«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ БАЙЫҺА, БИСӘ АЛҺЫНМЫ?
+  - 

Хәлил Һөйөндөковтың "Башҡорт байыһа, бисә аламы?" тигән мәҡәләһенә эйәреп, үҙ фекерҙәремде яҙмаҡсы булдым. Әлиә Сәйғәфәрованың ошондай уҡ баш аҫтындағы тәүге мәҡәләһендә, әлбиттә, тема бер аҙ икенсерәк мәғәнәлә ине. Хәлил ағай яуапты һүрәткә ҡарап, үҙенсәрәк үҙгәртеп, икенсерәк юҫыҡҡа күсереп яҙған. Шулай ҙа зыян юҡ, бик ҡыҙыҡ тема ҡалҡып сыҡҡан.

Автор был яҙғандары өсөн күптәр әрләр инде, тиһә лә, мин ошо фекерҙе яҡлайым. Мин булдыҡлы, сәләмәт ир-аттың ике ҡатын алыуына ирек ҡуйырға кәрәк, тигән фекерҙә. Ағай әйтмешләй, күптәр барыбер икенсе ҡатындар менән йәшерен ғүмер итә. Ир кешенең һаулығы яҡшы, дәрте бар һәм ул ике ҡатынды ла тигеҙ ҡарай ала икән, ниңә быға рөхсәт бирмәҫкә?
Поликлиникаларҙа, банкта, автобустарҙа йәки башҡа йәмәғәт урындарында йыш ҡына 45-55 йәштәрҙәге парҙарҙы күҙәтәм. Махсус күҙәткәндән дә түгел, ә күҙгә ташланып торғанды һүҙгә генә күсерәм. Иллелә ҡатын-ҡыҙ иренә ҡарағанда күпкә таушалған, ул инәй булған инде. Ә ағайҙар әле төҙ һынлы, үткен ҡарашлы, ҡатын-ҡыҙға иғтибар итеүсән. Был йәштә апайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы ирҙә түгел, уларҙың иғтибары балаларға, ейәндәргә күскән. Ирҙәрҙең әле дәрте бар, бар ғына ла түгел, күптәрҙең ғаиләлә ошо тәңгәлдә низағтар ҙа сыға. Ир әле дәртле, уға ҡатын-ҡыҙ йылыһы, наҙы талап ителә, ул әле ҡабат-ҡабат атай була ала. Ә апайҙарҙың "поезд ушел". Әгәр ошо тәңгәлдә аҡыл менән эш ителһә һәм хәлле, мөмкинлеге еткәндәргә ике ҡатынлылыҡ рөхсәт ителһә, милләт һанын арттырыу ҙа бермә-бер алға китер ине. Ир-егеттең ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу, уларҙың сәләмәтлеген дә һаҡлау, гонаһтан да аралау булыр ине был. Юғиһә, бөгөн ирҙәр иллегә етер-етмәҫтән бабай роленә инергә мәжбүр. Быға уларҙы үҙҙәре инәй булып алған ҡатындары мәжбүр итә. Асылда, был йәштә ағайҙар әле йәш ҡатын менән хис-тойғоларын яңыртып яңынан йәшәй ҙә, балалар тыуҙыра ла, йәш энергияһын ҡабул итеп һәм йәшәреп, шул балаларын күтәрә лә ала. Икенсе ҡатынлы булыу унда стимул уята, маҡсатлы итә, көс-ҡөҙрәт өҫтәй һәм ғүмерен дә бермә-бер арттырыр ине.
Икенсе яҡтан, кейәүгә сыҡмай ҡалған 30-35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың да проблемаһы хәл ителер ине. Ҡатындар 35-тән үтһә, барыбер әсәй булғылары килә һәм кемдән булһа ла бала табып ҡалырға тырыша. Ә был осраҡта ул ир ҡатыны булып бала таба һәм балаһы ла атайлы була. Осраҡлы кешенән бала тапҡансы, берәүҙең икенсе ҡатыны булып бала үҫтереү күпкә яҡшыраҡ түгелме ни? Бөгөн бит инде ҡатын-ҡыҙ ҙа ирҙәр елкәһенә генә менеп ултыра торған түгел, донъя йөгөн ирҙәр менән ҡуша тарта, хатта уларҙан да шәп тарта әле. Шунлыҡтан, был хәлдә ир бүлешеү бер кемде лә бер-береһенән артыҡ ҡулландырып ҡуймаясаҡ, минеңсә.
Хәлил ағайҙың дин күҙлегенән сығып, матур ғына итеп аңлатҡанына мин ошондай реаль тәҡдимде лә ҡушыр инем. Һәм ул әйткәнсә, барыһының да ҡуш ҡуллап риза булырына өмөт итмәйем. Шулай ҙа, уйланырға урын бар. Башҡорт байыһа, ысынлап та бисә алһын ул.

Әлфиә ЗИННӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 740

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru