«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫЙҺЫҢ ИКӘН, ТИМӘК... ФЕКЕРЛӘЙҺЕҢ
+  - 


Мин кешелек тарихы ике ҙур эпоханан тора, тип иҫәпләргә баҙнат итәм. Уның тәүгеһе Ерҙә әҙәм заты барлыҡҡа килгәндән һуң күпме дауам иткәндер, аныҡ ҡына билдәләп тә булмай, әммә тап боронғо кешеләрҙең яҙма тел уйлап табыуы менән бергә цивилизация тип атап булырҙай яңы дәүер башлана. Аралашыу, һөйләү теленән айырмалы рәүештә, яҙма тел өр-яңы сифатҡа эйә, ул кешеләр танып белгән бар нәмәне мейе ҡабынан тышҡы матди мөхиткә сығарып, быуындан-быуынға тапшырып булырҙай итеп, теркәп ҡуйыу һәм күп быуаттар буйы һаҡлау мөмкинлеген бирә. Әйткән һүҙеңде яҙма билдәләргә әйләндереү мөмкинлеген асҡан тәү кешене мин кешелектең бөйөк революционеры, тип атар инем.

Яҙыу тигән төшөнсә нисек боронғо булһа, уның менән йәнәш торған уҡыу ҙа шулай: яҙғанды уҡып булмай икән, унан бер фәтүә лә юҡ бит. Уҡыу-яҙыу булғас, уға өйрәтеүселәр - уҡытыусылар ҙа кәрәкле булып, улар йәмғиәттең бик абруйлы ҡатламын, хәҙергесә әйткәндә, тәү быуын интеллигенцияһын барлыҡҡа килтергән. Шулай итеп, уҡыу-уҡытыу даирәһе, киңәйгәндән-киңәйә барып, кешеләрҙең, тотош йәмғиәттең йәшәйеш торошон, үҫешен тәьмин итеү өсөн төп шарттарҙың береһенә әйләнгән. Тәүҙәрәк уҡыу уҡый-яҙа белергә өйрәнеү менән генә сикләнһә, был төшөнсә бөгөн белем алыу, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеү, аң ҡеүәһен үҫтереү, төплө һәм ижади фекерләү мөмкинлегенә эйә булыуҙы аңлата. Тормошобоҙҙо уҡыуҙан, йәмғиәт һәм дәүләтебеҙҙе уҡыу-уҡытыу өсөн мөмкинлек тыуҙырған мәғарифтан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Боронғосараҡ әйтһәк, уҡымышлы шәхестәрҙән торған йәмғиәт кенә бөгөнгө халыҡ-ара конкуренция көсәйеп, бер үк ваҡытта глобалләшеү процестары барған осорҙа ил һәм милләттәргә үҙ-үҙен һаҡлап ҡала алыу мөмкинлеген бирә.
Бөгөн илебеҙҙә уҡыу хәлдәре нисегерәк тора һуң? Ни эшләп ошо кеше аңын, уның шәхесен биҙәп, уны мәҙәни бейеклеккә күтәрә ала торған уҡыуға, белемгә ынтылыш көсө кәмегәндән-кәмей бара? Ошондай һорауҙар бер мине генә борсомайҙыр ул. XIX быуатта йәшәгән мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк, арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк" тигән саҡырыуы көн талабына әйләнгәндәй тойола миңә. Буш һүҙ булмаһын, тиһәк, бер-ике миҫал килтерәйек. Хәҙерге заман урта мәктәбен тамамлап, эшкә инер өсөн өлгөнән күсереп (!) ғариза яҙған бер егетебеҙ ошо ҡағыҙ киҫәгендәге ике һөйләмдә биш-алты хата ебәргән. Үҙ күҙем менән күрмәһәм, ышанмаҫ та инем. Наполеонды немец генералы тип белеүселәр ҙә юҡ түгел бөгөн. Бындай осраҡтарҙы иҫәпләп-һанап, осона сығырлыҡ та түгел. Ысынлап та, ун - ун бер йыл буйы мәктәп парталары артында ултырып та, йәштәребеҙҙең ҙур бер өлөшө тома наҙан ҡала түгелме һуң? Был һығымта менән, бәлки, килешеп тә булмаҫ ине, әммә ысынбарлыҡты матурлап-биҙәп кенә яҡшыртып булмай шул. Мәктәптәрҙә уҙғарылған быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре шаҡ ҡатырырлыҡ насар булһа ла, ошоно күрмәмеш тә белмәмеш булыусылар (ә ундайҙар мәғариф системаһында эшләүселәр араһында ла бихисап) бер ниндәй анализ һәм һығымталар эшләргә ашығып бармай.
Бөтә нәмә сағыштырыу аша дөрөҫ баһалана, тиҙәр. Уҙған быуатта, хәҙерге осорҙа яманаты сығарылған совет дәүерендә, мәғариф мәсьәләләрен ил етәкселеге иғтибар үҙәгенән ысҡындырманы, уҡыу-уҡытыу торошон көйләү, уның сифатын күтәреү өсөн мәғариф хеҙмәткәрҙәре күп көс һалды. Һөҙөмтәлә быуат башында халҡы ярым наҙан булған ил 40-50 йыл эсендә атом серҙәрен аса алып, йыһан киңлеген үҙләштерә алырлыҡ ҡеүәтле индустрияһы һәм, иң мөһиме, донъя кимәлендә танылыу тапҡан ғалимдары булған алдынғы державаға әйләнде. Был үҙе үк мөғжизәгә тиң ине.
Уйлап ҡараһаң, ул ваҡытта мәктәптәр һәйбәт йыһазландырылмаған, уҡыу әсбаптары ла етешмәгән, техник сараларҙан микроскоп-фильмоскоптан башҡа әллә ни булмаған, электроника хыялда ғына йөрөгән заман булған бит инде. Ә һөҙөмтәләр - иҫ китерлек! Мин шәхсән ошоға сәбәп итеп тик бер генә нәмәне күрһәтер инем. Ул - уҡыу, һәм уҡыуға ынтылыу. Хәтерегеҙҙәлер: ул саҡтарҙа үҙенә кәрәкле һәйбәт китапҡа эйә булыу өсөн кеше ваҡытын да, аҡсаһын да һис йәлләмәҫ булды. Хатта илдә үҙенә күрә китап ҡытлығы булды, тип тә әйтергә була. Студент сағымда тик алдан яҙылыу буйынса ғына һатыуға сығарылған махсус баҫмаға эйә булыр өсөн (яҙылыусыһы килеп алмаған осраҡта) ун биш көн буйына Мәскәүҙең бер китап магазинына барып йөрөгәнем хәтерҙә ҡалған. Китап уҡыу ошо замандың иң күркәм сифаттарының береһе булды. Советтар Союзы хаҡлы рәүештә китап уҡыусылар иле, тип нарыҡланды.
Хәҙер мәғлүмәт сығанаҡтары элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел, әлбиттә. Интернетта йөҙөп йөрөп, йәнеңә ни теләйһең, шундай мәғлүмәтте "һә" тигәнсе табырға була. Әммә... әммә наҙанлыҡ ҡайҙан килә һуң?
Минеңсә, кеше мәғлүмәтте төрлөсә үҙләштерә, сөнки ул төрлө формаларҙа һәм төрлө ысулдар менән бирелә. Телевидениенан, радионан тапшырыла торғандары махсус рәүештә эшкәртелеп, кешелә мотлаҡ билдәле бер эмоциональ кисереш булдырыу нигеҙендә ҡорола. Дөрөҫөн әйткәндә, бында кеше мейеһен, уның аңын билдәле бер мәғлүмәти программаға көйләү барлыҡҡа килә, мин быны "телебәйлелек", тип атар инем. Күптәрегеҙ иғтибар иткәндер: беҙҙе бимазалаған телевизион реклама хатта кескәй генә балаларҙың иғтибарын тулыһынса үҙенә йәлеп итә алыу көсөнә эйә. Телевидение аша беҙҙең менән марионеткаларҙай идара итәләр, беҙ ошоно аңлап ҡына еткермәйбеҙ...
Ә уҡыуға килгәндә, бында бөтөнләй икенсе механизмдар өҫтөнлөк итә. Иң мөһиме, һин был процесс менән үҙең идара итәһең. Телевизор ҡарағанда кешене хис-кисереш биләһә, китап уҡығанда фекерләү процестары әүҙемләшә. Тап шуның өсөн дә беҙ уҡығанда ваҡыты-ваҡыты менән пауза эшләйбеҙ, уҡылғанға кире әйләнеп ҡайтабыҙ һ.б. Кемделер тыңлағанда кеше пассив позицияла булһа, уҡыу барышында ул үҙ-үҙе менән эстән генә идара итә, уға эске әүҙемлек хас була. Бына ошолар уҡыу процесының кеше аңын үҫтереү өсөн үтә файҙалы булыуын күрһәтеп тора.
Әйткәндәй, гәзит-журнал уҡыусылар ҙа ныҡ һирәгәйҙе арабыҙҙа. Был беҙҙең мәҙәни халәтебеҙе түбәнәйтеп, әле бәйән ителгән эске торошобоҙҙо фәһемле мәғлүмәт менән байытыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. Китап, гәзит-журнал уҡып үҫмәгән балаларҙың аң ҡеүәһе аҡрын үҫешә икәнлеген дә ололарға оноторға ярамаҫ ине. Үҙегеҙ гәзит-журналдарға яҙылып, даими уҡый барып, балаларығыҙға кескәй саҡтарынан уҡ өлгө булыу зарур. Уҡыу менән бәйле ошо уй-фекерҙәремде туған-тыумасаларығыҙға, дуҫ-иштәрегеҙгә, таныш-белештәрегеҙгә "Киске Өфө" гәзитен алдырып уҡыуҙың да ни тиклем файҙалы һәм фәһемле булыуын аңлатһағыҙ ине, тигән саҡырыу менән тамамлайым.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.21 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru