың Ҡоролтайға ҡарата тәнҡит һүҙҙәре лә, уның эшлекле тәҡдимдәре лә ҡатнашыусылар тарафынан аңлап ҡабул ителде, сөнки ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, тап шул өлкәлә ҡайнап йөрөүселәр генә башҡорт эшҡыуарлығының хәлен яҡшы аңлай. Раян Хәлиуллин Ҡоролтай ҡарамағында бизнес-мәктәп асып, унда тәжрибә уртаҡлашыу, йыл һайын һайлап алып 100 кешене уҡытыу, шуларҙың 10-һын 5 йыл эсендә доллар миллионеры итеү маҡсатын ҡуйыу зарурлығы тураһында белдерҙе. Шулай уҡ үҙмәшғүл, эшҡыуар, бизнесмен терминдарын да урынлы ҡулланырға, халыҡтың башын бутамаҫҡа саҡырҙы. Юҡһа, ҙур капиталдар менән эш иткән кеше лә бизнесмен, ауылда 15 һарыҡ тотоп, уны һатып килем ала алмағаны ла бизнесмен...
Раян Хәлиуллиндың фекерен күтәрмәләп, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, эшҡыуарлыҡ комиссияһы кураторы Рәсих Хәмитов ысынлап та бөгөн ауыл ерендә йәшәүсе, эшләүселәрҙең хәле еңел булмауын белдерҙе. Райондар буйлап Татарстан, башҡа төбәктәрҙән килеп осһоҙ ғына хаҡҡа бер йәшлек тана-үгеҙҙәрҙе, оло малдарҙы йыйып йөрөүселәр күбәйеүенә, халыҡ, үҫтергән малын ситкә сығарып һатыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, уларҙы бушҡа тигәндәй тоттороп ебәрергә мәжбүр булыуына баҫым яһаны. Тағы бер проблема: мәҫәлән, көньяҡ райондарҙа иген үҫтерелә, әммә заманса тирмән булмағанлыҡтан, улар йыйып алған уңышын күрше Силәбе өлкәһенә арзанға һатып, унда эшкәртелгән әҙер продукцияны кире ҡиммәт хаҡҡа һатып алырға мәжбүр. Ҡыҫҡаһы, Башҡортостанда сеймал етештерелә, әммә уны эшкәртеү проблемаһы хәл ителмәгән. Был бөгөн генә күтәрелгән тема түгел, уны шулай уҡ ҡоролтайҙың һәр яңы составы күтәрә, әммә йөк кенә урынынан ҡуҙғалмай...
Ә нимә эшләргә мөмкин? Рәсих Әғзәм улының фекеренсә, "Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы" булмауы барлыҡ яҡшы уй-фекерҙәрҙе тормошҡа ашырыуҙы тотҡарлай. Уның буйынса иҡтисадты, ауыл-хужалығын үҫтереү системаһы эшләнергә һәм эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылырға тейеш. Әйткәндәй, Рәсих Әғзәм улы Бизнес-ҡоролтай эшлекле форумы буйынса ла ҡарар сығарып, унда ошо стратегияны ҡабаттан тергеҙеүҙе лә индерергә тәҡдим итте. Һөҙөмтәһен ваҡыт күрһәтер. Һәр хәлдә, яҡшыға өмөт итәйек.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә "Пермь крайының бай мәҙәниәтендә Урал башҡорттары" тигән темаға түңәрәк ҡор ҙа ойошторолдо. Ул ғәйнә ырыуы башҡорттары этнографияһына, Пермь крайы башҡорттарының тарихына һәм үҫеш перспективаларына, шулай уҡ край башҡорттарының милли кейемдәре үҫеше үҙенсәлектәренә бағышланды. "Пермь крайы башҡорттарының үҫеш үҙенсәлеге булып уларҙың "утрау" булып айырылып тороуында. Ошо тормош рәүеше Барҙым башҡорттарына матди һәм рухи мәҙәниәттәренең архаик һыҙатын һаҡлап алып ҡалырға ярҙам иткән. Улар дөйөм башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү һәм һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулланыу мөмкин булған мираҫ булып тора. Пермь крайы башҡорттарының урындағы климат үҙенсәлектәре йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән үҙенә башҡа "төньяҡ характеры" формалашҡан һәм ул ғөрөф-ғәҙәттәргә лә йоғонто яһаған. Шундай традицияларҙың береһе - таҫтамалдарҙағы йәки үҙенсәлекле түбәтәйҙәр тегеү технологияһындағы ғәйнә йәки Барҙым биҙәге. Рәсәй Фәндәр академияһы Пермь ғилми үҙәгенең Тарих, археология һәм этнография бүлеге әле милли кейемдең ошо өлөшөн матди булмаған мираҫ объектының федераль исемлегенә индереү буйынса эшләй", - тип белдерҙе ошо фәнни ойошманың этнологик тикшеренеүҙәр секторы мөдире, РФА мөхбир ағзаһы, тарих фәндәре докторы Александр Черных үҙенең ҡорҙа һөйләгән телмәрендә.
Пермь крайында үткән сара сиктәрендә Барҙа районы үҙәгенең Барҙа ауылында ғәйнә ырыуының легендар улы, Уса даруғаһының Ғәйнә олоҫо старшинаһы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенная комиссия депутаты, Крәҫтиәндәр һуғышында Е. Пугачев ғәскәре полковнигы булған Туҡтамыш Ишбулатовҡа скульптура комплексы асылды. Комплекс бюстан һәм Ишбулатовтарҙың данлы ырыуы шәжәрәһенән тора.
Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ Барҙа ауылында быйыл октябрҙә генә эшләй башлаған Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе менән танышты. "Мәктәбебеҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булды. Дәрестәргә балалар ҙур теләк менән йөрөй. Башҡорт алфавитын өйрәнделәр, башҡорт телендә шиғырҙар, йырҙар өйрәнәбеҙ", - ти проект кураторы Альбина Әүхәҙиева. Башҡортостан ҡунаҡтары башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең тәүге уҡыусыларына уңыштар теләне. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыуға сертификат тапшырҙы.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА