«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРТТОҢ ҠОТОН ҺАҠЛА
+  - 


йәки бөрйәнгә ҡорт алырға тип килгән берәүҙең һөйләгәндәренән

Бер мәл мин бал ҡорто тоторға булып киттем. Әйткәндәй, нишләптер күптәр бал ҡортон, ҡорт, тип кенә атарға күнеккән икән. Умартасылар үҙ-ара, ҡорт алдым, ҡорт сығарҙым, ҡорт бикләнем, ҡорт айырҙы, ҡорт ултырттым, тип һөйләшәләр икән. Мин дә хәҙер кеше ыңғайына, ҡорт алырға булдым әле, тип эре сирттереп йөрөгән булам. Кәләш көлгән була. Йәнәһе лә, минән булмай. Ә мин уға үс итеп, ҡорттоң иң шәбен аласаҡмын, Алла бирһә, иң шәп ҡортсо буласаҡмын (һуңғыһы артығыраҡ ысҡынды, буғай).

Ә ҡорттоң иң шәбе, әлбиттә, Бөрйәндә! Бөрйән ҡортон бигерәк маҡтайҙар. Үҙе уҫал, үҙе егәрле, иртә тора, һуң ята, ямғыр яуғанда ла эшләй, ҡар аҫтында ла ҡышлай, балды биҙрәләп йыя... Үҙен күргән юҡ былай. Ә бына кеше һөйләгәненә ышанһаң, Ер йөҙөндә Бөрйән ҡортона еткән ҡорт юҡ һымаҡ. Һүҙ әйтелде - уҡ атылды, тигәндәй, күп уйлап торманым. Анан-бынан йыйындым да сыҡтым да киттем Бөрйән тарафтарына. Хәҙер юлдар шәп бит. Һә, тигәнсә килеп тә еттем район үҙәгенә. Әйткәндәй, картала ул "Иҫке Собханғол" тип күрһәтелгән. Ә бөрйәндәр уны ябай ғына итеп "Бөрйән" тип әйтә лә ҡуя икән. Үҙҙәре әйтмешләй, хәтәр уңайлы, һәләк йәтеш. Ысынлап та, телде әллә нисәгә болғап, әллә нисәгә бөкләп, Иҫ-кеее Соб-хан-ғооол, тип һуҙып-муҙып тораһы түгел. Бер тынала ҡыҫҡа ғына итеп әйтәһең дә ҡуяһың - Бөр-йән! Исеме лә яғымлы, күңелгә лә ятышлы.
Ҡорт һатырға тейеш кешене мин алдан бер танышым аша белешкәйнем. Ул мине Бөрйәндә ҡаршы ла алырға тейеш ине. Әммә ҡаршы ала алманы. Көтмәгәндә бер эше килеп сыҡҡан икән. Хәл юҡ, үҙемә йөрөргә тура килә инде Бөрйән буйлап, ҡорт эҙләп. Әммә оҙаҡ йөрөргә тура килмәне. Кәрәкле өйҙө тиҙ таптым. Уның ҡапҡа эргәһенә еткәс, бер аҙ баҙап ҡалынды. Был мәлдә хужалар әллә торғандар, әллә әле ял итәләр, тигәндәй. Иҫке Собханғолға, әй, Бөрйәнгә былай тиҙ, иртә килеп етермен, тип кем уйлаған. Шулай ҙа ҡыйыуһыҙ ғына ҡапҡаға туҡылдатам. Күп тә үтмәй, теге яҡтан мине ҡыуандырып, иду-иду, тигән тауыш ишетелә. Иду-идуға бер аҙ аптырай биреп ҡуйыла. Таныштың әйтеүе буйынса, миңә ҡортто башҡорт кешеһе һатырға тейеш ине. Әллә берәй урыҫтың ҡапҡаһын яңылыш туҡмап торам инде. Ярай, урыҫ булһа ла артыҡ зыян юҡ. Бик тә булмаһа, Христос воскрес, тип әйтермен дә ҡуйырмын. Минең бер таныш бер урыҫҡа шулай тип әйткән икән, уны... Ярай, был турала, насип итһә, икенсе юлы яйлап һөйләрмен әле. Ә әлегә минең уйҙарҙы шығырлап асылған ҡапҡа өҙә. Ирекһеҙҙән йылмайып ҡуям - минең алда йәшел түбәтәй кейгән, ыҡсым ғына һаҡал-мыйыҡ ебәргән саф башҡорт бабайы йылмайып тора! Уның умартасы икәненә бер ниндәй ҙә шик ҡалмай. Бер аҙ хәйләкәр күҙҙәр, бер аҙ көлөмһөрәп торған ауыҙ ситтәре, һынамсыл ҡараш, "бал тамып торған" ҡулдар, бер аҙ көмөрәйә төшкән яурындар... Биллаһи, Аллаһы Тәғәлә бары тик умартасыға ғына тап ошондай сифаттарҙы алдан уҡ әҙерләп-тәғәйенләп ҡуйғандыр.
Һаулыҡ һорашабыҙ һәм урам эсенә үтәбеҙ. Яҙмаһам да булалыр, бөтә ерҙә тәртип, бөтә ерҙә бөхтәлек-таҙалыҡ. Минең күңелгә һары май булып яғылып, рәт-рәт булып ҡорт оялары теҙелеп киткән! Булды былай булғас, тип ҡулдарҙы ыуып алам. Юл уңды, мәйтәм. Ҡайтам былай булғас мин Бөрйәндән ҡорт тейәп! Үҙем дә һиҙмәй ҡалам, эйәкте ҡаға-ҡаға күҙ менән генә ояларҙы иҫәпләй башлайым. Һанап сыҡҡас, аптырап ҡуям - йөҙгә яҡын күс ултыра түгелме? Әллә яңылыштым микән? Бармаҡтарҙы бөгә-бөгә киренән иҫәпләй башлайым. Тәк, ҡойма буйында - ун алты, эргәһендә - ун ете, йәмғеһе - утыҙ өс, ә өй буйында... Шул мәл хужа итәғәтле генә йүткереп ҡуя. Шунда ғына бабайға Бөрйәнгә килеүемдең төп сәбәбен бер тынала "пулеметтан" һиптерәм. Шул мәл минең һөйләп бөткәнде лә көтмәй, бабай ҡапҡа яғына юл ала. Уны асып, иғтибар менән бер уңға, бер һулға ҡарай. Шунан ҡапҡаны матурлап яба һәм минең эргәгә килә. Был нимә булды инде, тип мин аптыраңҡырап бабайға ҡарайым.
- Мин һине һыбай сабып килгән, тип торам бит. Шул өтөк атыңды һалҡын лапаҫ аҫтына ҡуйып, бер аҙ һыуытып алырға ине иҫәп.
Ирекһеҙҙән көлөмһөрәп ҡуям. Шул хәтлем ярһыма әле, тигәнде ҡалай оҫта төшөндөрөп ҡуйҙы хужа. Шунан ул ыҡсым ғына эшләнгән эскәмйәгә ултыра. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәлер инде ул хужаға. Таҡталары яп-ялтыр булып шымарып бөткән. Бабай эйәге менән ымлап, эргәһенән миңә лә урын күрһәтә. Ярыш ултырып, бер аҙға тын ҡалабыҙ. Шул саҡ мин ҡорттарҙың тыныс ҡына гөжләп осоуына иғтибар итәм. Бына һиңә - мә, уларҙы тыңлап ултырыу ҙа күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бирә икән. Тәнгә элек мин белмәгән ниндәйҙер илаһи тыныслыҡ килә. Донъя мәшәҡәттәре, нисектер, юғалып ҡалғандай була. Бөрйәнгә килмәһәм, был турала, бәлки, ғүмере белмәҫ тә инем. Ябай ғына ҡорттоң гөжләүенән дә шундай күңел тыныслығы алып була икән! Күпмелер шулай ләззәтләнеп ултыра биргәс, хужа миңә борола төшә һәм минең яуырындарҙы еңелсә яратып, ошолай әйтеп ҡуя:
- Мин һиңә ҡортомдо һатмаҫҡа, тип уйлап ултырам әле.
Мин тетрәндем! Әгәр ҙә мәгәр мәлендә ҡайным, мин һиңә ҡыҙымды бирмәҫкә тип уйлап ултырам әле, тип әйтһә лә былай уҡ тетрәнмәҫ инем (бирмәһә, аптыраған юҡ, урланым, ҡастым, шуның менән вәссәләм).
- Нишләп?
Бабай көлөмһөрәй биреп әйтеп ҡуя.
- Күрше-күләнде көлдөрөп, илап ебәр тағы, йәме.
Минең күпкә шиңеп киткән яурындарға ҡулдарын һала.
- Әйт әле, улым, бына һин үҙ атыңды төптө белмәгән-күрмәгән берәй кешегә һатып ебәрер инеңме?
Аптыраулы ҡарашты уға төбәйем. Тиктомалдан әллә ниндәй мәғәнәһеҙ һорау биреп ҡуйҙысы. Мин ат тураһында гәп һатып ултырырға түгел, ә ҡорт һатып алырға килгәнмен. Әммә бабайҙың ҡараштары бик уйсан. Буштан ғына бындай һорау биреп ултырғанға һис кенә лә оҡшамай. Шул мәл минең күҙ алдыма үҙебеҙҙең атыбыҙ килеп баҫа. Үҙе лә матур, исеме лә матур уның - Ыласын. Хәҙер олоғайҙы инде. Мин иҫ белгәндән бирле атайым ул атты көтә. Бәләкәй саҡта уның эргәһенә йыйылған күгәүендәрҙе ҡарап ултырырға, аҙаҡ тоторға маташҡан мәлдәр һаман иҫтә. Хатта бер мәл бөтөнләйе менән ат аҫтына инеп киткәнмен. Нисек типмәгән дә нисек тапамаған. Аҡыллы шул беҙҙең атыбыҙ. Шул мәл атайым менән кис ат тышап ҡайтҡан мәлдәр иҫкә төшә. Эй, ваҡыты менән һағындырып китә шул саҡтар. Атайым мине күтәреп, атҡа мендерер, ә үҙе атты етәкләп алыр ине. Бармаҡтар менән йән көскә ат ялына йәбешкән булаһың (улары шыуғалаҡ бит әле), ат атлаған һайын тегеләй-былай бәүелеп бараһың. Тышалған ат беҙҙе бышҡырып оҙатып ҡала. Ҡайтҡанда, әлбиттә, атай елкәһендә ҡайтаһың. Атыбыҙға бәйле йылы хәтирәләрҙе иҫләй башлаһаң, күп инде улар. Атты һыу индереп ҡайтыуҙар... Бер арба булып бесәнгә барыуҙар... Утын тейәп ҡайтыуҙар... Зыңғырлы дуғалар менән ҡунаҡҡа йөрөүҙәр... Һабантуйға барыуҙар...
Бабайҙы әйтәм, бигерәк урынһыҙ, бигерәк мәғәнәһеҙ һорау бирҙе. Күңелгә хатта бер аҙ ҡыйын булып китте. Нишләп беҙ үҙебеҙҙең атыбыҙҙы һатырға тейеш әле. Етмәһә, төптө белмәгән-күр-мәгән кешегә. Ә шулай ҙа кемдер берәү атыбыҙҙы һатып алам тип килә ҡалһа... Ҡуй, буш нәмә уйлап, башты ҡатырып ултырмайым әле. Күрәләтә кем үҙ дуҫын һатып ебәрһен инде!
Бабай, әйтерһең, минең ҡараштан бөтәһен дә аңлай.
- Бына шулай шул, улым (ауыр көрһөнөп ҡуя). Бына бөгөн мин дә үҙ ҡорттарым менән ошондай ауыр хәлдә. Улар ҙа күптән инде минең дуҫтарыма әйләнеп бөткән.
Бер аҙға тын ҡалабыҙ. Ә нишләп һатырға булдығыҙ һуң? Әлбиттә, был һорау минең тел осонда ғына тора. Әммә һорарға ғына уңайһыҙланам. Бындай сетерекле хәлдән бабай мине үҙе ҡотҡара.
- Бер бөртөгөн дә һатмаҫ инем, улым. Ҡартайып ҡына әрәм булынды. Бына быйыл миңә һикһән йәш тулды. Хәҙер йөҙләп күс ҡарарға хәл етмәй (бер аҙға тынып ҡала). Ә уларҙың һәр береһен еренә еткереп ҡарарға кәрәк. Иң мөһиме, ҡорт һинең ғәйеп менән өшөргә, асығырға, ауырырға, унан бигерәк, Аллам һаҡлаһын, үлергә тейеш түгел. Ҡорттоң гонаһы үтә ҙур, улым. Бигерәк тә асығып үлгәндәренең рәнйеше көслө. Хәҙер мин оло йәштәмен. Әбейем дә минән артыҡ ҡалышмай. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ғүмер биргән. Олоғайған көндә ҡорт гонаһын, уның рәнйешен алып ултырғы килмәй.
Ә нишләп балаларына таратып бирмәй икән? Әйтерһең, был һорауҙы бирергә уҡталғанды бабай алдан һиҙеп ултыра.
- Балаларға ла бирергә булыр ине. Әммә бөгөн мәле түгел. Дөрөҫөрәге, балалар әле бешеп-өлгөрөп етмәгән. Һәр береһенең үҙ эше, үҙ шөғөлө, үҙ донъяһы, тигәндәй. Ҡортто бирермен дә ул, ә улар әрәм итеп ҡуйһа... Алла бирһә, мәле етер. Шул ваҡытта мин уларға тыныс күңел менән ҡорттарымды тапшырырмын. Иншаллаһ, шул көндәрҙе күрергә насип итһен.
Бына хәҙер аңлашылды, тип уйлап ҡуям мин. Бабай һүҙен дауам итә.
- Борон умартасы үҙ ҡортон һатырға тырышманы. Туй-байрам мәлендә бүләк итте. Улан-ейәндәренә таратып бирҙе. Элек ололар ошолай әйтер ине. "Ҡорт һатып байыҡма, бал һатып байыҡ". Күс һатмауҙың тағы ла бер яғы бар. Элек умартасы даланлы ҡортоноң ситкә китеүенән ҡурҡты. Бөгөн ололарҙың ошондай әйтеме бер аҙ онотола төштө, буғай: "Умарталыҡта даланлы ҡорт була, уны күҙ нурындай һаҡлағыҙ. Даланлы ҡорт ситкә китһә, умарталыҡтың ҡото китә".
Тағы бер аҙға шымып ҡалабыҙ. Бабай көрһөнә биреп һүҙен дауам итә.
- Тормош ваҡыты менән беҙ уйлағанса ғына бармай шул. Бына минең кеүек хәлгә ҡалыусылар элек тә булған. Ваҡыты менән умартасы ҡорттарын һатырға мәжбүр булған.
Бына бит, тип уйлайым мин, һатырға мәжбүр булған. Ә нишләп был бабай миңә үҙ ҡортон һатмаҫҡа уйлай икән? Бабай һүҙен дауам итә:
- Әммә тәү осраған кешегә һатмаған үҙ ҡортон умартасы. Ҡотло кешегә генә һатҡан. Бындай осраҡта даланлы ҡорт үҙ көсөн юғалтмаған - ул ике ҡортсоға ла ҡот килтергән. "Ҡотһоҙға ҡорт ҡунмаҫ, умартаһында ҡорт тормаҫ!" - бындай мәҡәлде халыҡ бит бушҡа ғына әйтмәгән.
Тимәк, мин ҡотһоҙ! Бындай ауыр асыштан миңә уғата ҡыйын булып китә. Бабай миңә бер аҙ текләп ултыра һәм ниндәйҙер етди ҡарарға килә.
- Былай һин һәйбәт егеткә оҡшағанһың (күңелгә йылы йүгерә). Мин һиңә һынау өсөн өс күс һатырға булдым. Тик бер нисә шартым бар. Тәүге шартым ошолай. Минең теләктәрҙе теүәл үтәргә тырыш. Уларҙы мин ҡағыҙға яҙҙым. Өйөңдә берәй күренгәнерәк ергә элеп ҡуйырһың. Ул һәр ваҡыт мине, минең теләктәрҙе иҫеңә төшөрөп торһон. Икенсе шартым ошолай. Әленән-әле шылтыратып ҡорттарҙың хәле тураһында һөйләп тор. Айына бер-икене хәлде аңғартһаң, булды. Өсөнсө шартымдың үтәлеше минең ҡарамаҡта булыр. Кәрәк тип тапһам, һиңә ҡунаҡҡа барып сығам һәм ҡорттарымдың хәле менән үҙем танышам. Әгәр минең ышанысымды аҡлаһаң, киләсәктә тағы ла күс һатырмын. Килештекме, улым!
Уйландырҙы бит бабай! Ҡорт һатып алыу юл ыңғайы магазинға йүгереп инеп сыҡҡан кеүек кенә булманы. Баҡтиһәң, умартасы булыу бик яуаплы эш икән. Әммә мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ни тиһәң дә, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кешемен. Шуға өҫтәп, ике балам бар. Әле миңә егерме ете йәш. Ошо ғүмер эсендә ниҙәр генә күрелмәне, ниҙәр генә кисерелмәне. Баштан үткәргән-кисергәндәрҙе һөйләй башлаһаң, ике китапҡа ла һыймаҫ әле. Шуға мин ышаныслы рәүештә бабайҙың ҡулын ҡыҫам.
- Килештек, ней, бабай! Ҡорттарҙы бар күңелемде, ней, һалып ҡарармын. Һәр шартыңды, ней, ҡабул итеп алам, теләктәреңде, ней, үтәргә тырышырмын (һай, ысын ир һүҙе булды был, тип ҡыуанғандыр әле хужа).
Бөрйән бабайы түш кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән дәфтәр бите сығара (алдан әҙерләп ҡуйған, күрәһең) һәм миңә тоттора.
- Минең теләктәр ошонда инде, улым.
...Әле бына өс күс тейәп ҡайтып барам тыуған яғыма. Әйткәндәй, мине ныҡ ололанылар. Оло ҡунаҡты хөрмәт иткән кеүек, сәй эсереп оҙатып ҡалдылар. Хужаның әбейе урыҫ икән. Башҡортса шәп белә. Ҡайҙан өйрәнгәндер. Үҙе, мин урыҫ түгел, мин мәрйә, тип кеткелдәп көлгән була. Мәрйәһе кем булалыр инде. Әле уйлап барам, ҡорт ҡына түгел, оло фәһем дә алып ҡайтып барам мин Бөрйән тарафтарынан. Бөрйән умартасыһының теләктәрен үтәргә, уның ышанысын аҡларға насип итһә ине, тигән теләктә ҡалам!

Бөрйәндән күрше районға ҡайтып барыусы йәш умартасы
Сәлих СӘЙЕТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 886

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru