«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ САУҘАГӘР, КӘСЕПСЕ ТҮГЕЛ, БЕҘ ЯУГИР ХАЛЫҠ ВӘКИЛЕ
+  - 

Күп кенә ғалимдар Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында башҡорттар йәшәй тип раҫлай. Был ысынлап та шулаймы, улар үҙҙәренең сығышын беләме, ниндәй уйҙар менән йәшәйҙәр, ниндәй телдә һөйләшәләр, үҙҙәрен кем тип таныйҙар. "Без - башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевтың Нефтекама ҡалаһынан Адис МӨХӘМӘТГӘРӘЕВ менән монологында ошо һорауҙарға һеҙ ҙә яуап табырһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

- Мин төньяҡ-көнбайыш, Гәрәй ырыуы башҡорто булам. Беҙ, Яңы Нуғай ауылы халҡы, хәҙерге Бысҡытау территорияһынан, унда элек Иҫке Нуғай ауылы булған - ошо ауылдан сыҡҡанбыҙ. Бөгөнгә 11-се быуынға тиклем тамырҙарымды беләм. Тыуған ауылыбыҙҙа халыҡтың күпселеге ғәмәлдә башҡорт булһалар ҙа, бөгөн үҙҙәрен татар тип иҫәпләй. Үҙен 90 процентҡа тиклем татар тип иҫәпләгән кешеләр, тамырҙарын тикшерә башлаһа, шәжәрәләре башҡортлоҡҡа бара ла тоташа. Мин ундайҙар иҫәбенә инмәйем, сөнки тыуыу тураһында танытмала ла, иҫке паспортта ла, хәрби билетымда ла башҡорт тип яҙылды. Өләсәйем гелән, беҙ - башҡорттар, ти торғайны. Тик ни өсөн был турала ул шыбырҙап ҡына әйтте икән - аңламайым... Мин үҙемдең башҡорт икәнемде белдем дә, шуның менән эш бөттө түгел, башҡаларға ла үҙ асылына ҡайтырға ярҙам итәм. Мин Хоҙай Тәғәлә ата-бабаларыбыҙҙы ниндәй милләт итеп яралтҡан, шул милләт вәкиле булып ҡалырға тейешбеҙ, тип уйлайым. Милләтте алыштырырға кәрәкмәй. Мосолман исем-шәрифле күптәр үҙҙәренең тамырын белмәй, ә тикшерә башлаһаң, сығыштары менән билдәле, абруйлы шәхестәргә барып тоташалар.
Үҙ телемде беләм, уның көньяҡ башҡорттары теленән дә, татар теленән дә айырылып торғанын күрәм. Татарстанға барһаҡ, беҙҙе башҡорт, тиҙәр. Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш теле - башҡорт теленең бер диалекты һәм ул һаҡланырға тейеш. Минән ололар ҙа, минең быуын да, йәштәр ҙә ошо диалектта һөйләшә, тел йәшәй. Ул башҡа телдәр араһында юғалып ҡалырға тейеш түгел.
Башҡорттар сауҙагәр, кәсепсе, алыпһатар түгел, улар - яугир. Шуға күрә улар иҡтисади мәсьәләләрҙе икенсе планға ҡуйғандыр. Беҙҙең быуын да яугирлыҡты беренсе урынға ҡуйырға тейеш, йәғни атай-олатайҙар Аҡ батша заманынан уҡ хәрби хеҙмәттә булған, беҙ ҙә ошо юлды һайларға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Юҡһа, бөгөн аҡсаға табыныу, байырға тырышыу өҫтөнлөк итә. Башҡорттарҙа борон-борондан байырға тырышыу, аҡса культы ныҡ үҫешмәгән, был хаҡта яҙыусылар ҙа яҙып ҡалдырған. Йәғни башҡорттар байлыҡ артынан ҡыумай, байлыҡ уларҙың күҙен томаламай. Минең дә ата-бабаларым хәрби ҡатламдан булған. 6-9 тапҡыр һуғыштарҙа ҡатнашҡандар йәки ил сиген һаҡларға барғандар. Нигеҙҙә, ил сиген һаҡлағандар, был уларҙың төп һөнәре булған. Моғайын, был нәҫелдән киләлер, мин дә аттарҙы бик яратам. Тәбиғәткә бәйле тормош оҡшай. Аттарҙың һыртына иғтибар итһәгеҙ, уларҙа ҡайыш кеүек һыҙат ята. Был уларҙың башҡорт тоҡомо икәнен күрһәтеп тора. Әлбиттә, улар башҡа тоҡомдар менән дә ҡушылғандыр, әммә башҡорт тоҡомо күрһәткесен юғалтмағандар. Нигеҙҙә, ауыр йөк ташыуға ҡулайлашҡандар, тибендә йөрөйҙәр.
Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенә ыңғай ҡарайым, сөнки ул беҙҙе хәҡиҡәткә алып бара, беҙ кем, ҡайҙа, нисек йәшәгәнбеҙ, нимә менән туҡланғанбыҙ - ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә. Берҙәмлеккә килгәндә, тәү сиратта үҙең булып ҡалырға кәрәк. Хәҙер интернет заманы, юҡ-юҡ та, ике ырыу, мәҫәлән, уран башҡорттары менән бөрйән башҡорттарының диалогына шаһит булаһың. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙен башҡорт ти, һәм кеменең башҡортораҡ булғыһы килә, йәки ысын башҡорт икәнен асыҡлай башлай. Бындай бүлгеләү бөтөнләй булмаҫҡа тейеш. Әгәр документтарҙы ҡараһаҡ, бигерәк тә хәрбиҙәрҙең, унда уларҙың икенсе ырыу ҡыҙҙарына, мишәрҙәргә өйләнеүе асыҡ һәм йыш күренә. Йәғни элек шундай төшөнсә булған: башҡорттар икенсе ырыуҙарҙан ҡыҙ алып, ҡан алмаштырған, ҡан яңыртҡан. Был бер ырыуҙың ҡаны ҡатышмаһын, милләт сәләмәт булһын өсөн эшләнгән. Шул яҡтан ҡараһаҡ, беҙ бөгөн барыбыҙ ҙа туғандар, бүлешер нәмәбеҙ юҡ. Шуға күрә, берҙәм булырға, бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә тейешбеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.20 | Ҡаралған: 602

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru