«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЛДӘРЕНӘ ИНӘЙЕК...
+  - 

Мин бөгөн гәзит уҡыусыларҙы Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының 8-се бүлеге мөдире, юғары категориялы табип, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәғилә Ҡотлоғужина менән таныштырып үтмәксе булдым. Бер юлы уға оло рәхмәтемде лә еткермәксемен.

Фәғилә Ғаяз ҡыҙы 23 йыл ошо дауаханала инфекционист булып эшләй, күпме ауырыуҙарҙы терелтеп, аяҡҡа баҫтырған ул. Үҙ эшен генә түгел, һәр бер ауырыуҙы яратырға ла етә уның күңел йомартлығы. Бүлек мөдире вазифаһындағы табип ауырыуҙарҙы дауалау менән генә сикләнмәй бит әле, ул бүлектәге һәр бер хеҙмәткәр, һәр бер ауырыу өсөн яуаплы, бүлектең хужалыҡ эштәре лә уның өҫтөндә. Барыһын да күңел төшөнкөлөгөнән аралар өсөн психолог та булырға тура килә Фәғилә Ғаяз ҡыҙына. Уколдар, дарыуҙар менән генә түгел, яғымлы ҡараш, йылы һүҙ менән дә дауалай ул ауырыуҙарҙы.
Коронавирус афәтенә ҡаршы көрәшкә иң тәүҙә инфекционист табиптар ҡушылды, тип беләбеҙ. Ысынлап та, 2020 йылдың февраль айынан алып бығаса күберәк сысҡан биҙгәге, талпан энцефалиты менән ауырыусыларҙы дауалаған бүлек тулыһынса ковид вируслы пациенттарҙы ҡабул итеүгә күсә. Хәтерегеҙҙәлер, үткән йәй үтә лә эҫе булды. Тәүлек әйләнәһенә махсус костюмдарҙа йөрөгән табиптарға ла, шәфҡәт туташтары һәм санитаркаларға ла мунсалағы һымаҡ пар эсендә эшләргә тура килде. Ләкин уларҙың үҙҙәрен ҡайғыртырға ваҡыттары ла, сараһы ла юҡ ине. Нәҡ тә фронттағыса фиҙаҡәрлек талап ителде уларҙан, һәм улар ошо һынауҙы лайыҡлы үтте. Табиптарҙың был фиҙаҡәрлеген киләсәк баһалар, тип ышанайыҡ.
Фәғилә Ғаяз ҡыҙы тураһындағы һүҙҙе дауам итеп, уның күренекле табип булыуҙан тыш, ғаиләһендә уңған хужабикә, иғтибарлы, һөйөклө ҡатын, өс ҡыҙына әсә икәнен дә әйтеп үтәйем. "Ҡайҙан көс табаһың барыһына ла өлгөрөргә?" - тип һорағас, ул миңә: "Башҡортостаным тәбиғәтенән көс алам. Яйы сыҡҡан һайын тауҙарға китәм. Тауға менгәндә физик яҡтан үҙемде тағы бер һынайым, ә тау башына менгәс тойған иреклек хисен бер нимә менән дә сағыштырып булмай. Шулай ял итеп ҡайтам да тағы эшкә сумам", - тип яуапланы...
Эйе, бөгөн бик хәүефле осор. Көнө-төнө телевизор, радио, гәзиттәр аша коронавирус тураһында һөйләйҙәр, ҡурҡыталар, күңелгә шөбһә һалалар. Халыҡ ауырыуҙан түгел , ә унан ҡурҡып, бына-бына сирҙе йоҡтороуҙан шөрләп арыны. Ә беҙҙең сәләмәтлек һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәренең хәлен иһә улар үҙҙәре генә белә. Беҙ ҙә инәйек улар хәленә, беҙ ҙә уларҙан йылы һүҙебеҙҙе йәлләмәйек, тип кенә әйтмәксе булғайным.

Светлана ШӘРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 666

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru