«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАР ЗАТЛЫ НӘҪЕЛДӘН...
+  - 


Бөгөн Силәбе һүҙенең килеп сығышы тураһында төрлө фараздар йәшәй. Уларҙың береһе затлы нәҫелдән сыҡҡанлыҡты аңлатһа, "яҙыусы", "шағир", "уҡыусы", "белеүсе", "зирәк" тигән мәғәнәләре лә бар. Һәр хәлдә, төрки сығышлы был һүҙ бөгөн Силәбе өлкәһендә йәшәгән 160 меңдән ашыу милләттәштәребеҙ хаҡында һүҙ йөрөткәндә лә исеменә есеменең тап килеп тороуына ишаралай. Сөнки башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр араһында Силәбе - мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, эшҡыуарлыҡ һ.б. тармаҡтар буйынса иң алдынғыларҙың береһе тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин. Быны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Силәбе өлкәһендә Мәҙәниәт һәм мәғрифәт көндәре сиктәрендә ойошторолған фекер алышыу ҡорондағы сығыштар ҙа раҫланы.

Сарала ике субъекттың башҡарма власть вәкилдәре, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, комиссиялар кураторҙары һәм башҡа төбәктәр ҡоролтайҙары рәйестәре, Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашты. Ҡоролтай Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, был сараның төп маҡсаты булып халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау тора һәм проект үҙе БР Гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Силәбе өлкәһенең белем усаҡтары башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу, уҡытыуҙы ойоштороу буйынса тулыһынса уҡытыу-методик әсбаптар менән тәьмин ителгән. Өлкәгә башҡорт телендә 15 мең китап, йәмәғәт ойошмаларына башҡорттарҙың атрибутикаһы, дәүләт символдары, шулай уҡ "Айгөл" халыҡ бейеү ансамбленә һәм мәктәптәргә барлығы 28 пар милли костюм тапшырылған. Шулай уҡ белем биреү учреждениелары милли уйын ҡоралдары, 60 комплект Башҡорт теленең академик һүҙлеге һәм Башҡорт энциклопедияһы менән тәьмин ителгән. БР Милли китапханаһы Силәбе өлкәһе китапханаларын 400 мең һумлыҡ 1500 китап менән тулыландырған.
Фекер алышыу ҡоронда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләп: "Силәбе өлкәһе беҙҙең өсөн күрше генә түгел, стратегик яҡтан мөһим төбәк тә. Унда Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иң күбеһе тупланған. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорт халҡы араһында эш алып барыу беҙҙең милли сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең милли-мәҙәни ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Силәбе өлкәһе хөкүмәте 19 мәктәпкәсә һәм 31 дөйөм белем биреү учреждениеһында башҡорт телен уҡытыу ойошторған. Шул уҡ ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында 59-сы, Миәстәге 1-се, 22-се мәктәптәрҙә, Сыбаркүл районының Бишкил, Арғаяш районының Ҡыҙыл Октябрь, Сосновка районының Кременкүл ауылдары мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә мохтажлыҡ бар. Ошо йәһәттән дә ярҙам булыр, тип өмөт итәбеҙ", - тип белдерҙе.
Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Станислав Мушаров өлкәлә башҡорттарҙың Арғаяш (60 процент) һәм Ҡонашаҡ (47 процент) райондарында компактлы йәшәүен белдерҙе. "Башҡарма власть органдары башҡорттарға башҡорт телен һаҡлау, милли мәҙәниәтте үҫтереү, Рәсәй милләте берлеген нығытыуҙа ярҙам күрһәтә, - тип белдерҙе ул. - Беҙ берлектә төрлө саралар үткәрәбеҙ, әммә эшләйһе эштәребеҙ ҙә бик күп".
Артабан һүҙ хәҙерге заманда популяр булған гранттар темаһына арналды. Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Станислав Мушаров быйыл өлкә губернаторы гранттарының дөйөм күләме 100 миллион һум булыуын һәм башҡорт ойошмаларының да унда ҡатнашыуын билдәләне. Ҡатнашыу бер, әммә грант алыу - икенсе мәсьәлә. Был хаҡта Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Владислав Габов үҙенең фекерҙәрен түбәндәгесә еткерҙе: "Беҙ грант конкурстарында ҡатнашабыҙ һәм ике тапҡыр субсидия алыуға өлгәштек. Быйыл уҡсылар 450 мең һумлыҡ грант алды, Яңы йылдан һуң эш башларға ниәтләйҙәр, әммә әлегә күнекмәләр өсөн тир булмауы бәкәлгә һуға. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары һаны артыуы, әлбиттә, ыңғай күренеш, шул уҡ ваҡытта улар грант конкурстарында әүҙемлек күрһәтмәй. Бөгөн йәмәғәтселәрҙең дәүләт менән мөнәсәбәттәренең иң һөҙөмтәле ҡоралы - гранттар икән, һәр кем үҙенең гранты хупланыуына өмөтләнә. Ләкин күптәр социаль проектлау буйынса белемгә эйә түгел. Кешенең конкурс тураһында ишетеп, белеп, уңышлы ғариза яҙып, грант алыуы, һуңынан дөрөҫ итеп отчет биреүе араһында ҙур упҡын ята. Шуға күрә Силәбе өлкәһендә йәмәғәт ойошмалары өсөн гранттар буйынса аңлатыу курстары ойоштороу мөһим".
Силәбе өлкәһендә ойошторолған тарихи-мәҙәни үҙәк белгесе Нурия Иҡсанова ике субъект араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙең яңы этапҡа сығыуын билдәләп, миҫалға "Йәшлек-шоу", "Һылыуҡай" конкурстарының күсмә һайлап алыу турҙары үткәрелеүен билдәләне. Шулай уҡ ул Силәбе өлкәһендә боронғо йолаларҙың һаҡланып ҡалыуын һәм уларҙы популярлаштырыу кәрәклеген белдерҙе. "Силәбе өлкәһендә боронғо башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары бик яҡшы һаҡланған. Улар араһында сеңләү ҙә бар. Беҙҙең башҡарыусыларға бәйгеләрҙә ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға барыуы еңелдән түгел. Арғаяш районында "Арғужа" башҡорт фольклор конкурсы, төрлө мөнәжәт бәйгеләре уҙғарыла, шулай ҙа бындай саралар өлкә кимәлендә ойошторолһа, бик тә яҡшы булыр ине", - тип белдерҙе Нурия Сәғит ҡыҙы һәм сеңләү буйынса ла конкурс ойоштороуға баҫым яһаны. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫарҙары Наталья Лапшина менән Рәнис Алтынбаев был тәҡдимде хупланы.
Силәбе дәүләт университеты доценты, педагогия фәндәре кандидаты, Хафиз Ҡушаев нәҫеленән булған Людмила Черепанова уҡыусылар менән тарихи тамырҙарҙы барлау эшмәкәрлеге алып барыуын һәм күптәрҙең үҙ шәжәрәһенә ҡыҙыҡһыныу белдереүен билдәләп, уҡыусылар араһында шәжәрә конкурсы үткәреү һәм үҙенең тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар берләшмәһе ойоштороу тәҡдимен индерҙе.
Артабан фекер алышыу мәғариф темаһы буйынса дауам итте. Моғайын, Силәбе өлкәһе был йәһәттән иң алда барған төбәктәрҙең береһелер, сөнки быйыл бында 31 дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле өйрәнелә, уҡыусыларҙың 71,8 проценты туған телен өйрәнеү хоҡуғы менән файҙалана. Шулай уҡ 8 белем биреү учреждениеһында һәм Силәбе ҡалаһының өс мәктәбендә башҡорт теле дәрестән тыш өйрәнелә (336 бала, 7 процент самаһы). Дөйөм алғанда, өлкә башҡорттарының 80 проценты самаһы туған башҡорт телен өйрәнә. Өлкәлә хатта балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре бар. Бөгөн 38 төркөмдә 803 бала туған телендә тәрбиәләнә, улар менән 30 самаһы тәрбиәсе шөғөлләнә. Был балалар киләсәктә туған тел булараҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һайлаясаҡ.
Шулай уҡ бында Силәбе һәм Ҡурған өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы ойошторолған (етәксеһе - Ҡамса Мортазин). Уның төп маҡсаты булып ата-әсәләр менән эшләү өсөн барлыҡ педагогик йәмғиәтте берләштереү, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү.

Шулай итеп...
Юҡҡа ғына Рәсәй субъекттары араһында башҡорттар иң күп йәшәгән төбәк Силәбе тип аталмайҙыр, күрәһең. Уларҙың затлы нәҫелдән, "яҙыусы", "шағир", "уҡыусы", "белеүсе", "зирәк" булырға тейешлегенә Аллаһы Тәғәлә үҙе фатиха биргән. Шөкөр, Силәбеләге милләттәштәребеҙ ошо атаманың асылын аңлап, уға тап төшөрмәй йәшәй.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 384

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru