«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ГУБЕРНАТОР" АУЫЛЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 

Ҡырҡты тауҙары һырттарында, донъяның онотолған бер мөйөшөндә "Салауат совхозы" тип аталған хутор бар. Бөгөнгө көндә унда барып етер өсөн бик ныҡ ҡулайлашҡан техника, йә булмаһа, вертолет кәрәк...

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец әсирҙәре төҙөгән был юлдан Ҡырҡты тауынан Магнит домналары өсөн ағас ташығандар. Тимәк, был юл ҡасандыр стратегик әһәмиәткә эйә булған. Әммә һуңғы йылдарҙа уның кәрәге ҡалмаған һәм уны ремонтлаусы ла юҡ, күрәһең. Унан ямғыр һәм яҙғы ташҡын һыуҙары йыуып, ҙур-ҙур суйыр таштарҙан торған үтә ныҡ ҡаршылыҡлы юл ғәләмәте генә тороп ҡалған...
Алда һөйләнәсәк хәл-ваҡиғалар Әбйәлил районы территорияһында урынлашҡан Салауат совхозы, йәғни "Губернатор" ауылы тураһында барасаҡ. Был ауылда һуңғы йылдарҙа берҙән-бер кеше - Нуретдинов Фуат ағайҙың йәшәгәне һәм үҙен ауылдың "Губернаторы" тип таныштырыуы тураһындағы мәҡәләләр республика матбуғатында бер нисә тапҡыр күренеп ҡалғайны. Нуретдинов Фуат сығышы менән Белорет районы Шығай ауылынан. Ул ғүмере буйы урман хужалығында эшләне һәм, Ҡырҡты урмандарына тоғро ҡалып, былтыр 80 йәшендә вафат булды. Йәне йәннәттә булһын, тип теләйһе генә ҡалды хәҙер.
Ошо бөткән ауылдың территорияһында бер-береһенән 300 метр самаһы ғына алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары башлана. Бәләкәй Ҡыҙыл - төньяҡҡа, ә Оло Ҡыҙыл көньяҡҡа табан юл ала. Был үҙе үк тәбиғәттәге үҙенсәлекле күренеш булып тора. Был йылғаларҙың икеһе лә Урал йылғаһының уң яҡ ҡушылдыҡтары булып, Әбйәлил районы ауылдарын, Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларын эсәр һыу менән тәьмин иткән берҙән-бер тәбиғи сығанаҡ булып тора. Тәбиғәттең ошо үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп, Әбйәлил активистары Рәсәй география йәмғиәте рәйесе Сергей Шойгу исеменә Ҡырҡты тауҙары биләмәһен айырыуса һаҡланған территория тип иғлан итеүҙе юллап мөрәжәғәт иткән. Сергей Шойгу был мәсьәләне урында өйрәнеү һәм тормошҡа ашырыу юлдарын табыу маҡсатында Рәсәй Фәндәр академияһы академигы А.А. Чибилев етәкселегендә экспедиция ойошторорға күрһәтмә биргән. Экспедиция составына Әбйәлил активистары, Магнитогорск ҡалаһы вәкилдәре һәм Сибай институты ғалимдары индерелгәйне. Был сәйәхәткә сығыуыбыҙҙың сәбәбе ошо экспедиция составында булыуыбыҙ менән бәйле ине...
Ҡатмарлы юлдарҙы, дөрөҫөрәге, юлһыҙ урындарҙы махсус ҡулайлаштырылған 3 автомобилдә үттек. Ҡырҡты тауы аша һалынған алда һөйләнгән юл ғәләмәте Ҡужан ауылынан башлана. Был сәйәхәт сыҙамлыҡҡа һынау булды, йәғни, бынан да насар юл юҡтыр донъяла, тигән уйҙарҙы нығытты. Әйткәндәй, бынан 40 йыл элек ошо уҡ юлдан миңә "кәзә" мотоциклында (М-105) үтергә тура килгәйне. Ул ваҡытта юл "әлхәм" ине әле. Ваҡыт һәм ел-ямғыр донъяны бер туҡтауһыҙ үҙгәртә шул. Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһын Мораҡай ауылынан өҫтәрәк быуып, ғәйәт ҙур һыуһаҡлағыс төҙөү планы бар ине. Тик республика етәкселеге быға ризалыҡ бирмәне, ә аҙаҡ Союз тарҡалып китеү сәбәпле, был план тормошҡа ашмай ҡалды. М.З.Шакировтың позицияһы һоҡланғыс күренеш булған, тип фараз итергә генә ҡалды хәҙер. Ул план тормошҡа ашһа, Абҙаҡ ауылы һәм уның тирәләй урынлашҡан ял йорттары һәм туризм объекттары юҡҡа сыҡҡан булыр ине...
Уникаль тәбиғәтебеҙҙе йәрәхәтләй торған ҡурҡыныс пландар әле лә булып тора. Бынан бер нисә йыл элек сәнәғәтселәр Ҡырҡты тау буйындағы ошо Оло һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаларының башында төҫлө металдар сығарыу карьеры асыу маҡсатында разведка эштәрен башлаған. Тик урындағы халыҡтың был планға ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡаршылыҡ күрһәтеүе генә разведка эштәрен ваҡытлыса туҡтатҡан. Беҙҙең экспедиция ағзалары разведка эштәрен атҡарған ваҡытта әрәм-шәрәм ителгән йөҙйәшәр ҡарағай һәм ҡарағас урмандарын күреп тетрәнде. Был урмандарҙың яҡлауһыҙ булыуын, республика байлығының әләф-тәләф ителеүен күреп, ғәжәп ҡылдыҡ һәм, әлбиттә, республика Башлығы исеменә хат яҙҙыҡ. Был ерҙәрҙең тиҫтә йыл элек үк ҡурсаулыҡҡа дәғүә иткән территориялар исемлегенә индерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, протокол төҙөп, Рәсәйҙең география йәмғиәтенә, уның рәйесе С. Шойгу исеменә шулай уҡ хат ебәрелде.
Беҙ, экспедиция ағзалары, Ҡужан ауылы янындағы өлтөк ҡарағастарҙың бензобысҡы менән бысылыуы тураһында ла ишетеп тетрәндек. Бындай формалағы ҡарағастар донъяның башҡа урындарында юҡ. Ана шуларҙы вәхшиҙәрсә юҡ иткәндәр! Ниндәй ҡырағай, вәхши әҙәми заттар (кеше тип әйтергә тел бармай) менән бергә йәшәйбеҙ. Бик әсенеп яҙып ултырам был юлдарҙы, әммә был - хәҡиҡәт! Әгәр беҙ үҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауҙы бергәләп хәстәрләмәһәк, Ҡырҡты тауы ла, Урал һырттары да беҙҙең быуын эсендә үк өлтөк ҡарағастар һымаҡ юҡ ителере көн кеүек асыҡ. Шуны аңларға тейешбеҙ: ошо тәбиғәтебеҙ менән генә беҙ байбыҙ һәм теүәлбеҙ.
Әйткәндәй, Ҡужан ҡарағастарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында Өфөнән һәм башҡа ҡалаларҙан ашығыс юлға сыҡҡан волонтерҙар, белгестәр, ғалимдар килеп етте. Терәүҙәр ҡуйып булһа ла, ағастарға ярҙам итергә тырыштылар. Терәүҙәр ҡуйып нығытылған яралы ҡарағастар вәхшиҙәргә ҡарата "протест" билдәһе, кешелек донъяһына иҫкәртеү булыр, тип ышанғы килә.

Сәфәрғәли ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 633

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru