«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘЗӘ АҪРАҒАН, ШӘЛ БӘЙЛӘГӘН МОХТАЖЛЫҠТА ЙӘШӘМӘҪ
+  - 


Башҡорт халҡының сигеү, ҡорама ҡорау, бәйләм бәйләү, кейеҙ баҫыу, матур-матур кейемдәр тегеү, биҙәүестәр яһау кеүек ҡул эштәре традицияларын дауам иткән, шуның менән рухи мираҫыбыҙҙың юғалыуына юл ҡуймаған оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик күп Башҡортостанда. Улар әсәй-өләсәйҙәребеҙ тәжрибәһен үҫтереп, дауам итеп кенә ҡалмай, ә юғары кимәлдәге оҫталыҡтарын күрһәтеп, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, халҡыбыҙҙың онотолоп барған кәсептәрен бөтә республикаға, илгә, донъяға таныта. Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Гөлсимә ИҪӘнҒолова - шундайҙарҙың береһе. Уның исеме Башҡортостандың шәл бәйләү оҫталары араһында яҡшы таныш. 2017 йылдан алып республика конкурстарында ҡатнаша. Тәүгә ҡатнашҡан йылда уҡ ул конкурстың төп призын яуланы. Унан һуңғы йылдарҙа ла һәр саҡ уға уңыш йылмайҙы: 2018 йылда "Селтәрле шәл" номинацияһында - беренсе урын алды, 2019 йылда "Шәл бәйләү традицияларын һаҡлағаны өсөн" номинацияһында билдәләнде. Былтыр иһә уның селтәр шәлдәре тағы ла Гран-приға лайыҡ булды. Ошонда урынлы һорау тыуа: конкурс ҡына билдәле иттеме уны? Эйе, был тәңгәлдә, һис шикһеҙ, уның да роле баһалап бөткөһөҙ. Шул уҡ ваҡытта был конкурсҡа Гөлсимә үҙе оҫталыҡтың иң үренә еттем тигән фекергә килгәс кенә барыуын да йәшермәй. Әйҙәгеҙ әле, бөгөн беҙ оҫтаның серле лә, бай ҙа күңел донъяһына сәйәхәт ҡылып, уның шәл бәйләү нескәлектәре менән танышайыҡ.

Юрауҙары юш килә

.Гөлсимә Иҫәнғолова сығышы менән Федоровка районы Бала Сытырман ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән шәл бәйләү кеүек, уны шал да, үәл дә тиҙәр, ижади эштең һауаһын һулап, был шөғөлдөң бөтә ауырлығын һәм нескәлеген үҙ күҙҙәре менән күреп үҫә. Биш-алты йәш булғанда уҡ ауылдаштары уның отҡорлоғон, бармаҡтары тилберлеген күреп, тиҙҙән уның бик оҫта шәл бәйләүсе буласағын юрай. Ысынлап та, юрағандары юш килә уларҙың - ҡыҙ башланғыс класта уҡығанда уҡ ололар менән бер рәттән ултырып шәл ситтәре бәйләй башлай. Әсәһе иләп өлгөртмәһә, күрше-тирәлә йәшәгән апай-инәйҙәргә бәйләшеп, аҡса эшләргә лә форсат таба. Был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуы, теләге шул тиклем ҙур була, кис ултырырға йәки ҡул эше өмәһенә ингән ололарға ҡарап, был шөғөлдөң айышына үҙаллы төшөнә ҡыҙ. Дебетте матур итеп аяларға ла, иләргә лә тап ошондай ҡулалмаш эш башҡарғанда өйрәнә. "Беҙ үҫкәндә бөтә ауыл шәл бәйләй ине. Бер көн - бер өйҙә, икенсеһендә икенсе өйҙә өмә менән кәзә мамығын эшкәртә торғайнылар. Уны яңғыҙың да эш итергә мөмкин, әлбиттә, әммә күмәкләп эшләһәң тиҙ ҙә, күңелле лә. Шәлдең матурлығы уның биҙәктәренә генә бәйле түгел. Уны бәйләп башҡа ябынғансы бик оҙайлы һәм яуаплы эш талап ителә ине. Дебеттең матурлығы кәзәнең нисек ашауына, тәрбиәләнеүенә, тарапмы-ҡырҡыпмы алыныуына ла ҡарай. Йыуып киптерелгән дебетте тәүҙә төйөрөн ҡалдырмай ғына күпертеп аялайһың йәки шапылдатаһың. Иләп ҡатлағас, сиратаһың. Был эштәрҙең барыһы ла өмә ваҡытында бер-береңде маҡтау, хуплау, дәртләндереү һүҙҙәре менән үтә. Кемдеке матурыраҡ килеп сыға, унан өйрәнергә, уға тиңләшергә, уныҡына оҡшатырға тырышаһың. Юғиһә, иләнгән еп тигеҙһеҙ килеп сыға. Төрлөсә булғас, шәл дә матур булмаясаҡ, шуға күрә иләүгә айырым оҫталыҡ талап ителә ине", - ти Гөлсимә Фәнил ҡыҙы үҙенең алыҫта ҡалған бала саҡ хәтирәләренә бирелеп.
Шәл бәйләү оҫталығы уға өләсәһенән күскән. Мәрхәбә Ғәйнетдин ҡыҙы Тимербаеваны ла заманында Стәрлебаш, Федоровка яҡтарында оҫта шәлсе, тип белгәндәр. Дебетен ҡырҡлы еп ҡалынлығында тигеҙ генә итеп иләп, нәҙек кенә энә менән бәйләгән. Иләп бара, ҡулы аҫтында мамығы ҡабарып бара, тип әйтәләр ундайҙар хаҡында. Бөтә оҫталар кеүек һан артынан ҡыумаған, йылына матур итеп өс-дүрт шәл бәйләһә, шуға ҡәнәғәт булған. Шәл бәйләү оҫталығына ҡыҙҙарын, аҙаҡ ейәнсәрҙәрен өйрәткән.
Гөлсимә Фәнил ҡыҙының шәл бәйләү оҫтаһы булып китеүенә тағы дүртенсе класта уҡығанда булған ваҡиға ла үҙ өлөшөн индергәндер. Уҡытыусыһы Рәйфә Вәлиева уҡыусыларына ҡул эше алып килергә ҡушҡас, ҡыҙ бөтә күңелен һалып, семәрләп-биҙәкләп ҡурсаҡ шәле бәйләп алып бара. Уның эшен мәктәптә бик оҡшаталар, хатта ки район күргәҙмәһенә алып баралар. Унда Гөлсимәнең ижад емеше беренсе урын яулай. Ошо бәләкәй генә еңеүе уның ижад ҡомарын, сәмен уята - шәл бәйләү эшенә тағы ла илһамланыбыраҡ, дәртләнеберәк тотонорға этәргес була. Ғөмүмән, был шөғөлөн бер ҡасан да ташламай ул. Өфөлә медицина училищеһында уҡығанда ла, уны тамамлап, дауаханала медсестра булып эшләгәндә лә ҡул эше һәр ваҡыт эргәһендә була.

Һөнәрле булыу - гәүһәрле булыу

Был хәҡиҡәткә күп тапҡырҙар инанған инде Гөлсимә. Туҡһанынсы йылдар башында-уртаһында бөтә ил финанс көрсөгөнә терәлеп, эш хаҡы яртышар йылға тиклем тотҡарланған йәки әйберләтә йә аҙыҡ-түлек магазинына талон менән бирелгән осорҙа яратҡан шөғөлө кәсепкә әйләнеп китә һәм ҙур ярҙам була. Тап ошо шәл бәйләй белеү һәләте арҡаһында башҡалар кеүек йылдар буйы ҡулаҡсаһыҙ ултырмай Иҫәнғоловтар ғаиләһе.
- Өләсәйем, әсәйем менән бергә бәйләгән шәлдәрҙе бергә ҡушһаң, Ер шарын урап сығырға булыр ине, моғайын. Йылына 30-40-шар шәл бәйләгән ваҡыттар булды бит. Былар, билдәле инде, барыһы ла йоҡо иҫәбенә эшләнде, - ти Гөлсимә. Әле лә ҡул эшенә күберәк төнгө мәлдә ултыра. Барыһы ла йоҡларға ятып, һиллек урынлашҡас, ҡулына ала ул бәйләмен. Илаһи тынлыҡта иң матур биҙәктәрен һала ул шәл ситтәренә. Яратҡан шөғөлө уға рухи таяныс кеүек. Ауырыған ваҡытында яңы һулыш өрә, ҡайғыһын тарҡата, шатлығын ишәйтә. Шуға ла үҙ асылын таба алмай, бәргеләнеп-һуҡҡыланып йөрөгәндәргә яратҡан шөғөл табырға, айырыуса ҡул эше эшләргә, бәйләргә кәңәш итә оҫта: "Был бик мөһим", - тип иҫәпләй ул, сөнки үҙ булмышын тапҡандар ғына оло маҡсат ҡуйып йәшәй ала, тормоштоң ваҡ мәшәҡәттәренән, ығы-зығыһынан өҫтөн була.

Йоланы һаҡлау кәрәк

Иң оҫта кеше генә шәлдең уртаһы менән ситен бергә бәйләй тигәндәрен ишеткәнем бар. Әммә Гөлсимә Иҫәнғолова был фекерҙе хупламай, улай ғына ла түгел, ул быға ҡырҡа ҡаршы: "Быны мин башҡорт шәле технологияһын боҙоу, тип уйлайым. Шәлъяулыҡ борон-борондан биш элементтан торған: бер урта, дүрт сит. Уны әсәйҙәребеҙ ҙә, өләсәйҙәребеҙ ҙә айырым бәйләгән һәм бәйләп бөткәс кенә дүрт эргәһен уртаға тоташтырған. Шәлдең был этабы ла яуаплылыҡ, оҫталыҡ талап итә. Дүрткел булғанда ғына ул матур һәм оҫта итеп бәйләнгән тип иҫәпләнә. Һуңғы осорҙа баҙарҙа Интернеттан тәҡдим ителгән өлгөләр ҡулланылған төрлө биҙәкле шәлдәр, үәлдәр осрай башланы. Быны ла мин традицион технологиянан ситкә тайпылыу, тип ҡабул итәм, сөнки беҙҙең үҙебеҙҙең быуаттар төпкөлөнән килгән "бесәй табаны", "һалма", "шыршы", "тау-биҙәк" тип аталған нағыштарыбыҙ бар. Ошо биҙәктәрҙән тыш, мин йәнә үҙем уйлап тапҡан һәм "ҡауыша алмаған йәрҙәр" тип атаған семәрҙе яратам. Республика конкурсын ойоштороусыларҙың тап ошо нескәлектәргә иғтибар итеүен айырыуса хуплайым", - ти ул.

"Башҡорт шәле" бренды

"Рәсми рәүештә нығытылмаһа ла, башҡорт шәленең бренды күптән бар һәм уны Рәсәйҙә меңәрләгән шәлъяулыҡ араһында ла танырға мөмкин. Оҙаҡ йылдар шәл баҙарында булыуым менән шуны әйтә алам: беҙҙең шәлдәр йылылығы, йомшаҡлығы, оҙаҡҡа етеүе, йылдар үткән һайын бешеләнеп, тағы ла нығыраҡ йылы булыуы һәм һоро төҫө менән айырыла. Быны бөтә төбәк шәлселәре лә яҡшы белә. Башҡортостан ерлегендәге кәзә дебетенән бәйләнгән шәл оҡшаһа, йыш ҡына уның хаҡына ҡарап тормайҙар, һатыулашмай ғына башлыса үҙенә, яҡын кешеһенә, буласаҡ килененә бүләккә генә алалар. Алыпһатарҙар иһә күпселек осраҡта арттырып һатыр өсөн йылҡылдап торған Волгоград мамығынан бәйләнгәненә өҫтөнлөк бирә. Мин дебетте Ейәнсура яғына барып, ҡулда шыуып торғанын, бөтәрләнмәгәнен үҙем һайлап алам. Волгоградтыҡы кеүек йылҡылдап тормай, әммә башҡорт тоҡомло кәзәнеке йылы һаҡлай, дауалау көсө лә бар. Йәмғиәттә башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, "Башҡорт дебет шәле" брендын булдырыу, халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле бәйләнеш булдырыу йәһәтенән конкурстар ойошторолоуы бик тә отошло тип уйлайым", - ти мәҡәләбеҙ геройы.
Гөлсимә Иҫәнғолова шулай уҡ башҡорт шәленең киләсәген башҡорт тоҡомло кәзәләрҙе үрсетеүгә бәйләй. Хрущев заманынан ҡалған "Кәзә мал түгел" тигән әйтем төптө дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй. Ысынлап та, заманында тап ошо дебет шәл бәйләп һатып, күпме кеше балаһын уҡытты, кейендерҙе, өйләндерҙе, йорт һалды. Хәҙер көлкө һымаҡ булып күренһә лә, был ысынбарлыҡҡа тура килә. "Кәзә һауғандан һыйыр һауған һөт һорап килгән" тигән әйтем дә бар бит халҡыбыҙҙа. Был, әлбиттә, шартлыса әйтелгән. Шулай ҙа кәзә аҫраған мохтажлыҡта йәшәмәҫ тигәнде туранан-тура аңлата ул. Ә Гөлсимә Иҫәнғолова кеүек мамыҡты ебәккә әйләндерә белгән оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда, башҡорт шәленең даны оҙаҡ йылдарға етер әле...

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.21 | Ҡаралған: 480

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru