«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМЛЕ БУЛЫУ ОТОШЛОРАҠ, ТИ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ УҠЫУСЫЛАРЫ
+  - 


Беҙ йыш ҡына ир-егеттәр донъяһына ҡағылышлы төшөнсәләр тураһында оло, йәки инде был тормошта ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҙамандар менән һөйләшергә күнеккәнбеҙ. Ә бит ир-егетте тәрбиәләү асылда уның бала сағына һәм үҫмерлек осорона ҡайтып ҡала. Бына шуны күҙ уңында тотоп, тап Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының үҫмер егеттәре менән әңгәмәләштек.

Илһөйәрлек тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

Искәндәр Ғарипов:
Яратыу төрлөсә булырға мөмкин. Мәҫәлән, "Мин яратам" тип әйтергә генә һәм әйтмәйенсә лә күп яҡшылыҡтар ҡылырға була. Шуның кеүек, илһөйәрлек - ул үҙ илеңә, халҡыңа йылы хис белдереү генә түгел, ә илеңдәге бөтөн булған тереклекте һаҡлау, халҡыңдың үткән тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, бөгөнгөһөн ҡайғыртыу ул. Илһөйәрлек - ниндәйҙер уңайлы һәм уңышлы юлды һайлау өсөн милләтеңә хыянат итмәү, йәғни тоғролоҡ. Илһөйәрлек - ул шулай уҡ илеңә кәрәк булғанда ғүмереңде лә йәлләмәү.
Рәсүл Ғазаҡов: Илһөйәр кешеләр - улар батырҙар. Бары тик йөрәктәрендә илһөйәрлек булғандар ғына милләте өсөн, иле өсөн ҙур эштәргә бара. Мәҫәлән, шуларҙың береһе Шайморатов генерал. Ул беҙҙең халыҡҡа батырлығы, аҡылы, хәрби оҫталығы һәм илһөйәрлеге менән дан алып килгән кеше. Илһөйәрлек халҡың ҡомартҡыларын, ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен, фольклорын һәм башҡа байлыҡтарын ҡулланып ҡына йәшәү түгел, ә илеңә үҙең дә файҙа килтереү, тоғролоҡ һаҡлау.
Азамат Зәйтүнов: Илһөйәрлек - ул Тыуған илеңде яратыу тойғоһо. Ул - Ватанға бар булмышың менән бирелгәнлек. Был тойғо беҙгә атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр тарафынан, уратып алған мөхит аша һалыналыр, тип уйлайым. Башҡорт халҡы борон-борондан үҙенең илен, ерен, телен яҡлаған, һаҡлаған, кәрәк саҡта яуға күтәрелгән. Йәнен-тәнен аямай һуғышҡан, бер ҡасан да сигенмәгән. Былар барыһы ла илде ныҡлы һөйгәндән генә була.
Батырйән Мифтахетдинов: Илһөйәрлек ул ғаиләңде яратыуҙан, өйөңдө, ҡапҡа алдын, урамыңды, ауылыңды, ҡалаңды һағына белеүҙән башлана. Һин шул яҡын нәмәләрҙе үҙеңдеке итеп ҡабул иткәнһең. Шулай уҡ тыуған илде лә үҙеңдеке итеп яҡын күрергә һәм уны һаҡларға, ҡыҙғанып торорға, ҡәҙерләргә кәрәк. Барыһына ла ишек асып, халҡың ерен, мөлкәтен тапатып ҡуйыу, туҙҙыртыу ул киң күңеллелек түгел, ә моңһоҙлоҡ. Илһөйәрҙәр ерен, милләтен ҡурсалай белә.

Армия хеҙмәтенә барасаҡһығыҙмы?

Искәндәр Ғарипов:
Армия сафында хеҙмәт итеү һәр ир-егеттең бурысы тип һанайым. Был үҙе бер тормош мәктәбе лә. Армиянан егеттәр етдиләнеп, үҫеп ҡайталар. Хеҙмәт төрлө ерҙәрҙә үтә, илдәр күрәләр, сит милләттәр менән дуҫлашалар, ауырлыҡтарҙы үтеп өйрәнәләр. Быны мин ағайымдарға ҡарап әйтә алам. Хеҙмәттә булғандар ата- әсә, тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп, һағынып ҡайталар. Бөгөн хеҙмәт итеү хәүефле, тиһәләр ҙә, был тормош һынауын ир-егеттәр үтергә тейеш.
Рәсүл Ғазаҡов: Әйе, мин армия хеҙмәтенә барасаҡмын. Илебеҙҙе беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар? Әгәр олатайҙар Бөйөк Ватан һуғышында ғүмерҙәрен йәлләмәй һуғышмаһа, бөгөн беҙ кем булыр инек? Бөгөн килеп беҙ шул бурыстан баш тартайыҡмы? Юҡ! Хәрби хеҙмәт юлы үтеү мотлаҡ.
Азамат Зәйтүнов: Армия хеҙмәтенә, әлбиттә, барасаҡмын. Хәрби хеҙмәт үтмәйһең, ҡулыңа ҡорал да тота белмәйһең икән, һуғыш-фәлән башланһа, нишләйһең? Ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә боҫоп ултыраһыңмы ни? Унан бит, ир-егеттәр араһында "Хеҙмәт иттеңме?" тигән һорау бар. Шул саҡта ғорурлыҡ менән "Эйе" тип әйтерлек булһын.
Батырйән Мифтахетдинов: Бөгөн армияла хеҙмәт итмәгән егеттәрҙе етәкселек вазифаһына ла эшкә алмайҙар. Был бик дөрөҫ, тип уйлайым. Илен һаҡлау бурысына яуапһыҙ ҡараған егет нисек итеп тотош коллектив өсөн яуап бирә алһын? Әрме сафына, һис шикһеҙ, барасаҡмын. Был минең өсөн намыҫ эше. Әлбиттә, бөгөн күп әсәйҙәр улдарын хеҙмәткә ебәрмәҫкә тырыша, тик егеттәр быны үҙҙәре хәл итергә тейеш, атай-әсәйҙәренең артына йәшеренеп ҡалыу ярамай. Хәрби хеҙмәт хәүефле булғанда ла ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Егеттәргә ҡурҡыу килешмәй.

Рухлы башҡорт егетенә ниндәй сифаттар хас?

Батырйән Мифтахетдинов:
Рухлы кеше милләтенең мәҙәниәтен, тарихын, бөгөнгө йәшәйешен йөрәгендә йөрөтә. Ул башҡорт концерттарына йөрөй, башҡорт әҙәбиәтен уҡый, милли проекттарҙы күтәреүҙә булышлыҡ итә һәм башҡалар.
Искәндәр Ғарипов: Рухлы егеттең көсө беләгендә түгел, ә йөрәгендәге ҡыйыулығында, ныҡышмаллығында, аҡылында, итәғәтлегендә, белемендә... Мин үҙемдә лә ошо һыҙаттарҙы тәрбиәләргә тырышам.
Рәсүл Ғазаҡов: Рухлы башҡорт - ул тыуған иле, ере, туғандары өсөн йәнен бирергә әҙер булған егет. Уның физик яҡтан көслө булыуы ғына аҙ, ә уй-тойғолары төплө, күңел донъяһы яҡты, рухы ла ныҡ булырға тейеш. Рух ныҡлығы беҙгә атай-әсәйҙән, нәҫелдән күсә, тәрбиәнән килә. Башҡорт егеттәрендә рух һүнмәһә - илебеҙ ҙә сәскә атыр.
Азамат Зәйтүнов: Рухлы башҡорт егете туған телен, тарихты, үҙенең тамырҙарын белергә, шул телдә аралашырға, фекер йөрөтөргә, илен, ерен, халҡын яратырға, хөрмәт итергә, халҡы менән ғорурланырға тейеш. Юҡҡа ғына халыҡ "Рух һүнмәһә - ил һүнмәҫ" тимәгән. Әгәр башҡорт егеттәре ошо бар сифаттарға ла эйә икән, тимәк, беҙҙең илебеҙ үҫешәсәк, нығынасаҡ, халҡыбыҙ йәшәйәсәк.

Белемле булыу отошлораҡмы, әллә бай булыумы?

Рәсүл Ғазаҡов:
Минеңсә, белемле булыу яҡшыраҡ, сөнки "байлыҡ - бер айлыҡ", тип ололар юҡҡа әйтмәгән. Байлығың булып та, белемең булмаһа, булған байлығыңды өс көндә юҡҡа сығарырға ла мөмкин.
Искәндәр Ғарипов: Байлыҡ - бер айлыҡ , ә белем - ғүмерлек. Бай булып та белемең булмаһа, ер йөҙөндә йәшәүҙең мәғәнәһе юҡтыр. Белемле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Шуның өсөн төплө белем алырға кәрәк.
Батырйән Мифтахетдинов: Белемле кеше иленә лә, халҡына ла файҙалыраҡ була ала. Байлыҡ ул нәфселе була һәм байҙарҙың ниндәйҙер фәнни асыштар яһауын, китаптар яҙыуын, яңы техникалар уйлап сығарыуын ишеткәнебеҙ юҡ әле. Быға белемлеләр генә һәләтле.
Азамат Зәйтүнов: Әлбиттә, белемле булыу яҡшыраҡ. "Белемле кеше юғалмаҫ" тигән халыҡ мәҡәле бар. Ысынлап та, әгәр белемең булһа, һин бер ҡасан да юғалмаясаҡһың. Белем - ул үҙе ҙур байлыҡ, тип уйлайым. Илебеҙ тап белемле, алдынғы ҡарашлы йәштәргә таяна.

Малайҙарҙа ысын ир-егетлек сифаттарын кем тәрбиәләй?

Искәндәр Ғарипов:
Ысын ир-егет булып үҫеүгә булышлыҡ итер кеше, беренсе сиратта, әлбиттә, атай. Һәр хәлдә, беҙҙең ғаиләлә шулай. Шуның өсөн ир балаларҙы атайлы итеп үҫтерергә тырышырға кәрәк, тип уйлайым.
Рәсүл Ғазаҡов: Ысын ир-егетлек сифаттары ғаиләлә тәрбиәләнә, тип уйлайым. "Атайҙан күргән - уҡ юнған, әсәйҙән күргән - тун бескән", ти бит халыҡ мәҡәле. Шулай уҡ ир-егеттең үҙенән дә күп нәмә тора. Әгәр төҫкә-буйға матур булып та, рухи көсөң, яҡты уйҙарың, яҡшы ниәттәрең, илеңә мөхәббәтең юҡ икән, һин ниндәй ысын ир-егет булаһың инде!
Батырйән Мифтахетдинов: Ысын ир-егетте ғаилә үҫтерә. Яңғыҙ әсәйҙәр ҡулында ла үҙҙәренә ирҙәр яуаплылығы алып үҫкән малайҙарҙы беләм. Артыҡ иркәләгән, барыһын да ата-әсәһенән эшләткән, комфорт зонаһында булыуҙы ғына хуп күргән балаларҙан ир-егет сыҡмаҫ. Шунлыҡтан, малайҙарҙы баҫмаҫҡа, алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшеп йәшәргә өйрәтергә кәрәк.
Азамат Зәйтүнов: Ысын ир-егет булып үҫеүгә ғаиләлә нигеҙ һалына, сөнки беҙ үҙебеҙҙең атайҙар, олатайҙар, ағайҙарға оҡшарға тырышабыҙ. Уларҙан өлгө алабыҙ. Шулай уҡ гимназияла ла беҙҙе ысын ир-егеттәр итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һалалар. Тәртипле, ныҡышмал, яуаплы булырға, бөхтә кейенеп йөрөргә һ.б. өйрәтәләр. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" тигәндәй, беҙ әлеге мәлдә ҡурайҙа уйнарға өйрәнәбеҙ, милли көрәш менән дә шөғөлләнәбеҙ. Ғөмүмән, ысын ир-егет ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш булырға, әйткән һүҙендә тора белергә, һәр эшкә яуаплы ҡарарға тейеш, минеңсә...

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.21 | Ҡаралған: 450

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru