«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ БАРЫҺЫН ДА БУЛДЫРЫРБЫҘ!
+  - 


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

"Бөгөн мин еңел булмаған 2020 йылда республиканың нисек йәшәүенә йомғаҡ яһайым, һеҙҙең менән артабан ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итәсәгебеҙ тураһындағы уйҙарым менән бүлешәм. Быйыл беҙ иҡтисадты нығытасаҡбыҙ, социаль бурыстарҙы хәл итәсәкбеҙ, артабанғы үҫеш өсөн яңы "үҫеш нөктәләрен" табасаҡбыҙ", - тип белдерҙе сығышының башында уҡ Радий Фәрит улы. Шулай уҡ ул уҙған йылда алғы сафта булған медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, ирекмәндәргә, төҙөүселәргә, шул иҫәптән төрлө сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул иткән республика халҡына, ил Президенты Владимир Путинға республикаға, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә федераль бюджеттан ваҡытында һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Радий Фәрит улы билдәләүенсә, йыл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, республика иҡтисадтың түбән тәгәрәүенә юл ҡуймаған, йылды сәнәғәт производствоһы индексын йөҙ процент менән тигәндәй япҡан. Милли инвестиция рейтингында Башҡортостан ил буйынса 16-сы урындан 9-сы урынға күтәрелеп, иң яҡшы субъекттар иҫәбенә инә. Урындағы предприятиелар: УМПО, "Башнефть", "Газпром нефтехим Салауат", Салауат катализаторҙар заводы инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуын дауам иткән. Башҡа тармаҡтар ҙа инвестиция әйләнешен төшөрмәй.
Биш моноҡала - уҙышлы үҫеш территорияларының (ТОР) 74 резиденты 4 миллиард инвестиция һалған, һөҙөмтәлә 3 мең яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Республика "Газпром", "Роснефть", "Ростех" менән яңыса бәйләнештәр булдырған, улар менән берлектә эш төркөмдәре төҙөгән. Шул уҡ ваҡытта 50 меңдән ашыу эшҡыуарға ярҙам күрһәтелгән, өҫтәмә һалым льготалары, бизнесҡа милек һәм финанс йәһәтенән ярҙам күрһәтеү механизмы индерелгән.
"Үҫеш Хөкүмәте булараҡ, беҙ алға киткән йүнәлештәргә иҫәп тоттоҡ һәм федераль кимәлдә етди уңыштарға өлгәштек, - тине Радий Хәбиров. - Ил Хөкүмәте беҙҙең Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат индустриаль үҙәктәре базаһында "Алға" сәнәғәт тибындағы айырым иҡтисади зона булдырыу инициативаһын хупланы. Беҙҙең биш ТОР-ға уникаль ҡеүәтле майҙансыҡ өҫтәлде, унда һәр инвестор тиҙ арала юғары килемле бизнес төҙөй ала. Унда хәҙер эштәр ҡайнай, резиденттар майҙансыҡты үҙләштерә. Быйыл - 800, киләсәктә тағы 2 мең самаһы яңы эш урыны буласаҡ. Шуға күрә, инвесторҙарҙың беҙҙең иҡтисади зонаға оло ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, республика Хөкүмәтенә уның территорияһын киңәйтеү мөмкинлеген ҡарауҙы йөкмәтәм". Шулай уҡ республика етәксеһе икенсе иҡтисади зона булдырыу мәсьәләһе ҡаралыуын да белдерҙе.
- Иҡтисад менән бер рәттән, Башҡортостан цифрлы инфраструктураны үҫтереүгә лә иғтибар бүлә, быны интернет селтәренең киңәйеүенән дә күрергә мөмкин. Шулай уҡ декабрҙә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ойошторолоуы ла киләсәктә республиканың "белем иҡтисадын" һәм "стартаптар фабрикаһы"ның үҫеш үҙәге буласағына бер дәлил. Быйылдан иһә "Сколтех" университеты менән берлектә магистранттар һәм аспиранттар өсөн программа тормошҡа ашырыласаҡ. Йәйгеһен Зәки Вәлиди урамындағы комплекста "Сколково" төбәк операторы статусындағы юғары технологиялар технопаркының беренсе сираты эшләй башлаясаҡ.
- Уҙған йылда республика Рәсәйҙең игенгә бай төбәге статусын нығытыуға өлгәште. Былтыр аграрийҙар 10 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы алған, был йәһәттән Рәсәйҙә өсөнсө урында торабыҙ. Башҡортостандың агропродукцияһы күләме 177 миллиард һум тәшкил итһә, экспорт күләме 1,5 тапҡырға артып, 165 миллион долларға етә. Бында инде ауыл хужалығы иҡтисадын ысынлап та тергеҙергә һәләтле инициативалы фермерҙарҙың булыуы ҡыуаныслы һәм артабан ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙа уларҙың да өлөшөн арттырырға ниәтләнелә. Шул уҡ ваҡытта сеймалды урында эшкәртеү тармағын да үҫтерергә кәрәк. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған ауыл ипотекаһы программаһы кредиттар буйынса ла, бирелгән күләм буйынса ла илдә иң уңышлыһы булып тора. Уға ярашлы күп ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, хәҙер иһә башҡа төбәктәр Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә. Үҙенең сығышында республика Башлығы Башҡортостандың Урал аръяғын үҫтереү программаһының икенсе этабы тамамланыуын, ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән инвестпроект тормошҡа ашырылыуын, әлеге ваҡытта был зона буйынса яңы стратегия әҙерләнеүен белдерҙе.
- Шулай уҡ Радий Хәбиров үҙ сығышында транспорт, юлдар, төҙөкләндереү һ.б. мөһим мәсьәләләргә лә туҡталып, уҙған йылда ошо өлкәләрҙә эшләнелгән эштәр, ҡаҙаныштар менән бүлеште.

Ә быйыл иһә республика түбәндәге мөһим ваҡиғаларға әҙерләнә:

- майҙа Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Полярниктар музейы асыласаҡ; шулай уҡ билдәле шәхестәр, шул иҫәптән Сергей Аксаковтың тыуыуына - 230, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына - 190, Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына - 100, Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу билдәләнәсәк;
- "Торатау" геопаркын булдырыуға ғариза бирелгән, уның эсенә шихандарҙың тотош комплексы индерелгән;
- быйылдан яңы туристик территориялар булдырыла башлай; "Бөрйән" туристик кластеры барлыҡҡа киләсәк, бының өсөн федераль бюджеттан 400 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Тағы ла ике - "Бөйөк Ирәмәл" һәм "Башҡортостан йөрәге" кластеры формалаштырыла;
- быйыл республикала "Йәш профессионалдар" чемпионатының финалы үтәсәк;
- "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы дауам ителә, ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар 1 миллион һум компенсация аласаҡ, шулай уҡ улар өсөн грант та ҡаралған;
- юниорҙар араһында Спорт көрәше буйынса чемпионат үтәсәк;
- беренсе тапҡыр Рәсәйҙә уҙғарылған Халыҡ-ара традицион мәҙәниәттәр фестивале - VI Бөтә донъя фольклориадаһын Өфө ҡабул итәсәк.

Ошондай ҡаҙаныштар һәм бурыстар менән бер рәттән, һүҙ ыңғайы тигәндәй, Радий Фәрит улы яҡын киләсәккә - 2024 йылға тиклем билдәләнгән пландар менән дә бер аҙ таныштырып китте. Йәғни:

- 2024 йылға баш ҡалала заманса студенттар кампусы төҙөлөргә тейеш, унда сит ил студенттары һаны 10 меңдән артасаҡ;
- БР Ауыл хужалығы министрлығы алдына 2024 йылға иген уңышын 5 миллион тоннаға еткереү бурысы ҡуйылды;
- 2024 йылға Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынға сығырға һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытырға тейеш;
- 2024 йылға алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителергә тейеш. Бының өсөн федераль бюджетҡа 6 миллиард һум һалынған;
- 2024 йылға тиклем торлаҡ төҙөлөшө инфраструктураһын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 8,5 миллиард һум алыу ҡаралған;
- 2024 йылда Өфө ҡалаһының (ҡәлғәһенең) төҙөлөүенә 450 йыл тулыу федераль кимәлдә билдәләнәсәк;
- 2024 йылға яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре һаны 813-кә етергә тейеш, әлегә улар - 175. Бында балалар цифрлы технологияларҙы үҙләштерә, командала эшләргә өйрәнә, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға әҙерлек үтәсәк;
- 2024 йылға 25 метрлыҡ 16 бассейн төҙөлөргә, һәр район үҙәгендә һәм ҡалала балалар йөҙөргә өйрәнергә тейеш.
"Беҙ 2021 йылға өмөт һәм ышаныс менән аяҡ баҫтыҡ. Беҙҙең өсөн ул уңышлы булыр тип ышанам. Беҙгә һаулыҡ, тотороҡлолоҡ, мөһим ҡаҙаныштар килтерер, сөнки һәр көрсөк артынан күтәрелеш һәм яңырыу килә. Тормош ҡануны шундай. Республика башлығы булараҡ, мин унда йәшәүселәр өсөн яуап бирәм. Һәр береһе - ҙур тәжрибәгә эйә ололар, сабыйҙар өсөн дә. Тормошҡа төрлө ҡарашлы, төрлө инаныслы, төрлө позициялы булғандар, шул иҫәптән беҙҙе ғәҙел тәнҡитләүселәр өсөн дә. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, дөйөм юлыбыҙҙы лайыҡлы үтербеҙ, бер-беребеҙгә ҡарата аҡыллы һәм иғтибарлы, маҡсатҡа өлгәшеү юлында ихтыярлы һәм ныҡышмал булырбыҙ, берҙәмлегебеҙҙе нығытырбыҙ, тип ышанам. Халҡыбыҙ әйтмешләй, тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Беҙ - тырыштар. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп тыумаһын, беҙ барыһын да булдырырбыҙ. Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ. Алға, Башкирия! Вперёд, Башҡортостан!" - тип тамамланы сығышын Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, яуланған ҡаҙаныштар хаҡында киң мәғлүмәт саралары даими хәбәр итеп торҙо, шуға бөгөн уларға артыҡ ентекләп туҡталып тороуҙы кәрәк тип тапманыҡ. Ә бына быйыл һәм 2024 йылға тиклем башҡарыласаҡ эштәрҙе күрһәтеп үтеүҙе урынлы тип һананыҡ, сөнки үткәндәр менән түгел, алға ҡарап йәшәргә кәрәк. Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған бурыстарҙың нисек үтәлерен иһә ваҡыт күрһәтер.

Шәрифә САЛАУАТОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.21 | Ҡаралған: 372

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru