«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ АҠЫЛЫНА УРАУ ЮЛ
+  - 


Интернет киңлектәре аша әүҙем эш алып барыусы психолог Рөстәм КӘЛИМУЛЛИНдың терапияларына иғтибар итмәү мөмкин түгел. Бөгөнгө ошо өлкә белгестәренә хас булғанса оҙон телмәргә түгел, ә дауалау-һауыҡтырыу креатив-хәрәкәт методтарына нигеҙләнгән уның сығыштары. Эшмәкәрлегенең "Урал батыр" эпосына бәйле булыуын да аңлағас, психолог менән осрашып һөйләшеү сараһын таптыҡ.

Рөстәм Ғәлим улы, һеҙ был методиканы уйлап сығарҙығыҙмы? Йәиһә, ҡайҙан алдығыҙ?

- Ер йөҙөнөң күп халыҡтарында интиуитив рәүештә барлыҡҡа килгән һәм быуаттар, дәүерҙәр ағымында иҫбатланған, нығынған дауалау саралары бар. Йән һәм тән сәләмәтлегенә, рухи үҫешкә бәйле был практикалар. Беҙ, мәҫәлән, йән һәм тәнде сыныҡтырыуға килһәк, тотабыҙ ҙа был өлкәне башҡа халыҡтар, илдәр, цивилизациялар киңлегенән эҙләйбеҙ. Һиндтарҙың йогаһына, япондарҙың медитацияһына, көнсығыш медицинаһына, алтай үләндәренә һәм башҡаларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡайҙалыр Гималай тауҙарына, Кавказ бейеклектәренә, диңгеҙ-океан сиктәренә йән тыныслығы эҙләп китәбеҙ. Ә асылда бөтөн ауырыуҙарға ла дауа беҙҙең үҙебеҙҙә бар.
Ғүмер буйы тәбиғәттең бер өлөшө булып йәшәгән башҡорт халҡының үҙенең йән һәм тән дауалары, шифалары, йәғни этнотерапияһы булған һәм бар. Имләү, өшкөрөү, һылау, арбау кеүектәре лә, ауырыуҙы тәбиғәт ярҙамы менән тәндән һәм йәндән сығарыу ҙа, ырымдар-ышаныуҙар ҙа - былар барыһы ла бер быуатлыҡ йәки бер дәүерлек кенә тәжрибә түгел. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көнгәсә беҙҙең дауалау практикаһының бик бәләкәй генә фрагменттары килеп еткән. Халыҡ дингә килгәс, был ысулдар дин тарафынан ҡыҫырыҡланһа, шул идея менән бергә килгән ғәрәп-фарсы медицинаһы көсләп тағылһа, совет власы иһә үҙ медицинаһын һәм аңын индерһә - милләттең боронғо үҙен һаҡлау һәм ҡурсалау саралары шулай юҡҡа сығарыла. Беҙгә ситтән килгән бөтә идеялар ҙа беҙҙе милләт булараҡ юғалтып, оло халыҡ массаһына ҡушырға һәм шул арҡала ҙур көс тупларға теләй. Ә был көс мотлаҡ икенсе көскә ҡаршы тороу, икенсе көстө баҫыу, ҡурҡытыу сараһы ғына. Унда эләккән бәләкәй милләттәр иһә үҙ асылдарын юғалтып, ят дауалар, ят аҙыҡтар ҡулланып, ят мәҙәниәтте ҡабул итеп, милләтһеҙ-ерһеҙ-тамырһыҙға - маңҡортҡа әйләнә.

"Урал батыр" эпосына бәйле методикағыҙҙы асыҡлап китегеҙ әле?

- Эпостың тәүге юлдарында уҡ шундай юлдар бар:
Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,
Үлем барын белмәгән,
Барлыҡ нәмәгә үлем
Үҙебеҙ тип һанаған.

Тимәк, беҙҙең тәүге ата-бабаларыбыҙ ауырыу-һыҙлауҙы белмәгән бик оҙон ғүмерле кешеләр булған. Тимәк, улар үтә лә сәләмәт тәнле, унан да бигерәк, сәләмәт рухлы итеп яратылғандар. Йәнбирҙе менән Йәнбикә улар йәшәү энергияһын һаҡлай алған, әҙәми ресурстарын дөрөҫ тотона белгән, тормоштоң мәңгелеген һәм сикһеҙлеген аңлаған йәндәр. Быларҙы төшөнгәндә һин уларҙың йыһан һәм ер менән бәйле тәбиғәт есемдәре икәнен күрәһең. Тимәк, абсолют сәләмәтлек беҙгә хас! Артабан, Урал батырҙың бала сағы, үҫмерлек осоро һәм батыр юлы һүрәтләнгәндә лә, Йәншишмә эҙенән барғанында ла уның йәнен ағыуларға, арбарға тырышыусылар күп булыуын да, шунда ла батырҙың үҙ рухын сәләмәт һаҡлап ҡалыуын күҙәтәбеҙ. Ә Шүлгән бала сағында уҡ йән сиренә дусар була, йәғни тыйылған ҡанды эсә. Һығымта ниндәй? Йәнде һаҡлау. Үлемдән генә түгел, ә төрлө насар йоғонтоларҙан һәм шул иҫәптән ҡара уй, көнсөллөк, хөсөт, асыу, боҙоҡлоҡ кеүек үҙ фиғелеңдәгенән дә йәнеңде һаҡлау мотлаҡ.

Һеҙҙең интернет экрандары аша алып барған практикағыҙ, тимәк, беҙҙең боронғо халыҡ терапияһы...

- Эйе. Миҫалға алғанда, мәҫәлән, башҡорттоң йыр-моң фольклоры ла дауалаусы методика. Бейеүҙәр табанға ныҡ баҫып, йәғни, ерҙе тойоп, унан көс-илһам алып йөрөү билдәһе. Оҙон көйҙәр үпкәне, тын юлдарын асыусы, һауа, йыһан менән бәйләнешкә индереүсе алым. Былар барыһы ла тәбиғәт менән тығыҙ бәйлелек ул. Урман, дала, һыу буйҙарын ҡыҙырыу, үҙ алдыңа ҡысҡырып йырлау йәки һөйләшеү тынысландырыусы, негатив эмоцияларҙан ҡотолдороусы ҡеүәтле алым. Беҙгә бөгөн тап ошолар етешмәй. Беҙ эске тойғоларыбыҙҙы йәшереп, төрлө сикләүҙәргә бикләнеп, хатта тауышыбыҙҙы ла баҫып һөйләшеп йәшәргә мәжбүрбеҙ. Ҡысҡырып һөйләшкән кешегә юҡҡамы ни: "Урманда йөрөйһөңмө әллә?" - тиҙәр. Йәғни, урманда шулай мөмкин икәнде бит беләбеҙ, иҫләйбеҙ, был беҙҙең аң хәтере.
Минең "Урал батыр" атамаһына яҡынайтып "УРАУ" тип алған һауыҡтырыу-дауалау комплексы түңәрәк һәм спираль формаһында, сикһеҙлек образындағы хәрәкәттәр тупланмаһы. Бында дауалау физкультураһы, энергияны камиллаштырыу, эске һауыҡтырыу образдарын үҫтереү һәм башҡалар инә. Был күнекмәләрҙе башҡарған ваҡытта күҙәнәктәр бүленеү циклы эшләп китә һәм ошо арҡылы организм яңыра, йәшәрә, тип күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Бая алда әйткәнсә, Йәнбикә менән Йәнбирҙе образдары - улар абсолют сәләмәтлек билдәһе. Улар сүрәтенә инеп, күнекмәләр яһағанда беҙ тәнде һәм йәнде сир йоғона алмаҫлыҡ сынығыуға өмөтләндерәбеҙ, оҙон ғүмерлеккә көйләйбеҙ. Урал батыр образында күнекмәләр яһағанда креатив-хәрәкәт терапияһының креатив-эшмәкәрлек терапияһына әүерелеүе тураһында әйтә алабыҙ. Был осраҡта фокус креатив хәрәкәттәрҙән ижади потенциалды асыуға күсә. Ә был үҙ сиратында маҡсаттарға, уй-ниәттәргә ирешергә, потенциалыңды үҫтереүгә, эшмәкәрлегеңдең аныҡ һөҙөмтәһен барлыҡҡа килтереүгә нигеҙ булып тора. Урал батыр образын ҡабул итә белеү һәм ошо юҫыҡта йәнде һәм тәнде һауыҡтырыу бигерәк тә йәш ир балаларға, ир-егеттәргә, спортсыларға ярҙам итер ине. Уларҙа рухи көс, маҡсатлылыҡ, алған юлды аҙағынаса еткерергә, ҡатылыҡтан мәрхәмәтлелек тыуҙыра белеү кеүек асылдарҙы асып ебәрер ине.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Һомай образы бар. Йәғни, йәне-тәне саф һәм сәләмәт булған, нәзәкәтле, гүзәл, шул уҡ ваҡытта көслө рухлы ла ҡатын заты. Ул дошмандарына (беҙҙең осраҡта ауырыуҙарға) аҡыл көсө менән ҡаршы тора. Ә аҡыл көсөн әлеге лә йән һәм тән таҙалығы бирә.
Күнекмәләрҙә эпостан күк, ер һәм һыу донъяларындағы иң көслө кейек-ҡоштар ҙа алынған. Бөркөт, арыҫлан, суртан-балыҡ улар йыртҡыстар, әммә үҙ стихияларының батшалары. Уларҙан ҡырағай сәләмәтлек, маҡсатҡа ынтылышлы хәрәкәт-алымдар, еңеүсәнлек һәм шул уҡ ваҡытта аҡыл, тәбиғи тойомлауҙы, инстинкттарҙы тыңлап йәшәй белеү һабаҡтарын алырға була.
Күрәһегеҙ, "Урал батыр" эпосының һәр образынан, һәр юлынан рухи һәм физик сәләмәтлек алымдарын алып була.

Һеҙ был һауыҡтырыу-дауалау күнекмәләрен бөгөнгө пандемияға ҡаршы тороу юлы итеп тәҡдим итәһегеҙ, шулай бит?

- Шул иҫәптән, пандемияға ҡаршы ла. Һәм башҡа кешелеккә янаған бөтөн төрлө сирҙәргә лә ҡаршы торор көс итеп тәҡдим итәм. Бигерәк тә, беҙҙең халыҡ аҡылында, аңында, хәтерендә йәнен һәм тәнен сәләмәт тотоу, абсолют сәләмәтлек, оҙон ғүмерлелек кеүек төшөнсәләр барлығын күрһәтергә теләйем. Урал тауҙары төбәге ул үҙе үк абсолют сәләмәтлек һәм абсолют хәүефһеҙлек зонаһы. Был ерҙәр туфан һыуынан йотолмаған. Был ерҙәрҙә ер тетрәмәй, убылмай, тәбиғәте бай һәм төрлө, шифалы үҫемлектәре, инеш-һыуҙары бихисап. Бында сирҙе бары тик йәне таҙа булмағандар ғына алып килә ала. Йәғни, кешеләрҙең тәбиғәткә ҡаршы ҡылған хаслыҡтарына яуап. Шул уҡ шахталар, карьерҙар, урмандарҙы ҡырҡыу, һыуҙарҙы ҡоротоу һәм башҡалар.
Эпостағы абсолют сәләмәтлеккә ынтылыу - ул иң беренсе йәнде һауыҡтырыуҙан, йәғни уйҙарҙы, ҡылыҡты, фекерләүҙе ыңғайға һалыуҙан, таҙартыуҙан, сафландырыуҙан башлана. Тәбиғәткә яҡынайыуҙан, уны йәлләй, тоя, ҡурсалай һәм ҡәҙерләй белеүҙән. Ерҙән көс-ҡөҙрәт ала белеүҙән, шул энергияны үҙең аша үткәреп, һауаға ыңғай тойғолар итеп сығара белеүҙән.
Әгәр һине ниндәйҙер сир килеп баҫты, ниндәйҙер вирус аяҡтан йыҡты икән, бында массовый ауырыу имеш кенә. Был сирҙе һинең йәнең тартты, тәнең шуны ҡабул итте. Ауырыуҙан алда һин кәйефһеҙ, тынысһыҙ, толҡа тапмай йөрөнөң. Юҡ-барға конфликтҡа индең йәки эсеңдәге баҫымды сығара алмай, көйөп-яндың. Йәнең һиңә сигнал бирҙе! Үҙеңде өйрәнеү һәм аңлай белеү һабағы был.
Әлеге мәлдә Ерҙә бер ниндәй вирустарға ла, шул иҫәптән әлеге тажлыға ла, бирешмәй торған кешеләр ҡатламы барлығы асыҡланды. Был төркөмдөң иммунитеты һәм рух ныҡлығы ҡыҙыҡһыныу уята. Был хаҡтағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен киләсәктә күрербеҙ әле.

Эпостың гуманистик ҡеүәтен дә ҡулланаһығыҙ, тимәк, "УРАУ" терапияһында?

- Иң беренсе урынға шуны ҡуябыҙ! Сөнки "Урал батыр" эпосы, ниндәй генә боронғолоҡтан килһә лә, изгелек һәм мәрхәмәтлеккә генә нигеҙләнгән. Унда иң баштан уҡ "Һуҡма. Үлтермә. Кәмһетмә." тигән йүнәлеш килә. Урал атаһына ағаһы Шүлгәнде һуйыл менән һуҡма, тип тыя. Яралы аҡҡошто үлтермәй ебәртә. Ата-әсәһе тыйған ҡанды эсмәй. Уның бөтөн ҡылған-атҡарғандары бары тик яҡшылыҡҡа һәм йәшәүгә генә ҡоролған. Тәрән гуманизм менән һуғарылған бөйөк әҫәр. Беҙҙең һауыҡтырыу-дауалау күнекмәләре маҡсаты ла Урал батыр йәненә, эштәренә яҡынайыу, уға рухташ булыу. Уның кеүек изге, яҡты, ярҙамсыл, батыр, сәләмәт, көслө булырға ынтылыу. "УРАУ" күнекмәләрендәге ҡул, баш, кәүҙә өлөштәре аша күрһәтелгән түңәрәк, спираль, йәғни урауҙар ул йәшәү энергияһын тәндә хәрәкәт иттереү. Бында бер күнегеү ҙә осраҡлы йәки яһалма түгел. Һәр бер хәрәкәттә терапияның аныҡ маҡсаты - тән һәм йән сәләмәтлеге, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө ята. Ҡуштауҙағы экологик күтәрелештә лә "УРАУ" күнекмәләрен яһап, рухи һәм физик көс алдыҡ. Йәғни, был күнекмәләр кешенең һәм тәбиғәттең бер бөтөнлөгө ул.

Халыҡ медицинаһында, халыҡ фольклорында, йәғни халыҡ аҡылында бөгөнгө психологтарға ҡулланыр һабаҡтар күпме?

- "Урал батыр" эпосындағы төрлө кодтарға бикләнгән, фәлсәфәләргә сорналған, йомаҡтар итеп йәшерелгән аңды асыу ғалимдарға ла, табиптарға ла, космос белгестәренә лә, ер-һыу белгестәренә лә һәм, әлбиттә, психологтарға ла һалынған. Һин һөнәрең буйынса кем булғанда ла эпостан үҙең төшөнгән изге аҡылды алып кешеләргә бирергә бурыслыһың. Һин был белемде йәшереп ҡалдырырға тейеш түгелһең. Хас Урал батыр кеүек, белемеңде, аҡылыңды, һәләтеңде, көсөңдө ергә яҡшылыҡ килтереүгә юлла. Был эпос юҡҡа ғына беҙҙә түгел, ул юҡҡа ғына шулай һаҡланып ҡалмаған һәм юҡҡа ғына тап ошо дәүерҙә улай популярлыҡ яуламай. Былар барыһы ла беҙҙең милләттең йәшәү юлы.
Борон халыҡ аңһыҙ булған да, бөгөн аҡыллы, тигән төптө хата фекер бар. Асылда, бөгөнгө күп асыштар боронғо аҡыл сатҡыһы. Халыҡ шул тиклем дә тәрән һәм нигеҙле аңға, көскә эйә, унда үҙен һауыҡтыра һәм юҡҡа сығара ала торған ике башланғыс та бар. Һәм бына ошо хаҡта иҫкәртә лә беҙгә "Урал батыр" кеүек ҡомартҡыларыбыҙ. Мәҫәлән, бөгөнгө эскелек бәләһе эпоста Зәрҡүм образында бирелә (эскелекте йылан сүрәтендә билдәләү). Бына, боронғо аҡыл милләткә шундай бәлә килерен дә әйтеп ҡалдырған. Зәрҡүмде Һомай ситлеккә бикләй. Йәғни, ул беҙҙең эскелеккә ҡаршы көрәшеүсе иң беренсе ҡатын-ҡыҙ. Һәм эпос аҡылынан сығып, шул программаны эшкә ҡушырға була: беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар - Һомай вариҫтары - эскелекте юҡҡа сығарасаҡ, һәр хәлдә, ситлектә тотасаҡ та. Күрәһегеҙ бит, ошондай фәлсәфәләрҙе аңлағанда, аңды программалап һәм уңышҡа өлгәшеп була.
Тағы ла бер ҡыҙыҡ миҫал: беҙҙә көслө психологик йоғонтоға эйә булған өндәр, һүҙҙәр бар. Бына "Һ" өнө. Беҙ был өн менән ҡуша тын алабыҙ. "Һыу, һауа, һулыш, һөйөү" һымаҡ мөһим төшөнсәләрҙе аңлатабыҙ. Был өн ябай өн генә түгел, ә йән-тән тәрәнлегенә һалынған мираҫи байлыҡ. Унан бер тикшеренеү эшендә башҡорттарҙан "аҫаба" тигән һүҙҙе айырып алыу ниндәй эҙемтәләргә алып килгәнлеге асыҡланды. Был атамаһыҙ ҡалыу беҙҙе рухи яҡтан тарҡатасаҡ. Аҫтыртын ҡорал буласаҡ. Был психологик алым ғына түгел, был беҙҙең халыҡ белергә тейешле белем. Бөгөн ошоларҙың мәле етте. Беҙ ситтәр биргән аң-белем, аҙыҡ-түлек, дарыу-фәлән, кейем-һалым һәм башҡаларҙы ҡулланып, буталып, аҙашып йөрөмәйек һаман, ошо тәбиғәтебеҙгә, еребеҙгә сат йәбешеп, асылыбыҙҙы уятайыҡ.

Шулай итеп...
Һөйләшеү менән генә сикләнмәнек, күнекмәләр ҙә яһаныҡ. Ҡурай моңо аҫтында психолог менән Урал батырҙың тотҡан юлы буйлап "хәрәкәт иттек". Был юлда ҡошҡа ла, арыҫланға ла, балыҡҡа ла әйләнергә, ерҙән көс алырға, шул энергияны һәр ағзаға юлларға, тәбиғәт менән гармонияға инергә, үҙебеҙҙән юғарыға ыңғай хистәр сығара белергә өйрәндек. Һәр хәлдә, ошоларға өйрәтә белеүсе уҡытыусы менән таныштыҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 749

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru