«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫН МУЗЕЙҘА КҮРЕРҺЕГЕҘ
+  - 

Башҡорт тарихы йылында бик әһәмиәтле төрлө проекттарға старт биреү планлаштырыла. Шуларҙың береһе - Башҡортостанда Ҡаһым түрә һәм Төньяҡ амурҙары музейын ойоштороу. Был турала БР Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмәләштек.

Яңы музей асыу зарурлығы һәм уның үҙенсәлектәре ниндәй буласаҡ?

- Башҡортостанда төрлө музей комплекстары бар, әммә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҡташтарыбыҙ иҫтәлеген һаҡлаған айырым музей республикала әлегә юҡ ине. Шуға күрә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм райондың күренекле шәхесе Вельмир Аҙнаев Ҡаһым түрәгә арналған музей асыу башланғысы менән сыҡҡас та БР Милли музейы генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев менән был идеяны хупланыҡ. Әйтергә кәрәк, әлеге көндә Стәрлетамаҡ районында тарихи-крайҙы өйрәнеү музейҙары, урыҫ, татар, украин тарихи-этнография музейҙары эшләй, Айыусы ауылында Ҡаһым түрә һәм Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә 2006 йылда стела, "Ашҡаҙар" йырының һүҙҙәре сүкеп яҙылған таш һәйкәл, Ергән тауы эргәһендә Килмәк Нөрөшев иҫтәлегенә һәм Стәрлебаш районы Күндерәк ауылында Тәтегәс бейгә стелалар ҡуйылған. Ғөмүмән, был төбәк халҡы үҙ тарихын белеп, шәхестәрен баһалап, күтәреп йәшәй һәм башҡорт халҡының тарихына арналған айырым музей асыу зарурлығы күптән бар. Ҡаһым түрә һәм Төньяҡ амурҙары музейын Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортоноң ике ҡатлы матур бинаһында ойошторорға ниәтләнек. Уның майҙаны 300 квадрат метрлыҡ булыр. Музейҙы киләһе йылдың йәй айҙарына өлгөртөргә теләйбеҙ. Әлбиттә, был 2022 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын билдәләүгә шәп проект буласаҡ. Бынан тыш, һуңғы осорҙа Башҡортостанда тарихи-танып белеү туризмын үҫтереү тураһында йыш телгә алына һәм бына был музей ошо йәһәттән дә бик әһәмиәтле. Сөнки Мырҙаш ауылы Ырымбур трассаһынан алыҫ та түгел ерҙә урынлашҡан һәм был төбәктә, бая телгә алыуымса, башҡорт халҡының тарихын сағылдырған матур объекттар байтаҡ. Ғөмүмән алғанда, был музейҙы ойоштороу, асыу - ул башҡорт халҡының тарихына тоғролоҡ менән ҡарау, киләсәк быуындарҙы халҡыбыҙҙың данлы тарихы ваҡиғалары миҫалында тәрбиәләү өсөн бик мөһим. Сөнки донъяла глобалләштереү осоро барған ваҡытта халҡыбыҙҙың данлы яугирлыҡ тарихын күрһәтеү, йәш быуында ғорурлыҡ уятыу киләсәктә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа һәм өйрәнеүҙә, беҙҙе башҡорт халҡы итеп күтәреүҙә оло әһәмиәткә эйә.

Музейҙың фонды нисек тупланасаҡ?

- Беҙ Рәсәй сиктәрен һаҡлаған ата-бабалырыбыҙ тураһында ғорурланып һөйләргә яратабыҙ, ә музейҙа шул тарихты сағылдырған барлыҡ документтар, ҡомартҡылар тупланасаҡ. Тәү сиратта Башҡортостандың милли архивында һаҡланған ҡағыҙ документтарҙың күсермәләрен эшләтәсәкбеҙ. Унда 1812 йылғы Ватан һуғышына киткән 28 башҡорт полкының нисек тупланыуынан алып бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. БР Милли музей фондында булған ҡомартҡыларҙың да күсермәләре алынасаҡ. Рәсәй армияһы һәм Наполеон армияһының атрибуттары, кейемдәре, ҡоралдарын сағылдырған экспонаттар ҙа эшләргә була. Бынан тыш, халыҡта һаҡланып ҡалған шул осорҙағы ҡоралдар, уҡ башаҡтарын күргәҙмәләр өсөн йыябыҙ. Башҡорт ғәскәрҙәре төрлө литография һәм картиналарҙа һүрәтләнгән, уларҙың да күсермәләрен эшләргә кәрәк. Музейҙа документтар һәм ҡайһы бер ҡомартҡыларҙың төп нөхсәһе ҡуйылмаһа ла, күсермәләр юғары сифатлы буласаҡ, быға барлыҡ техник мөмкинлектәр бар бөгөнгө көндә. Ғөмүмән, музей өсөн материал етерлек.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 372

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru