«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕАТР ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫН АСТЫ
+  - 

Иҫке йылдың һуңғы көндәрен һанағанда, ниһайәт, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңыртылғандан һуң тәүге тамашасыларына ишектәрен асты. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре театр хеҙмәткәрҙәренең шатлығын уртаҡлашып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Тамашасылар был ваҡиғаны бер йылдан артыҡ түҙемһеҙләнеп көттө, үҙенең 100 йыллыҡ юбилейы алдынан ғына төҙәтеү-яңыртыу эштәренә ябылған театр был тарихи датаны ла Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләргә мәжбүр булғайны. Былтырғы йыл дауамында йә бәләкәй сәхнә өсөн ижад ителгән спектаклдәр уйнарға, йә Өфөләге башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһарға тура килде уларға. Шуға үҙ сәхнәһен һағынған артистар тантанаға махсус рәүештә "Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы" әкиәте буйынса яҙылған театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Уның сценарий авторы Дамир Йосопов, ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы Альберт Нестеров. Ҡыйыу актерҙарға реконструкция һәм пандемия образдарындағы афәттәргә ҡаршы алышырға тура килде, күпте күргән 100-сө сезон (Артур Ҡунаҡбаев) йәш һәм өмөтлө 101-се сезонға (Айнур Ситдиҡов) Театр мөхите, Ижад, Сәм, Тамашасы һөйөүе һәм башҡа театр өсөн иң мөһим төшөнсәләр йәшерелгән һауыттарҙы тапшырҙы.
Тантана барышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова театрҙың ижади һәм техник хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы. Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелде. Артабан тамашасылар М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры сәхнәһендә яңғыраған йыр-моң иленә сумды. Концерт программаһының режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев, сценарийын Динара Ҡәйүмова яҙған. Ҙур сәхнәне асыу тантанаһы Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаровтың билдәле дуэты менән тамамланды. Әйткәндәй, театр оркестры шулай уҡ Бәләкәй сәхнәлә лә "Йөрәктәр ҡушылды..." концертын ҡуйҙы, унда башҡорт композиторҙарының театр өсөн яҙылған йырҙары яңғыраны. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тоғро тамашасыларын ғинуарҙан Ҙур сәхнәлә ҡаршылай башланы.
Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан Башҡорт академия драма театрында Николай Крашенинниковтың "Әмилә" романы буйынса пластик спектаклдең премьераһы булды. Николай Крашенинников (1878-1941) - Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында ҙур һөйөү менән ижад иткән рус яҙыусыһы. "Әмилә" романы рус дворян мөхитендә тол ҡалған балаһыҙ профессор ҡатыны тәрбиәләп үҫтергән етем башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында. Инсценировка авторы - Азалия Балгазина, художество етәксеһе - Айрат Абушахманов, пластика буйынса режиссер - Алина Мостаева. Художество һәм музыкаль яҡтан биҙәү өсөн Санкт-Петербургтан сценограф, костюмдар буйынса рәссам Екатерина Малинина һәм композитор, музыкант Олег Гудачёв саҡырылған. Тарихты пластика, бейеү һәм музыка телендә бәйән иткән спектаклдә башҡорт, рус, француз телдәрендә лә телмәр яңғырай. Башҡортсаға Динара Ҡәйүмова тәржемә иткән.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 405

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru