«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШСЕ ҺӨНӘРЕ ЛӘ ҠЫҘЫҠТЫРА
+  - 

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төрлө эшсе һөнәр оҫталарының донъя кимәлендәге "Йәш профессионалдар" (WorldSkills) хәрәкәте киң йәйелдерелә бара. Быйыл "Йәш профессионалдар" Бөтә Рәсәй чемпионаты Өфөлә уҙғарыласаҡ һәм уға әҙерлек сиктәрендә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында бизнес-ширҡәттәр менән социаль хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса түңәрәк ҡор ойошторолдо.

Һөйләшеү барышында студенттарҙы төбәк чемпионатына әҙерләү һәм Милли чемпионатта ҡатнашыу мәсьәләләре күтәрелде. Шулай уҡ йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәренә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән уртаҡ саралар уҙғарыу, профориентацион эште ойоштороу буйынса ла фекерҙәр тыңланды. Унда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Элина Ғатауллина, БР Сауҙа министрлығы бүлек начальнигы Эдуард Михайлов, БР Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина, "Ашан-Өфө" гипермаркетының хеҙмәткәрҙәр бүлеге етәксеһе Ольга Хәбибуллина һәм туҡланыу, туризм йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән башҡа ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.
- "Йәш профессионалдар" чемпионаты илдә үткәрелә башлағандан алып был юҫыҡта әүҙем эшләйбеҙ һәм беҙҙең студенттар йыл да төрлө кимәлдәге ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Беҙ уларҙы өс йүнәлеш - туризм, ресторан сервисы, ҡунаҡхана етәкселеге буйынса әҙерләйбеҙ. Быйыл тап беҙҙекеләр республика кимәлендәге һөнәри ярышта беренсе урын яуланы һәм бына Өфөлә ошо тармаҡтарҙа алдынғы предприятиеларҙы кәңәшмәгә саҡырып, фекер алыштыҡ, хеҙмәттәшлек итеү, командаларҙы өйрәтергә һүҙ ҡуйыштыҡ, - тине сараны ойоштороусы Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов. - Ресторан сервисы буйынса 3 проблемалы мәсьәләлә "Высота" һәм "Премьер" ресторандары, Йәмәғәт туҡланыуы буйынса уҡыу-курс комбинаты ярҙам итәсәк. Студенттарҙы тур һайлау эшенә "Пегас-туристик" өйрәтә, Баштурсоюз яңы туристик продукт, ә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты ҡануниәттәге яңылыҡтар менән таныштырып торасаҡ. CrownePlazaUfa - CongressHotel ҡунаҡхана етәкселеге буйынса студенттарға һөнәри белем бирергә ярҙамлашасаҡ. Тағы ла ошо ярышҡа әҙерлек барышында студенттарҙы Ҡаҙан йәки Мәскәүгә тәжрибә тупларға йүнәлтергә лә ниәт бар...
Ришат Хәжиғәли улы билдәләүенсә, "Йәш профессионалдар" чемпионатының һөнәри белем усаҡтары өсөн дә, уларҙа уҡыған йәштәрҙең киләсәге өсөн дә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул студенттарға яңы мөмкинлектәр тыуҙыра һәм йәштәр тырышып белем ала, ярыш сәме уларҙы һайлаған һөнәре буйынса камиллашырға дәртләндерә. Чемпионат кимәл ҡуя, шуға тап килеү өсөн тырышлыҡ һалырға әйҙәй. Унан һуң, чемпионаттарҙа ҡатнашып юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүсегә "Компетенциялар паспорты" бирелә, тимәк, уның оҫталығы донъя кимәлендәге талаптарға яуап биреүе күрһәтелә. Был инде йәш кешегә эшкә урынлашҡанда күп мөмкинлектәр аса.
Әйткәндәй, Өфөлә уҙасаҡ "Йәш профессионалдар" (WorldSkills Russia) Бөтә Рәсәй чемпионатына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә тамамланғас, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының республика кимәлендәге бәйгелә еңеү яулаған студенттарын тәбрикләү тантанаһы ла ойошторолдо. Йәштәр иҫтәлекле грамоталар һәм аҡсалата премиялар алды, ә уларҙы әҙерләгән уҡытыусылары Динара Насибуллина, Ксения Коваленко һәм Гөлназ Килмөхәмәтова хеҙмәттәре емеш биреүен күреп һөйөндө.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.21 | Ҡаралған: 377

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru