«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРМЕЛӘРГӘ БАРҺАҢ БАБАЙЛАНМА!
+  - 


"Улың әрмегә киткән тип ишеткәйнем. Нисек хеҙмәт итеп йөрөй? Шылтыратамы?" "Унда-бында һөйләшкеләп торабыҙ былай…" "Һаулығы нисек?" "Һалҡын тейҙереп, бер аҙ тымаулап торам, тигән була. Нишләп табипҡа бармайһың, тип әйтһәм, "бабайҙар" ебәрмәй, ти…"

Ошолай итеп, танышымдың, уның улының хәл-әхүәлен белешеп алыуым һис кенә лә кәйеф өҫтәмәне. Бына һиңә! Элек, ике йыллыҡ әрме хеҙмәте булған осорҙа, һалдат йыл ярым хеҙмәт иткәс кенә "бабай" була ала ине. Ә хәҙер, күрәһең, ярты йыл хеҙмәттән һуң да "бабайлашып" алалар. Хәрби хеҙмәтте бер йылға ҡалдырғас, әллә әлеге "бабайлыҡ" тигән нәмә бөтөнләйгә бөтмәҫме, тигән уйым да юҡ түгел ине. Бәғзе бер хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡандар ҙа "беҙҙә ундай нәмә булманы", тигәс, хатта бер аҙ тынысланғандай ҙа булғайным, әммә сирек быуат әрме эсендә йөрөгән кеше булараҡ, бындай йылы хәбәрҙәргә тулыһынса ышанып та етә алманым. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тигәндәй, әлеге танышымдың улы хеҙмәт иткән, шулай уҡ башҡа частарҙа ла ана шул боронғо ғөрөф-ғәҙәт һаҡлана киләлер. Сирләп киткән йәш һалдатты табипҡа ебәрмәй тотоу ҙа әлеге "бабайлыҡ"тың бер билдәһе инде ул. Күптән түгел рядовой Фәләновтың әллә нисә хеҙмәттәшен атып үлтергәне өсөн оҙаҡ йылға ҡаты режимлы колонияға ебәрелгәне хаҡында хәбәр ишетелде. Был фажиғә лә тап ана шул "бабайлыҡ" касафаты менән бәйле булмағайы, тим…
Ошондай ваҡиғалар килеп тыуһа, күптәрҙең күҙ алдына бәләнең төп ғәйеплеһе булып әрменең үҙе килеп баҫа. Әрме хеҙмәтендәге "тәртипһеҙлек"тә командирҙарҙың үҙ бурыстарына илке-һалҡы ҡарауы ғәйепләнә. Ҡулы аҫтындағы һалдатын "дөрөҫ тәрбиәләмәгән", йәнәһе. Әлеге һалдат хеҙмәт иткән часта взвод командиры булған егерме бер йәшлек лейтенанттан алып, генерал дәрәжәһендәге дивизия командирына тиклем хеҙмәт буйынса һәүетемсә ҙур ғына яза алғанлыҡтарына иманым камил. Ғәҙәттә, командирҙарҙың хәрби званиеһын түбәнәйтеү, хатта эшенән төшөрөүгә тиклем барып етә бындай язалар.
Һалдат мөхитендә урын алған әлеге бабайлыҡ һөҙөмтәләренең барыһы ла тиерлек әрмеләге дауахана - госпиталь аша үтмәй ҡалмай. Хәрби табип булараҡ, күп кенә шундай күңелһеҙ хәлдәр менән осрашырға тура килә ине. Шулай бер мәл, госпиталдә дежурҙа торғанда, таң алдынан бер һалдатты алып килделәр. Башы бәйләнгән. Үҙ аңында. Ниндәйҙер бер төҙөлөш материалдарын һаҡлауға ҡуйылған ике һалдаттың береһе. Был яралы егеткә хеҙмәтен тамамлауға ни бары бер ай самаһы ғына ҡалған. Ә икенсеһе - ярты йыл ғына хеҙмәт иткән һалдат ҡасып киткән, уны инде эҙләй ҙә башлағандар… Баш һөйәге онталған был һалдатҡа нейрохирургтар шунда уҡ операция яһаны. Операциянан һуң йүнәлеп, дембелгә бер нисә айға һуңлап ҡайтып китте. Уның менән һаҡта булған әлеге йәш һалдатты ҡулға алдылар. Һуңынан асыҡланыуынса, теге ҡарт һалдат йәш һалдатты һәр саҡ йәберләгән булған икән. Йәш һалдат уңай мәлде тура килтереп, "бабай" йоҡлаған саҡта уның башына балта менән сапҡан. "Үсен алыусы" был һалдатҡа ниндәй яза биргәндәре миңә мәғлүм түгел, әммә командирҙарына, әлеге әйтмешләй, яҡшы ғына эләкте инде…
Һәр ата-әсә ил һағына оҙатып, улдарының һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуын теләй. Улдары хәҙмәт итә башлаған дәүерҙә ғәзизен өлкән һалдаттар рәнйетмәһен тип тә ныҡ ҡына борсолалар, һәр саҡ ошо хаҡта һорашҡылап, хәлен белешеп тә торалар. Һалдат улдары инде үҙе "бабай" дәрәжәһенә күтәрелеп алғас, "хәҙер уның хеҙмәт ауырлыҡтары артта ҡалды" тип , ата-әсә иркен тын алып ҡуя, һуңғы осор һирәгерәк тә шылтырата башлаған ғәзизенең хеҙмәт срогын тултырып ҡайтыуын көтә башлай. Минең ныҡлы инаныуымса, инде ҡарт һалдат дәрәжәһендәге уландар өсөн дә борсолоу кәрәктер…
Хеҙмәт иткән дәүерҙә йыш ҡына казармаларға барып, яҡташтарыбыҙҙы (айырыуса йәштәрен) яҡлашып, һалдат мөхитенең эсендә йөрөргә лә тура килгеләй торғайны. Шуға күрә, минең ошо мәсьәлә буйынса фекерләүҙәрем ата-әсәнекенән бер аҙ башҡасараҡ булыуына ғәжәпләнмәгеҙ. "Әрмеләге бабайлыҡ" мәсьәләһенә күптәр "ҡыйырһытылған" һалдат ата-әсәһе күҙлегенән сығып ҡарарға ғәҙәтләнгән. Ә мин ата-әсә улдарының "бабай" булып киткән осорон да күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине, тигән фекерҙе алға ҡуям. Командирҙар нисек кенә контролгә алырға тырышыуына ҡарамаҫтан, "бабай" булғыһы килеп, үҙен башҡаларҙан күпкә өҫтөн тоторға теләүсе (өйҙән үк "потенциаль бабай" булып килгән) һалдат барыбер берәй мөмкинлеген таба һалып, уставтан тыш булған мөнәсәбәттәрҙе атҡарырға ынтыла инде ул. "Инә һөтө менән инмәгән - тана һөтө менән инмәй", тигән мәҡәл бар бит әле.
Бер мәл госпиталгә бер йәш һалдатты алып килделәр. Сәстәре тош-тош урындан ҡойолғолаған, тәнендә күгәргеләгән урындары бар. Һалдат һөйләшә һалып бармай. Кемдәндер ҡурҡҡаны тойола. "Ҡайҙан был "синяктар" тип һорағанға, "йығылдым" йә "төкөнөм" тип алдашыуы ла һиҙелеп тора. Сәстәре лә "үҙенән-үҙе ҡойолоп бөткән" имеш… Оҙаҡ ҡына госпиталдә ятты ул. Бөтә төр табиптар ҙа уны тикшерҙе, шул иҫәптән, психоневролог та. Табиптарҙың береһе шулай ҙа һалдаттың теленә "асҡыс" таба алған. Уны бер өлкән һалдат ҡыйырһытҡан икән. Сәстәрен дә ул бөртөкләгән, туҡмаған. Ошо хәлде хәтерләп ҡалыуымдың төп сәбәбе - әлеге "бабай"ҙың беҙҙең яҡташыбыҙ булып сығыуы! Ҡалаларыбыҙҙың береһенән булған (фамилияһын яҙмайым) башҡорт егете. Дисбатҡа ике йылға хөкөм иттеләр. Икенсе бер осраҡта, республикабыҙҙың бер районынан әрмегә саҡырылған ауыл егете, үҙе "бабай" булып алғас, икенсе йәш һалдаттың ҡолаҡ пәрҙәһен яра һуҡҡан ине. "Нишләп улайттың?" тип һорағас, "Мине лә йәш саҡта ҡыйырһыттылар", тип кенә яуап бирҙе егет. Эште трибуналға еткермәй, егетебеҙҙе нисектер алып ҡалдылар. Бының менән яҡташтарымды яманларға теләмәйем. Ватандаштарым менән бәйле булмаған шундай ваҡиғалар, әлбиттә, бик күп булды. Тик әлеге беҙҙекеләр араһында ла бына шундай осраҡтарҙың булыу ихтималлығы хаҡында яҡташтарымды иҫкәрткем килә. Айырыуса "бабайлыҡтан" ҡурҡҡан атай-әсәйҙәрҙе.
Сираттағы ялға ҡайтҡанымда таныштарым аша ишеткән, үҙемдең хеҙмәт иткән ерем менән бәйле булмаған тағы бер ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныслы ла хәлде бәйән итеп китәйем әле. Республикабыҙ ҡалаларының береһенән булған йәш һалдат менән шул ҡала тирәһендәге бер ауылдан булған ҡарт һалдат тураһында. Әлеге ауыл егете - "бабай" үҙенең часына килеп эләккән яҡташын да ҡыйырһытыуҙан тартынмаған. Бер аҙҙан демобилизацияланып ҡайтып та киткән. "Дембель неизбежен как крах империализма", тигән әйтем йөрөй һалдат телендә. Йыл ярымдан әлеге ҡала егете лә өйөнә ҡайтҡан. Теге "хеҙмәттәшенең" ҡайһы ауылдан икәнен дә белгән был егет, дуҫ-иштәрен йыйып, бер нисә тапҡыр әлеге ауылға машина менән килеп, үҙенең ҡыйырһытыусыһын эҙләп йөрөгән, имеш. Алдағы көнөн уйлай белмәгән әлеге ауыл егете һәр саҡ унан йәшеренеп ҡалған. Бабайлыҡ ҡылғандарға ла ана шуның һымаҡ "контрсаралар" табылыуы ихтимал, тимәксемен. Башта иҫкә алып киткән, хеҙмәттәштәрен атҡан рядовой Фәләнов та, бәлки, ҡыйырһытыусыларынан үсен алғандыр…
Хөрмәтле ата-әсәләр, улдарығыҙҙы әрмегә оҙатҡанда һәр төрлө нәсихәттәрегеҙ менән бергә уларҙы бына ошо хаҡта ла иҫкәртеү кәрәк. "Миңә ефрейтор званиеһы бирҙеләр", тип улы яҙған хатты уҡыған өләсәһе: "Йәфрәйт булдым тип, балкауниктарыңды әбижәйт итеп йөрөмә!" - тип хат яҙған һымаҡ. "Оло һалдат булып алғас, йәштәргә тырнаҡ осо менән дә тейәһе булма!" тип, улдарығыҙҙың иҫенә төшөрөп кенә тороғоҙ. Бына шулай.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.21 | Ҡаралған: 408

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru