«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ БЕҘҘЕ ТАШЛАП КИТМӘЙӘСӘК
+  - 


Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялау тураһындағы хәбәрҙәр һуңғы ваҡытта интернет киңлектәрен иңләй. Үҙәктән бирелгән мәғлүмәттәргә һәр кем үҙ фекерен һәм фаразын өҫтәй-өҫтәй, был яңылыҡ ниндәйҙер хәүеф һымағыраҡ ҡабул ителә башланы. Шунлыҡтан, барыһын да ошо эш менән шөғөлләнеүсе белгестәр ауыҙынан ишетеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хатип Сәрүәр улы Фазылов һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, скульптор Хәниф Мирзаһит улы ХӘбибрахманов менән бәйләнешкә инеп, уларға халыҡты борсоған һорауҙарҙы бирҙек.

Хөрмәтле рәссамдар, скульпторҙар, һеҙ баш ҡалалағы Аҡмулла, Заһир Исмәғилев, Шайморатов, Туҡай һәм башҡа һәйкәлдәрҙе, скульптураларҙы эшләгән, ҡойған һәм урынлаштырыу эштәрен ойошторған кешеләр. Йәғни, һәйкәлдәр мәсьәләһен яҡындан өйрәнгән белгестәр. Әйтегеҙ әле, Салауат һәйкәле бөгөн ниндәй төҙөкләндереүгә мохтаж?

Хатип Фазылов:
Баш ҡалабыҙҙың күрке, тотош милләттең изге символы булған һәйкәл 1964 йылдан алып билдәле урынын биләй. Ул суйындан ҡойолған. Ярты быуаттан ашыу асыҡ һауа аҫтында торған есемдең боҙолоуы тәбиғи. Һәйкәлдең эсендә бушлыҡ, ундағы температура ҡышын һыуына, йәйен йылып быулана, тыштан да ел-ямғыр-ҡар һәм башҡалар суйынды тутыҡтырған. Шулай уҡ эстән һәйкәлдең төрлө урындарын тотоп торған трост һәм башҡа тимер нығытмалар ҙа серей. Тыш яҡтан был үҙгәрештәр артыҡ һиҙелмәһә лә, һәйкәл инде янына килгән кешеләр өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра ала. Уның ниндәйҙер бер өлөшө бүленеп килеп төшөргә лә мөмкин. Был хәүеф ҡоро фараз ғына түгел, уның тышын йәшелгә буяп ҡуйыу ҙа шул эстәге реакцияны (тутты) күҙ ҡарашынан ябып тороу өсөн башҡарылғайны. Һәйкәлдең хәлен махсус белгестәр ультразвук һәм башҡа заман ҡорамалдары аша тикшереп, яҡын арала төҙөкләндерергә тигән ҡарар сығарҙы. Һәм хатта ҡала хакимиәтенә штраф та сәпәлде, буғай.

Һәйкәлде йыл ярымға тиклем ваҡытҡа алып ҡуйыуҙары ихтимал, тигән хәбәр халыҡ араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Уны ысынлап шулай оҙаҡҡа алып китерҙәр микән?

Хәниф Хәбибрахманов:
Әле бер ерҙә лә һәйкәлебеҙҙе урынынан алып китәсәктәр һәм тап йыл ярымға тигән ныҡлы мәғлүмәт юҡ. Шулай булыуы ихтимал, тип кенә әйтелде. Һәйкәлгә ремонт ҡына түгел, ә уны тулыһынса яңынан ҡойоу кәрәк булыр. Ваҡытында Хрущев уны ҡойоуға бронза материалын бирҙертмәй, бронза стратегик сырье булып, ныҡ ҡиммәт иҫәпләнә. Хәҙер иһә һәйкәлде бронзанан ҡойоп ҡуйыу тураһында һүҙ алып барыла. Ул саҡта тағы ла ике йөҙ йылдан ашыу ҙа бирешмәй тора аласаҡ.
Был мәсьәлә әле хәл итеү өҫтөндә, әммә һәйкәлде урынынан алып китеп йөрөмәйенсә лә эшләү юлдары бар. Махсус комиссия шул ысулды ҡулланыу тураһында уйлаша ла инде. Дүрт-биш ай эсендә конструкторҙар эш дәүмәлен һанап сығарып, тышҡы һынын күсереп алып ҡына ҡоя һәм урынын көпләп тороп, бер йәй эсендә лә яңыһын урынлаштыра ала. Һәм бронзаны ситтән килтергәндә беҙҙең Черниковка заводында ла ҡойорға була. Һәйкәлдең нигеҙен дә ҡарарға кәрәк әле бер ҡуҙғатҡанда. Тау түбәһен эстән яҙғы һыуҙар йырғылаған, йомшаҡ таш ҡатламы ултырған. Уларҙы ла нығытыу өсөн, бәлки, бетон торбалар ултыртырҙар, бәлки, башҡа нығытма материалдары ҡулланылыр. Был да ваҡытты аласаҡ.

Мәскәү тарафтарына юлланып, батырыбыҙ һыны ҡайҙалыр юғалып, онотолоп ҡалып ҡуймаҫмы, тип хәүефләнә халыҡ...

Хатип Фазылов:
Хатта Мәскәүгә ебәрелгән хәлдә лә ул бит бөтөн ҡәтғи документтары менән мисәтләнеп, һаҡ аҫтында алып кителәсәк. Уларҙан тыш, халыҡ вәкилдәре лә күҙәтәсәк был эште. Республиканың, тотош милләттең символы булған һәйкәл бер нисек тә "юғала" алмай. Һәм, бая әйткәнсә, беҙ һәйкәлдең яңыһы килгәнсе, иҫкеһен урынында тотоу яҡлы. Шом таратыусы ҡотҡо хәбәрҙәр нигеҙһеҙ. Күрерһегеҙ, үҙебеҙҙә ҡойолһа ла, башҡа ерҙә яңыртылһа ла, Салауат үҙ урынында бөйөк һәм мөһабәт булып ултырыуын дауам итәсәк.

Һәйкәлдең тышҡы күренешенә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәйәсәкме? Мәҫәлән, батырҙың йөҙөн үҙгәртеү, алҡаһын сисеү йәки атын икенсерәк итеп ҡуйыу кеүек...

Хәниф Хәбибрахманов:
Бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаясаҡ. Һәйкәл бит автор эше, уны бер кемдең дә үҙгәртергә хоҡуғы юҡ. Яңынан ҡойолған хәлдә лә уның бары материалы ғына яҡшыраҡтан буласаҡ - шул ғына.

Салауат Юлаев һәйкәле һеҙҙең өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?

Хатип Фазылов:
Салауат һәйкәле урынлашҡан ер баш ҡалабыҙҙың йөрәге. Ә батыр исеме беҙҙең ғорурлыҡ.
Хәниф Хәбибрахманов: Салауатһыҙ - Өфө, Өфөһөҙ Салауат юҡ. Салауат батырһыҙ башҡорт халҡы юҡ. Борсолмағыҙ, һәйкәл беҙҙе ташлап китмәйәсәк.

Әйткәндәй, Волгоградтың Мамай ҡурғанындағы "Ватан-Әсә саҡыра" ("Родина-мать зовет") һәйкәлен Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата реставрациялағайнылар. 52 йыл торған ҡомартҡыға ысынлап "ярҙам" кәрәк була. Яңыртыу һәйкәлде урынынан ҡуҙғатмай ғына үткәрелә. Ул бары төҙөлөш ситлеге менән уратып алына, йәғни ваҡытлыса ябыла. 2017 йылда эштәр һәйкәлдең эске өлөшөндә башлана, канаттары алмаштырыла. 2019 йылдың сентябрендә инде Ватан-Әсәнең йөҙө, ҡылыс тотҡан уң ҡулы, башы һәм күкрәк өлөшө рәтләнеп өлгөрә. Унда 180 деффект табылып, 14 саҡрым сатнаған ыҙандар һылана. Ярыҡтар башта кислота менән эшкәртелеп, унан һыу менән сайылып, грунтланып, иҙелмә менән тултырыла. Аҙаҡ тишеп пакерҙар ҡуйыла. Иң ахыры тигеҙләнә һәм финиш ҡатламы һалына. Бик ҡиммәтле һәм сифатлы немец технологияһы буйынса эшләнә ул. Еңеү көнөнә байрам символы булған һәйкәл яңырып, яҡтырып, халыҡ алдына баҫа. Беҙҙең Салауат Юлаев һәйкәленең дә ошондайыраҡ ысулда яңыртылыуын, йәғни беҙҙе ташлап китеп йөрөмәүен теләр инек.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА һөйләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 484

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru