«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЯҒЫҢДЫ ЮРҒАНЫҢА ҠАРАП ҺУҘЫРҒА ӨЙРӘН
+  - 

Үтә ашығыс рәүештә аҡса кәрәк булһа, кешенән бурысҡа алып тороу хәҙерге заманда мөмкин булмаған эш тиерлек. Бөтә ялыныс - микрозайм ойошмаларына. "Бер аҙнанан эш хаҡы бирәсәктәр, түләрмен әле..." Тик аҙна үтеүгә хәл бөтөнләй үҙгәреп китеүе лә мөмкин. Нимә мәжбүр итә беҙҙе микрозайм һорап барырға?

Берҡатлылыҡ һәм матди ынтылышта аяҡты юрғанға ҡарап һуҙа белмәү. Микрозаймдарҙы данлаған һәм телевизор аша көн дә тиерлек күрһәтелгән роликтар ҙа беҙҙең халыҡтың ошо үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп эшләнә. Мәҫәлән, олатаһы менән ейәне боҙ майҙаны янынан үтә. Малайҙың күҙҙәре моңһоу - уның да ошо майҙанға сығаһы бик килә, ләкин спорт кейеме, клюшкаһы, каскаһы... ҡыҫҡаһы, спорт кәрәк-ярағы үтә ҡиммәт. Шул саҡ кадр алмашына: ҡәнәғәт малай яңы хоккей формаһында ҡапҡаға гол индерә. Тамашасылар гөр килә. Ә малайҙың атаһы, уның олатаһына табан боролоп, ғәжәпләнеп һорай: "Нисек? Ҡайҙан?" Олатай булған кеше ғорур ғына иңбашын һикертә: "Микрозайм!"
Бик тә тойғоло тарих. Шунда уҡ микрозайм таратҡан урынға йүгерәһе килә. Тик бына реклама унда проценттарҙың ҡот осҡос - йылына 200-300 (!) процент икәнен өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Тимәк, пенсионер үҙен бурыс һаҙлығына батырған. Киләһе пенсияһы бер айҙан ғына, ә проценттар көн дә үҫә бара. Хатта үҙенә ашарға, дарыу алырға ҡалдырмаған хәлдә лә ҡар йомарлағы кеүек ҙурая барған бурысты тиҙ генә түләүе, ай-һай...
Кредит алырға яратаһыңмы? Был һорау артыҡ та кеүек - кредитһыҙ йәшәгән кешене осратыуы ҡыйын хәҙер. Ләкин бурысҡа алғанда матур әйбергә күҙ ҡыҙыуҙан алда аҡыл менән үлсәргә, мөмкинлегеңде самалап ҡарарға кәрәк. Хәйер, йыш ҡына кешене бер ҡатлылыҡта ғәйепләүе лә ҡыйын - тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай, ҡайһы саҡта аҡса үтә ашығыс кәрәк шул. Бөгөнгө пандемия шарттарында, эш хаҡы менән тотҡарлыҡтар килеп сыҡҡанда бигерәк тә. Был мәҡәлә шундайҙарға - ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеүселәргә - иҫәпләнгән, сөнки күптән түгел кредит алыусыларҙың тормошон ҡатмарландырыусы закон үҙ көсөнә инде...
Был ҡануниәт тәүге сиратта бирәсәген онотоп, бөгөн ҡулға алған ҙур сумманан үрле-ҡырлы һикереп шатланыусыларға ҡағыла: "Нотариат тураһындағы ҡануниәт нигеҙҙәре"нә үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә банктарға кредит буйынса кисектерелгән бурысты ҡайтартып алыу ябайлашты. Хәҙер улар бының өсөн судҡа мөрәжәғәт итеп тормай, нотариустан ҡарар сығартып ҡына аласаҡ һәм артабан бурыслының мөлкәтен ҡулға алыу эшенә бер хоҡуҡи тотҡарлыҡһыҙ тотонасаҡ. Суд эше, белеүебеҙсә, бик сетерекле һәм оҙайлы процесс. Ултырыштар әленән-әле кисектерелә: йә теге яҡтың адвокаты килмәй, йә был яҡ сирләп китә йәки ашығыс командировкаға киткән. Йылдар буйы барған суд эштәре бихисап. Ә бушҡа киткән ваҡыт - банк өсөн иҡтисади юғалтыу. Шуға күрә яңы ҡанун улар өсөн бик отошло булып сыҡмаҡсы.
Кисектерелгән бурыс тип түләү датаһынан һуң ике ай буйы ҡайтарылмаған аҡсаны атайҙар. Рәсәй Граждандар кодексының 811-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, түләү ваҡыты уҙған бурысҡа айырым процент ҡулланыла алыуы ҡанунлаштырылған. Ә илдең Юғары суды Пленумының 1998 йылдың 4 октябрендәге 13-сө һанлы ҡарары был проценттарҙың кредит килешеүендә ҡаралғандан да ҙурыраҡ булыуын законлы тип таный. Тимәк, бурысты ваҡытында ҡайтармаһаң, банктарға үпкәләргә урын юҡ. Хәҙер килеп, банктарға бурысты ҡайтартыу еңеләйҙе. Улар бурысҡа аҡса биргәндә килешеүгә яңы шартты ла яҙа ала - кисектерелгән бурыс нотариус ҡарары нигеҙендә мәжбүри түләтеләсәк. Бер нәмә лә буш урында тыумай. Банктарҙы ла шундай ҡанунды ҡабул иттереүгә өлгәшергә нужа мәжбүр иткән. "Бурысты ҡайтарыуҙың оҙаҡҡа кисектерелеүе бик күптәрҙең ябай ғына ла финанс белеме етешмәүе һәм берҡатлылығы арҡаһында килеп сыға. Ундайҙар алдағы килемдәрен күҙ алдына насар килтерә һәм үҙ көстәренә артыҡ ышана", - тип аңлата банк кредиты буйынса эксперттар. Кредит тарихы буйынса милли бюро хисаплап сығарыуынса, Башҡортостанда 14 йылға иҫәпләнгән 1,5 миллион һумлыҡ ипотека кредитын даими түләп барыу өсөн айына 60 мең һумлыҡ килемгә эйә булыу мотлаҡ. Ә күпселектең айлыҡ килеме был күрһәткестән алыҫ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.21 | Ҡаралған: 360

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru