«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ҺӨЙЛӘЙ ГӘЗИТ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитен алдырып уҡыған йылдар эсендә ул минең иң яратҡан баҫмаларымдың береһенә әүерелде. Былтыр донъя күргән мәҡәләләрҙең береһендә автор редакцияларға шылтыратыусылар булмауы баҫмала ҡыҙыҡлы мәҡәләләр юҡлығы күрһәткесе, тигәйне. Бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә шылтыратырға, йә хат яҙырға ла батырсылыҡ итергә кәрәк бит. Бына мин дә, ниһайәт, бар ҡыйыулығымды туплап, гәзит хеҙмәткәрҙәренә беҙгә бик кәрәкле, йөкмәткеле баҫма сығарыуҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм.

"Киске Өфө"нөң һәр һанында көнүҙәк темалар, илдәге хәл-ваҡиғалар, йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр яҡтыртыла. Беренсе биттәге "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһында күтәрелгән һорауҙарҙы, уларға яуап биреүселәрҙе уҡып уйланам. Себер яҡтарына оҙон аҡса артынан киткән ир-егеттәр, ауылдар, телебеҙ яҙмышына битараф ҡалып буламы ни! Гәзит һәр ваҡыт халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса ваҡытында абруйлы шәхестәрҙең аҡыллы һүҙен еткереүе менән дә күңелгә ятышлы, матур башҡорт ғаиләләре, алдынғы һәм эшлекле йәштәр, рухлы балалар тураһында уҡып һөйөнәм. "Киске Өфө" гәзитендә боронғо кәсептәр тергеҙелеүе, белем усаҡтарының ыңғай эшмәкәрлеге тураһында уҡып белеп торам. Бына әле Фәрзәнә Аҡбулатованың повесын гәзиттең һәр һанын көтөп алып уҡыныҡ. Хәҙер ауылға яңы нәшер ителгән әҙәби китаптар килеп етмәй бит, шуға гәзиттә хикәйәләр, повестар, шиғырҙар даими баҫылып торһон инде ул.
Гәзит яҡтыртҡан тағы бер тема - ирҙәренән туҡмалып йәшәүсе ауыл ҡатындары. Ауыл кешеһенә тик ауылдашы ғына ярҙам итә ала, закон һәм полиция менән генә әллә ни ҡырып булмай. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа республикала гөрләтеп эшләп киткән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге туҡтамаһын, ауылдаштар бер-береһенә иғтибарлыраҡ һәм ярҙамсылыраҡ булһын, тип теләйем. Ғөмүмән, гәзиттең һәр мәҡәләһенең тәьҫире бар, уйланырға һәм фекер уртаҡлашырға теләк тыуҙырып ҡына тора. Ҡыйыулығың етеп, редакцияға шылтырат, хаттар яҙ ғына...
"Киске Өфө" биттәре беҙгә тарих һөйләй, бына шунан да мөһиме юҡтыр. Ырыуҙар тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарманлығы ошонда баҫылмаһа, ҡайҙан уҡып белер инек? Бына бер бала саҡ хәтирәм тарихты йәш быуынға һөйләү мөһимлегенә дәлил булыр. Беҙ бала саҡта ҡараған һуғыш тураһындағы фильмдарҙың геройҙары гел урыҫ исемле ине. Шунда бала аҡылым менән Бөйөк Ватан һуғышында тик урыҫтар ғына ҡатнашҡан, тип уйлағанмын. Сөнки башҡа милләттәр фильмдарҙа күрһәтелмәне, ололар һуғыш тураһында һөйләп барманы. Баҡтиһәң, әсәйемдең дә, атайымдың да яғынан бик күп туғандарыбыҙ һуғышҡа алынған булған. Атайым 1945 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Япония яғында 1952 йылға тиклем булып ҡайта. Гәзиттең тарихҡа бағышланған биттәре быуындар бәйләнешен тергеҙергә, тамырҙарҙы белергә һәм балаларға үҙ тарихыбыҙҙы һөйләргә, аңлатырға ярҙам иткән бик мөһим тәрбиәүи өлөшө.
Әйткәндәй, тәрбиә йәһәтенән "Киске Өфө" гәзите ныҡлы таяныс: ейән-ейәнсәрҙәрем килеүгә гәзит биттәрен асып, алдарына һалып ҡуям, уҡыһындар, фәһем алһындар, тим. Бына шулай, беҙҙең быуын бәләкәйҙән китап, гәзит-журнал уҡырға күнегеп үҫкән һәм был ғәҙәтте һис тә ташлағы килмәй. Башҡорт халҡының үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген сағылдырған, зиһенде һәм рухты үҫтергән "Киске Өфө" гәзите заман шауҡымында интернет киңлектәренә генә инеп китмәһен, ә ҡағыҙ баҫма булараҡ үҙ эшмәкәрлеген дауам итһен. Беҙҙең яҡта почта хеҙмәте яҡшырҙы, элекке кеүек, гәзит ҡайҙалыр "аҙашып" ҡалмай. Әйҙәгеҙ, "Киске Өфө"гә яҙылайыҡ!

Тәнзилә ҠОТЛОБАЕВА.
Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.21 | Ҡаралған: 425

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru