«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ИСЕМЕ МЕНӘН АТАУ ОЯТМЫ, БЫЛ ҺҮҘҘӘРҘЕ ЛӨҒӘТЕБЕҘҘӘН АЛЫРҒАМЫ?
+  - 


Авторҙар әленән-әле ҡорған бәхәстәргә әүҙем ҡушылырға яратһам да, бығаса үҙем башламай торғайным. Бөгөн үҙемдең ҡарамаҡҡа ҡыҙыҡ ҡына булған бер мәсьәләне күтәрмәк булдым әле.

Етмешенсе йылдар уртаһы, медицина институтында уҡып йөрөгән дәүерҙә Баймаҡ район дауаханаһында йәйге практика үткәйнем. Тәжрибәле табиптар етәкселегендә тырыша-тырмаша медицинаның "елеген кимерәбеҙ". Эште иртәнсәк хирургия бүлегендә оло хирургтар менән палаталар буйлап "обход" яһауҙан башлайбыҙ. Хирургтарыбыҙ барыһы ла үҙебеҙҙең район ауылдарында тыуып үҫкән йор һүҙле башҡорт ағайҙары. Карауатта ятҡан бер-ике көн элек операция яһалған һәр ауырыуҙың янына килеп, эстәренә баҫҡылап, хәлдәрен һорашалар. Эске ағзаларға яһалған операциянан һуң иң беренсе "яҡшы билдә" - кешенең эсәге хәрәкәт итә башлауы (медицинала "перистальтика кишечника" тип атала). Эсәктең эшләүе унан газ бүленеп сыға башлауынан беленә. Шуға күрә доктор ауырыуға ошо хаҡта үҙенең һорауын бирә. "Эсеңдән газ сығамы?" Тик күптәр (айырыуса оло йәштәге инәй-олатайҙар) һорауҙы ҡапыл да аңлап етмәй: "Нисек, нисек, тиһең, улым?" Хирург һорауын тағы бер тапҡыр ҡабатлап ҡарай, әммә үҙенә кәрәк яуапты ала алмай. Шунан һүҙгә һис тә аптырап бармаған хирургия мөдире Фәлән ағай ҡушыла һәм инәйебеҙҙең ҡолағына яҡыныраҡ эйелеп: "Уҫыртамы, инәй?" - тип, "ауылса" һуҡтыра. "Әй, уҫырта, улым, уҫырта", - тип яуап бирә әбей. "Яҡшы, инәй, яҡшы, эсәктәрең эшләй башлаған. Тиҙҙән һауығырһың…" Беҙ, йәш студенттар, бер-беребеҙгә ҡарашып, шым ғына көлөшөп алабыҙ. Ә бит, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ни өсөн көлөргә, шулай бит? Бер ниндәй ҙә килешмәгән нәмә һөйләшелмәне ошо әңгәмәлә, тик ауырыу әбей менән доктор ағай үҙебеҙҙең саф башҡорт телендә аралашты…
Мәҡәләмдең бына ошолай башланып китеүе ҡалала, мәҙәниәт алға киткән ерҙәрҙә тыуып үҫкән бәғзе берәүҙәргә бик сәйер тойолоуын күҙаллайым. Халҡыбыҙ ауылдарҙа иркенләп ҡулланған, әммә рәсми һөйләштә булмаған һүҙҙәр хаҡында бер аҙ фәлсәфәләп алырға ниәтем. Ысынлап та, ҡайһы бер гәзиттәрҙә, китаптарҙа авторҙарыбыҙҙың ара-тирә "буҡтүңәс", "күтән", әлеге "уҫырыҡ" һымағыраҡ һүҙҙәрен осратһаҡ, беҙҙең яҡта әйтмешләй, "тәндәр эҫеле-һыуыҡлы" булып китә. Ауыл халҡының лөғәтендә ифрат киң таралған бындай һүҙҙәрҙе беҙҙең быуын (совет балалары) мәктәптә үтмәне, дөрөҫөрәге, беҙ уларҙы оят һүҙҙәр тип һананыҡ. Урыҫса "пищевод", "прямая кишка", "кишечный газ" тип "культурно" яңғыраған бындай терминдарҙы ҡулланырға тура килһә, башҡортса нисегерәк итеп әйткәндә оят булмаҫ икән, тип уйлана торғайным. Тәүгеһен - ҡыҙыл үңәсте тиҙ таптым, әммә ҡалған икеһен "тура эсәк", "эсәк газы" тип тәржемәләүҙән ары китә алманым. Шуның һымаҡ "ауыр" һүҙҙәрҙе һәр саҡ урап үтергә лә була ла ул, әммә бәғзе ваҡыт үҙ телеңдә башҡортсалап, "ауыҙ тултырып", беҙҙең баймаҡтарса әйтмешләй, ҡайсаҡ "ҡутара" һөйләшке лә килеп китә...
Әлеге ҡыҙыл үңәстең синонимын алып, шуны бер аҙ сурытып алайыҡ әле. Был "буҡтүңәс" һүҙе ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Бәғзе бер райондарҙа уны "буҡлүңәс" тип тә әйтәләр. Шул һүҙҙең тәүге яртыһы халҡыбыҙ телендә айырыуса йыш ҡулланыла. Берәй кешенең ниндәйҙер ҡылығы оҡшамаһа, беҙҙең яҡта ҡайһылар "мынау буғашаған бәндә…" тип, уға ҡарата үҙенең кире мөнәсәбәтен белдерә. Йә иһә, кемдер насар һүҙҙәр һөйләй башлай икән: "Йә, етер, буҡсәйнәмә!" - тип тыйып та ҡуйғылайҙар. Берәүҙең сәйер ҡылығына ҡарап: "Әй, йөрөйһөң шунда, буғашап", - тип тә ебәрәләр. Халҡыбыҙҙа киң таралған бындай һүҙҙәрҙе артабан да әллә күпме сурытырға була. Мәҫәлән, бер нәмә лә эшләй белмәгән кешегә "буҡҡа ла эшкинмәй" тип әйтәләр. Кәрәкмәгән урында һүҙгә ҡыҫтырылып, берәй эшкә ҡамасаулаған кеше хаҡында: "Әй, йөрөй инде шунда ҡойошҡанға ҡыҫылған буҡҡошап", - тиҙәр беҙҙә (эйәре алға шылып китмәһен өсөн, аттың ҡойороғо аҫтынан үткәреп, эйәргә беркетеп ҡуйылған ҡайыш бауҙы "ҡойошҡан" тип атайҙар. Ана шул бау бер аҙ бушағыраҡ икән, аттың тиҙәге уның аҫтына ҡыҫыла…) Йыш ҡына насар, ғәйбәт һүҙҙәр һөйләргә ғәҙәт иткән кеше сираттағы хашшаҡ һүҙенә тотонһа, бәғзе берәү шым ғына икенсеһенә: "Буғашамай торһа - эттең башы ауырыр, тигәндәй, ана, тағы башланы…" - тип әйткәнен ишеткәнем бар. Кемделер яманлап һөйләүҙе "буҡлау" тип тә атайҙар. Яҡшы кешене яманлауҙар хаҡындағы бер шиғырында шул һүҙҙең ғәрәпсәһен Аҡмулла олатайыбыҙ ифрат йәтеш ҡулланған: "…Саф алтынды нәжескә буяу менән, нәжес китер - саф алтындың заты китмәҫ".
Әҙәби телдә был һүҙҙең "тиҙәк" тип аталғанын белмәгән кеше юҡтыр. Әммә элегерәк ялан яҡтарында (Баймаҡ, Хәйбулла) тиҙәк һүҙен бер аҙ икенсерәк итеп ҡуллана торғайнылар. Ялан ерендә әүәлдән утын наҡыҫыраҡ булды, ә газ бөтөнләйгә юҡ ине бит инде. Шул осор мал торған аҙбарҙа ҡыш буйы йыйылып, бесән, һалам ҡушылып тапалған тиреҫте яҙ еткәс ҡаҙып сығарып, уға бер аҙ һыу ҡушалар. Берәй малайҙы һыбай мендереп, шул тиреҫ өйөмөн аттан бер килке тапатып, бутҡа һымағыраҡ иҙмә яһайҙар. Унан таҡтанан яһалған ҡалыптарға һалып, кирбес һымағыраҡ форма бирәләр ҙә, уларҙы теҙеп, ҡояшта киптерә торғайнылар. Йәйге ҡояшлы көндә ауылда шундай үҙенсәлекле еҫ (насар еҫ түгел!) тарала икән, тимәк, ниндәйҙер берәй өйҙә "тиҙәк һуғыу" өмәһе бара, тип аңлай инек. Пресланған торфҡа оҡшаған кипкән тиҙәк-кирбестәрҙе күбә итеп өйөп ҡуялар. Утынды алыштырырлыҡ, бик арзан яғыулыҡ килеп сыға ине. Шуғамылыр, беҙҙең ауылда тик ана шуны ғына "тиҙәк" тип, ә әле генә эсәктән сыҡҡанын - үҙ исеме менән атанылар. Райондарыбыҙҙың береһендә "Тиҙәкле" тип аталған ауыл барлығы хаҡында ишетеп ҡалғайным. Был исем дә, моғайын, ана шул яғыулыҡ итеп ҡулланыла торған тиҙәктән килеп сыҡҡандыр…
Боронғо мәжүсилек заманында ла халҡыбыҙ ана шул "килешмәгән" һүҙҙәрҙе киң ҡулланған. "Исемдәр донъяһында" тигән китапты ҡараһаҡ, ата-бабаларыбыҙ хатта үҙ балаларына ҡушҡан "Буҡбаш", "Буҡай", "Кәкәй" тигән исемдәр хаҡында ла мәғлүмәт бар (йәнәһе лә, ана шундай исемле балаларҙан шайтан ерәнә һәм уға яҡынламай).
Халҡыбыҙҙа "Бер сысҡаҡ һыйыр бөтә көтөүҙе буяй", "Маҡталған килен туйҙуҫырыр", тигән һымағыраҡ ябай телдәге мәҡәлдәр, әйтемдәр ҙә бихисап. "Һин уға иғтибар итмә", тиәһе урынға "сыс, башына", тип тә әйтәләр. "Һә" тигәнсе…" тиеүҙе йыш ҡына "Эт һейгәнсе генә бара һалып килдем…" тип тә әйтәләр. Яҡын ғына араны "эт саптырып һеймәле ара" тип сағыштырыу ҙа бар. Тик беҙ, хәҙерге быуын кешеләре, бына ошондай һөйләшеүҙәрҙе ҡуллана һалып бармайбыҙ. Ул ғына ла түгел, "Был - мәҙәниһеҙлек!", тип оран һалыусы милләттәштәремдең булыуын да күҙаллайым. Хатта ошо мәҡәләмдең гәзитебеҙҙә баҫылып сығыуына ла икеләнәм.
Ә шулай ҙа… Әгәр оят, ҡулланырға ярамай икән, бындай һүҙҙәрҙе, һүҙ бәйләнештәрен, әйтемдәрҙе - "иҫкелек ҡалдыҡтары" тип халҡыбыҙҙың лөғәтенән бөтөнләйгә алып ташларға, онотторорға, йә булмаһа, уларҙы урыҫтарҙан отоп алған "күльтурный" һүҙҙәргә алыштырыу кәрәктер! Ә инде уларҙы телебеҙҙең "онотолоп барған хазиналары" тип һанаһаҡ, һис тартынмай ғына, һәр ауылдағы һымаҡ, иркенләп ҡулланайыҡ, тимәксемен. Минең тел буйынса махсус белемем юҡ (сер итеп кенә әйтәм: мин - ябай хәрби кеше, өҫтәүенә - медик…). Башҡорт филологияһын өйрәнгәндәр был мәсьәләгә нисек ҡарай икән һуң?..

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 833

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru