«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒҮМЕРЛЕК ҺАБАҠ
+  - 

Был көндәрҙә бынан 20 йыл элек, 2001 йылдың 9 ғинуарында арабыҙҙан киткән юрматы ере арыҫланы, мәҫәлсе-шағир, журналист Сулпан ағай Иманғоловты хәтерләп, уның менән бәйле бер ваҡиғаны иҫкә алып ултырҙым әле. Һеҙгә лә һөйләйем.

Уның менән Башҡортостандың көньяғында беҙ булмаған төбәк-ауыл бик һирәк ҡалғандыр. Ул Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе булып эшләгән мәлдә репортаж артынан ауылдарға йыш сыҡтыҡ. Сулпан ағайҙың ябай ғына кеше тураһында материал әҙерләгәндә лә унан нисек мәғлүмәт алыуына аптырап, һоҡланып ҡарап ултыра торғайным. Респондентҡа бер үк һорауҙы төрлө яҡлап бирә, тейешле яуап алғас ҡына төп темаға кире ҡайтып, репортажды дауам итә ине. Уның менән халыҡ араһына сығыуҙарҙың бушҡа булмауын редакцияға эшкә килгәс кенә аңланым. Ошондай бай тормош юлы үткән, журналистика өлкәһендә тәжрибәле кешенең Мәләүез районында үҙаллы башҡорт гәзите сыға башлағанда арабыҙҙа булмауы бик тә үкенесле ине. Ҡайһы саҡ ишек асылып китер ҙә, Сулпан ағай йылмайып килеп инеп: "Әмиров, әйҙә бер ҡыҙыҡ яһайыҡ, әйҙә, гәзиттә ошо мәҡәләне баҫайыҡ әле", - тип әйтер кеүек була торғайны.
Минеңсә, тормошта бөгөн дә мәҫәлсе өсөн темалар етерлек. Сулпан ағай әйтмешләй, Рәсәйҙәге кеүек тормош барҙа, мәҫәлсе эшһеҙ ултырмаҫ, сөнки әҙип үҙ әҫәренә теманы көндәлек тормоштан ала. Берәй хәл-ваҡиғаның шаһиты булһаҡ, был хаҡта фекеремде һорап, һуңынан үҙенсә баһа бирер ине. Ул нисек тиҙ арала ошо ваҡиға геройҙарын йәнлектәр менән сағыштырып өлгөргәндер, аптырайым. Сулпан ағайҙың бер нисә секунд эсендә ҡарар ҡабул иткәненә һәм уның уғата ла дөрөҫ икәненә тиҫтәләгән-йөҙләгән тапҡыр шаһит булырға тура килде...
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, милли хәрәкәттең иң ҡыҙыу осоронда, ырыуҙар йыйыны ойошторола башланы. Тамъяндар Әбйәлил, Белорет райондары биләмәһендә күпләп йәшәү сәбәпле, ырыу йыйынын Магнитогорск ҡалаһында үткәрергә ҡарар ителде. Беҙ, Ҡотош урта мәктәбе директоры Әшрәф Хужәхмәтов, Сулпан ағай Иманғолов, ошо юлдар авторы, Иҙел-Нөгөш тамъяндары вәкилдәре булараҡ, Магнитогорскиға барҙыҡ. Йыйын уңышлы уҙҙы, күтәренке кәйеф менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Әшрәф Ғәзиз улы автобусҡа юлланды. Сулпан ағай менән мин Сибай - Өфө поезына билет алдыҡ. Тейешле сәғәттә Магнитогорск тимер юл вокзалына поезд килеп туҡтаны. Вагонға инәбеҙ. Үтеп барған поезға билет һатҡанда, ғәҙәттә, урынын күрһәтмәйҙәр, ҡайҙа буш булһа, шунда ултыраһың. Купеға үтәбеҙ. Аҫтағы урындарҙың береһендә 28-29 йәшлек рус ҡатыны ята, икенсеһен 7 йәштәр самаһындағы ҡыҙы биләгән. Сулпан ағай: "Ҡыҙыңды үҙ яныңа һал әле", - тиеүгә, әсәһе: "Беҙҙең билеттарға ошо урындар күрһәтелгән, оҡшамаһа, ана өҫтәге урынға ят", - тине. Ошоно ғына көткәндәй, юлдашым: "Ярар, беҙгә барыбер төнө буйы йоҡламаҫҡа", - тине лә әйберҙәрен өҫкө ҡатҡа һалды. Ҡатын, аптырап, ни өсөн йоҡламауыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды. "Күптән, бик күптән тыуған яҡта булманыҡ, йоҡо ҡайғыһымы ни?" - тип яуапланы Сулпан ағай. "Улай оҙаҡ ваҡыт ҡайҙа йөрөнөгөҙ?"- тип төпсөнгәнгә: "Бынан әллә ни алыҫ түгел урындарҙа урман ҡырҡтыҡ", - тине ағайым. Ҡатын ҡурҡып китте, ниндәй сәбәп арҡаһында "ултырып сығыуыбыҙ" менән ҡыҙыҡһынды. Сулпан ағай уйлап та тормай: "Мин кеше үлтергән өсөн - 9 йыл, ҡусты көсләгән өсөн 10 йыл ултырҙы",- тине. Һөйләшеү шуның менән тамамланды. Вагондың икенсе осонда башҡортса йырлағанды ишеткәс, әйберҙәрҙе ҡалдырып, шунда юлландыҡ. Сибай педагогия училищеһы ҡыҙҙары Өфөгә китеп бара икән. Беҙҙе матур итеп ҡаршы алдылар, хөрмәтләп ҡунаҡ иттеләр. Поезд Белоретты уҙғас, юлдаштарыма хәйерле төн теләп, купеға юлландым, өҫкө урындарҙың береһенә күтәрелдем, шунда уҡ йоҡлап та киттем...
"Әмиров, Ҡарлыманға етәбеҙ", - тигәнгә уянып киттем. Сулпан ағай кейенеп, төшөргә әҙерләнгәйне лә инде. Теге ҡатын да әйберҙәрен барлай башланы. Өс ҙур сумкаға колбаса тултырып алған (Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың әсәһе Сибай ит комбинаты баш бухгалтеры икән, ҡунаҡтан ҡайтышлай "күстәнәс" алған булып сыҡты). Ул да Ҡарлыманда төшөргә тейеш икән. Әйберҙәрен тамбурға ташый башланы был. Бер ҡулы менән ҡыҙын етәкләгән, икенсеһендә ҙур-ҙур сумкалар. Ҡулынан ҡыҙын ысҡындырмай - тегеләй барһа ла, былай килһә лә етәкләп йөрөй. Әйберҙәренә беҙҙе ҡағылдырмай. Ҡарап торһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Поезд туҡталғас та беҙҙең ярҙамдан баш тартты, сумкаларын үҙе генә төшөрҙө. Станция бинаһына ингәс, әйберҙәрен бер мөйөшкә өйөп, ҡыҙын ҡосаҡлап, сумкалары араһына барып ултырҙы. Беҙҙең менән һөйләшмәй.
Бына залда милиционер пәйҙә булды, мәрйәгә йән инде, беҙгә тантаналы ҡарап ҡуйҙы. Шул саҡ Сулпан ағай был "уйынды" тамамлап, кеҫәһенән Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе танытмаһын сығарып, ҡатынға күрһәтте. Ҡатындың ағарынған йөҙөнә алһыулыҡ ҡунды, йылмайып ебәрҙе.
- Юлдашың да хәбәрсеме?- тип миңә ымланы.
- Юҡ, ул заводта инженер,- булды яуап.
- Ә һеҙ төрмәнән ҡайтып килмәйһегеҙме ни?- тине ҡатын тағы ла нығырап аптырап.
- Юҡ. Беҙ Магнитогорскиҙан йыйындан ҡайтып киләбеҙ, - тинем мин
- Ә мин төнө буйы йоҡламаным, үҙем өсөн түгел, ҡыҙым өсөн ҡурҡтым, йә үлтереп, йә көсләп ҡуймаһалар ярар ине, тип ҡурҡып яттым, - тине ҡатын. Шул саҡ Сулпан ағай:
- Беҙҙең менән баштан уҡ әҙәмсә һөйләшһәң, йоҡоң да бөтөр ине, әйберҙәреңде лә ташышыр инек, - тип төрттөрҙө.
Һөйләшеү артабан дуҫтарса дауам итте. "Һеҙ миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙегеҙ", - тип, ҡунаҡҡа саҡырып, ҡатын Стәрлелә төшөп ҡалды.

Сәйфулла ӘМИРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.21 | Ҡаралған: 541

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru