«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘМБЕ ҺАЙЫН ИШЕГЕМДЕ ШАҠЫЙ
+  - 

Беҙҙең ғаиләлә республиканың төп башҡорт баҫмаларын элек-электән алдырҙылар. Бәләкәй саҡта, хәҙерге кеүек, почтальондар йорттан-йортҡа йөрөп, гәзит-журналға яҙылырға өгөт-нәсихәт уҡыманы. Эш хаҡы йәки пенсия таратҡанда квитанция тултыралар ҙа шуның менән вәссәләм. Әсә телендә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылмау башҡа һыймаған эш була торғайны.

Шуға күрә республикала "Киске Өфө" тигән башҡортса яңы баҫма барлығын ишеткәс, танышып та тормай, уға яҙылдым. Гәзит сыға башлағанда мәктәптә эшләп йөрөй инем әле. Гәзит биттәрендә донъя күргән материалдарҙы дәрестәрҙә ҡуллана башланым. Баҫма яйлап ярҙамсыма әйләнде, һуңынан кәңәшсемә. Уҡыусыларыма ла баҫманың ярҙамын, башҡа гәзиттәрҙән өҫтөнлөктәрен аңлаттым.
Бер аҙ ваҡыт уҙғас, уларҙың "Киске Өфө"гә һылтанмаларын ишетеп шатландым, тимәк, тырышлығым бушҡа китмәгән, балалар дөрөҫ юлда бара. Нисә йәштә булһаң да эргәңдә тоғро дуҫың, бер үк ваҡытта кәңәшсең дә булыуы шатлыҡлы ваҡиға, әлбиттә. Ә "Киске Өфө"нө бер һайлағандар уны ташламаҫ. Быға минең иманым камил.
Күптән хаҡлы ялдамын, ләкин бер яратып өлгөргән баҫма һаман да һәр шәмбе һайын беҙҙең йорт ишеген шаҡый. Исеменән күренеүенсә, гәзит баш ҡалала йәшәгәндәр өсөн тәғәйенләнһә лә, ул бөтә республика халҡына ла файҙалы. Бигерәк тә башҡорт ырыуҙары тарихына бағышланған материалдар фәһемле, бөгөнгөһө тураһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым. Тәрбиә темаһына яҙылғандар педагогтар өсөн дә, мәктәп тормошонан ситтә торғандарға ла кәрәк. Бер балаһы булған һәр атай-әсәй ҙә ниндәйҙер кимәлдә педагог бит.
Гәзит биттәрендә элегерәк Ислам диненә ҡағылышлы мәҡәләләр йыш осрай торғайны. Бөгөн улар һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Дин - халыҡты тәрбиәләүҙең бер юлы, быны бер ҡасан да оноторға ярамай. Баҫма уртаһының ике битен биләгән диалогтар үтә лә ҡыҙыҡлы. Башҡа гәзиттәрҙә геройҙарҙан алынған интервьюлар менән танышып сыҡҡас, журналист нимә һорарға белмәгән кеүек фекер тыуа. Ә "Киске Өфө" хәбәрселәренең геройҙарына төрлө яҡлап, ҡыйыу-ҡыйыу һорауҙар биреүе уларҙың холоҡ-фиғелен, көндәлек тормошҡа ҡарашын ныҡлыраҡ асып һалырға ярҙам итә.
Баҫма биттәрендә сит тарафтарҙа көн иткән милләттәштәребеҙ тураһында ла материалдар күргәндә һәйбәт булыр ине. Тыуған телебеҙ мәсьәләһенә ҡағылышлы мәҡәләләр ҙә фәһемле буласаҡ. Минең үҙемә шәхсән тел белгестәре Рәшит Шәкүр, Вәкил Хажиндарҙың был темаға ҡағылышлы сығыштары оҡшаны.

Асия ЛАТИПОВА,
Мәләүез районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 369

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru