«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛЫҠСЫ ТИГӘН АТЛЫ, БАШҠОРТ ЗАТЛЫ ЫРЫУҘАНБЫҘ
+  - 


Алдараҡ бәйән ителгән фаразды тағы ла бер тарихи факт ҡеүәтләп тора: ғәрәп тарихсыһы Әл-Масуди IX быуат аҙағында төрки ҡәүемдәре араһында һуғыш сығып, ҡапма-ҡаршы тороусы төркөмдәрҙең береһендә баджнак, баджгурд, йаджни һәм наукерда исемле ҡәүемдәр булыуы хаҡында яҙа. Бында аталған наукерда халҡының исеме фарсы телендәге "яңы ҡала" тигәндән алынған: тимәк, былары ла ниндәйҙер "яңы ҡалалар" менән бәйле ҡәүем булып сыға. Р.Ғ. Кузеев тап шундай һығымта яһай ҙа инде: "Иран һүҙбәйләнеше наукерде "яңы ҡала кешеләре" тигәнде белдергән кеүек, төркиҙәрҙең балыҡсы, балыкчи тип әйтеүҙәре лә башта ҡалала йәшәүсе ултыраҡ тормошло кешеләрҙе, йәиһә боронғо ҡалалар периферияһындағы күскенселәрҙе аңлатҡан".

Ошо ғалим үҙ фекеренә дәлил рәүешендә тағы ла бер башҡорт ырыуы этнонимын миҫалға килтерә. Башҡорттарҙа "ирәкте" исемен йөрөткән ырыу тармағы ла киң билдәле. Ә Ҡаҙан ханлығы осорона ҡараған тарихи сығанаҡтарҙа "ҡәлғә", "крепость" мәғәнәһендә ҡулланылған "ирәк" һүҙе лә осрай. Тимәк, ирәкте атамаһын алған башҡорт этник төркөмө лә ҡәлғәләрҙә хәрби хеҙмәт менән көн иткәне өсөн шундай исем алған, тип фараз итеп була.
Күренекле тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеевтың балыҡсы һәм ирәкте ырыуҙары атамаларының борон "ҡала, ҡәлғә һаҡсылары" мәғәнәһендә ҡулланылып, аҙаҡтан ошондай хәрби шөғөл менән көн итеүсе кландарҙың этнонимына әйләнеп китеүе хаҡындағы фаразы үтә ҡыҙыҡлы. Бында бер мөһим фактҡа иғтибар итергә кәрәк: башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылған замандарҙа (XVI быуаттың икенсе яртыһынан башлап) башҡорттарҙың ҡала йәки ҡәлғәләре булмай. Әммә тарихи Башҡортостан территорияһында бик күп "ҡаҙылма ҡалалар" табылыуы ла ысынбарлыҡҡа тап килә: күрәһең, VI быуаттың икенсе яртыһынан VIII быуат урталарына тиклем Төрки ҡағанаттары алып барған яуҙар барышындамы, бәлки, унан һуңғараҡ та - Алтын Урҙа осорона ҡараған яу-бәрелештәр һөҙөмтәһендәме - был боронғо башҡорт ҡалаларынан тик харабалар ғына тороп ҡала.
Боронғо башҡорт ҡалалары тураһында мәғлүмәттәр XII быуатта йәшәгән билдәле ғәрәп географы Әл Иҙриси тарафынан теркәп ҡалдырылған: ул башҡорттарҙың Кастра, Мастра, Гүрхан, Карукия ("Ҡараҡая" булыуы мөмкин) һәм Намджан ҡалалары хаҡында яҙа. Бында Кастраның Ҡас Тора, Мастраның Мас Тора, тип аталыуын фаразлап була, сөнки ул заман төркиендә "тора" һүҙенең "ҡәлғә" мәғәнәһендә ҡулланылыуы ихтимал. Әйткәндәй, һинд-европа телдәренән ингән "тура" һүҙе лә башня, нығытма мәғәнәһендә ҡулланылған, ә хәҙерге хакас телендә шул уҡ һүҙ "өй", "йорт" тигәнде белдерә. Әл Иҙриси хеҙмәттәрен бик ентекләп өйрәнгән белгес, тарих фәндәре докторы И.Г. Коновалова Намджан ҡалаһының ул замандағы сауҙа юлдарының береһе булған Яйыҡ (Урал) йылғаһы ярында, хәҙерге Орск ҡалаһына яҡын урында булыу мөмкинлеге хаҡында фараз итә. Ә Ҡараҡая ҡалаһы, Әл Иҙриси картаһына ярашлы, хәҙерге Өфө территорияһына тап килә. Был яҡтарҙағы традиция буйынса ул замандарҙа ҡала биналары өсөн төп төҙөлөш материалы сифатында, башлыса, ағас йәиһә балсыҡ ҡулланыла. Әлбиттә, баҫҡынсылар менән барған яуҙарҙан һуң бындай ҡалаларҙан күҙгә ташланырлыҡ бер ни ҙә ҡалмай тиерлек. Ошоға дәлил итеп ҡасандыр сәскә атҡан Булғар ҡалаһын килтерергә була - 922 йылда Багдад хәлифе Әл Муктадир илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан күргән башҡорттар шул уҡ Бөйөк Булғар ханлығы составына ингән халыҡтарҙан була. Булғар ҡалаһы тәүҙә монгол-татар яуы осоронда, 1236 йылда емертелһә, ә аҙаҡтан Урта Азия әмире Аҡһаҡ Тимерҙең Булғар ханы Туҡтамыш менән булған һәләкәтле яуҙары барышында, 1390 йылдар тирәһендә тулыһынса ҡыйратыла. Әйтергә кәрәк, башҡорт ырыуҙары яугирҙары ла ошо тарихи бәрелештәрҙә әүҙем ҡатнаша.
Әхмәтйән улы Нурмөхәмәт исемле кешенең шәжәрәһендә бына шундай юлдар бар: "Өфө ҡалаһы янында, Ағиҙел йылғаһында, уға Дим йылғаһы ҡойған ерҙә Ҡуңғырат ҡәлғәһе булды; уны төйәк итеүселәр бынан Ургенчҡа күсеп китте. Унда ҡәлғә төҙөнөләр һәм уны ла Ҡуңғырат, тип атанылар. Ағиҙел йылғаһында Ту-ра-тау тигән тау бар. Тура - ҡуңғырат ханының исеме. Ул ошо тауҙың түбәһендә, хәүефһеҙерәк булһын тип, ҡәлғә һалған. Шуның өсөн уны Ту-ра-тау, тип атағандар. Унда харабалар ғына ҡалған".
XIX быуатта йәшәгән башҡорт ғалим-мәғрифәтселәре үҙҙәренең ҡайһы бер әҫәрҙәрендә тарихи Башҡортостандың төньяҡ тарафтарында көн иткән башҡорт ырыуҙарының бер төп тамырҙан сығыуын иҫбатларға тырыша. Бының өсөн улар боронғо риүәйәттәргә мөрәжәғәт итә. XIX быуатта йәшәгән башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡорой үҙенең "Тәзкирәтен әл-әхуан вә әл-әхбаб" ("Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү"), тип аталған әҫәрендә 18 быуын ата-бабаларын теҙеп күрһәтә. Риүәйәт буйынса төп бабалары Майҡы бейҙең монголдарҙың Сыңғыҙ ханы заманында йәшәүе тураһында бәйән итә. Шәжәрәгә ярашлы, Майҡы бейҙең өс (йә дүрт) улы була - Ҡара Табын бей, Байҡы бей, Балыҡсы бей. Ҡара Табындың улы Мейәс буйҙарында йәшәгән Әхмәтшәйех була, ул Кама буйҙарына күсә, ә артабан ошо ерҙә Абдул улын ҡалдырып, хәҙерге Башҡортостандың төньяғына килеп төпләнә. Был шәжәрәлә ирәкте башҡорттарының ҡайһы ерҙәрҙә таралып ултырыуы һүрәтләнә. Улар күршеләре көҙәй, таҙлар, ҡайпан, гәрәй, уран, ғәйнә башҡорттары менән тығыҙ мөнәсәбәттә йәшәй. Шулай уҡ шәжәрәлә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ҡатнашҡан Иҫән хандың өс тапҡыр батша Иван Грозныйға барыуы тураһында бәйән ителә.
Ғәли Соҡоройҙоң улы, яҙыусы Ғарифулла Кейеков, шулай уҡ боронғо риүәйәттәр һәм үҙенә билдәле булған шәжәрәләр нигеҙендә, атаһы төҙөгән Ирәкте шәжәрәһенә өҫтәмәләр индерә: "Ҡарасының (ҡушаматы буйынса - Ҡара Табын), йәғни Ҡарағәзиздең, элегерәк әйткәнемсә, Балыҡсы исемле оло улы була. Ә уның, үҙ сиратында, шулай уҡ дүрт улы була: беренсеһе - Танып, икенсеһе - Уйнар (моғайын, Унлар йәиһә Уннар. - авт. иҫк.), өсөнсөһө - Елдәк, дүртенсеһе - Йәнсәйет. Балыҡсының оло улы Таныптың ике улы була: беренсеһе - Ҡайпан, икенсеһе - Янапай". Ошо генеалогияла уртаҡ сығышлы булыу идеяһы нигеҙендә төньяҡ башҡорт ырыуҙарын - ирәкте, балыҡсы, байҡы, танып, ҡайпан, елдәк, унлар башҡорттарын берләштерергә тырышыу маҡсаты асыҡ күренә. Күрәһең, был идея уларҙың ата-бабаларына ла ят булмағандыр.
Хәҙерге тарихсылар балыҡсы, байҡы һәм ирәкте ырыуҙары башҡорттарының яҡын ҡәрҙәштәрҙән булыуын инҡар итмәй. Балыҡсы ырыуы аҡһаҡалдары һөйләүенсә, уларҙың ата-бабалары ҡасандыр Бәләбәй яҡтарында, ҡатай ерҙәрендә йәшәгән. Бында һүҙ Ыҡ буйындағы Ҡатай олоҫо хаҡында бара (Баҡалы районында әле лә Иҫке Ҡатай, Яңы Ҡатай ауылдары бар), әммә ҡатайҙар XVI быуаттың икенсе яртыһында көнсығышҡараҡ күсеп китеп, хәҙер биләгән ерҙәрендә төпләнгән. Ә ирәктеләр шулай уҡ ҡасандыр Төй йылғаһы буйында, буласаҡ Балыҡсы олоҫо территорияһында йәшәп киткән. Ғарифулла Кейеков билдәләүенсә, ирәктеләрҙең бабаһы Ҡарағәзиз (Ҡара Табын ҡушаматлы) Муллаҡай тигән балыҡсы ауылына яҡын ерҙә ерләнгән була.
Алда бәйән ителгәндәр нигеҙендә бына ниндәй һығымта яһарға була. Этник сығыштары яғынан балыҡсылар менән ирәктеләр бер ырыуҙың - табындарҙың айырымланып киткән тармаҡтары булып тора. Әммә балыҡсыларҙың бер өлөшө, ниндәйҙер кимәлдә ҡатайҙар менән дә тығыҙ аралашып, туғанлыҡ мөнәсәбәтендә булған. Быны ғалим Р.Ғ. Кузеев та дөрөҫләй: балыҡсыларҙың ырыу тамғаһы - шул уҡ ҡатайҙарҙың бер ни тиклем үҙгәртелә биргән "балға" тамғаһы. Ғалим Асҡын районында йәшәгән башҡорттар һөйләшендә Инйәр буйындағы көнбайыш ҡатайҙарға хас булған тартынҡы өндәрҙең фонетик комплексы булыуына иғтибар итә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, бындай фонетик үҙенсәлектәр көнбайыш табындарҙың бер өлөшөнөң һөйләшенә лә үтеп ингән.
Балыҡсы ырыуының артабанғы тарихын бер ни тиклем кимәлдә батша Рәсәйе архивтарында һаҡланған документаль сығанаҡтар аша өйрәнеп була. Мәҫәлән, Көнгөр бургомистры Юхнев 1725-1726 йылдарҙа Себер даруғаһының Балыҡсы олоҫондағы 120 йортта "хәрби хеҙмәткә ярарлыҡ" 360 ир-ат булыуын теркәп ҡуйған. Әгәр ҙә ул заманда стандарт булған нисбәттән - һәр 5 кешенән берәүһенең генә хәрби хеҙмәткә алыныуын иҫәпкә алғанда, ошо олоҫта барлығы 1800-2000 самаһы башҡорт кешеһе йәшәүен фаразларға була. Ә 1730 йылда камерир Ю.Жилин, Өфөлә йәшәүсе С.Третьяков һәм И.Гавренев төҙөгән документта былай тип яҙылған: "Өфө йылғаһы һәм Төй буйындағы Балыҡсы олоҫо, тауҙар, урмандар, баҫыуҙар ҙур түгел; арба юлы унда насарҙан".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 409

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru