«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЫБЫҘ - УРАН, ЗАТЫБЫҘ БАШҠОРТ БЕҘҘЕҢ
+  - 


Ҡытай сығанаҡтарында иҫкә алынған ҡай һәм уғыҙҙарҙың кайи (кайиг) ҡәбиләләренең нәҫелдәш булыу-булмауы хаҡында берҙәм фекер юҡ. Академик В.В. Бартольд уларҙың бер-береһенә тап килеүен инҡар итә: "Кайи - гуз, йәғни уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһенең атамаһы, уларҙан осман хакимдары династияһы сыҡҡан...". Ә икенсе бер тарихсы Маркварт уларҙы төркиләшкән монголдар тип иҫәпләй, уның фекеренсә, тап ошо хәл ҡан ҡойоусы һәм үҙ туғандарын һәләк итеүсе Османдар нәҫеленең тарихи ролен аңлата ла инде. "Асылында, османдарҙың ҡай ҡәбиләһенән сығыуы шик тыуҙырмай", - тип яҙа ул. Ошо һығымтаны раҫлаусы дәлил сифатында ул Осман солтаны Баязид II заманында (1481-1512) йәшәгән Нәшри исемле автор әҫәренән алынған мәғлүмәтте килтерә: "Сөләймән шах, Кайа-Алп улы, уғыҙҙар араһында иң аҫыл сығышлыларҙан булған каи ҡәбиләһенән ине...".
Тарихи сығанаҡтарҙа иҫкә алынған урянхайҙар, ҡай ҡәбиләһенең күпселеге көнбайыш тарафтарына юлланғандан һуң да Байкал аръяғында, Баргуджин-Токум тип аталған өлкәлә йәшәүен дауам итә. XIII быуатта улар араһынан Сыңғыҙ хан ғәскәрендә дан ҡаҙанған Сүбидәй баһадир һәм Джелме исемле полководецтар сыға. Уранхяй ҡәүеме вариҫтары артабан хәҙерге тыва һәм яҡут халыҡтары этногенезында мөһим урын биләй.
VII-X быуаттар арауығын эсенә алған "Танхойяо" ("Тан династияһы күҙәтеүе") хроникаһында ҡай ҡәбиләһе тамғаһының йылан билдәһе рәүешендә булыуы теркәлгән. Шулай уҡ уғыҙҙарҙың составында кайи, төркмәндәрҙә кайы ырыуҙары булыуы билдәле. Ошоға бәйләп, тарихсы Ю.А. Зуев былай тип яҙа: "IX быуаттан башлап, кайылар төркмән-уғыҙҙарҙың бер ҡәбиләһе рәүешендә билдәле була. Төркмәндәрҙең кайыһы һәм ҡытай сығанаҡтарындағы си (һаи) халҡының бер үк ҡәүем булыуына шик юҡ, сөнки улар XIX быуатҡа тиклем 11 быуат элегерәк "Танхойяо"ла килтерелгән бер үк тамғаларын һаҡлап ҡала алған".
Әүәлерәк тарҡалыуға дусар ителгән Кимаҡ ҡағанаты төпкөлдәренән сыҡҡан ҡыпсаҡ ҡәбиләләре XI быуат урталарында Иртыштан Дунайға тиклемге икһеҙ-сикһеҙ далаларҙы биләп ала. Күсмә төркиҙәрҙең Дәште Ҡыпсаҡ берләшмәһе быға тиклем көнсығыш тарафтарында көн иткән ҡай һәм кун халыҡтарының көнбайышҡа табан кинәт башланған экспансияһы һәм ошоноң менән бәйле ҡеүәтле миграция тулҡыны һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Евразия территорияһында һәр береһенең үҙ ханы булған бихисап күсмә тормош алып барыусы урҙалар хасил була.
Ошондай ханлыҡтарҙың береһе хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһына ҡараған ерҙәрҙә көн итә. Был ханлыҡта уран ҡәбиләһе өҫтөнлөк алып, уның хандары Хорезмшах дәүләте һәм Караханидтар ҡағанаты менән бәйләнеш тота. Үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында Ҡыпсаҡ-Уран ханлығы йәнәштәге башҡа ханлыҡтар менән сәйәси союздарға инә, улар менән булған бәйләнештәрҙә көсөргәнешлек тыуҙырмай, тыныс көн итеү сәйәсәтен үҙ итә. Әммә ҡеүәте артҡандан-арта барған Хорезм хандары башҡа бәләкәйерәк ханлыҡтарҙы буйһондороу сәйәсәтен өҫтөн күрә. Сығышы менән уғыҙҙарҙың бекдели ҡәбиләһенән булған Хорезмшах Ҡутб ад-дин Айбек (1097-1127) 30 йыл дауамында ҡыпсаҡтарға һәм башҡа "тоғролоҡһоҙ" төркиҙәргә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре алып бара. XIII быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы Минһаж ад-дин Усман әл-Джузджани уның тураһында бына ниҙәр яҙа: "Ул Хорезмдың бөтөн территорияһын үҙ юрисдикцияһына алды һәм сик буйындағы ерҙәрҙе үҙенә буйһондорҙо; үҙенең һаҡ булыуы һәм алдан күреүсәнлеге арҡаһында дошмандарын һәм тирандарҙы яуызлыҡтар ҡылыуҙан һәм фетнәләрҙән тыйып торҙо. Ул шулай уҡ Хорезмшахтар дәүләте сиктәрен мәжүсиҙәрҙән - саксиндар, булғарҙар һәм ҡыпсаҡтарҙан һаҡланы".
Ҡутб ад-дин Айбектың вафатынан һуң хан тәхетенә уның улы `Ала ад-дин Атсыз (1128-1156) ултыра. Шул уҡ тарихсы Джузджани уның тураһында ла мәғлүмәт ҡалдырған: "... бер нисә тапҡыр Хорезмдан яу менән сыҡты - ҡайһы саҡта зарурлыҡ булғанлыҡтан, ә башҡа осраҡтарҙа үҙ теләге менән - һәм үҙ ғәскәре менән Джендҡа, Төркөстанға һәм ҡыпсаҡтарға ҡаршы барҙы; үҙенең аҡыллылығы, һәләттәре һәм башлы булыуы арҡаһында ул үҙ эштәрендә сикһеҙ уңыштар ҡаҙанды". Әммә`Ала ад-дин Атсыз Ҡыпсаҡ-Уран ханлығы баш ҡалаһы Сығнаҡты яулап ала алмай.
XII быуатта Урта Азияла сәйәси ситуация ҡатмарлаша бара. 1125 йылда Ляо империяһы - Кидань (Ҡытай) державаһы Маньчжуриянан сыҡҡан чжурчжендар тарафынан тар-мар ителә. Көнбайышҡа табан күсеп китергә мәжбүр ителгән кидань халҡы Көнсығыш Төркөстанда яңы держава ҡора, уны төркиҙәр Ҡара Ҡытай, тип атай.
Байтаҡ ҡына төрки ҡәбиләләре Ҡара Ҡытай гүрханы власын танырға мәжбүр була. Сельджукиттар солтаны Санджар үҙенә хыянат иткән халыҡтарҙан үс алырға теләп, бик ҙур ғәскәре менән Мавераннахр өлкәһенә килә. Бында, Сәмәрҡәндтән алыҫ булмаған бер урында, Урта быуаттарҙа иң ҙур тип иҫәпләнгән яу башлана. Ошо һуғышта һәр ике яҡтан 100 меңләп яугир ҡатнаша. Алышта Ҡара Ҡытай гүрханы ғәскәре еңеүгә өлгәшә. Ошо еңелеү уғыҙҙарҙың Сельджукиттар дәүләтен бик ныҡ ҡаҡшата, ул артабан был ерҙәрҙә үҙенең элекке власын ғәмәлгә ашыра алмай. Хорезмшах Атсыз Санджар солтанға буйһоноуҙан баш тарта.
Урта быуаттарҙа Хорезм дәүләте, башҡа сит ҡәүемдәр яғынан янаған хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу маҡсатында, ҡыпсаҡтар менән араларҙы яҡынайтырға тырыша. Бындай сәйәсәт бигерәк тә хорезмшах Ала ад-дин Текеш ибн Ил-Арыҫлан (1172-1200) хакимлыҡ иткән дәүергә хас. 1182 йылда Текеш улы Малик-шах хакимлыҡ иткән Дженд ҡалаһына (ул хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһынан 115 саҡрымда урынлашҡан Жанакала археологик ҡаласығы) үҙенең күп һанлы ҡораллы яугирҙары менән ҡыпсаҡ хакимы Алп-Ҡара Уран килә. Ул хорезмлыларға ҡыпсаҡтар менән сәйәси союзға инеп, быны үҙ-ара никах менән нығытырға тәҡдим итә. Шунан һуң хорезмшах Текеш һарайына хандың Икран исемле улы килеп етә. Элегерәк иҫкә алынған Джузджани ошо хаҡта бына ниҙәр яҙа: "Ул (Текеш. - Авт. иҫк.) Акран (йәиһә Икран) исемле ҡыпсаҡ ханы менән союзға инде һәм ошо хакимдың ҡыҙына өйләнде. Был ханума донъяла ҙур билдәлелек тапты һәм юғары урын биләне, бигерәк тә үҙенең улы, хорезмшах Мөхәммәт солтан хакимлыҡ иткән осорҙа. Ул һис бер бирешмәҫ холоҡло, үтә дәртле һәм бойороусан темпераментлы ҡатын булды. Үҙенең улы хакимлыҡ иткән заманда ул Худавенда-Джахан, йәғни, Йыһан Хужабикәһе титулын алды".
Ҡыпсаҡ-Уран шахинәһенең үҙ исеме Теркен-хатун була. Хорезм һәм ҡыпсаҡ союзы 1182 йылда ҡара ҡытайҙарға ҡаршы берҙәм поход менән билдәләнеп, Мавераннахр территорияһын Таразға тиклем "кафырҙарҙан" азат итергә мөмкинлек бирә. Ҡыпсаҡ-уран яугирҙары күмәкләп солтан Текешҡа хеҙмәт итергә яллана, ул быларға һәйбәт түләү һәм һарай эргәһендә чиндар бирергә вәғәҙә итә. Уларҙан ялланма яугир отрядтары төҙөлә. Шулай итеп, бығаса үҙаллы булған Ҡыпсаҡ-Уран ханлығы Хорезм вассалына әүерелә, ә уның элекке ғәййәр хандары ни бары Дженд һәм Сығнаҡ хакимдарының наместниктары дәрәжәһендә генә тороп ҡала.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.21 | Ҡаралған: 408

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru