«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПРЕЗИДЕНТҠА НИНДӘЙ ҺОРАУ БИРЕР ИНЕГЕҘ?
+  - 


Рәсәй Президентының сираттағы матбуғат конференцияһында Владимир Путинға ниндәй һорау бирер һәм теләктәр еткерер инегеҙ?

Сәйфулла ӘМИРОВ, РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы, Мәләүез ҡалаһы: Бына егерме йылға яҡын инде декабрь айы етһә, илебеҙ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға һорауҙар биреү менән йәшәй. Тәүге осорҙа уға ебәрелгән һорауҙар етди мәғәнәле, икенсе төрлө әйткәндә, Президент статусына торошло ине. Үҙәк телевидениеның төрлө каналында эшләгән журналистар нисә һорау бирелгән, уларға күпме ваҡытта яуап алынғанын иҫәпләп, осрашыу сифатын түбән төшөрҙө. Ҡайһы берҙә төбәк, муниципалитет кимәлендә хәл итә торған һорауҙар бирелә. Әйтерһең дә, уларҙы ил Президентынан башҡа хәл итерҙәй кеше юҡ. Был - Рәсәйҙә закондарҙың эшләп етмәгәнен аңлата торғандыр. Ҡайһы саҡта урындағы власть Владимир Путинға мөрәжәғәт итеүсенең генә мәсьәләһен сисә лә, шундай уҡ проблемалы меңәрләгән кеше ситтә тороп ҡала.
Был турала күп яҙырға булыр ине. Мин әле, әгәр мөмкин булһа, Владимир Владимировичҡа тәүге осрашыуҙарҙың береһендә бирелгән һорауҙарҙы ҡабатлар инем: "Ни өсөн беҙҙең илдә етәксене башҡарған вазифаһын тағы ла юғарыраҡ күтәреү менән "язалайҙар"? Был ун биш - ун алты йыл элек бирелгән һорау бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Миҫалға яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәтендә булып үткән үҙгәрештәрҙе алайыҡ. Энергетика министры Александр Новакты вице-премьер итеп үрләттеләр. Ә бит уның министрлығы осоронда ярты йыл һайын электр энергияһына, газға хаҡ арта барҙы. Мәҫәлән, мин йортҡа газ үткәргән 2003 йылда бер кубометр газ 95 тин тора ине. Бөгөн - 6 һумдан ашыу. 6,5 тапҡыр артҡан. Йәнәһе, инфляция. Ә инфляция нимәнән? Эйе, энергия ташыусыларға хаҡ артыуҙан. Уны ябай халыҡ түгел, ә министр хәл итергә тейеш түгелме ни? Министр вазифаһында хәл итә алмағас, уны вице-премьер итеп үрләтеү кәрәк булдымы икән?
Бына икенсе миҫал. Тағы бер вице-премьер булып Татьяна Голикова ханым эшләй. Бөгөн Президент ҡул режимында бөтә Ер шарын сорнап алған пандемия проблемаларын илебеҙҙә хәл итә. Район, ҡала дауаханаларында тейешле медицина ҡорамалдары, ашығыс ярҙам машиналары, ә иң мөһиме, кадрҙар етешмәй. Был мәсьәләләр бөтәһе лә Татьяна Голикова Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләгәндә үткәргән оптимизация һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килмәнеме ни? Бөгөн ил шул осорҙа ебәрелгән хаталар өсөн бик ҡиммәт хаҡ түләй. Һаран ике түләр, тиҙәр бит. Был әле нәҡ шул осор. Ә Т. Голикова, бер ни булмағандай, тағы ла юғарыраҡ вазифаны биләй. Уның "оптимизацияһынан" бөтә ил яфа сигә.
Путин Президент булып һайланғас та Рәсәйҙә власть вертикале булдырылды. Уны Дмитрий Медведев та үҙ файҙаһына бик оҫта ҡулланды. Ил йөгөн иң ауыр осорҙа тартҡан, халыҡса әйткәндә, бынамын эшләп йөрөгән Юрий Лужков, Мортаза Рәхимов, Минтимер Шәймиев кеүек "ауыр йөк аттарын" эштән бушатты. Уларҙың йәше үткән, тип тә әйтеп булмай. Ана, Америка Ҡушма Штаттарында уларҙан күпкә олораҡ Байденды президент итеп һайлап ҡуйҙылар. Штаттар Рәсәй төбәктәренән күпкә ҙурыраҡ бит!
Һөйләнгәндәрҙән сығып, Рәсәй Президентына бер үк мәғәнәлә һорау ҙа бирге, теләк тә теләге килә: Рәсәй кеүек ҙур илдә кадрҙар мәсьәләһен кем хәл итә һәм нисек уларҙың эшлеклелеген күтәрергә була?

Фәрит ӘХМӘРОВ, РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы, Сибай ҡалаһы: Бөгөн тормошобоҙҙо киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Хәйер, был һәр заманда ла шулай булды: киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат һуңғы хәбәрҙәр, ил, донъя хәлдәрен йәмғиәт иғтибарына оператив еткереп кенә ҡалмай, бәлки, ана шул ваҡиға һәм хәлдәргә мөнәсәбәт белдерә, анализлай, баһа бирә - ҡыҫҡаһы, йәмәғәтселек фекерен булдырыуға, бихисап мәғлүмәт массаһында буталып ҡалмаҫҡа, улар араһынан хәҡиҡәтте таный алырға, нахаҡтан хаҡты айыра белергә булышлыҡ итә, ижтимағи аң үҫешен тәьмин итә. Тағы бер мөһим функцияһы - уны ойоштороусы власть органдары сәйәсәтен сағылдырыу, таратыу һәм йәмәғәтселек менән йәнле бәйләнештә булыуҙы тәьмин итеү.
Үҙегеҙ ҙә яҡшы шаһит: бөгөн кеше аңын электрон мәғлүмәт саралары, айырыуса телевидение, интернет селтәре яулап алды. Үкенескә күрә, йәмғиәттә яҙма матбуғатҡа иғтибар һүрелә бара. Бында электрон мәғлүмәт саралары, интернет күп йәһәттән хәл-ваҡиғаларҙы оператив еткерә алыуы менән ота, әлбиттә, ләкин сифат, йөкмәтке һәм социаль-сәйәси йүнәлештәре йәһәтенән улар яҙма матбуғатҡа тиңләшә аламы икән? Ил Президенты В.Путинға әйтергә теләгән һүҙем ана шул баҫма матбуғат яҙмышы - күңелебеҙ түренә бала саҡтан яҡты нур булып һеңеп ҡалған, яңылыҡ, һөйөнөслө хәбәрҙәр еткереүсе гәзит-журналдарыбыҙ хаҡында ине. Бөгөн улар ҡатмарлы хәлдә тороп ҡалды: ижади коллективтар тырышып эшләүгә ҡарамаҫтан, халыҡ гәзит-журналдар алдырмай башланы, сөнки илдәге тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында бөтөн башҡа төр продукция кеүек үк, баҫма матбуғат хаҡтары ла йылдан-йыл арта бара, ә власть органдарының бында эше лә юҡ кеүек: бер ниндәй матди һәм хатта һүҙ ярҙамы ла юҡ. Һөҙөмтәлә редакцияларҙың финанс хәле ауырлашты: журналистар (мин үҙебеҙҙең төбәк, ҡала, район гәзиттәрен күҙҙә тотам) урам һепереүсегә ҡарағанда ла аҙыраҡ эш хаҡы ала, гонорар тигән дәртләндереү сараһы яйлап ҡына онотторолдо. Баҫма матбуғаттың абруйын юғалтыуға илткән ошо һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында бөгөн гәзит-журналдарға йәштәр эшкә килмәй, кадрҙар етешмәй, редакциялар компьютер, автомашина, башҡа төрлө техник сараларына мохтаж, хатта ҡайһы саҡ ҡағыҙҙары ла бөтөп китә.
Бының менән нимә әйтергә теләйем? Яңыраҡ ҡына 2021-2023 йылдарға ил бюджеты ҡабул ителде. Унда ошо йылдарға киң мәғлүмәт сараларын финанслауға 300 млрд һум аҡса бүленәсәге тураһында белдерелде, ләкин бюджет бүленешенә аңлатмаларҙа иң элек электрон мәғлүмәт саралары һәм телевизион каналдар иғтибар үҙәгенә ҡуйыла һәм исемләп-адреслап уларға дәүләт ярҙамы арттырылыуы, миллиардтарса һум аҡса бүлеү тураһында һүҙ бара. Әлбиттә, гәзит-журналдар, китап нәшриәттәре, мәғлүмәт агентлыҡтары, телекомпаниялар һәм радиостанциялар ҙа коронавирустан зыян күреүсе тармаҡтар иҫәбендә телгә алынып китә ул һәм һалым, шулай уҡ ҡуртым түләүҙәрен кисектереү, ашығыс ихтыяждар, эш хаҡы түләү өсөн процентһыҙ кредит биреү кеүек әллә ни популяр булмаған ярҙам саралары тураһында ла әйтелә, тик барыбер баҫма матбуғат сараларына элеккесә ҡалдыҡ принцип буйынса мөнәсәбәт һаҡланып ҡалыр төҫлө. Уның ҡарауы, бәлки, төбәк кимәлендә ниндәйҙер ярҙам сараларына өмөт итергәлер? Һәр хәлдә, милли баҫмаларҙың юғалыуына юл ҡуйылырға тейеш түгел. Был юҫыҡта В.Путиндың матбуғат конференцияһында һүҙ ҙә булмаҫ, моғайын, сөнки бөгөн төп тема - бөтөн бәләләрҙең башы итеп ҡаралыусы коронавирус һәм халыҡ-ара хәлдәр. Ә илдең эске проблемалары ошо фонда юғалып, бәләкәйләнеп тә ҡалыусан...

Фәрзәнә ИШМӨХӘМӘТОВА, хеҙмәт ветераны: Илдә, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, эшләп йөрөүсе пенсионерҙар һаны бынан 4-5 йыл элек кенә 15 миллиондан ашыу ине, ләкин 2016 йылдан уларҙың пенсияһын законлы индексациялауҙы туҡтатып, хоҡуҡтарын сикләгәндән һуң, рәсми һандарҙа уларҙың яртыһы ғына тороп ҡалды: күптәре рәсми теркәлмәйенсә, "күләгә"гә күсеп эшләүен дауам итте һәм рәсми һандарҙа, әйтеүемсә, уларҙың яртыһы ғына күренеп тора. Бынан хөкүмәт бер ни ҙә отманы, бәлки, юғалтты ғына, сөнки хәҙер "күләгә"лә эшләүсе пенсионерҙар һалым да түләмәй, улар өсөн Пенсия фондына взнос та күсерелмәй...
Өлкән йәштә эшләп йөрөргә иһә уларҙы яҡшынан булмаған тормош хәле мәжбүрләй, сөнки бәләкәй генә пенсия аҡсаһын ғаилә аҫрауға, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә һәм дауаланыу, дарыуҙар һатып алыуға еткерә алмағандан эшләй бит улар. Был йәштә уларҙың эш хаҡы ла самалы ғына, ләкин бына нисә йылдар инде улар хаҡһыҙ рәүештә рәнйетелә һәм күрәләтә хоҡуҡтары боҙола. Был турала бик күп һүҙ һәм бәхәстәр булды, эшләүсе пенсионерҙар хоҡуҡтарын яҡлап, "Рәсәй пенсионерҙар берлеге", "Ғәҙел Рәсәй" партияһы яҡлап сыҡты, ә Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар ферерацияһы В.Путиндың үҙенә шәхсән мөрәжәғәт итеп, эшләүсе өлкәндәргә индексацияны ҡайтарыуҙы талап итте. Шунан һуң Президент эшләүсе пенсионерҙарға индексацияны кире ҡайтарыу тураһында октябрҙә үк указ менән Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан, уның күрһәтмәһе һанға һуғылманы. Илдең финанс хужаһы А.Силуановтың һүҙе һүҙ булды: ул Президент күрһәтмәһен кире ҡаҡты. Мине бына шуныһы аптырата: нисек инде Президент фекере иҫәпкә алынмай? Был бит уның абруйына зыян тигән һүҙ. Ошо фактҡа Владимир Путин үҙ һүҙҙәре менән ниндәй аңлатма бирер ине икән? Хәйер, нимә тиһен инде, Рәсәйҙә бындай осраҡтарҙа бер генә әҙер яуап бар: аҡса юҡ...
Был хаҡта башҡаса һүҙҙе дауам итке лә килмәй, ул шул тиклем ялҡытты һәм бер ниндәй һөҙөмтәһеҙ, буш, ҡоро хәбәр булып сыҡты. Күпме генә тылҡыма, хәл хәҙер үҙгәрмәйәсәк. Шулай булһа ла, тағы ла бер һөҙөмтәһеҙ, "һаҡаллы" һорау бирер инем президентҡа. Ул да булһа, прогрессив һалым системаһына Рәсәй Президенты тарафынан "табу" һалыныуы. Ни сәбәпле беҙҙә үтә байҙар донъяла башҡаса бер генә илдә лә, ғөмүмән, бөгөнгө цивилизация шарттарында тейешле булмағанса тейелгеһеҙ айырым хоҡуҡтар менән файҙалана һәм майҙа йөҙә? Кем уларға шундай сикләүһеҙ хоҡуҡтарға гарантия бирә һәм был ниндәй маҡсаттарҙы күҙҙә тота?
Ошоға бәйле яңыраҡ ҡарар ҡылынған байҙарға һалым тәртибенә пародия иҫкә төштө әле. Ишеткәнһегеҙҙер инде барығыҙ ҙа: хәҙер бит һалым системаһына "2 процент Рәсәйсә ғәҙеллек" тәртибе индерелде. Яңы йылдан башлап, йыллыҡ килеме 5 миллиондан артҡан бай ҡатлам килемгә һалымды ярлылар менән бергә 13 түгел, ә ... 15 процент түләй башлаясаҡ. 5 миллиондан түгел, ә шул сумманан артҡан килем күләменән 15 процент! Ҡайһы бер сәйәсмән һәм эксперттар фекеренсә, йыллыҡ килемең 5 млн һәм унан артығыраҡ тәшкил итһен өсөн айлыҡ эш хаҡың 412 мең һәм унан күберәк булыуы кәрәк. Ә бындай эш хаҡын беҙҙә, нигеҙҙә, юғары власть әһелдәре, депутаттар, сенаторҙар, министрҙар ала. Тимәк, улар "2 процент ғәҙеллек"те үҙҙәре өсөн һәм үҙҙәрен аҡлау, күҙ буяу өсөн булдырҙы? Һәр хәлдә, ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында был хәл шулайыраҡ баһаланды. Бирергә теләгән тағы бер һорауым шундай: ғәҙеллек проценты беҙҙә артабан үҫешерме һәм ул ниндәй "һанға" тиклем күтәрелер икән?

Миңзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА, БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Учалы ҡалаһы: Тел беҙҙе кеше булараҡ һаҡлаусы ифрат ҙур көскә эйә булған ҡорал. Эйе, эйе, тап кеше булараҡ! Бында бер ниндәй пафос та, фәстереү ҙә юҡ. Һәр халыҡты милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн ил етәкселеге ниндәй саралар күрә һуң? Улар милләттәргә, туған телгә, ғөмүмән, ватаныбыҙға ябырылған глобаль хәүефтәрҙе нисек баһалай?
Мәҫәлән, бөгөнгө көндә бөтөн Ер шары халҡын туплаған бер глобаль дөйөм дәүләт булдырырға тигән идея алға һөрөлә. Йәнәһе лә, был дәүләттең эсендә бәләкәй дәүләт-ара сиктәр ҙә, расалар ҙа, этностар ҙа булмаясаҡ, тимәк, милләттәрҙең бойондороҡһоҙлоғо, туған телдәрҙең кәрәге лә ҡалмаясаҡ. Инглиз теле иһә донъяла берҙән-бер аралашыу теле булып ҡаласаҡ, тип хыяллана проект авторҙары, сөнки бөгөнгө көндә бөтәһе лә, бигерәк тә бизнес-клубтар "донъя селтәре" - интернетта тап ошо телдә аралаша, мәғлүмәт ала. Юҡҡа ғынамы ни, Көнбайышта йыш ҡына "Кемдә мәғлүмәт - шул донъяға хужа!" тип ҡабатларға яраталар...
"Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә", тигән һүҙ бар беҙҙең халыҡта, шулай ҙа тағы бер туҙға яҙмаған проект күптәргә мәғлүмдер. Ул "Форсайт - проект- 2035" тип атала. Ошо проектҡа ярашлы, беҙ Кеше тип түгел, ә ситтән буйһондороуға бирешкән биологик йән эйәһе тип аталасаҡбыҙ. Беҙгә, бигерәк тә киләһе быуындарға фаразланған был яҙмыш оҡшаймы һеҙгә?
Һуңғы йылдарҙа тотош ил буйынса халыҡ йәшәгән урындарҙы ултыраҡтарға (поселение) әйләндереү кампанияһы уҙғарылды. Ул һүҙҙең икенсе мәғәнәһе лә бар бит: һөргөн, көсләп ебәрелгән урын... Мин үҙ ауылымда ошондай поселениела йәшәйем булып сығамы? Төптәге аң ул бит бик хәтәр нәмә! Ошо хаҡта уйландымы икән ил етәксеһенә был тәҡдимде еткереүселәр? Әллә был "хәсрәт ярҙамсылар" сит тирмәнгә һыу ҡойоусылармы? Сит ил, Көнбайыш стандартына тап килтерәбеҙ тип, паспортта ла хәҙер милләт күрһәтелмәй. Рус теленә лә милли телдәргә кеүек үк хәүеф янағанда, ил башлыҡтары белә-күрә ниңә битарафтар, әллә улар өҫтә әйтелгәндәрҙе фантастика өлкәһенә индерәме икән? Ошо борсоулы фекерҙәремде берләштереп, бер һорау бирергә теләр инем, әлбиттә, ил Президентына. Ҡана ла һуң...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
яҙып алды

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.20 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru