«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘНЕМ ТЕЛӘГӘНДЕ ЯҘАМ
+  - 

Белорет районында йәшәп ижад итеүсе Мәүлит Кәримовты үҙенсәлекле шиғриәте аша ла, журналист яҙмалары буйынса ла беләбеҙ. Быларҙан тыш ул "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмаһын етәкләй һәм тау-урманлы яҡтың ерлекле ижадын халыҡҡа күрһәтеүгә, әҙәбиәткә ғашиҡ, һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә лә бағышлаған ғүмерен.

Һеҙ үҙ төбәгегеҙҙә "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмаһын әүҙем эшләтәһегеҙ. Интернет киңлектәренән генә күҙәтеп барғанда ла, ойошмала беҙ инде исемдәрен таныған ижадсылар ҙа байтаҡ ҡына. Был төбәктә шулай һәләтле кешеләр күпме?

- Һәләтле, яҙышырға теләүселәр күп, әммә уларҙың барыһын да ижадҡа, беҙҙең ойошмаға йәлеп итеп булмай. Бөгөнгө йәшәйештә рухи аҙыҡ иң беренсе сиратта тормай, үкенескә ҡаршы. Күптәрҙе саҡырып-саҡырып та, шуларҙың аҙҙары ғына ойошмаға килеп инә, тиһәм, хата булмаҫ. Кемдеңдер ижадын интернетта күреп әйҙәләйһең, кемделер ойошма ағзалары алып килә. Күптәр үҙҙәре шиғыр-хикәйәләрен алдан миңә ебәреп, ижадтары менән таныштырырға тырыша... Әйткәндәй, шиғырҙарын интернет аша миңә ебәреүселәр бер беҙҙең төбәктән генә түгел, ә бөтә Башҡортостаныбыҙҙан бар. Бер-ике шиғырҙан алып, тотош китаплыҡ итеп тә һалалар. Йәлеп итеүгә килгәндә, һәләтле икәнен күреп, кемделер көс менән тигәндәй ойошма сараларында ҡатнаштыраһың, башҡа район, ауылдарға алып йөрөйһөң. "Ҡуңыр буға" ойошмаһының ағзалары тик йәш, башлап яҙыусылар бит инде, күптәре уҡытыусылар. Сараларыбыҙҙа ҡатнашырға ҙур теләктәре булһа ла, уҡытыусылар эштәренән китә алмай.
Район кимәлендә, ауылда көн күргән хеҙмәтсән халыҡ менән әҙәби ойошманы йәшәтеп килеү, йәшәтеп кенә түгел, әүҙем эшләтеү еңел хеҙмәт түгел. Үрҙә әйткәнемсә, бөгөн яҙышыуҙы иң һуңғы рәткә ҡуя күптәр. Һәләте булғандар ҙа ижад итеүгә артыҡ етди ҡарамай. Һәм ижад кешеләре бит улар үтә лә нескә күңелле. Тормош ауырлығы, бер ҡырын ҡараш, бер ҡаты һүҙ уларҙың илһамын юҡҡа сығара ала. Бына ошоно аңлағандар һирәк. Был һүҙҙәрҙе нимәнән әйтәмме? 2014 йылдан алып беҙҙең ойошманың бер генә ағзаһын да Яҙыусылар берлегенә алманылар. Был турала күп яҙылды инде. Ә беҙҙә ағза булырлыҡтар етерлек. Әгәр "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмаһына ҡараш икенсерәк булһа, ул тағы ла әүҙемерәк эшләр ине.

Башҡорт әҙәбиәте йомшарҙы, бөгөн уның жанрын да, әҙәби нормаларын да тикшергән һәм баһалаған үҙәк тә, хеҙмәттәр ҙә, хатта айырым тәнҡитселәр ҙә юҡ, тигән фекер булды күптән түгел интернетта. Ошо хаҡта нимә әйтә алаһығыҙ?

- Эйе, башҡорт әҙәбиәте йомшарҙы хәҙер. Бының сәбәбе ойошмаға яҙыусы кимәленә етерлек үҫешмәгән, һәләте булмаған, әҙәбиәткә башкөллө хеҙмәт итергә теләмәгән кешеләрҙең йыйылып китеүендәлер. Мин матур ижад иткән һәм уҡыусы яратып уҡыған яҙыусыларға тел тейгеҙмәйем. Һуңғы ваҡыттарҙағы ҡабул ителгән ағзаларҙың күбеһен таныу ғына түгел, ишетеп тә белмәйһең хатта. Кемдәр улар? Ә үҙем белгән, таныған ул яңы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре ниндәй? Интернеттағы "Ҡуңыр буға" төркөмөндә мин был турала яҙҙым, исемдәрен дә әйттем. Ҡабатлап тормайым. Төрлө жанрҙа яҙған көслө ижадсыларыбыҙ бар, тик әҙҙәр. Улар ғына бөтә башҡорт әҙәбиәтен нығыта алмай хәҙер. Эҙемтә, һөҙөмтәләре бөгөн үк күренеп тора. Киләсәкте уйлаһаң, балалар, ейәндәр нимә уҡыр ҙа, кем булып үҫер? Интернетты мин бында бөтөнләй ғәйепләмәйем. Китап уҡыған, телен һөйгән кешегә бер нәмә лә ҡамасау түгел.
Ә бик аҙ булған тәнҡит мәҡәләләрен уҡыһаң, улар тик маҡтау формаһында яҙыла. Авторҙың, бер маҡталғас, мин шәп яҙам даһа, тип, ары эҙләнмәүе, үҙен үҫтерергә тырышмауы мөмкин. Әҙәби нормаларҙы, жанрҙы тикшергән, баһалаған материалдар ҙа юҡ кимәлендә. Журнал, гәзиттәге ҡайһы бер тәнҡит мәҡәләһен уҡыһаң, шундай уй тыуа, әйтерһең дә, автор яҡшы танышынан үҙе тураһында заказ менән яҙҙырған. Ошо миҫалдар килтерә лә инде әҙәбиәтебеҙҙең йомшарыуына... Шунлыҡтан интернетта әйтелгән фекер буш һүҙ түгел ул.

Һеҙҙең йәштә нимәләр хаҡында яҙыу зарур? Ә нимәләр тураһында яҙғы килә шулай ҙа?..
- Әлбиттә, үҙеңдең тормош тәжрибәһенә, йәшәлгән ғүмер йылдарына ярашлы рәүештә тәрбиәүи темаға яҙыу кәрәктер. Тик улай ғына итһәң, үҙеңә оҡшаған башҡа нәмәләр яҙылмай ҡалһынмы? Мин инде йәш кеше түгел, тип кенә ижадҡа ҡарашымды ла, ижад итергә теләгән темаларымды ла үҙгәртә алмайым. Улай булһа, мин яһалма әйберҙәр яҙырға тейеш булам. Миңә көндәлек тормош, ғаилә, мөхәббәт тураһында яҙыу оҡшай. Ир менән ҡатын араһында саф һөйөү генә түгел, хыянаты ла бар... Сатира һәм юмор ҙа яратам, ижад итәм. Ә бына ысын булмаған фантастиканы яҙыу түгел, уҡырға ла яратмайым. Матур, уҡымлы, уҡыусыңды ялҡытырлыҡ булмаған әҫәр үҙе үк тәрбиә биреүсе сығанаҡ түгелме ни? Бер һүҙ менән әйткәндә, мин йәнем теләгәнде яҙам.
Ғөмүмән, әҙәбиәтте һөнәр итеп һайларға кәрәкмәй. Әгәр шулай итһәң, әҙәбиәттән тик файҙа ғына алырға теләһәң, әҫәрең уҡыусың өсөн түгел, ә үҙең өсөн генә ижад ителгән тиергә була. Һөҙөмтәлә, юғарыла әйтелгәнсә, әҙәбиәт йомшара. Әҙәбиәт үҙе һине күптәр араһынан һайлап алып, һин уға йәнең, тәнең менән бирелергә тейешһең!

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 403

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru