«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА...
+  - 


Яңы йыл алдынан Башҡортостан халҡы үҙенсәлекле бүләккә эйә булды. Быны ысын мәғәнәһендә халыҡтың халыҡҡа бүләге тип ҡабул итергә мөмкин, сөнки ул 2019 йылда башланып, дөйөм халыҡ проектына әүерелде. Эйе, һүҙ "Шайморатовсылар" проекты хаҡында. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ике йыл дауам иткән проектты йомғаҡлап, "Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары" биографик белешмәһенең электрон версияһының исем туйы үтте.

Социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеп барыусылар иһә көн һайын махсус сәхифәлә яугирҙарҙың исемлеге баҫылып барыуына иғтибар иткәндер, моғайын. Ысынлап та, Башҡорт кавалерия дивизияһы 78 Советтар Союзы Геройын, Дан орденының 5 тулы кавалерын биргән, 3860 һалдаты орден һәм миҙалдар менән наградланған берҙән-бер кавалерия берләшмәһе булһа ла, уның яугирҙарының тулы исемлеге әлегәсә булмай һәм был етешһеҙлекте бөтөрөү, бушлыҡты тултырыу маҡсатынан киң ҡоласлы эш башлана ла инде.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова "Шайморатовсылар" проектының Ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына һуҡмаҡ булыуын билдәләп, бөгөн Шайморатов исеме Башҡортостан халҡы өсөн ялтырауыҡлы атама булмауын, уның тормошобоҙҙа көн һайын ҡабатланыуын, легендар милләттәшебеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр эшләнеүен, тиҙҙән уға һәйкәл ҡуйыласағын билдәләне. Ғөмүмән, Шайморатовтың һәм шайморатовсыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш комплекслы, дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары, ғалим-эксперттар, халыҡ менән берлектә алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әһәмиәтле белешмәнең исем туйы менән БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев тәбрикләне һәм быны Бөтә Рәсәй кимәлендә мөһим ваҡиға тип баһаланы, шулай уҡ генерал Шайморатовҡа һәм уның дивизияһы яугирҙарына арнап, мәҙәниәт учреждениеларында ойошторолған саралар менән таныштырҙы. Ил өсөн башын һалған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса музейҙар: БР Милли музейы, БР Хәрби дан музейы, уның Дим районындағы филиалы - 112-се кавалерия дивизияһы музейы һәм башҡа филиалдарҙың, музейҙарҙың был йәһәттән әүҙем эш алып барыуын билдәләне.
БДБҠ Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин проекттың 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә башланыуын һәм легендар кавдивизия яугирҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелеүен билдәләне. Был проектта республика райондары ҡоролтайҙары, граждандар әүҙем ҡатнаша һәм яҡындары, туғандары тураһында анкеталар тултырып ебәрә, ҡомартҡылары, матбуғатта донъя күргән мәҡәләләр менән бүлешә. Шулай уҡ республиканың хәрби комиссариаты, Архив эштәре буйынса идаралыҡ, Милли архив та ярҙам ҡулы һуҙа. БДБҠ ағзалары махсус рәүештә Оборона министрлығы архивына барып, унда тупланған мәғлүмәттәрҙең күсермәһен алып ҡайта. Улар барыһы бергә тупланып, Башҡорт энциклопедияһы ғилми-нәшриәт комплексына мәғлүмәттәрҙе аныҡлауға һәм белешмә әҙерләп сығарыуға тапшырыла, унда Халыҡ хәтере (Память народа), Халыҡ ҡаһарманлығы (Подвиг народа) кеүек электрон порталдарҙағы мәғлүмәттәр менән сағыштырылып тикшерелә.
"Башҡорт энциклопедияһы" нәшриәтенең фәнни мөхәррире Клара Әғлиуллина белешмәнең электрон варианты менән таныштырып, февралдә уның баҫма версияһы ла сығасағын белдерҙе. 112bkd.ru сайтында урынлашҡан белешмәлә барлығы 2700 кешенең исем-шәрифе урын алған. Әгәр "Бәйләнештә" һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында баҫылған фамилияларҙың дөйөм һаны 3800 булһа, энциклопедия эксперттары тикшереүенән һуң улар кәмегән, сөнки ҡайһы бер фамилиялар ҡабатланған, исемлеккә эләккән ҡайһы бер кешеләрҙең бөтөнләй 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына мөнәсәбәте булмауы асыҡланған.
Сайт буйлап экскурсия яһағанда, унда бер нисә бүлек бар, дивизияның барлыҡҡа килеүенән алып уның хәрби яу юлы менән танышырға мөмкин. Личный составта алфавит буйынса тулы исемлек бирелә. Библиографияла шайморатовсыларға арналған рус һәм башҡорт телендә сыҡҡан китаптар, баҫма мәғлүмәт тупланһа, фильмографияла - фильмдар урын алған. Шулай уҡ яугирҙарҙың иҫтәлектәре урынлаштырылған. Хәтер бүлегендә иһә ҡаһармандарҙың, яҡташтарҙың исемдәрен эҙләү һәм мәңгеләштереү буйынса алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһе күренеп тора.
Бөгөнгө цифрлаштырыу заманында электрон варианттың өҫтөнлөгө шунда - уны даими рәүештә тулыландырып барырға мөмкин. Клара Әғлиуллина белдереүенсә, әлеге ваҡытта китаптар ҡыҫҡа аннотация менән генә бирелһә, киләсәктә З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә уларҙың цифрлаштырылған варианттарын урынлаштырырға йәки уларға һылтанмалар бирергә мөмкин. Был шулай уҡ фотоларға, башҡа мәғлүмәткә лә ҡағыла. Юҡҡа ғына онлайн-презентацияла ҡатнашыусылар бындай белешмәнең донъя күреүен оло һәм әһәмиәтле ваҡиға тип баһаламаны - ысынлап та ул киң аудитория өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ.
Шулай уҡ Клара Ишбулды ҡыҙы тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтиндың Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында элекке земство мәктәбе бинаһы булыуы һәм унда Шайморатовтың йорт-музейын булдырыу идеяһын еткерҙе. Әгәр район хакимиәте шундай инициатива менән сыҡһа, был мәҙәни мираҫ объекты булған биналарҙы бер ыңғайҙан ҡотҡарыу ысулы ла буласаҡ.
Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы буйынса тупланған мәғлүмәт менән таныштырҙы. Уларҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре-эскпонаттары ла һаҡлана. Тап Баймаҡ районы вәкиле Баҡый Вәлиев рейдтан дивизия байрағын алып сығып, был хәрби берләшмәне тарҡатыуҙан һаҡлап ҡала, сөнки хәрби берләшмә һуғыш йәки башҡа ваҡытта хәрби байрағын юғалта ҡалһа, тарҡатылыуға дусар була. Ул үҙе ҡурайсы була һәм Күсимовтың бойороғо буйынса бәреп төшөрөлгән немец самолеты торбаһынан ҡурай эшләп, уны үҙе менән һуғыш дауамында алып йөрөй. Сибай музейында был ҡурай ҙа, уның ҡыҙылармеец кенәгәһе лә һаҡлана. Хатта музейҙа белешмәгә ингән, әммә фотолары булмаған кешеләрҙең фотолары ла, башҡа материалдар ҙа бар һәм Альбина Зөфәр ҡыҙы белешмәгә инмәгән барлыҡ материалдар менән бүлешергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Бөгөн тормошобоҙҙо глобаль энциклопедия - Википедиянан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Әммә Википедияның төп талаптарының береһе - мәҡәләләрҙең абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнеүе. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының исемлеге баҫыла башлау менән Башҡорт Википедияһы уны үҙенең киңлектәренә күсереүгә тотоноп, былтыр 13 ноябрҙә - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолған көндә проект итеп төп киңлеккә сығарҙы. Хәҙер инде Башҡорт энциклопедияһында эшләнгән белешмә ошо исемлек буйынса яугирҙар тураһында википедия талаптарына ярашлы мәҡәләләр яҙыу өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Был хаҡта Башҡорт Википедияһы ирекмәне Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова һөйләне һәм йәйгеһен "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары" конкурсы үткәреләсәге тураһында белдерҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаларынан урындағы ҡоролтайҙар аша был конкурсҡа һәр райондан ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүҙә ярҙам һораны. Шулай уҡ ул ҡайһы бер яугирҙар буйынса мәғлүмәттәр наҡыҫ булыуы сәбәпле, конкурстың мәҡәлә яҙыу менән бер рәттән, викимәғлүмәт элементтарын тултырыу буйынса уҙғарыласағы тураһында һөйләне. Башҡорт Википедияһында ирекмән булырға теләүселәр өсөн һәр шаршамбы Рөстәм Нурыевтың Онлайн вики-мәктәбендә дәрестәр алып барылыуы һәм алдан яҙылып, унда һәр кем уҡып сыға алыуы хаҡында ла мәғлүмәт бирҙе. ...Һуңғы һалдат ер ҡуйынына һалынғас ҡына һуғыш туҡтай, тигән бөйөк полководец А. Суворов. Тимәк, әле һуғыш дауам итә. Тик был юлы ил-йортто һаҡлап түгел, ә ил-йорто өсөн ғүмерен ҡорбан иткән, инде хәҙер йәштәре беҙҙән йәшерәк булып ҡалған ата-олатайҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереп өлгөрөү өсөн ваҡыт менән алыш ул. Ул алышта шайморатовсылар ат уйнатып иң алдан бара...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.21 | Ҡаралған: 378

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru