«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПРОЕКТТАР КҮП ТӘ УЛ, ҠАНА ЛА ҺУҢ ТОРМОШҠА АШЫРЫЛҺА...
+  - 


Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә ике төбәк эшҡыуарҙары, Башҡортостан, башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәк ҡоролтайҙары вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолған онлайн Бизнес-ҡоролтай эшлекле форумында эске туризмды үҫтереү мәсьәләләре лә ҡаралды һәм яңы проекттар тәҡдим ителде.

Пандемия, сиктәрҙең ябылыуы һөҙөмтәһендә быйыл Рәсәйҙә генә түгел, Башҡортостанда ла эске туризм бер нисә тапҡырға артҡан. Был, әлбиттә, яҡшы күренеш, әммә донъя бер аҙ тынысланыу менән туристар ҡабаттан матур ерҙәр, күңелдәрҙә ғүмерлеккә уйылып ҡалырлыҡ тәьҫораттар артынан тағы ла сит-яр ерҙәргә сыға башламаҫмы? Ошо тажзәхмәт осоронда республиканың иҫтәлекле урындары, урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы, аш-һыуы менән танышҡан халыҡты нисек итеп артабан да үҙ еребеҙҙе арҡырынан-буйына йөрөп сығырлыҡ итеп ылыҡтырырға һуң?
Онлайн-форумда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Ринат Рамазанов "Урал легендалары" тип аталған өр-яңы республика туристик проектын тәҡдим итте. Шул проект сиктәрендә аэропорттан 7 километр ситтәрәк ҙур туристик хаб булдырырға килешенгән. Уның маҡсаты - туристарҙы халыҡ ижадына нигеҙләнгән объекттар аша йәлеп итеү, йәғни "Урал легендалары" - ул "Урал батыр" эпосынан алып башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында булған башҡа легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр, йырҙар, ҡобайырҙар һәм уларҙың геройҙары аша һүрәтләнәсәк маршрут башы ул. Баш ҡалаға килеүсе туристар иң тәүҙә ошо хабта ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт алып, шунда уҡ үҙҙәренә оҡшаған маршрутты һайлап, артабан республиканың төрлө тарафына таралып китергә тейеш. "Был проекттың тағы бер маҡсаты - һәр төбәк халҡына эш урындары, урындағы халыҡҡа үҙ продукцияһын реализациялау мөмкинлеге булдырыу. Бөтә мөмкинлектәрҙе Ҡоролтай исеменән булдырып, дәүләт яғынан ярҙам алып, шул проекттарҙы тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ. Туристик хаб нигеҙендә БР Мәғариф министрлығы тарафынан да теге йәки был ваҡиғаға бәйле саралар үткәрергә мөмкин буласаҡ", - ти Ринат Рамазанов. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, "Башнедра" тау-геология мираҫы, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов иһә оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән "Башҡортостандың йәшмә, алтын һәм баҡыр билбауы" төбәк инновацион мәғариф-танып белеү туристик кластерын булдырыу һәм үҫтереү" проектын тәҡдим итә. "Башҡортостан башҡа төбәктәрҙән тәбиғи факторҙары буйынса айырылып тора. Бында билдәле тикшеренеүселәрҙең эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә беҙ элек-электән оҫта, төрлө һөнәрҙәргә эйә халыҡ йәшәгәнен беләбеҙ. Башҡортостан территорияһы тәбиғи һәм биоресурстарға бай. Әммә республикала геологик, этник, агротуризм, бигерәк тә тау-геологик агротуризм юҡ. Ә бит Башҡортостандың көнбайыш өлөшө - баҡырға, Урал - йәшмә, алтынға бай. Улар буйынса туристар өсөн йәйәүле, атлы, һыу маршруттары ойоштороп, бер ыңғай тәбиғәт менән дә таныштырырға була. Әле беҙ туристар өсөн белешмәләр (юл күрһәткестәр) эшләнек, эшмәкәрлек ҡануниәт нигеҙҙәренә таянып, законлы рәүештә алып барылырға тейеш", - тип белдерҙе ул.
Өсөнсө - "Яҡут туристик-дауаланыу комплексы" проекты менән Көйөргәҙе районынан Рәмил Юлбарыҫов таныштырҙы. Яҡут ауылынан 2,5 километр төньяҡтараҡ ятҡан был тоҙло күлдең файҙаһын ауыл халҡы күптән белә һәм уның һыуын ревматизм, радикулиттан дауаланыу өсөн ҡуллана. Ә республиканың башҡа райондары халҡы дауаланыу өсөн Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк күлдәренә йөрөй. Рәмил Юлбарыҫов белдереүенсә, әгәр үҙебеҙҙәге ошо Яҡут сығанағы янында туристик-дауаланыу комплексы ойоштороп булһа, халыҡ ситкә йөрөмәҫ, үҙебеҙҙә генә дауаланыр һәм Башҡортостан тәбиғәте менән нығыраҡ танышыр ине.
"Яҡут туристик-дауаланыу комплексы" проектын авторҙар ысынлап та, тәбиғәткә яҡын итеп эшләргә тырышҡан: уның концепцияһы "Кеше-тәбиғәт-көс" модуле буйынса булдырылған һәм үҙенә күрә ҡыҙыҡлы ла. Мәҫәлән, ундағы торлаҡ клевер япрағына оҡшатып төҙөләсәк; ә инеү урыны иһә - борсаҡ ҡуҙағы, сөнки унда кешеләр һәр ваҡыт күп һәм тығыҙ була; палаткаларҙа ял итергә теләүселәр өсөн махсус урын бүленә һәм ул ҡаҙаяҡ формаһында, йәғни палаткаларҙы ҡаҙаяҡ япраҡтары кеүек ҡояштан һаҡлап торған ышыҡ урын; мунса, тоҙ бүлмәһе өҫтән ҡарағанда ҡанаттарын киреп күкте иңләгән ҡыйғырҙы кәүҙәләндерә...
Әлбиттә, проекттар шәп һәм уларҙы тормошҡа ашырыу, һис шикһеҙ, республика өсөн файҙалы буласаҡ. Әммә онлайн-форумда был проекттарҙың хаҡы, уларҙы кем тормошҡа ашырасағы, төбәктәргә таралған маршруттарҙың аныҡ ҡайһы төбәккә йүнәләсәге генә асыҡланманы һәм һорауҙар ҡалдырҙы. Әйтергә кәрәк, Өфөлә шундай ҙур бер туристик үҙәк (кластер) булдырыу идеяһы бер бөгөн генә тыуманы, хәҙерге "Торатау" Конгресс-холы төҙөлә башлағанда уҡ башҡорттар уның Башҡорт йорто булырына өмөтләнгәйне... Һуңынан баш ҡалала күп ҡатлы Халыҡтар дуҫлығы йорто төҙөлә тигән һүҙ сығып, уның бер ҡатын башҡорттарға биреү һәм унда республиканың барлыҡ төбәктәренең иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәт, туристик маршруттар, иң билдәле музейҙарҙың күсермәһен урынлаштырыу тураһында ла хыялланғайныҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем Өфөлә этноүҙәк төҙөү тураһында белдергәс тә ҡыуанысыбыҙҙың сиге булмағайны. "Боронғо Өфө" Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ вәкилдәре лә башҡа проекттары менән бер рәттән, тап Өфөлә тотош Башҡортостанды сағылдырған проектты тормошҡа ашырыуҙы алға һөргәйне: "Атайсал - ата-олатайҙар ере" тигән асыҡ һауалағы музей буласаҡ. Унда "Каруанһарай"ҙы ла, "Самрау"ҙы ла, 2008-2010 йылда Өфөнөң тарихи йорттары һүтелгәндән һуң, уларҙы ошо ерҙә ҡабаттан төҙөүҙе лә тәҡдим иттек. Әле нимә тип уйлайбыҙ: туристар Өфөгә килә, ләкин улар барыһы ла башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә - Бөрйәнгә, Баймаҡҡа, Хәйбуллаға һ.б. райондарға барып етә алмай. Бының өсөн бик күп ваҡыт һәм сығымдар кәрәк. Беренсенән, йыраҡ, икенсенән, инфраструктура әҙер түгел, ҡунаҡхана мәсьәләһе лә хәл ителмәгән. Шуның өсөн, уйланыҡ-уйланыҡ та, ул идеяны күптән күңелебеҙҙә йөрөтә инек, Өфөнән сыҡмайынса, ошо урында ғына Башҡортостаныбыҙҙы тотошлай күрһәтәйек, тигән фекергә килдек...", - тип уй-хыялдары менән бүлешкәйне улар беҙҙең "Киске Өфө"лә әңгәмәләшкәндә.
Шулай уҡ Өфөлә Төньяҡ амурҙары, Батырҙар аллеяһы, Урал батыр майҙанын булдырыу тураһында ла идеялар бихисап булды, улар быға тиклем эшләп килгән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан күтәрелде, проекттар эшләнде һәм... онотолдо, яҫтыҡ аҫтына тығып ҡуйылды. Әле тәҡдим ителгән проекттар ҙа, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ һәм кәрәкле проекттар. Әммә быға тиклем булғандары ла күтәрелеп, матур идеялар берләштерелеп, ошо уй-фекер менән янып йөрөүселәр ҡабат бер ҡорға тупланып, уларҙы берләштереп, бер ҡеүәтле проект эшләгәндә лә насар булмаҫ ине. Һәр хәлдә, идеялар бар һәм күп, Башҡортостаныбыҙ һәм милләтебеҙ берәү. Уйланайыҡ, уйлашайыҡ.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.20 | Ҡаралған: 328

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru