«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АВТОНОМИЯ БИШЕГЕ ЛӘ, ШӘХЕСТӘР ҺАНДАЛЫ ЛА УЛ – ЫРЫМБУР
+  - 


Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә сәфәр ҡылыуы, ундағы милләттәштәребеҙ менән осрашып, уларҙың хәл-әхүәлен белешеүе, йәшәйеше менән танышыуы, проблемаларын асыҡлауы, урындағы етәкселек менән берлектә уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүе - элек-электән килеп, хәҙер инде изге йолаға әүерелде. Быйылғы ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, Ҡоролтай был йүнәлештәге эшмәкәрлеген әле лә дауам итә. Быйыл бындай осрашыуҙар Ханты-Манси автономиялы округы-ЮГРА-ла, Свердловск өлкәһендә, Үзбәкстанда үтте. Күптән түгел генә Пермь крайында Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғарылһа, был юлы юлдар Ырымбурға илтте.

Ырымбур - башҡорттар һәм республика өсөн ҡасандыр Оло Башҡортостан составында булып, совет сәйәсәте арҡаһында бүленеп ҡалған йәнебеҙҙең бер өлөшө генә түгел, ә Рәсәйҙә иң беренселәрҙән булып дәүләтселек булдырыу, уны танытыу, федерализмға нигеҙ һалыу, йәғни Башҡортостан автономияһын төҙөү бишеге лә, автономияға һәм республикаға биргән бик күп арҙаҡлы шәхестәр һандалы ла ул. Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә ойошторолған "Ырымбур башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте" темаһына арналған түңәрәк ҡорҙа үҙенең сығышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла был исемдәрҙе лайыҡлы билдәләп, тарихҡа байҡау яһап үтте. Сарала Ҡоролтай Башҡарма комитеты һәм Президиум ағзалары, комиссиялар рәйестәре, төбәктәр ҡоролтайҙары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, Тарихи-мәҙәни үҙәктәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан етәкселеге исеменән БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне.
Ырымбур өлкәһенең вице-губернаторы - Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте рәйесенең эске сәйәсәт - төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министры Игорь Сухарев оло ҡорға йыйылыусыларҙы сәләмләп, түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерҙе һәм: "Ырымбур өлкәһендә 46 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, бик күп башҡорт милләтле шәхестәрҙең исемдәре беҙҙең өлкә менән тығыҙ бәйләнгән. Тарихта ла башҡорттарҙың ижадсы, булдырыусы, төҙөүсе халыҡ икәнлеге тураһындағы мәғлүмәттәр аҙ түгел. Бөгөн дә улар төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт итә һәм Ырымбур өлкәһенең социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә. Ырымбур башҡорттары үҙҙәренең этниклығын һәм мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлай. Өлкәнең иң оло йәмәғәт ойошмаһы булып "Каруанһарай" Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы хәрәкәте тора. Ул үҙенә 13 башҡорт йәмәғәт ойошмаһын берләштерә. Мәғариф системаһында башҡорт этномәҙәни компоненты ҡулланыла. Мәҙәниәт өлкәһендә 60-ҡа яҡын фольклор төркөмө эшләй. Улар башҡорт мәҙәниәтен һаҡлап ҡына ҡалмай, уны үҫтереү буйынса ла ҙур эш алып бара һәм Ырымбурҙың этномәҙәни киңлеген уларҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ырымбурҙа "Милли ауыл" мәҙәни комплексында урынлашҡан "Башҡорт ихатаһы" ҡунаҡтарҙы башҡорттарға ғына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршылай. Ҡала, өлкә халҡы һәм ҡунаҡтары унда башҡорт халҡының бай тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре менән таныша ала", - тине.
Түңәрәк ҡор тарих, мәҙәниәт, мәғариф тармаҡтарына арналһа ла, унда төп темаларҙың береһе булып Ырымбур өлкәһендә башҡорт телен өйрәнеү һәм уҡытыу мәсьәләләре ҡаралды. Эльвира Ринат ҡыҙы килтергән рәсми статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 2018-2019 йылдарҙа өлкәлә 12 мәктәптә 301 бала башҡорт телен өйрәнһә, быйылғы уҡыу йылында уларҙың һаны кәмеп, 9-ға ҡалған, тимәк, башҡорт телен уҡыған балалар һаны ла кәмегән (249). Шул уҡ ваҡытта Ырымбурҙың мәғариф учреждениеларында барлығы 5 мең самаһы башҡорт балаһының уҡыуын иҫәпкә алһаҡ, бөгөн уларҙың ни бары 5 проценты ғына үҙенең конституцион хоҡуғын тормошҡа ашыра ала. Ошо 9 мәктәптең бер нисәһендә генә уҡыусылар 10-11-се кластарҙа башҡорт телен уҡый, йәғни башҡорт телен өйрәнеү 9-сы синыфҡа тиклем генә алып барыла. Башҡорт телен өйрәнеүселәрҙең кәмеүе шулай уҡ башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙе оптималләштереүгә лә бәйле. Һөҙөмтәлә уҡыусылар уҡыуҙарын рус телле мәктәптәрҙә дауам итергә мәжбүр. Мәктәптәрҙең ҡушылыуы, үкенескә күрә, милли компоненттың юғалыуы менән хәүефле.
БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева үҙенең сығышында шулай тип белдерҙе: "Үкенескә күрә, Ырымбур өлкәһенең элекке Мәғариф министрлығы коллективы менән беҙ аңлаша алманыҡ. Ҡыуандыҡ районында 100 ата-әсә балаһына дөйөм белем биреү системаһында туған башҡорт телен өйрәтеүҙе һорап ғариза яҙыуға ҡарамаҫтан, был эш тормошҡа ашырылманы. Туған телен өйрәнеүсе балалар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Әле Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондары буйлап йөрөү барышында асыҡланыуынса, башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу дәрестәренә 1 сәғәт бүленә, йәғни аҙнаһына ярты сәғәт башҡорт теле һәм ярты сәғәт әҙәбиәт уҡытыла. Шулай уҡ дәрестән һуң эшмәкәрлек сиктәрендә 34 бала башҡорт телен өйрәнә, был йүнәлештә эшмәкәрлек йәмәғәт башланғысында Новотроицк ҡалаһында йәкшәмбе мәктәбендә алып барыла".
Шулай итеп, был сәфәр ваҡытында өлкәнең мәғариф системаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса проблемалар булыуын, ата-әсәләр араһында конституцион һәм законлы хоҡуҡтарын аңлатыу эштәре алып барырға кәрәклеген асыҡланы. Башҡортостан, әлбиттә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы һәр йәһәттән хупларға тырыша: уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала (әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте еңеүселәре һәм призерҙарына Башҡортостандың юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә мәрәйҙәр бирелә; Яңы Сергиев, Түлгән, Һарыҡташ райондары уҡыусылары төбәк-ара олимпиада призерҙары булыуы ҡыуаныслы), төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, уҡыусылар белемен Башҡортостандың инновацион белем биреү учреждениеларында дауам итә (бөгөн Ырымбур өлкәһенән Башҡортостанда 84 бала уҡый), уҡытыусылар өсөн дә бәйгеләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы специальносы буйынса белеме булмаған уҡытыусылар өсөн курстар ойошторола (былтыр 4 уҡытыусы квалификацияһын алмаштырһа, 2021 йылға 9 ғариза бирелгән), мәғариф учреждениелары башҡорт телен уҡытыу өсөн кәрәкле әсбаптар менән тәьмин ителә (уҡыу йылы башында 1612 дана дәреслек, эш, контроль эш дәфтәрҙәре, уҡыу-уҡытыу методик әсбаптар тапшырылған). Быйыл сентябрь һуңында уҙғарылған Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл гвардия районының Юлтый ауылы Дауыт Юлтый исемендәге мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Ишбулатовҡа "Халыҡтар дуҫлығы" ордены тапшырылған. Беҙҙең делегация Ырымбур өлкәһенә был юлы ла буш ҡул менән бармаған: Һарыҡташ районының Һунарсы дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһенә, Ҡыуандыҡ ҡалаһының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда эшләп килгән "Башҡорт телен өйрәнәм" түңәрәгенә стенд комплекты тапшырылған. 2024 йылға тиклем Рәсәй субъекттарының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәре барыһы ла шундай стенд-комплекттар менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, 2021 йылдың йәйендә сикләүҙәр бөтөрөлһә, Рәсәй субъекттары һәм яҡындағы сит илдәрҙә йәшәгән башҡорт балалары өсөн махсус профилле йәйге лагерь ойоштороу планлаштырыла.
Былар барыһы ла - Башҡортостан яғынан күрелгән хәстәрлек. Ә бына Ырымбур өлкәһе вәкилдәре был хаҡта нимә уйлай һәм проблема сығанағын нимәлә күрә икән? Өлкәнең мәғариф министры Алексей Пахомов белдереүенсә, башҡорт телен уҡыған балалар иҫәбенең кәмеүе тәбиғи демографик хәл-торошҡа бәйле. " Ырымбур өлкәһе - аграр төбәк һәм халыҡтың күпселеге ауылдарҙа йәшәй. 1000-дән ашыу ауылдың 300-өндә генә 1000-дән ашыуыраҡ кеше йәшәй. Башҡаларында бик аҙ, шуға күрә тотош мәктәптә 20-40 бала уҡыған ауылдар етерлек һәм был беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш. Йәғни мәктәптәрҙең күп өлөшө бик бәләкәй. Ябылған мәктәптәр йәки ябылған филиалдар уҡыусылары ҙур мәктәптәргә уҡырға күсә. Башҡортостанда ла шундай процестар күҙәтелгәнен беләм: ауыл халҡы ҙур ҡасабаларға күсенә, йыл һайын туған тел һәм туған әҙәбиәт предмет булараҡ уҡытылған мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың 2-3 меңе ауыл еренән ҙур ҡасабалараға күсә. Быны төбәк-ара һәм эске миграция менән аңлатырға мөмкин..." - тине Алексей Александрович.
Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Яманһарин үҙенең сығышында төбәктә мәғарифта яуланған үрҙәрҙән кире сигенеү барыуын билдәләне: "Һәр ерҙә башҡорт теле дәрестәре бөтөрөлә йәки кәметелә, мәктәптәрҙең статусы түбән төшөрөлә йәки бөтөнләй ябыла. Һуңғы 10 йылда башҡорт теле уҡытылған мәктәптәр һаны 44-тән 10-ға ҡалыуы ла быны раҫлай. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы энтузиастар ғына һаҡлап тора. Радио һәм телевидениела башҡортса тапшырыуҙар юҡҡа сыҡты. Халыҡ юлдаш антенналарын ҡуйып, уларҙы БЮТ телевидениеһына көйләп, ихтыяжын үҙе ҡәнәғәтләндерергә тырыша. Быға тиклем аҙна һайын сығып килгән башҡорт телендәге "Каруанһарай" баҫмаһы 2017 йылдан нәшер ителмәй. Башҡортостан Республикаһының Ырымбур өлкәһендәге вәкиллеге лә бөтөрөлдө. Ырымбурҙа "Милли ауыл" мәҙәни комплексында асылған "Башҡорт ихатаһы"ның артабан йәшәүе лә һорау тыуҙыра, сөнки ул һатыуға ҡуйылған. Был мәсьәләләр барыһы ла Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе кисекмәҫтән ҡабаттан ҡарау ваҡыты еткәнен иҫкәртә", - тине урындағы ҡоролтай рәйесе. Ырыбур өлкәһенең төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министры урынбаҫары Роман Цуканов һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарында ҡатнашыу буйынса әүҙемерәк эшләргә; Ҡыуандыҡ районы ата-әсәләренең балаларын башҡорт телендә уҡытыу буйынса яҙған ғаризалары буйынса мәсьәләне асыҡларға; Каруанһарайҙың киләһе йылда буласаҡ 175 йыллыҡ юбилейы буйынса сараларҙы хупларға һәм ҡатнашырға кәрәклеген билдәләне. Бынан ары ҙур өлкә гәзиттәрендә һәр милләткә ҡағылышлы гәзит эсендә гәзит нәшер ителәсәген һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ райондарында ла ошо йүнәлештә эш алып барыласағын белдерҙе. Әйткәндәй, Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ бюджетына ҙур булмаған күләмдә булһа ла республиканан ситтә нәшер ителгән матбуғат өсөн аҡса бүленә. Бөгөн бындай берҙән-бер баҫма матбуғат Пермь крайында ғына йәшәп килә. "Ҡайһы бер ваҡытта шундай хәлгә етәбеҙ: финанстар бар, әммә урындарҙа эшләрлек кадрҙар юҡ. Үкенескә күрә, быйыл, мәҫәлән, был финанстар үҙләштерелмәне", - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Шулай итеп...
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә шундай эшлекле сәфәрҙәре урындағы хәл-торош менән ҡағыҙҙа яҙылған отчеттар буйынса ғына түгел, халыҡ менән осрашып танышыу, проблемаларҙы үҙ күҙең менән күреү мөмкинлеген бирә. Ә инде уларҙың нисек хәл ителеүе - йәмәғәт ойошмалары менән юғары вазифалар биләгән, милли мәсьәләләр өсөн яуаплы етәкселәрҙең хеҙмәттәшлеге күрһәткесе булып тора һәм торасаҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.20 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru