«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ҠАЛАНЫҢ МИЛЛИ РУХИӘТ ҮҘӘГЕ
+  - 


1970 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала балаларын башҡорт телендә уҡытҡан тәүге мәктәп асылыуы оло мәҙәни һәм сәйәси ваҡиға булараҡ ҡабул ителде.

Ул йылдарҙа Өфөлә бер генә башҡорт милли мәктәбе лә юҡ ине (Октябрь революцияһынан һуң илле йыл - ярты быуат ваҡыт үтһә лә). Бындай хәл менән килешмәгән башҡорт зыялылары ошолай фекер йөрөттө: тик башҡорт мәктәптәре асып һәм унда фән нигеҙҙәрен башҡорт телендә уҡытып ҡына башҡорт телен, милли аңды һәм милләтте һаҡлап ҡалып була. "Ярым үлек хәлендәге телде тергеҙеү, мәрткә киткән милли рухты уятыу бурысы" тора ине ул осорҙа уйлы-ғәмле башҡорт зыялылары алдында (М.Ямалетдиновтан). Был - беренсенән. Икенсенән, баш ҡалала беренсе башҡорт мәктәбе асылыу факты - ул дәүләт һәм партия органдарының милли сәйәсәтте тупаҫ боҙоуына, милли мәктәптәр асыуға ҡамасаулауына ҡаршы протест та ине. Йәмәғәт эшмәкәре Иҙел Агишев һүҙҙәре менән әйткәндә, "20-се башҡорт мәктәбе ата-әсәләрҙең күмәк талабы, ҡыҫымы һәм баҫымы менән асылды". Өсөнсөнән, властар милли мәсьәләне нисек кенә боҙмаһын, ул йылдарҙа башҡорт милли рухы иҫән ине әле. Шулай булмаһа, баш ҡалала башҡорт мәктәбе асып та булмаҫ ине. Шағир Рәми Ғариповтың 1957 йылда донъя күргән "Туған тел" исемле әҫәре ошоға дәлил булып тора. Йәғни, мәктәп асыу өсөн ыңғай ерлек баш ҡала башҡорттары рухына тамырланған була. Башҡорт зыялыларының: "Тик башҡорт мәктәбе асып ҡына телде, милли аңды һәм милләтте һаҡлап ҡалып була", - тигән аңлатыуҙарын ата-әсәләрҙең күп өлөшө аңлап ҡабул итә. Был эште уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ менән сағыштырып булыр ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡалала беренсе башҡорт мәктәбен асыу еңелдән булманы. Башҡорт зыялыларына ниндәй ҡаршылыҡтарҙы үтергә тура килде һуң? Иң тәүҙә мәктәп бинаһы тураһындағы мәсьәлә киҫкен торҙо. Үҙ биналары булғанға тиклем дүрт йыл буйы башҡорт кластары рус мәктәптәре бинаһында өйҙәш булып ҡына эшләп килде, был дәрестәр махсус йыһазландырылмау ғына түгел, ә иң ҡараңғы һәм ташландыҡ хәлдәге бүлмәләрҙә үтә ине. Уҡыусылар контингенты мәсьәләһе лә еңелдән булманы. Сөнки бина талап итер өсөн кәм тигәндә 500-600 бала йыйырға кәрәк ине.
Мәктәпкә киләсәк балаларҙың ата-әсәләренең психологияһы мәсьәләһе шулай уҡ ифрат ҡырҡыу торҙо. Улар үҙҙәре рус мәктәбендә уҡыған, күптәре туған телен дә яҡшы белмәгән башҡорт милләтле кешеләр, һәм уларҙы балаларын башҡорт мәктәбенә уҡырға бирергә ризалатыу үҙе бер ауыр һәм сетерекле хәл булып сыҡты. Шуға күрә башҡорт зыялыларына бөтә Өфө буйлап фатирҙан-фатирға йөрөп, ата-әсәләрҙе өгөтләргә, мәктәптең кәрәклегенә һәм буласағына ышандырырға тура килде.
Ләкин иң яман ҡаршылыҡ һәм ауырлыҡ дәүләт һәм партия органдарының башҡорт мәктәбен асыуға ҡырҡа һәм асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүе сәбәпле тыуҙырылды. Мәктәпте ойоштороусыларҙың береһе Иҙел Агишев үҙенең хәтирәләрендә шундай бер хәлде һөйләй: "Бер мәл мәктәпте асырға ҡаршы кешеләрҙең береһе булған Өфө ҡала партия комитетының идеология секретары менән осраштым. Ул миңә шундай һорау бирҙе: "Иптәш Агишев, һин ысынлап та 500-600 бала йыя алыуығыҙға ышанаһыңмы?" Иҙел Агишев уға: "Һис шигем юҡ!"- тип яуап бирә..." "Милли рухиәт үҙәге" тигән китабымды яҙғанда ҡулыма бик ҡыҙыҡлы документ килеп эләкте. Был 1970 йылда мәктәп администрацияһының Совет районының мәғариф бүлегенә тапшырған ОШ-1 отчеты ине. Ул һәр уҡыу йылының башында - 5 сентябргә тапшырыла. "1 сентябрҙә 20-се мәктәптә нисә бала парта артына ултырҙы?" тигән пунктта 503 һаны тора. Тимәк, башҡорт зыялылары 1970 йылда 503 бала йыя алған!
1973 йылдың 1 июлендә быға тиклем баш ҡаланың 77-се урта мәктәбендә директор булып эшләп йөрөгән мине 20-се башҡорт мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнеләр. Мәктәптә һаман да ауырлыҡтар етерлек ине әле. Ошо хаҡта хәтирәләремдә шулай яҙғанмын: "1974 йылдың ҡышҡы каникул ваҡытында мин, йәй файҙаланмаған отпускымды алып, ун көнгә үҙ йомошом менән Мәскәүгә киттем. Тап шул мәлдә мәктәпкә партия өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире Ғ.В. Сабитов килеп төшә. Мин бөгөн шуны ышаныслы итеп әйтә алам: әгәр ҙә беҙ йыйылып, беренсе секретарь М.З.Шакиров исеменә хат яҙмаһаҡ, Сабитов кеүек ҙур кешеләр беҙҙең мәктәпкә килмәгән булыр һәм һуңғараҡ республиканың өс меңдән ашыу мәктәбенең береһе тураһындағы мәсьәлә өлкә комитет секретары кимәленә күтәрелеп тикшерелмәгән булыр ине.
Мин Мәскәүҙән ҡайтыу менән өлкә комитетта 20-се мәктәп буйынса ҙур махсус кәңәшмә уҙғарылды. Кәңәшмәгә кемдәр генә саҡырылмаған! Идеология һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә ниндәйҙер мөнәсәбәте булған барлыҡ республика һәм ҡала етәкселәрен күрергә мөмкин ине унда. Йыйылышты өлкә комитеттың идеология буйынса секретары асып ебәрҙе һәм уға йүнәлеш бирергә лә онотманы. Йыйылыш 20-се мәктәптең эшенә партия баһаһын биреүҙе һәм етәкселәренә был мәктәп менән артабан нисек эш итергә икәнен күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡандыр. Һуңынан йыйылыш барышы ошоно иҫбатланы ла инде. Өлкә комитет секретары үҙенең сығышында уларҙы 20-се мәктәптең эш йүнәлеше борсоуын белдерҙе: "Баш ҡалала быға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БДУ һәм 1-се һанлы башҡорт мәктәп-интернаты милләтселек үҙәге була торғайны, бына хәҙер уларға 20-се мәктәп өҫтәлде..." - тине ул. Ысынын ғына әйткәндә, Ахунйәновты милләтселек борсоманы, сөнки ул сәйәси күренеш республикала юҡ ине. Дөрөҫөн әйткәндә, Ахунйәновҡа үҙе астырырға теләмәгән мәктәпте асып ебәреү оҡшамай ине. Минең уйымса, Ахунйәновты бик ныҡ борсоған нәмә, бәлки, 20-се мәктәп кенә түгел, ә киләсәктә ошо мәктәп өлгөһөндә баш ҡалала һәм башҡа урындарҙа милли мәктәптәр асылыу ихтималы булғандыр. Ҡарағыҙ әле, борсолор-хәүефләнер урыны булған бит идеология секретарының! Ысынлап та, туған теленә, башҡорт халҡының киләсәгенә битараф булмаған ата-әсәләр 20-се мәктәп менән генә сикләнеп ҡалманы бит! Шуныһы йәл һәм ҡыҙғаныс: илдә милли мәктәптәр асыу кәрәклеген дәүләт органдары бик һуңлап аңланы...
Шулай итеп, Ахунйәнов йыйылышҡа йүнәлеш бирҙе лә артабан һүҙҙе өлкә комитеттың фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире Сабитовҡа бирҙе. Күптәр уның республикала билдәле "партияның тоғро һалдаты" икәнен белә. Хужалар "кәрәк" тиһә, ул башын ҡаҡ ташҡа бәрергә әҙер бәндә. Сабитов 20-се мәктәптә бер генә көн, йәғни бер нисә сәғәт булып, уның эшендә бик күп "етешһеҙлектәр" тапҡан булып сыҡты. Мәҫәлән, мәктәптә В.И. Ленинға ҡарата ихтирам аҙ булыуын, тамашалар залында партия юлбашсыһының түгел, ә Салауат Юлаев портреты эленгәнен билдәләне; уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективының тик башҡорт милләтле кешеләрҙән генә тороуы ла ҙур етешһеҙлек тип баһаланды; ата-әсәләр комитеты мәктәп администрацияһы эшенә ҡыҫыла, кәнәшмәләр, педсовет ултырыштары тик башҡорт телендә алып барыла, тигән ғәйепләүҙәр булды; 20-се мәктәптә уҡытыусылар балаларҙы көсләп башҡорт теленә өйрәтә, тип тә өҫтәне.
Сабитовтан һуң Ахунйәнов мәғариф министры Йыһаншинды торғоҙҙо. Ул саҡта "Директор белешмәһе" тигән йыйынтыҡ була торғайны, Сабир Шәйәхмәт улы ҡулына шуны тотоп алғайны. Министр Ахунйәнов яһаған иҫкәртеүҙәргә әллә ни иғтибар итмәй, Белешмәнән мәктәптәге ата-әсәләр комитетының хоҡуҡтарына һәм бурыстарына ҡағылған урындарҙы уҡып сыҡты. Уның сығышы "хужаны" бик ҡәнәғәтләндермәне, сөнки ул ата-әсәләр комитетының мәктәп администрацияһы эшенә ҡыҫылып йөрөргә хоҡуғы бармы, юҡмы, тигән һорауға яуап көтә ине. Ә положениены төҙөүсе чиновниктар был турала яҙырға онотҡан. Мин бында бер нәмәне аңлатып китергә бурыслымындыр. Ата-әсәләр комитетының администрация эшенә ҡыҫылып йөрөүе, тигән һүҙ аҫтында әлеге тикшереүселәр беҙҙең ата-әсәләр комитетының М.Шакиров исеменә яҙылған хатын күҙ алдында тота ине. Ысынында, мәктәптең ата-әсәләре бер ваҡытта ла администрация эшенә ҡыҫылып йөрөмәне. Ләкин башҡа мәктәптәрҙән айырмалы, мәктәптең матди базаһын нығытыуға, уҡыу-тәрбиә эшенең кимәлен күтәреүгә бик күп көс һалды...
Министр сығышынан һуң һүҙ миңә бирелде. Сығышымда мин Сабитов килтергән миҫалдарҙы ҡәтғи рәүештә инҡар иттем. Беренсенән, тинем, тамаша залында Салауат Юлаев портреты тора икән, уның сәбәбе шунда: СССР Фәндәр академияһы ҡарары буйынса, 1973-1975 йылдарҙа бөтә илдә 1773-1975 йылдарҙағы Е.Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышының 200 йыллығы билдәләнә. 1974 йылдың ғинуарында ошондай сара беҙҙең мәктәптә лә үтте, һәм кисәне йыһазландырыу өсөн Салауат Юлаев портреты эленде. Икенсенән, 20-се мәктәптә балаларҙы башҡорт теленә көсләп өйрәтәләр, тигән фекер яңғыраны. Нисек уҡытыусы баланы туған телгә көсләп өйрәтә ала? Минең сығышым йыйылышта ҡатнашыусыларҙы нисек кенә ышандырырлыҡ һәм дәлилле булмаһын, Ахунйәнов барыбер үҙенсә һығымта яһаны: 20-се мәктәптең эш йүнәлеше дөрөҫ түгел, уны төҙәтергә кәрәк. Тупаҫ итеп "Ни эшләп үҙегеҙҙе тыңламаған директорҙы эштә тотаһығыҙ?" тип министрҙы ла киҫәтте (йәнәһе, министр менән кәңәшләшмәйенсә, М.Шакировҡа инергә маташҡанды күҙҙә тотто).
Ошоноң менән өлкә комитетындағы йыйылыш тамам булды. Һуңынан Ғ.Сабитов мине үҙенең кабинетына алып инде. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тигәндәй, ул 20-се мәктәптең эш йүнәлешен төҙәтергә шунда уҡ тотонорға булды, ахырыһы. Ул уратып-суратып торманы, 20-се мәктәптә башҡорт синыфтары менән бер рәттән башланғыс рус синыфтары асырға тәҡдим итте. Мин ҡырҡа ҡаршы сыҡтым. Түбәндәге дәлилдәр килтерҙем: беренсенән, рус кластары өсөн түгел, әле уҡып йөрөгән башҡорт синыфтары өсөн мәктәптә уҡыу бүлмәләре етешмәй, ике синыф коридорҙарҙа таҡтанан ғына бүленгән кабинеттарҙа уҡый. "20-се мәктәпте мин асмағанмын (мин унда икенсе директор булып килдем) һәм мин япмаясаҡмын!" - тип тә өҫтәп ҡуйҙым. Беҙ уның менән шул рәүешле айырылыштыҡ. Ошонан һуң да алты йылдан ашыу директор булып эшләнем әле. Өлкә комитет башҡаса мине лә, мәктәпте лә борсоманы...
Ләкин өлкә комитеттың башҡорт мәктәбенә ҡаршы мөнәсәбәтен аңлап алған Совет район комитеты, бигерәк тә уның идеология буйынса секретары Галина Рюмина менән эшләүе ифрат ауыр булды. Эшләй башлауымдың тәүге көндәрендә үк уның менән бәрелешергә тура килде. Беҙҙең мәктәп тирәһендәге балалар күршеләге 39-сы мәктәпкә уҡырға йөрөй ине. Уның етәкселеге беҙҙең мәктәп бинаһында 39-сы мәктәп балалары өсөн клуб ойошторорға тәҡдим иткән. Рюмина уларҙың тәҡдиме менән миңә килде. Был фекер аҡыллы кеше башына һыйырлыҡ түгел! Мин ҡәтғи рәүештә ҡаршы сыҡтым. Артабан ныҡышмаһа ла, ҡунаҡҡа минең һүҙҙәр оҡшаманы. Күпмелер ваҡыттан һуң минең урынбаҫарым икенсе урынға эшкә күсергә булды. Быны ишетеп ҡалған Рюмина миңә урынбаҫар итеп 23-сө мәктәптән бер уҡытыусыны тәҡдим итте. Мин тағы ризалашманым. Ләкин ул үҙ һүҙен өҫкә сығарырға тырышты, һәм оҙаҡламай район мәғариф бүлегендә миңә яңы урынбаҫар тәғәйенләү тураһында бойороҡ әҙерләнә башлауы ишетелде. Ул саҡта өлкә комитеттың фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире урынбаҫары Ә.М. Аҙнабаевҡа шылтыраттым. Уның ярҙамы менән генә Рюмина тағы сигенергә мәжбүр булды. Бер нисә көндән һуң ул мине үҙенә саҡыртып, бик ҡаты әрләне. "Беҙгә һинең менән эшләүе ауыр буласаҡ", - тине ул. Ысынлап та, был районда директор булып эшләү көндән-көн ауырлаша барҙы.
Уҡыусыларҙа, был кеше ни өсөн ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт элек булған хәлдәрҙе тәфсирләп һөйләй икән, тигән һорау тыуыуы мөмкин. Әлбиттә, Ахунйәнов, Сабитов, Рюмина, Шерстобитов, Байтурина кеүек кешеләрҙе хурлар өсөн яҙылманы үрҙә әйтелгәндәр. Яҙыуымдың төп маҡсаты шунда: ниндәй ауырлыҡтар менән башҡорт мәктәптәре асылыуын күрһәтергә тырыштым. Әммә халыҡ бөгөн башҡорт телен һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көсөн һалған кешеләрҙе лә онотмаһа, был изге эшкә аяҡ салыусыларҙы ла исемләп белһә, бынан бер зыян да булмаҫтыр.
Ә шулай ҙа кемдәр улар мәктәпте ойоштороусылар? Был һорауға яуапты: "Улар - башҡорт зыялылары", - тип кенә лә яуап биреп була. Ләкин уларҙы ла ойошторорға кәрәк бит әле. Шулай ҙа был һорауға яуапты мин Иҙел Агишевтан башлар инем. Халҡы өсөн янып йәшәгән уҙаман, милли сәйәсәтте тәрән аңлаған, ҡыйыу, сағыу шәхес ине ул. Өҫтәп ҡуяйым, ул көрәшсе булды, бер кем дә уны алдына алғанынан туҡтата алманы. Ул үҙе тирәһендә Мөхәмәт Исҡужин, Рәми Ғарипов, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев һымаҡ үҙе кеүек ҡыйыу шәхестәрҙе туплай алды. Мәктәп асыуҙы ойоштороусылар араһында Диҡҡәт Бураҡаев, Әкрәм Бейеш, Шәрифйән Ишемов, Ким Әхмәтйәнов, Нияз Мәжитов, З.Ишмөхәмәтов, Әнүр Вәхитов, Зиннур Ураҡсин, Вәхит Иҫәнғолов ише оло ғалимдарыбыҙ, Рәшит Солтангәрәев, Рәми Ғарипов, Булат Рафиҡов, Йыһат Солтанов кеүек яҙыусылар ҙа булды.
Иҙел Агишев һәм уның арҡаҙаштары баш ҡалала айырым башҡорт мәктәбе асыуҙы юллауҙы, бының өсөн дәүләт һәм партия органдары менән аяуһыҙ көрәште ныҡышмалы алып бара. Мәктәпте астырыуҙа хәл иткән ике мөһим документ тураһында әйтеп үткем килә: республика етәкселеге исеменә яҙылған 142 ата-әсәнең ҡултамғаһы ҡуйылған хат һәм 1968 йылдың февралендә Иҙел Агишевтың КПСС Үҙәк Комитетының идеология бүлегенә яҙған хаты. Мәскәүгә яҙылған хат үтә уҫал тонда яҙыла, унда Өфөлә башҡорт мәктәбе асыуға ҡаршы төшкән кешеләрҙең фамилиялары килтерелә һәм мәктәпте асыуҙа ярҙам һорала. Иҙел Агишевҡа Мәскәүҙән яуап биргән кеше булмай. Күрәһең, хат Башҡортостан өлкә комитетына ебәрелгән булғандыр. Ләкин Мәскәүгә яҙған хат эҙһеҙ ҡалмай. 1970 йылда (был В.И. Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы) ҡала һәм республика властары ата-әсәләрҙең теләген ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр була, ошо йылдың йәйендә Өфөнөң Достоевский урамында 20-се һанлы башҡорт мәктәбе асыла.
Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияһының 50 йыллыҡ юбилей көндәрендә ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, рухи ныҡлыҡ күрһәткән бына ошо кешеләргә - мәктәпте ойоштороусыларға айырым рәхмәт әйтке килә. Мәктәпте беренсе көндән үк етәкләгән Туғаҙаҡ Йәһүҙинға, уның урынбаҫары Луиза Хәсәноваға, һуңынан оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булған Дилбәр Хоҙайбирҙинаға ил рәхмәте булһын. 1970 йылдарҙа үҙем директор булып эшләгән дәүерҙә беренсе башҡорт мәктәбенә арымай-талмай хеҙмәт иткән уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе - В.Ураҡсина, Т.Ғәниева, Р.Фәхретдинова, З.Бикмәтова, Д.Ханнанова, Ф.Сөләймәнова, М.Арыҫланова, М.Мирғәлиева, С.Ишбулатова, Г.Ҡужина, М.Йосопова, М.Моратов, Ф.Закирйәнова, В.Йәнтүрина, Л.Ғибәҙәтова, М.Ислахова, Ф.Сәләхова, З.Моратова, К.Шамбазова, Э.Гагина, О.Брумовская, Л.Ғүмәрова, М.Исҡужин, Ф.Ғилманова, М.Вәлиева, Р.Мөхәмәтова, Т.Анискова, Ф.Бикбаева, Ғ.Байсурин, Г.Филиппова, Р.Саматова, И.Мырҙағәлиев, Н.Хөсәйенова В.Мартенс, В.Арефьев, М.Нурмөхәмәтов, Ғ.Асанова, З.Ҡотошева, А.Әхтәриев, Б.Билалова, С.Ғәйнетдинова, Б.Муллағолова, Б. Сафиуллина, С.Абдрахманова, Ғ.Абдрахманова, Ә.Илтенбаеваларҙы һағынып иҫкә алам. Башҡорт халҡының аҫыл балаларын үҙ туған телендә уҡытыу-тәрбиәләү буйынса бөйөк эш атҡарған ошо кешеләр алдында баш эйәм.
Ә мәктәптең илле йыллыҡ эш һөҙөмтәләре тураһында йомғаҡлап әйтерлек фекерҙәр шул:
- 1970 йылда асылған баш ҡалалағы беренсе башҡорт мәктәбе башҡорт халҡының милли рухиәт үҙәгенә әйләнде. Мәктәпте ойоштороусы башҡорт зыялыларының ҡалала бары тик башҡорт мәктәбе асып ҡына телде, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли аңды һәм милләтте һаҡлап алып ҡалып була, тигән фекерен раҫланы. Милләтте һаҡлауҙың башҡа юлы юҡ ине.
- Баш ҡалала асылған башҡорт мәктәптәре, рус мәктәптәре кеүек үк, балаларға заманса белем бирә алыуын раҫланы (1960-1970 йылдарҙа республикала милли мәктәптәр балаларға тәрән белем бирә алмай, тигән хәбәр киң таралғайны). - 20-се мәктәп асылыуы ҡалала һәм райондарҙа ошондай уҡ мәктәптәр барлыҡҡа килеүгә этәргес көс булды. Бөгөн баш ҡаланың ете районында берәр башҡорт мәктәбе эшләп килә (йөҙәр мең кеше йәшәгән райондарҙа ни бары берәр генә мәктәп!) Уның миҫалында Өфөлә татар мәктәптәре һәм гимназиялары асылды.
- Ошондай мәктәптәр халҡыбыҙҙы берләштерергә, тупларға ярҙам итә.
- Был мәктәптәрҙе тамамлаусылар йыл һайын милли интеллигенция рәтен тулыландырып тора. Был уҡыу йорттары - милли интеллигенция әҙерләү үҙәктәре.

Марат ХАФИЗОВ,
Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияһының 1973-1978 йылдарҙағы директоры.
Баҫмаға Сәрүәр СУРИНА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.21 | Ҡаралған: 624

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru