«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАШҠОРТ БАЙЫҺА БИСӘ АЛАМЫ?"
+  - 


Гәзитебеҙҙең 45-се һанындағы "Әсе хәҡиҡәт" рубрикаһында Әлиә Исмәғилеваның "Башҡорт байыһа… бисә аламы?" тип аталған бик ҡыҙыҡлы мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Тормошта һәүетемсә уңышҡа өлгәшкән, нығынып, аяҡтарына ышаныслы баҫҡан бәғзе бер ир-атта, йәштән алған хәләл ефете менән берлектә йә уның ярҙамы менән донъяһын "күтәреп", әҙәм рәтенә сыҡһа ла, ҡатын алмаштырыу, яңыртыу психологияһы йәшәүе хаҡында фәлсәфә ҡора Әлиә һылыу. Авторыбыҙҙың ифрат оҫта, уҡыусының "елегенә үтеп инерлек" итеп сағылдырған был фекерен бик күптәрҙең, айырыуса гүзәл зат вәкилдәренең хуп күреүендә шигем юҡ. Ошо хаҡта мин дә бер килке һүҙемде әйтмәк булдым.

Гәзиттәге мәҡәлә эсендә килтерелгән боронғо фотоһүрәткә, моғайын, күптәр иғтибар иткәндер. Үҙем ир-ат вәкиле булараҡ, был мәсьәләгә бер аҙ икенсе яҡтан, башлыса, ана шул фотола төшкән ғаилә башлығы, уның хәләл ефеттәре күҙлегенән сығып ҡарамаҡ булдым әле шулай ҙа. Үҙ урынын яҡшы белгән, өҫтөнә затлы елән, башына ҡама бүрек кейгән, ҙур ғына дәрәжәле ҡырҡ биш-илле йәштәр самаһындағы һаҡалтай ирҙең уң яғында ҡараштарын бер аҙ аҫҡа йәшереп ултырған бер тиҫтер ике һылыу ҡатынға, уларҙың балаларына ҡарап, мосолман динен тотҡан боронғо тап-таҙа башҡорт ғаиләһе был, тип фаразларға була. Ғаиләнең тормошо һис кенә лә зарланырлыҡ булмағанға оҡшаған. Йорт хужаһының түшендә йылтырап торған түңәрәк миҙалды хәҙерге һымаҡ берәй сувенир, биҙәү әйбере тип түгел, ә батша тарафынан бирелгән берәй старшина тамғаһы тип ҡарау кәрәк. Ҡатындарының, ҡыҙҙарының кейем-һалымына иғтибар итәйек: шыр көмөш тәңкәнән торған (әлбиттә, ҡалайҙан түгел) түшелдерекле күлдәктәрен, баштарындағы биҙәктәрен, яулыҡтарын күреп, күптәр көнләшерлек бит! Малайҙар ҙа яҡшы кейенгән. Тирмә эсендәге йыһаздар ҙа бында байҙар йәшәгәне хаҡында һөйләй. Аҡыллы, ышаныслы ҡарашлы ир менән йәнәш ултырған ике ҡатындың ошондай тормош менән ифрат та ҡәнәғәт булып ғүмер иткәнлеген уларҙың йөҙҙәренән уҡырға була… Малайҙар, ҡыҙҙар, моғайын, уларҙың береһен "һур әсәй" ("ҙур" һүҙен беҙҙә оло кешеләр ана шулай тип әйтә торғайны), икенсеһен "бәләкәй әсәй" тип тә атағандыр. Был ике гүзәлдең олорағы өйҙә хужалыҡты алып барһа, кесерәге балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булғандыр. Ирҙең ихтирамын, һөйөүен яулап алыр өсөн, береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып, ашарға ла алмашлап бешергәндәрҙер. Имам булып баҫҡан ир артында икәүләшеп намаҙға ла торғандарҙыр. Байҙың ишле мал-тыуарын ҡараусы хеҙмәтселәре лә булғандыр, әлбиттә. Хужаға "бай ағай", ә ҡатындарына "байбисә апай" тип кенә мөрәжәғәт иткәндәрҙер. Балалары ла дүртәү генә түгел, ә күпкә күберәк булыуына иманым камил. Олораҡтары, моғайын, башлы-күҙле булып, башҡа тораларҙыр. Хужалыҡта, әлбиттә, бер генә йорт түгел, ә һәр ҡатындың үҙенең өйө, һис юғында, айырым бүлмәһе, ә йәйләүҙә - айырым тирмәһе барҙыр… Хужа уларҙың икеһен дә тигеҙ ҡарағандыр. Көндөҙ уларға "әсәһе" тип өндәшһә, бер кис береһен, киләһе кис - икенсеһен "бәғрем", "гөлөм", "сәскәм", "аҡҡошом" тип иркәләгәндер. Икеһенә лә "сер генә" итеп: "Йәнем, мин тик һине генә яратам", - тигән һүҙҙәрен дә йәлләмәгәндер (ғаилә татыулығын, именлеген һаҡлау маҡсаты менән үҙеңдең хәләл ефетеңә арттырыбыраҡ булһа ла ана шундай комплименттар әйтеү шәриғәттә рөхсәт ителә)… Ҡатындар ҙа, әлбиттә, уның был һүҙҙәрен башҡаларҙан йәшереп, йөрәк түрендә һаҡлағандыр, "тик уны ғына яратҡан", үҙенең таянысы тип һанаған ошо көслө затҡа Хисмәтулла йә Баһауетдин тип түгел, ә "атаһы", "байым" тип хөрмәтләп өндәшкәндер…
Нишләп ошо бер һүрәткә ҡарап һүҙ ҡуйырта был, тиҙер бәғзеләр. Ә бына ни өсөн: башҡорт борондан Аллаһы Тәғәләгә буйһоноп, Ислам дине ҡанундары һәм үҙенең быуындан-быуынға тапшырыла килгән милли йола-традициялары буйынса ғүмер иткән. Ҡатындарын башҡаға алмаштырыу, яңыртыу менән булышмаған, ә хәленән килһә, икенсе ҡатын итеп кенә алған (ныҡ байҙар өс-дүрткә тиклем). Изге Ҡөрьәндә дүрт ҡатын алыуға рөхсәт бар, әммә мәжбүр итеп бойороу юҡ. Бындай аҙымға бара алған ир барлыҡ ҡатындарына ҡарата тиң, ғәҙел мөнәсәбәттә булырға тейеш булған. Шәриғәт ҡануны буйынса, һәр ҡатынын айырым торлаҡ менән тәьмин итергә бурыслы бындай көслө зат. Бисәләре бер-береһенә тексәйешеп, бер тар өйҙә ултырмаған, тимәксемен. Раббыбыҙҙың изге Китапта төшөрөлгән ошо рөхсәтен, моғайын, бер кем дә ғәҙел түгел, тип әйтергә баҙнат итмәҫ. Баш һүҙ булып торған әлеге әйтем боронғо ата-бабаларыбыҙҙың насар ғәҙәтенән, йәғни башҡорттоң күп бисә алырға яратҡанлығынан килеп сыҡмаған. Һәммә ҡатын-ҡыҙҙа көнсөллөк тигән нәмә бар. Был - тәбиғи. Баяғы әйтемде үткер телле көнсөл ҡатындарҙың береһе уйлап сығарып, хатта рифмалап: "Урыҫ байыһа - өй һалыр, башҡорт байыһа - бисә алыр" тип, килештереп әйткәндер, тип уйлайым. Ике-өс ҡатын алыусы ирҙәргә йәне көйөп йөрөгән башҡаларҙың күңеленә хуш килеп, был әйтем, телдән-телгә күсә киләлер…
Шәриғәт ҡанунына ярашлы, ир кешегә тик хоҡуҡтар ғына бирелмәгәнлеге, ә аныҡ бурыстар ҙа йөкмәтелгәнлеге хаҡында белмәүселәр күп. Әгәр ир бер ҡатынды ла таҡа-тоҡа аҫрап тора икән, икенсе ҡатын алыу хаҡында хатта һүҙ ҙә сығырға тейеш түгел, бына нимә! Кемдер әйтмешләй, "хәлеңдән килмәгән" нәмәгә ынтылыу ярамай. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата булырға тейешле ғәҙеллек, тейешенсә иғтибар, ихтирам һәм һөйөү Бәйғәмбәребеҙ миҫалында асыҡ күренә. Рәсүлуллаһ ғәләйһис-сәләм барса ҡатынына ла яғымлы, ифрат та яҡшы ҡарашта булған. Был хаҡта боронғолар бик яҡшы белгән. Һәммәләребеҙҙең дә ҡартатай-ҡәртәсәйҙәребеҙ ошо дәүер аша үткән бит инде. Минең үҙемдең ҡартатайым, өләсәйем уҙған быуат башында йәшәгән дини кешеләр булған. Әсәйем мәрхүмә һөйләүе буйынса, өләсәйем сирләп китә лә, ҡартатайыма: "Бабай, мин хәҙер һиңә ҡатынлыҡ бурысымды етешле үтәй алырлыҡ хәлдә түгелмен. Һин икенсе хәләл ефет алып торһаң, миңә лә, үҙеңә лә еңелерәк булыр ине", - тип тәҡдим итә. Хатта кемде алырға кәрәклеге хаҡында ла кәңәш бирә. Өләсәйемдең был һүҙенә ҡартатайым риза була һәм Сафура исемле инәйҙе икенсе ҡатын итеп ала. Бер йылдан уларҙың Әхмәтсафа исемле улдары тыуа. Был инәй менән өләсәйем ныҡ татыу булалар. Шәриғәт ҡанундарын белгән кешеләр өсөн бындай хәлдәр бик тә тәбиғи булғандыр инде борон. Әйткәндәй, Әхмәтсафа ағайымдың балалары менән беҙ хәҙерге ваҡытта ҡатнашып, туғандарса матур итеп йәшәйбеҙ. Шуға ла иғтибар итәйек: яңы тыуған сабыйын ҡулына алып һөйгән ҡартатайыма ул саҡта илле ике йәш була. Ошо хаҡта бер танышыма әйткәс, ул: "Ә мин тыуғанда атайыма алтмыш дүрт, ҡустым тыуғанда - алтмыш ете йәш булған", - тип ғәжәпләндергәйне… Бына шулай, ҡәҙерле милләттәштәрем, Аллаһ Тәғәләнең Ҡөрьәндә ир кешегә икенсе ҡатын алырға рөхсәт итеүенең үҙенең бер хикмәте барҙыр. Беҙ Раббыбыҙ китабының дөрөҫлөгөн, уның ғәҙеллеген бәхәскә ҡуйыу тураһында уйларға ла ҡурҡырға тейешбеҙ. Әлеге фотоһүрәттә ултырған ир (хатта ҡатындары ла) бына ошондайыраҡ инаныуҙа булғандарҙыр…
Ә хәҙерге заманға килгәндә, ирҙәрҙең дә, гүзәл заттарыбыҙҙың да психологияһы боронғонан ҡырҡа айырыла. Инде тулы быуат тирәһе шәриғәт ҡанундары буйынса йәшәмәйбеҙ бит, шунлыҡтан, уны бик күптәребеҙ белмәй, унан-бынан ишеткеләгән хәлдә лә, уны танырға теләмәй. Дин талаптары "хәҙер иҫкергән" тип әйтергә ҡыйыусылар ҙа бар. Хәҙерге тормош дәүерендә күпселектең икенсе ҡатын тоторға мохтажлығы ла, бының өсөн тейешенсә шарттары ла юҡтыр, тип уйлайым. Шулай ҙа бер фекер: күп ҡатынлылыҡты ҡаты тәнҡитләүҙәргә ҡарамаҫтан, бәғзе берәүҙәрҙең ҡасып-боҫоп, "һул яҡта" рәсми булмаған, йәғни никахһыҙ ғаилә тормошо алып барыуы һис тә яҡшыраҡ түгелдер. Сөнки никахһыҙ тормош "зина" тип атала. Уның ниндәй ауыр гонаһ икәнен тәфсирләп тороу бөгөнгө мәҡәләмдең маҡсаты түгел... Бөгөнгө, "типһә - тимер өҙөрҙәй", илле-алтмышта ла әле "түлдән ҡалырға" уйламаған ир уртаһы кешенең тағы бер ҡатын алырға хәленән килһә лә, уны илебеҙ законы рөхсәт итмәй. Рөхсәт иткән хәлдә лә, дини рухта тәрбиәләнмәгән ҡатыны быға һис кенә лә үҙенең ризалығын бирмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Бәлки, ана шул сәбәптәр арҡала ла әлеге көслө заттың ҡайһы берәүһе, Әлиә һылыуҙың һүҙҙәре менән әйтмешләй, "энергияһы кәмегән, рухи һәм физик яҡтан үҙен ҡәнәғәтләндерә алмай башлаған ҡатыны" менән рәсми айырылышыуға мәжбүр булалыр. Бер-ике быуат элегерәкке дәүер булһа, әлбиттә, оҙаҡ ҡына бергә йәшәгән ҡатынын - ғәзиздәренең әсәһен айырыу ирҙең уйына ла килмәҫ ине. Ә яңы ҡатынын өйгә алып килеп: "Таныш булығыҙ. Был - Көндәшбикәң. Минең өсөн икегеҙ ҙә бер тиң. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, татыу йәшәгеҙ…"- тип, ярайһы ғына етди итеп әйтер ине лә, тормоштары артабан да дауам итер ине, моғайын. Быныһы - әлеге автор Әлиә Исмәғилева тарафынан "тетмәһе тетелгән" хәҙерге байҙың күҙ уңынан сығып әйтергә тырышҡан һүҙем. Баштағы мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәлә, шулай ҙа, беҙҙәге бай кешегә генә түгел, башлыса, илебеҙҙә, хатта бөтә донъяла киң таралған ғаилә тарҡалыу проблемаһына ҡағылышлы, тип әйтер инем. Ә бит динебеҙ ҡануны буйынса йәшәгән хәҙерге мосолман илдәрендә бындай һорау һис кенә лә көнүҙәк мәсьәлә булып тормай… Мәҡәләмде оҡшатмаусыларҙың күпселек булыуында шигем юҡ. Ҡасандыр мәшһүр яҙыусыларыбыҙҙың береһе әйтмешләй, "бөтә кеше яратырға мин бит алтын аҡса түгел"…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.20 | Ҡаралған: 821

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru