«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЙЕРЛЕГӘ ЮРАЙЫҠ
+  - 

Йыл ахырында бөтәбеҙҙе лә бер үк һорау борсой: киләһе йыл нисек булыр? Әҙәм балаһы, ғәҙәттә, тыуасаҡ йылға ҙур өмөттәр бағлап, йәше-ҡартына тиклем ниндәйҙер мөғжизә көтөп ҡаршылай. Ә был юлы айырыуса уйланырға, фараздар ҡорорға урын бар, шулай уҡ төрлө күрәҙәләрҙе лә аңлап ҡабул итергә була, сөнки бөтә ғаләм алдында бер үк һорау: Сысҡан ҡороп киткән тоҙаҡтан тиҙ генә ҡотолормо кешелек?

Көнсығыш йондоҙнамәһендәге иң бәләкәй бер мәхлүк оло бола һалып, бөтөн донъяны дер һелкетте: ҡеүәтле илдәрҙең иҡтисад тармаҡтарын көрсөккә терәне, кешеләрҙе бер-береһенән айырҙы, араларҙы алыҫлаштырҙы, аң төпкөлөнә даими хәүеф, ҡурҡыу ҡотҡоһо һалды, уның ҡарауы, донъяға ҡарашыбыҙҙы, тәртибебеҙҙе, аңыбыҙҙы үҙгәртте. Кешелек ғибрәт алһын, хаттин ашыуҙарҙан аңына килеп, үҙлегенә ҡайтһын өсөн, бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр? Сысҡанды шуға ла, үпкәбеҙ ни тиклем ҙур булһа ла, артыҡ ғәйепләмәйек әле, ипле генә оҙатайыҡ уны, биргән һабаҡтары өсөн рәхмәтебеҙҙе лә йәлләмәйек. Алда беҙҙе Сысҡандан әллә күпмегә ҙурыраҡ, ҡеүәтлерәк билдә - Һыйыр (Үгеҙ) көтә. Күрҙек, эш кәүҙә ҙурлығында түгел икәнлегенә лә инандыҡ, тик шулай ҙа был һыйыр малынан ни көтөргә?
Ә фараздар, күҙаллауҙар һәм юрауҙар төрлө-төрлө һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы, сөнки күрәҙәселәр менән астрологтар ғына түгел, сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, ғалимдар һәм медицина белгестәре - бөтәһе лә кемуҙарҙан 2021 йыл "портретын" һүрәтләргә тырыша. Кемгә ышанырға? Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙың береһе лә киләсәктә коронавирус менән ни булырын барыбер әйтә алмай. Айырыуса астрологтар икеләнеү алдында, сөнки, ти улар үҙҙәре был хаҡта, былтырғы йылға йондоҙнамә күҙаллауҙарында пандемия хаҡында бер ни ҙә әйтелмәне, был планеталар, йондоҙҙар тәьҫирендә барлыҡҡа килгән күренеш түгел, шуға ла беҙ уларҙы күрмәнек; тимәк, пандемия йондоҙҙар тәьҫирендә түгел, ә кеше ҡулдары тарафынан тыуҙырылған афәт, тип белдерә астрологтар.
Ә бына исемдәре донъяға билдәле бөйөк күрәҙәселәр фараздарында был афәткә ишара бар. Мәҫәлән, Ванга 2021 йылда Рәсәйҙә халыҡ һанының күпләп кәмеүен, ләкин кешеләрҙең яман, хәүефле сирҙәрҙе еңеп сығырға өйрәнәсәген әйтеп ҡалдырған. Болгария күрәҙәсеһенән бер ҙә ҡалышмаған Мәскәү изге Матронаһы фараздары ла ҡыҙыҡлы: 2021 йылда Рәсәй ауыр осорҙан әкренләп ҡотола барыр, халыҡ-ара аренала илдең абруйы нығыныр, халыҡ күпләп дингә килер, тигән ул. Ә бына уларҙан күп быуаттар элегерәк йәшәгән Нострадамус нисек күҙаллаған 2021 йылды? Тәү сиратта ул ҡоролоҡ, янғындар, һыу баҫыуҙар, төрлө ғәрәсәт кеүек тәбиғәт катаклизмдары көсәйеүен бик дөрөҫ фаразлаған. Кешеләр тәбиғәттең һәм ерҙең асыуын ҡабартасаҡ, тигән ул. Нисек кенә булмаһын, 2021 йылға Рәсәйҙең киләсәгенә ҡағылышлы күрәҙәселәрҙең фараздары бер урында тап килә: Рәсәйҙең ҡеүәте нығына барып, ул көслө дәүләткә әүереләсәк һәм донъя күләмендә башҡа илдәрҙе ҡурсалаусы именлек үҙәге булып торасаҡ.
Ә шулай ҙа киләсәгебеҙ хаҡында бөгөнгө астрологтар ни уйлай? Үҙ фараздарын улар 2020 йылдың 21 декабрендә күҙәтелгән ҡыҙыҡлы һәм һирәк була торған астрономик күренеш - Юпитер менән Сатурндың "йөҙмә-йөҙ" осрашыуынан сығып дәлилләй. Тап ошо күренеш арҡаһында яңы йылдың тәүге айы ғинуар көсөргәнешле булырға оҡшай һәм уның иң ауыр көндәре 5-нән алып 18 ғинуарға тиклем көтөлә, ти улар. Был осорҙа дәүләттәр, сәйәси лидерҙар һәм монополист компаниялар-ара ҡапма-ҡаршылыҡтар көсәйер һәм был донъя иҡтисады хәлендә сағылыр. Кешеләргә был ваҡыт һаулыҡтарын һаҡлау мәсьәләләренә айырыуса иғтибарлы булырға, үҙҙәрен юл һәләкәттәренән ҡурсырға, сәфәр-сәйәхәттәрҙе сикләргә кәңәш бирелә. Астрологтар күҙаллауынса, 2021 йыл - донъя кимәлендә финанс көрсөгө йылы. Хәйер, был йәһәттән йондоҙнамә белгестәренең фараздары ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм төрлөсә. Берәүҙәр, мәҫәлән, астропсихолог, биоэнергокорректор Тимофей Добродеев 2021 йыл бөтөн йондоҙлоҡ билдәләренә лә ыңғай үҙгәрештәр алып киләсәк, тип вәғәҙәләй. Йыл кешеләргә тормош мәғәнәһенә төшөнөргә, кешелеккә ебәрелгән бер генә һынауҙың да юҡҡа тү-геллеген аңларға ярҙам итәсәк, ти ул. Сәйәсмәндәр иһә йылдың бынан алдағыһынан яҡшыраҡ булырына өмөтләнмәүен белдерә. Коронавирустың яңы штаммдары донъя кимәлендә иҡтисад көрсөгөн артабан киҫкенләштерәсәк.
2021 йыл аҡ төҫтәге металл Һыйыр йылының уңдырышлылыҡ, бәрәкәт билдәһе тип нарыҡланыуы күңелгә йылы йүгертһә лә, халыҡ телендәге "Һыйыр тулаһа, аттан яман" тигәне хәүефләндерә. Ләкин күпселек астрологтар сәхифәләрендә, шул иҫәптән, Көнсығыш йондоҙнамәлә йыл хужаһы Үгеҙ булараҡ та ҡарала һәм был билдәнең көслө, һынауҙарға түҙем, ныҡышмал, ышаныслы һәм эшсәнлек сифаттары телгә алына. Рәсәйҙә ыңғай үҙгәрештәргә табан йүнәлеш аласаҡ яңы идара итеү системаһының нығыныуы бер нисә йылға һуҙыласаҡ, ләкин иң тәүге үҙгәрештәргә беҙ 2021 йылда уҡ шаһит буласаҡбыҙ, тип рухландыра оптимистар. Улар Рәсәй йәмғиәте йөҙөндә азатлыҡ, демократия, социаль ғәҙеллек, сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе кеүек "социализм билдәләре"н күрергә теләй һәм быларҙың бойомға ашыу мөмкинлектәрен Һыуғояр билдәһендәге Юпитер-Сатурн планеталарының яңы циклы менән бәйләй. Хәйерлегә булһын, тип юрайыҡ әле беҙ ҙә!

Фәүзиә ИШБИРҘИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.20 | Ҡаралған: 455

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru