«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!
+  - 


Сара бәпәйҙе сисендереп, йылы һыуҙа йыуындырҙы. Һөт кухняһынан алған ҡушылманы имеҙҙе. Тағын күтәреп йөрөттө. Үҙе белгән бишек йырын йырланы. Кәйеф күтәрелде. Ярай бәләкәс оҙаҡ йоҡлай, тыныс күренә. Әсәһе генә... Ни йәне менән ошо сабыйҙы ят кешегә ҡалдырып китергә була? Ысынлап та, Сара Луиза өсөн төптө сит кеше. Әллә ул йәтим үҫтеме икән дә, шуға ла ғаилә тигәнде бик аңлап бөтмәйме? Юҡ, ире алама кеше. Шул әҙәмде күрмәй тороп, һорауҙарына яуап табып булмаҫы асыҡ. Их, Луиза Игорҙең адресын да, телефон номерын да бирмәне шул. "Луиза миңә ҡыҙым кеүек. Уны яҡлаясаҡмын", - тип әйтергә тура килер.
Ишектең ҡыңғырауына баҫтылар. Барып асыуға "аһ" та "уһ" итеп, Луиза атылып килеп инде. Сара ауыҙ асып бер һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, ҡатынҡай йоҡлап ятҡан бәпәйҙе матҡып тотоп алды.
- Мине эҙәрлекләйҙәр!
- Кем?
- Беләһең бит кем икәнен!
- Асығын әйтмәйенсә, мин һине бер ҡайҙа ла сығармайым, - тине Сара ҡәтғи тауыш менән.
Луиза илап ебәрҙе:
- Автовокзалға алып барып ҡуй инде. Үтенәм...
- Игорь менән һөйләшергә кәрәк.
- Юҡ! Аҫылынып үлеүем мең артыҡ! Автовокзалға! Зинһар, ҡәҙерлем... Мин бит хәйерсе хәлендә.
Сара йәш ҡатындың үҙенә ун мең бурысы барлығын иҫенә төшөрҙө. "Хәҙер аҡса бирһәң, бурысын әллә ҡайтара, әллә юҡ. Миңә һалышып китмәһен, инде алып барып ҡуям да ҡотолам, теләһә нимә эшләһен".
Тейәнешеп сыҡтылар. Сараның иҫке "Лада"һы "һә" тигәнсе тоҡанды. Алама ғына булһа ла, йөрөргә эшкинә бит әле, шөкөр. Шунан ҡуҙғалып урам буйлап киттеләр. Машиналар күп кенә. Луиза артҡа боролоп-боролоп ҡарап ала. Көҙгө аша уны күҙәткән Сара түҙмәне:
- Нервныйһың! Нисек балаңды үҫтерерһең, былай дауам итһә!
Машиналар геүләй. Сара яй барғанға, ҡайһылары сигнал биреп үтеп китә. Сара улар ыңғайына ашыға алмай. Ул йәш әсәне балаһы менән алып китеп бара. Имсәк бала ҡосаҡлаған әсәне йөрөткәне юҡ ине әлегәсә, шуға үҙен бөтөн донъяны яҡларға әҙер баһадир һымаҡ тойҙо. Хатта ашыҡҡан йөрөтмәндәргә: "Миндә эшегеҙ булмаһын", - тигәнде аңлатып, үҙе лә яуап сигнал биргеләне, бармаҡ-ҡул менән дә ишараланы. Ары киткән һайын машиналар ҙа күбәйә генә барҙы. Артта юл-патруль хеҙмәте машинаһы сигнал бирә-бирә яҡынлашты. Берәй ерҙә авария булғандыр. Үтә тығын урында ла бәғзе йөрөтмәндәр әллә ҡайҙа ашығалар, юл ҡыялар, бер-береһенең өҫтәренә менеп киләләр... Әйтерһең, ярышҡа сыҡҡандар. Ярай, полиция машинаһы мәшәҡәтһеҙ, тотҡарлыҡһыҙ үтер, уға юл бирерҙәр, иң мөһиме, аварияға тарығандар иҫән булһындар, берүк. Юғиһә, кисә әсәһе, оло юлда ике ҡатын һәләк булған, тип әйткәйне. Патруль машиналары тәңгәлләште, тик, нишләптер, уҙып китергә ашыҡмайҙар.
- Зинһар, тиҙерәк ҡыу! - тип ҡысҡырҙы бәпәйен ҡосаҡлап артта ултырған Луиза. - Игорь минең арттан килә!
- Ул полицияла эшләмәй бит.
- Дуҫтары күп унда! Ҡыу!
Ҡуй, башты ҡатырҙы ғына бит Луиза! Әллә башы сирлеме? Нишләп ирҙең һүҙен тыңлап, дуҫтары ҡатынды эҙәрлекләһендәр, ти инде?
- Тиҙлекте арттырырға ярамай, ҡәҙерлем. Эргәлә гаишниктар. Һинең ҡулда сабый. Беҙ икеләтә яуаплы, - тине ҡаты тауыш менән Сара.
Машиналар арттан ҡалмай килә. Үткәреп ебәрергә кәрәк. Алда боролош. Хәҙер ҡотолалар! Был ни хәл? Полиция машиналары ла был яҡҡа боролдо ла баһа. Сара яңылыш ишетмәйҙер бит, етмәһә, рупорҙан ҡысҡырҙылар: "Фәлән-фәлән номерлы "Лада", юл ситендә туҡталырға!"
- Туҡтама! - тип ҡысҡырып ебәрҙе Луиза.
- Ирең беҙҙе шулай баҫтырамы? - Сараның йөрәге дөп-дөп килде.
Тегеләрҙең машинаһы сыйылдай-геүләй йәнәш бара башланы. Бына алда ултырған полицейский уға ҡул һелкте: "Туҡта!" Уғаса булмай, динамиттан йәнә һөрәнләне: "Фәлән номер! Юл ситенә барып туҡталырға!"
Был ни ғәләмәт? Сара юл ҡырыйына боролоп туҡтауына бер нисә полицейский машиналарынан атылып килеп тә сыҡтылар.
- Ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ! Сығырға! - тигән ҡаты тауыш яңғыраны.
Луизаны һөйрәп, үҙҙәренең машинаһына индереп ултырттылар, ул меҫкен сәрелдәй, сәбәләнә. Сабый икенсе полицейский ҡулына күсте.
- Йыртҡыстар, һеҙ нимә эшләйһегеҙ! Ҡағылмағыҙ йәш әсәгә! - тип ярһыны Сара.
Яуап урынына Сараның үҙенә сығырға ҡушылды.
- Был ниндәй башбаштаҡлыҡ? Ҡағылмағыҙ! Мин һеҙҙе хөкөмгә тарттырам! - тип ҡәһәтләнде йөрөтмән ҡатын. - Аңлатығыҙ! Һеҙ әсә менән сабыйҙы урланығыҙ!
- Артыҡ һүҙ ысҡындырмағыҙ. Үҙегеҙгә ҡаршы дәлил буласаҡ.
- Һеҙ Игорҙең дуҫтарымы?
- Ниндәй Игорь? - Уға яҡыныраҡ килгән ауыр кәүҙәле полицейский ҡалын тауыш менән гөрөлдәне.
- Мин йәш әсәне үҙе атаған адрес буйынса алып китеп барам. Ире Игорь. Быны хәҙер үҙе раҫлар... Ҡайҙа алып киттегеҙ Луизаны?
Уғаса булмай, икенсе полиция хеҙмәткәре уларға яҡынлашты. Чины юғарыраҡтыр, үҙ-үҙен тотошонан шулай тойола.
- Нишләп тотҡарланаһығыҙ? - тине ул бойорған тауыш менән.
- Иптәш! - тип уға өндәште Сара һәм асҡан ауыҙын ябырға онотто. - Шамил!
Ләлә һеңлеһе менән бер факультетта уҡыған Шамилды нисек танымаҫҡа мөмкин? Теге лә Сараны таныны.
- Был Сара Наилевнамы? - Ир-егет үҙ күҙенә үҙе ышанмағандай һораны, -Дә, уйламағайным. Нисек бындай хәлгә тарынығыҙ?
- Бер нәмә аңламайым. Луизаны атаған адресы буйынса алып китеп барам...
- Бала бит урланған.
- Ы?
- Унда, бүлексәгә алып барғас, бөтәһен дә яҡшылап аңлатырҙар, һеҙ ҙә аңлатырһығыҙ, - тине Шамил. - Тик нишләп беҙ сирена ҡысҡыртып баҫтырғанда, туҡтаманығыҙ? Артығыҙҙан күпме эйәреп барырға тура килде.
Сараның күҙҙәре маңлайына менде, ауыҙы салышайҙы.
- Ай, Хоҙай! Уны ҡайҙан беләйем, ти инде! Тәү тапҡыр бындай хәлгә тарыным.
Полицейскийҙар бер-береһенә ҡарашып алдылар.
- Алып китегеҙ, - тип ымланы Шамил. Машина геүләп ҡуҙғалып китте.
Бүлексәгә алып барып бикләгәс тә Сара оҙаҡ ваҡыт иҫенә килә алманы. Нисек тарыны һуң ул бындай хәлгә? Нишләп урамда тап иткән ят ҡыҙға шул хәтлем ышанды һуң ул? Хәҙер үҙенә ғәйеп таҡһалар, нисек аҡланыр, ә? Ул сабый урлауҙа ҡатнашманы. Бары тик һораған еренә алып барырға ғына ризалашты. Уф, әсәһе, туғандары белһә, ояты ни тора! Туҡта, Сара, тәрән итеп тын ал. Луизаға кеше балаһы нимәгә хәжәт? Был ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ. Игорь әллә шулай башты бутаймы?
Луиза, ире Игорҙе "Эске эштәр министры урынбаҫарының туғаны", тине. Шул әҙәмдең ҡапҡанына эләктеләрме, юғиһә? Балалы ҡатынды бөтөнләй балаһыҙ итеп күрһәтмәкселәрме? Һуң, Луиза бит, ысынлап та, ауырлы ине! Ҡорһағы бар ине! Сара бөтөн осрашыу-күрешеүҙәрҙе күҙ алдынан үткәрҙе. Бер заман башы ауырта башланы. Хәсрәткә сумып күпме ултырғандыр, иҫләмәй, һорау алырға алып киттеләр.
- Сабый урланған. Ишеттегеҙ бит, бүтән ҡабатламайым, - тине инспектор. - Ни өсөн Ангелина Селезневаға ярҙам итештегеҙ?
- Ангелина? - Был исем-шәрифте тәүләп ишеткән Сара урынынан ҡалҡына бирҙе. - Мин Луизаны ғына беләм. Осраҡлы таныштыҡ. Мин уны ауырлы сағында уҡ күргәйнем инде. Луиза миңә ире эҙәрлекләүе тураһында һөйләне.
Һорау алыусы уға тишерҙәй итеп ҡараны:
- Һеҙ нимә, гәзит уҡымайһығыҙмы?
- Юҡ.
- Телевизор ҡарамайһығыҙмы?
- Юҡ.
Интернетта ултырмайһығыҙмы?
- Юҡ.
Инспектор аптырауҙан баш сайҡап, йылмайырға мәжбүр булды,.
- Вәт клоунада.
- Өйөмә барып тикшерә алаһығыҙ, телевизор ҙа, компьютер ҙа юҡ.
- Ә нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? Һеҙ эшһеҙ, шулаймы?
- Китап уҡыйым. Эйе! Был ҡыҙ менән мин бер ай элек урамда танышҡайным. Әйткәнемсә, ауырлы сағында. Шулай! Ҡорһағы бар ине, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
- Дауам итегеҙ, - тине тәфтишсе.
- Ул миңә үҙенең аяныс хәлен һөйләне.
- Ниндәй ауыр хәлен? Ул бала урларға һеҙ ҡотортто, ти әле.
- Нимә?
- Тынысланығыҙ. Беҙ уға ышандыҡ, тигәнде аңлатмай. Ләкин һеҙҙең тормошто ҡатмарландырыуы бар.
Хәл ҡатмарланып китмәһен! Күҙ алдынан йәнә Луиза менән булған күрешеү мәлдәре, һөйләшеүҙәр ялтлап уҙҙы. Сара уны ҡасан күргәнен, нисек танышҡандарын бәйнә-бәйнә бәйәнләне. Артабан ҡатынды кире изоляторға оҙаттылар. Сара Ғәбитова Енәйәт кодексын шаҡтай яҡшы белә, бәләгә тарығандарға ярҙам иткән саҡтары булды. Тик үҙенең ошондай хәлгә ҡалыры башҡа ла инеп сыҡҡаны булманы. Ул инде "туғандарҙан оят" тигәнде онотто, Илдар ағаһына шылтыратырға ашыҡты. Ул судья, закондарҙы яҡшы белә, тейешле бәйләнештәре бар. Илдар һеңлеһен тыңлаған саҡта аптырауҙан телен шартлатып-шартлатып алды.
- Тәк, бикле ултыраһыңмы? Ҡасан тотоп алып килделәр?
- Ағай, бындай хәлгә тарығаным юҡ ине. Ышандым бит ҡыҙ балаға.
- Үҙ башыңа мажара эҙләй ҙә йөрөйһәң, һеңлекәш. Эштәгеләргә нимә тип аҡланырһың икән, ә?
"Ярай әле туғандарым эштән киткәнемде белмәй", тип Сара иркен һуланы.
Сара тикшереүселәрҙең кеҫә телефонын тартып алыуҙарын, ә унда Луиза-Ангелинаның "ҡорһаҡлы" саҡта төшөрөлгән фотоһы һаҡланыуын әйтте. Ысынлап та, был ҙур дәлил ине. Хәл асыҡлана барған һайын Сара үҙенең ни тиклем ахмаҡ һәм бер ҡатлы булыуына инана ғына барҙы. Соҡорға йығылып төшкән хикмәт эйәһе Фалес та унан эс тырнап көлөр ине. Ә Сара төшкән соҡор хәтәрерәк бит. Идеал бала тәрбиәләү идеяһы ҡамауында йәшәгән психикаһы сирле Ангелина Иваново ҡалаһындағы психоневрология бүлексәһенән ҡасып сығып киткән. Юлында тап булған кешеләрҙе төп башына ултырта-ултырта Өфө яҡтарына килеп төшкән. Бында ул бер нисә бала табыу йортон күҙәтә. Шуларҙың береһен һайлап ала. Сара Луизаның нисек итеп бала табыу йорто тураһында ентекләп, тәфсирләп һорашҡанын иҫенә төшөрҙө. Аҡ халат кейеп, һиҙҙермәй генә үтеп инә, бәпәй тотоп, шулай уҡ еңел генә сығып китә. Ләкин видеояҙмаларҙы тикшерә торғас, уның кемлеге, йөҙ һыҙаттары төҫмөрләнә башлай. Парктағы камера ярҙам итә: тап ул ике ҡатындың һөйләшеп торғанын үҙенең яҙмаһына теркәй ҙә инде. Сара, һауа етмәгәндәй, күкрәк тултырып тын алды. Ике ҡатындың береһе ул үҙе шул...
Бер тапҡыр Ангелинаны саҡ эләктермәйҙәр, ләкин ул эҙ яҙлыҡтырып өлгөрә. Баланы миңә ҡалдырып сығып китеүе шуға бәйле икән... Эҙләүселәренән ҡотолған һымаҡ булғас, тағы тышҡы донъяға сыға.
Телефонға "ауырлы" Луизаны төшөрөп алған фотолары хәлде еңеләйтте. Әлбиттә, ағаһының ярҙамы ҙур булды. Сараны сығарҙылар, әйберҙәрен кире ҡайтарҙылар. Уртаҡ таныштары Шамил уны бүлексәнән сыҡҡансы оҙатып ҡуйҙы.
- Фотоһүрәттәрҙе алып ташлағандарҙыр, хафаланмағыҙ, - тине.
Сараның йөрәге жыу итеп китте.
- Нисек алып ташлаһындар, ти? Улар бит минең дәлил! Ҡана, тикшерәйем әле! - тип ҡысҡырып ебәрҙе лә, телефонына йәбеште.
- Туҡтағыҙ, Сара Наилевна. Һеҙ төшөргән фотоларҙы әйтмәйем мин.
Баҡтиһәң, паркта видеокамералар төшөргән яҙмаларҙан Сара менән Луизаның бергә ултырған мәлдәренән фото эшләп, интернетҡа ҡуйған булғандар икән. Быны ишеткән Сара "аһ" итте.
- Интернетта ул фото юҡ, һеҙҙе таныусы булмаҫ,- тип йыуатты Шамил. - Бындай хәлгә бүтән тарый күрмәгеҙ, эргә-тирәгә килеп, һүҙ ҡатҡан һәр кемгә ышанып бармағыҙ. Хуш булығыҙ. Инде тиҙ генә күрешмәбеҙ, Сара Наилевна.
- Юҡ-юҡ, был сүрәттә беҙ бүтән осрашмабыҙ.
Сара бер нисә аҙым атланы ла, эргәләге "Внимание. Розыск" тигән яҙыулы стендҡа аҡайҙы. Юҡ уның фотоһы. Сара иркен һуланы. Шулай ҙа юл буйынса төрлө белдереүҙәр эленгән бағаналарҙы һағайып ҡарап уҙҙы. "Внимание. Разыскивается." тигән берәүҙе күрҙе. Бәхетенә, ул икенсе кеше булып сыҡты.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.20 | Ҡаралған: 1077

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru