«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЯТ ҺҮҘҘӘРҘЕ ЛӨҒӘТТӘН АЛЫП ТАШЛАЙЫҠМЫ?
+  - 


Мин, ғәҙәттә, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәлә йөкмәткеһенә үҙ ҡарашымды белдереп бармайым, сөнки һәр кемдең үҙ фекере. Уҡыусы булараҡ, уларҙы ихтирам итәм, оҡшамаһа, уҡымайым. "Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 2-се һанында Хәлил Һөйөндөковтың "Үҙ исеме менән атау оятмы ..." исемле мәҡәләһен уҡығас, яҙмай булдыра алманым. Мин дә, автор кеүек, филолог түгел, ә был темаға үҙ фекереңде белдереү өсөн бындай белем эйәһе булыу кәрәкмәй ҙә.

Автор "Оят, ҡулланырға ярамай икән, бындай һүҙҙәрҙе, һүҙ бәйләнештәрен, әйтемдәрҙе "иҫкелек ҡалдыҡтары" тип, халҡыбыҙҙың лөғәтенән бөтөнләйгә алып ташларға, онотторорға, йә булмаһа, уларҙы урыҫтарҙан отоп алған "культурный" һүҙҙәргә алыштырыу кәрәктер?" тигән һорау ҡуя. Ә нәфис әҙәбиәттә ҡулланырға ярамаған һүҙҙәр телмәрҙән бер ҡасан да юғалмай бит ул. Бына беҙ үҙебеҙ бер гәзиттән дә, журналдан, китаптан уҡымаһаҡ та, ундай һүҙҙәр барлығын белеп үҫтек бит. Артабан да шулай буласаҡ. Ә ике миллионға яҡын башҡорттоң ауыҙын нисек ябып ҡуйырға була? Улай булғас, дипломлы медиктар ниңә халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеүҙе туҡтатмай? Унда ла рәсми медицина ҡабул итмәгән алымдар ҡулланыла бит! Башҡорт теле лә әҙәби телдән һәм диалекттарҙан тора. Улар бер-береһенән ныҡ айырыла ла. Әҙәби тел, һис шикһеҙ, диалекттар иҫәбенә байый ғына. Ә шулай ҙа... Дәүләт яҡлауында булған башҡорт дәүләт телен, баяғы автор миҫал итеп килтергән, урындағы халыҡ һөйләшендә ҡулланылған "культураһыҙ" һүҙҙәр менән боҙорға ярамайҙыр, минеңсә. Һуңғы осорҙа былай ҙа матбуғат биттәрендә, шулай уҡ эстрадала, ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәр күбәйҙе. Сәхнәләрҙә, радио- телевидениела сығыш яһаусыларҙы тыңлаһаң, сәстәрең үрә тора!
...Ә үҙ-ара аралашыуҙарҙа ул "һүҙҙәрҙе" ҡулланырға тура килгән мәлдәрҙе инҡар итмәйем. Мәләүез химия заводында инженер-конструктор булып эшләп йөрөйөм. Бер көндө беҙгә Ленинград үҙәк ҡаҙанлыҡ-турбина институты (ЦКТИ) хеҙмәткәре командировкаға килде. Начальнигыбыҙға инеп, үҙенә төҙөлөш эштәрен дә, машиналар төҙөлөшөн дә белгән белгесте беркетеүҙәрен һораған. Етәксебеҙ мине тәҡдим иткәс, шатланған, сөнки бейек-бейек ҡоролмалар аша йөрөүҙе ир кеше бурысы тип һанаған уҙаман булып сыҡты. Дуҫлашып киттек. Минең уның тыуған ҡалаһында ике йыл әрме хеҙмәтендә булыуымды белгәс, уртаҡ һүҙҙәребеҙ тағы ла артты. Үҙе лә республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихы, бигерәк тә башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынды. Тел менән бәйле осраҡтарҙы йыш һорашты. Ул минең армияла саҡта үҙ телемде пропагандалау тураһында һөйләгәндәремде ҡыҙыҡһынып тыңланы. Беҙҙә Күгәрсен районында тыуып үҫкән, милләте буйынса сыуаш майор Сергей Краснов хеҙмәт итә ине. Башҡорт телен, кем әйтмешләй, һыу кеүек эсә. Кеше алдында әрләргә тура килһә, уға башҡортса бер-ике һүҙ әйтһәң, ҡапыл туҡтап, тынысланып ҡала торғайны. Был хаҡта Ленинград ҡунағына ла һөйләнем. "Улай булғас, минең һиңә бер үтенесем бар", тине ул. Ул эшләгән лабораторияла 80-90 белгес хеҙмәт итә, шулар араһында татар милләтенән әсе телле Вил исемле инженер ҙа бар икән. Әлеге хеҙмәттәше гел генә Юрий Петровичҡа төрттөрөп һөйләргә яратҡан. Был танышымдың зитына тейгән. Вилдең нисек ауыҙын ябырға, тип, минән ярҙам һораны. Башҡортса ике һүҙ өйрәттем. Юрий Петрович ҡайтышлай, онотоп ҡуймайым, тип, уларҙы яҙып алды хатта.
Ҡайтып, икенсе көн эшкә сыҡһа, начальнигының тыуған көнө айҡанлы табын ҡорғандар икән. Юрий Петрович Вилдең төрттөрөп ниҙер әйтәсәген һиҙеп, усына теге ике һүҙҙе яҙып ала. Бына уға ла тост әйтеү сираты килеп етә. Тороп баҫыуы була, Вил шым ғына ниҙер әйтеп ҡуя. Танышым усына ҡарай ҙа: "Вил, кишер сәйнәмә", - ти. Уныһы ҡып-ҡыҙыл була, кисә тамамланғансы өндәшмәй ултыра, тәүгеләрҙән булып ҡайтыу яғын самалай. Хеҙмәттәштәре Юрий Петровичтан Вилгә ни әйтеүен һорай, әллә һүгенеп яуап бирҙеңме, тип ҡыҙыҡһыналар. Юрий Петрович һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белмәгәс, ни тип әйтергә лә белмәй. "Юҡ, был һүҙҙәрҙе өйрәткән кеше юғары мәҙәниәтле, ул һүгенеү һүҙҙәрен өйрәтмәҫ", тиеү менән генә сикләнә. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ оят булған, шулай уҡ һүгенеү һүҙҙәрен бик һирәк ҡуллана йәки бөтөнләй икенсе һүҙ аша кинәйә менән әйтә белә.
Мәләүезгә тағы бер килгәнендә Юрий Петрович заводтағы кешеләрҙән Вилгә ни тип яуап биргәнен тәржемә итеүҙәрен һорай. Кишерҙең - морковь, сәйнәмә - ни жуй икәнен ишеткәс, ни эшләп ул ике һүҙҙән хеҙмәттәшенең мәңге йырыҡ ауыҙы ябылыуына аптырай. Урыҫ кешеһе бит ата-ние менән бик ҡаты һүгенергә ярата, ә беҙ бына шундайыраҡ "кишер сәйнәмә" тигән һүҙҙәр менән дә кешенең ауыҙын яба алабыҙ.
Минең атай - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2 класс белемле, пенсияға сыҡҡансы механизатор булып эшләне. Ике улы, дүрт ҡыҙы алдында бер ҡасан да һүгенмәне. Бысраҡ һүҙҙәр ҙә ҡулланманы тип әйтер инем, булды уның менән дә бер осраҡ. Һарайға мал янына инде лә һалам ашамаған һыйырға ҡарап, б... аша, тине. Шул саҡ мине абайлап ҡалды ла, бик уңайһыҙланды. Башланғыс белеме булмаһа ла, ул юғары мәҙәниәтле, үгәй әсәй ҡулында үҫһә лә, дөрөҫ тәрбиә алғайны. Автор мәҡәләлә килтергән әлеге һүҙҙәр, әлбиттә, беҙҙең лөғәттә булыр инде ул. Тик уларҙы халыҡ алдында асыҡтан-асыҡ ҡулланырға ярамағанлығын атай-әсәй өйрәтергә тейеш. Был - уларҙың изге бурысы. Коммунистик тәғлимәткә нигеҙ һалыусы Карл Маркс ошо хаҡта: "Беҙҙе бала саҡтан уҡ бот араһындағы ағзаны күрһәтеп йөрөүҙе оят тип тәрбиәләнеләр, шуға күрә беҙ ыштан кейеп йөрөйбөҙ. Әгәр атай-әсәйебеҙ бала ваҡытыбыҙҙа сәтәкәй бармаҡты күрһәтеп йөрөү оят тиһә, беҙ ғүмер буйы уны кеше күҙенә күрһәтмәҫ өсөн урап йөрөтөр инек", - тип яҙа үҙенең бер хеҙмәтендә.
Карл Марксты уҡымай үҫкәндәр ҙә бар арабыҙҙа. Химия заводында эшләп йөрөгән осорҙа ҡалаға йомош менән килеп ҡайттым. Шул автобустағы бер ваҡиға хәтеремдә уйылып ҡалған. Алдағы рәттәрҙәге урында бер башҡорт апайы күршеһе менән гәп һата. Туҡталышта тулы кәүҙәле мәрйә килеп инде лә, теге апайҙан урын һораны. "Һин дә иҙән йыуаһың, мин дә иҙән йыуам, ни эшләп һиңә урын бирергә тейешмен?" - тине башҡорт апайы. Тегенеһе ай-вайына ҡуймағас, "оло ағай" телендә бер-ике һүгенеү һүҙен дә ҡушып ебәрҙе. "Башҡортса һөйләшәһең, беҙҙеңсә һүгенәһең", - тине тегенеһе оҡшатмай. Апай ҙа бирешә торғандарҙан түгел: "Беҙҙең телебеҙ юғары мәҙәниәтле, унда һүгенеү һүҙе юҡ!" - тине. Был ғауға нимә менән бөтөр ине икән, әгәр ҙә пассажирҙар ҡысҡырып көлөп ебәрмәһә. Шулай заводҡа барып еткәнсе көлөштөк.
Нәҡ ошо апай һымаҡ, үҙ телен яратҡан, уны камил белгән ябай халыҡ һаҡлай ҙа инде телебеҙҙең сафлығын, гүзәллеген, матурлығын. Ә беҙгә, махсус уҡыу йорттарында белем алырға мөмкинлек булғандарға, уларҙан өлгө алырға, телебеҙҙең бәҫен һаҡларға кәрәк.

Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.21 | Ҡаралған: 527

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru