«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӨС ТАҒАН"ДЫ ҺӨЙӨНСӨЛӘП...
+  - 

Һуңғы йылдарҙа республика халҡын үҙебеҙҙең ерлектә төшөрөлгән фильмдары менән ҡыуандырған билдәле режиссер Айнур Асҡаровтың сираттағы кинокартинаһы тиҙҙән прокатҡа сығасаҡ. "Асҡарфильм" кинокомпанияһы "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә төшөрөлгән "Өс таған" фильмы тураһында ҡуйыусы режиссерҙың үҙенән һораштыҡ.

"Өс таған" фильмы киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителмәһә лә, төрлө кино тәнҡитселәренең ыңғай баһаларын алып өлгөрҙө. Улар нимәгә күберәк иғтибар итә?

- "Өс таған" фильмын 2018 йылда төшөрә башланыҡ һәм киң йәмәғәтселеккә 2020 йылдың яҙында уҡ сығарырға иҫәп тотҡайныҡ. Әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында был ниәтебеҙ тормошҡа ашмай торҙо. Шулай ҙа атҡарып сыҡҡан эште күрһәтмәй, ситтән ниндәйҙер баһа, тәнҡит ишетмәй тороп, ижади төркөмдә алға китеш булмаясағын белеп, махсус конкурстарға хеҙмәт емешебеҙҙе ебәргәйнек. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге кинофестивалдәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән фильмдар араһында үҙебеҙҙе яҡшы күрһәтә алдыҡ. "Өс таған" егерме һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған "Алые паруса Артека" халыҡ-ара кинофестивалендә "Иң тәрән аҡыллы фильм" тип танылды, XXVI "Литература и кино" Рәсәй кинофестивалендә Гран-при һәм "Кинола иң яҡшы музыка" номинацияһын алды, Гуанджоу ҡалаһында уҙғарылған XV Ҡытай балалар киноһы халыҡ-ара фестивалендә "Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы фильм" булараҡ танылды. Шулай уҡ башҡа фестивалдәрҙә беҙҙең операторҙарҙың, актерҙарҙың, сценарий авторҙарының да хеҙмәте юғары баһаланып өлгөрҙө.
Ә бына һуңғы еңеүебеҙ Бангладешта ун туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған Халыҡ-ара Дакка кинофестивалендә "Иң яҡшы балалар фильмы" категорияһында булды. Мин был кинофестивалгә 2013 йылда "Еңмеш" фильмын тәҡдим итеп ҡарағайным, әммә ул саҡта бер ниндәй ҙә призға лайыҡ булманыҡ. Шуға был юлы иң юғары баһа алыуыбыҙ ижади үҫешебеҙ сағылышы булды, тип ышаныслы әйтә алам. Коронавирус эпидемияһына бәйле был сараларҙа шәхсән ҡатнашып, наградаларҙы баһалама ағзалары ҡулынан ала алмаһаҡ та, улар беҙҙе интернет селтәрҙәре аша табып, танышып, фекерҙәре менән уртаҡлашып тора. "Өс таған" тураһында, иҫ киткес хозур тәбиғәтле урындарҙа төшөрөлгән, ролдәрҙе шул тиклем һәләтле балалар башҡара, йыр-моңо, тауыш һәм һүрәтләнеш яғынан сифаты яҡшы, тип яҙалар. Әйтергә кәрәк, халыҡ-ара фестивалдәрҙә фильм төп нөсхәлә - башҡортса күрһәтелде. Белеүегеҙсә, беҙ кастинг үткәргәндә 500-ҙән ашыу йәш актер араһынан Илдар Биҡҡолов (Ғабдулла), Руслан Ҡадаев (Айҙар), Арыҫлан Ғәлиев (Вәзир) һәм Ильяс Кинйәбулатовты (Яҡуп) һайлап алдыҡ. Малайҙар быға тиклем киноға төшкәне булмаған, әммә тиҙ арала эш айышына төшөнөп, уртаҡ тел табып, бик матур командаға әүерелделәр. Ә бына белгестәрҙе һоҡландырған тәбиғәт күренештәре Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлдө, Кирәмәт тауы "ролен" Йөрәктау шиханы "башҡарҙы".

"Өс таған"ды халыҡ ниндәй телдә ҡарай аласаҡ? Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?

- Фильмды киң прокатҡа 4 мартта сығарабыҙ, Башҡортостан һәм Татарстан халҡы барлыҡ кинотеатрҙарҙа ла, ике телдә лә ҡарай аласаҡ. Беҙ кинотеатрҙарға фильмдың башҡортсаһын да, урыҫ теленә дубляжын да тапшырасаҡбыҙ. Моғайын, башта йәҙүәлдәргә ике вариантын да ҡуйырҙар, аҙағыраҡ тамашасылар теләген иҫәпкә алып хәл итәсәктәр.
Ә бына киләсәккә пландар тураһында әйткәндә, быйыл өс тулы метрлы кино төшөрәбеҙ. Әле Свердловск киностудияһы менән "Буран" тигән фильмды төшөрөп бөттөк, унда төп ролде билдәле Рәсәй актеры Александр Головин башҡара. Көҙгә ҡарай Әбйәлил районында төшөрөлгән "Йыл ғаиләһе" фильмы буйынса эштәрҙе тамамларға ниәтләйбеҙ, унда төп ролдә - Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Йәйге осорҙа ла берәй яңы проект башларға пландар бар, быныһы әлегә сер булып ҡалһын.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.21 | Ҡаралған: 478

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru