«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕСӘЙ, ЭТ, АТ, ЙӘҒНИ БАЛА ФЕКЕРЛӘРГӘ КЕМДӘН ӨЙРӘНӘ?
+  - 

Гәзит эшендә таныш булмаған кешеләр менән дә интервьюлар, диалогтар ҡорорға тура килеп ҡуя. Әңгәмәсеңде асып алыу, уның эске донъяһына инеү, ҡарашын белеү, фекерҙәрен өҫкә сығарыу өсөн төрлө алымдар ҡулланаһың. Ир-егеттәргә үҙҙәренә айырым, ҡатын-ҡыҙҙарға икенсе төрлөрәк иғтибар бирәһең, әйҙәүсе, хатта провокацион һорауҙар менән уларҙы "уятып" ебәреү юлдарын эҙләйһең.

Редакцияға әңгәмәгә килгән шәхес, ғәҙәттә, эш тураһында ғына һөйләргә теләй. Әммә уҡыусыға был ғына ҡыҙыҡ түгеллеген белгән беҙ уның икенсе төрлө, йәшерен эстәлеген асырға теләйбеҙ. Күптәр үҙҙәрендә был эстәлек барлығын да белмәй булып сыға. Улар, мәҫәлән, булған хәлдәрҙе мәғлүмәт итеп кенә бирә, ә шул хәлгә үҙ ҡарашын, шул ваҡыт нимәләр уйлағанын, борсолғанын йәки ҡыуанғанын, йәки шул ваҡиға менән риза булмауын хис-тойғо кисереше юҫығында бәйән итә белмәй. Асылда, һин был кешенең бик аҡыллы, уҡымышлы, һөнәрендә профессионал икәне хаҡында хәбәрҙарһың, әммә унан фекер ишетә алмайһың. Һәм, үкенескә ҡаршы, ошондайҙар күп. Улар эмоцияларын йылмайыу аша ғына күрһәтә белә. Һүҙ аша белдереп өйрәнмәгәндәр. Йәғни, фекерләү ҡеүәләре үҫешмәгән. Мейенең был фазаһы, механизмдың бер төймәһе һүндереп ҡуйылған кеүек, тейешле функцияһын үтәүгә эшкә ҡушылмаған. Уйлап ҡараһаң, ул ғүмер буйына ла, был әҙәм үҫеп, уҡып, эшләп, кешеләр менән аралашып йәшәп йөрөгәндә лә, үҙенән-үҙе тоҡанып йәки үҫешеп китмәгән. Тимәк, уның уяна һәм шыта башлай торған мәле була һәм шул мәл тотоп алынмағанда ул мейелә бер үле өлөш булып тора ла ҡала. Һәм донъяға эшләй, үтәй, хатта шәп күрһәткестәр ҙә бирә алған, әммә фекерләй белмәгән роботтар армияһы килә.
Баланың фекерен уятыусы һәм үҫтереүсе иң алыштырғыһыҙ нәмә - ул хайуандар донъяһы. Ҡыҙыҡ өсөн һынап ҡына ҡарағыҙ: бала бәләкәс берәй хайуан күреп ҡалһа, шундуҡ күҙҙәрен түңәрәкләндерә. Кешеләргә ҡарата ундай ҡыҙыҡһыныу юҡ унда, ә бесәй, эт, ҡош йәки һыйыр күрһен әле, иҫе китә. Ике-өс йәшлектәрҙә шундуҡ һорау тыуа: бесәй ниңә мыяулай, ул нимә ти, ат ни өсөн үлән ашай, эт ниңә телен сығара һәм башҡалар. Хайуандар менән аралашыу, уларҙы күҙәтеү баланы үҙенән-үҙе һорауҙарға, яуаптарға һәм шул юҫыҡта баш ватыуға, фекерләүгә этәрә. Дөйөм алып әйткәндә, кешегә, тәбиғәттең бер өлөшө булараҡ, шул тәбиғәттең тағы ла бер өлөшө булған хайуандар донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һалынған һәм ул бәләкәстәрҙә айырыуса сағыу, башҡа хистәр менән тоноҡланмаған.
Балаларҙа хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү мотлаҡ. Мәҫәлән, бесәй балаһын баланы әүрәтергә түгел, ә ҡарау, ҡурсалау өсөн алаһың икәнде төшөндөрөү мөһим. Уның ҡарашын, ихтыяждарын, теләктәрен аңларға, үтәргә өйрәтергә кәрәк. Бала тимер машина йәки резина ҡурсаҡ менән уйнағансы, бесәй йә эт менән шаярһын. Мультфильм ҡарағансы, шул уҡ бесәй йә этте күҙәтһен, шуларҙы баҡһын, ҡайғыртһын. Был тере йән балыҡ та, попугай ҙа, гөбөргәйел дә була ала. Әммә бесәй, эт һәм ат кеүек хайуандарҙың балаларға айырыуса йоғонтоло булыуын психологтар иҫбатлаған инде.
Бесәй, эт һәм атҡа ҡарата балаларҙа һөйөү тиҙ ярала һәм оло тойғоға олғаша ла икән. Уйлап ҡараһаң, был хайуандар алдында ололар ҙа теҙ сүгә, шулай бит? Уларҙы яратмағандар һирәктер. Ҡаты холоҡло ирҙәр ҙә эт менән ат тигәндә йәндәрен бирә әле. Шулай булғас, балаларҙың был хислелеге тәбиғи.
Бөгөн аҡыллы уйынсыҡтар күбәйҙе. "Умные игрушки" тигән махсус магазиндар бар. Әммә бер аҡыллы уйынсыҡ та, гаджет та, хатта һүрәтле китаптар ҙа балала бесәй һәм эт уятҡан тойғоларҙы уята алмай, тиелә. Хайуандар менән аралашҡанда сәләмәт психикалы баланың мейеһе яҡшы эшләй, унда төрлө уйҙар тыуа, булмышында ла ыңғай, яҡты эмоциялар тулыша. Бөтөн был эмоциялар солғанышы балала телмәр, фекер, логик уйлау ҡеүәләрен үҫтерә икән.
Ауыл балалары ни өсөн йомшағыраҡ күңелле, хислерәк, тыйнағыраҡ, изгерәк була? Быны күптәр ауыл балаларының аралашыуҙа сиклерәк булыуына бәйләй. Йәнәһе, улар ауылда үҫкән, донъя күрмәгән. Ә донъя белгестәренең фекере икенсерәк. Улар ауыл балалары әлеге бесәй, эт, ат менән аралашып үҫә һәм шулар йоғонтоһонда эске донъяларында дөрөҫ (!) ағым, тәбиғәткә хас, тәбиғәткә яраҡлашҡан ағым барлыҡҡа килә, ти. Ошо өс хайуанға ҡарата булған һөйөү кеше булмышын таҙарта ла, уны тәрәнерәк, байыраҡ, мәғәнәлерәк тә яһауға булышлыҡ итә икән.
Кемдәрҙер быға көлөп кенә ҡарар, әммә мин был фекер менән килештем. Килешмәҫлек тә түгел, кешелектә, эт, ат һәм бесәй әҙәмгә эйәләшкән тәүге кейектәр була һәм иң беренсе йорт хайуандарына әйләнә бит. Был йән эйәләренең беҙгә, беҙҙең уларға ниндәйҙер серле бәйләнешебеҙ бар, тимәк.
Тәбиғәт ул шундай мөғжизәле, йомаҡтарын да, уларҙы сисер серҙәрҙе лә үҙендә туплаған, сирҙәрен дә, дауаларын да белгән, бәрәкәтен дә, язаһын да бирә торған барлыҡ, Аллаһтың кешелеккә биргән бүләге. Уны аңлап, тойоп ҡына йәшәгәндә, уның менән идиллияла булғанда, уның тереклеген ҡабул итә һәм ярата белгәндә ул һиңә әллә ниндәй мөғәллимдәр һәм ғалимдар бирә алмаҫ аҡылды бирәсәк, аңыңды асасаҡ. Шул бөйөк аҡылдың бер бәләкәй генә миҫалы - баланың фекерләү ҡеүәһен уятып ебәреү өсөн уны бесәй, эт, мөмкинлек булғанда ат менән аралаштырыу, йәғни хайуандар донъяһынан сикләмәү.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.20 | Ҡаралған: 542

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru