«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРТИСЛӘНЕРГӘ ЯРАТЫУЫН БЕР ҘӘ ТЫЙЫП ҠУЙМАНЫҠ
+  - 


Баланан шәхес тәрбиәләүҙә ата-әсәнең роле ҙур. Ояһында ни, осҡанында шул, ти бит халыҡ әйтеме лә. Һәм борондан да баланың ат-затын белеү өсөн "Кем балаһы?" тигән һорау биргәндәр. Был һүҙҙәр һорау булып та, хуплау булып та, әсенеп әйтеүгә лә әйләнә ала. Бөгөнгө йәмғиәт бына ошо хәҡиҡәтте яҡшыраҡ төшөнә, аңлай барған кеүек. Беҙҙең быуында, мәҫәлән, ғаиләлә балаларға икенсе төрлөрәк ҡараш булһа, хәҙерге йәш ғаиләләрҙә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә.
"Кем балаһы?" тигән һорауҙы, моғайын, башҡорт киноһы йондоҙсоғо, "Һеңлекәш" фильмында төп ролде башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсуринға ҡарата ла бирәләрҙер. Һәм бына, беҙ уның кем балаһы булыуын асыҡлау өсөн атаһы Вәғиз ҠЫРЫМСУРИН менән һөйләштек.

Вәғиз , шундай шәп малай үҫтереүсе ата-әсә, йәғни үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт бирһәгеҙ ине?

- Мин Мәләүез районынан, ҡатыным Мәләүез ҡалаһынан. Үҙем Республика халыҡ ижады үҙәгендә администратор, ҡатыным әлегә декрет отпускыһында. Ғаиләбеҙҙә ике бала, Арыҫлан өлкәне. Ҡыҫҡаһы, беҙ ғәҙәти ябай ғаилә. Балаларҙы ла бер ниндәй айырым методика буйынса тәрбиәләмәйбеҙ, борон-борондан килгән бер алым - яратыу. Башҡорт халҡында бит баланы яратыу, балаға аяулы булыу тигән яҙылмаған ҡанун бар. Рус сәйәхәтселәре яҙмаларында ла "Башҡорт ғаиләләрендә балаларҙы иркәләп-һөйөп үҫтерәләр, уларҙы һуҡмайҙар, хәлдәренән килмәҫтәй эш ҡушмайҙар, аяйҙар, тәрбиәләйҙәр", тигән юлдар бар. Ошо хәҡиҡәткә тура килә беҙҙең бөгөнгө йәшәйешебеҙ ҙә.

Арыҫландың әртис булып китеүе нимәнән башланды?

- Дүрт йәшендә әсәһе уның менән "Тамыр"ға барып, һынау тотоп ҡарағайны. Һынауҙы уңышлы үтеп, "Сәңгелдәк"те алып барҙы. Берҙән-бер көндө әлеге "Һеңлекәш" фильмына биш йәштән һигеҙгә тиклемге малайҙар эҙләйҙәр, тигән иғлан күреп ҡалғандар ҙа, бәхетте һынап ҡарайыҡ әле тип, видеороликтар ебәрҙек. Ләм-мим, тауыш-тын булманы. Инде онотоп бара инек, өс ай тирәһенәндер, шылтыратып, икенсе турға саҡырҙылар. Быныһында балаларҙы төрлө яҡлап ҡуйылған камералар аҫтында һөйләштереп ҡаранылар. Унан өсөнсө турға режиссер Александр Галибин килде, Марта ла бар ине. Фильмдағы "ата-әсәһе" һәм башҡа геройҙар менән таныштырып, аралаштырып ҡарап, уйнатып ҡаранылар... Беҙҙең Арыҫланды ниндәй сифаттарына ҡарап был ролгә һайлағандарын аныҡ ҡына әйтмәнеләр. Ә, асылда, үҙем күҙәтеп йөрөп, Арыҫланды тиктормаҫлығы, тиҙ генә аңлап, отоп алыуы, ихласлығы өсөн һайлағандарҙыр, тип уйлайым.

Бала ошо эштең мөһимлеген, етдилеген һәм яуаплылығын аңларлыҡ инеме?

- Юҡ, аңларлыҡ түгел ине әле. Ул түгел беҙ үҙебеҙ, ололар, ниндәй ҙур һәм шанлы проектҡа килеп ҡапҡаныбыҙҙы төшөнөп етмәнек ҡапылда. Режиссер баланың биш йәшлек кенә булыуынан да хәүефләнде, арымаҫмы, ҡурҡып ҡалмаҫмы, көйһөҙләнеп китмәҫме, тигән һорауҙар бирҙе. Ә беҙ Арыҫландың ниндәй талымһыҙ энергияға эйә икәнен үҙебеҙ генә беләбеҙ.
Баланың ике телдә лә яҡшы һөйләшеүе кәрәк ине. Ә беҙҙең өйҙә аралашыу башҡортса, русса иһә ул тиҫтерҙәре менән дә, баҡсала ла телен шымартты. "Тамыр"ҙа шөғөлләнеп, тасуири һөйләүҙе һеңдерҙе, камераларға өйрәнде. Фильмдың продюсеры Тимербулат Кәримов улыбыҙҙың "тап ауыл малайы" булыуын да, хатта уның үҙенең бала сағына оҡшауын да телгә алған.
Арыҫлан бөгөн дә әле ниндәй масштаблы эш башҡарып сығыуын баһалай алмай. Ул быларҙың барыһын да уйынлы-ысынлы бер мәшәҡәттәр итеп кенә ҡабул итте. Йондоҙ сире лә юҡ унда. Иптәштәре араһында ла айырылмай. Сөнки балалар донъяһында ундай айырымланыу, мин-минлек төшөнсәләре булмай, ундай йәмһеҙ ғәҙәттәрҙе уларға ололар ғына һеңдерә ала.

Арыҫландан өйҙә нимәләр талап ителә? Бигерәк тә бөгөн, билдәле малай булып киткәс, уға һеҙҙең тарафтан иғтибар арттымы?

- Туған телде яҡшы итеп үҙләштереүҙе талап итәбеҙ. Төрлө ғаилә йолаларында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә ҡатнаштырабыҙ. Олатай-өләсәйҙән башлап, бер нисә быуынды белергә тейешлеген йыш ҡабатлайбыҙ. Ата-бабаларының һуғыштарҙа ҡатнашыуын, ниндәй юлдар үтеүен батырлыҡ билдәһе итеп күрһәтәбеҙ. Бына ошондай милли үҙенсәлектәрҙе белгәндә генә һин башҡа халыҡтарға, тамашасыларға ҡыҙыҡлы шәхес буласаҡһың, тип аңлатабыҙ.
Ул ғаиләлә өлкән бала тип әйттек бит инде, ундай хәлдә, һеҙ беләһегеҙ, кесе туғандарҙы ҡарау, нимәләргәлер өйрәтеү һәм башҡалар оло бала иңдәренә төшә. Арыҫлан да һеңлеһенә ағай икәнен бер минутҡа ла онотмай.

Баланың бөтөн мөмкинлектәрен дә үҫтереү, өҫкә сығарыу өсөн ата-әсә көс һалырға тейешме? Элекке тәрбиә менән бөгөнгө тәрбиә айырыламы?

- Балалар бөгөн беҙҙең кеүек ағас ҡылыс менән алышып, ағас трактор яһап уйнамай. Уларҙың уйындары ла бер башҡатҡыс кеүек. Смартфондар, гаджеттар, компьютер быуыны улар. Һәм был балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары ла үҙенсәлекле булырға мөмкин. Арыҫланды беҙ, мәҫәлән, төрлө йәш йырсыларҙың йырҙарын отоп алып, үҙе йырлап, үҙе бейеп тороуына һәм бер урында саҡ ҡына ла тыныс ултыра алмағанына ҡарап, "Тамыр"ға алып барғайныҡ. Артисланырға яратыуын тыйып ҡына ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине. Бына шул "Тамыр"ға барып, "эшләп" алды ла китте инде.
Балаға иғтибар бирергә кәрәк. Ул үҫер ҙә унан үҙ юлын һайлар әле, тип кенә яйына ҡуйыу дөрөҫ түгел. Әлбиттә, уны шөғөллө итәм тип, көсләп, илатып, маҙаһыҙлап ташлау ҙа ярамай, әммә һәләтен, мөмкинлектәрен аңғарып, йүнәлеш биреү, ҡыҙыҡһындырып әйҙүкләү мөһим.
Арыҫланды йыш ҡына ауылдарҙа "Был беҙҙең башҡорт малайымы ни?" тип һорайҙар. Йәнәһе, ул шундай кинола төшөп йөрөгәс, ҡайҙандыр Мәскәүҙән килгән йә билдәле актерҙарҙың балаһы. Йәнәһе, ролде шундай танышлыҡ арҡаһында алған. Йәнәһе, бындай бәхет бары тик һайланма кешеләргә генә асыла. Бына шундай комплекстар менән, ниндәйҙер сикләүҙәр ҡуйып йәшәй беҙҙекеләр. Асылда, бары ниәт кенә кәрәк. Ниәт итеп нимәлер эшләргә, ҡыбырларға, тәүәккәлләргә! Унан аҙым артынан аҙым яһалып, мотлаҡ бер һөҙөмтә күренә. Ҡурҡмаҫҡа, оялмаҫҡа, кәмһенмәҫкә, ә өйрәнергә, ынтылырға, тырышырға!

Арыҫлан актер буласаҡмы?

- Әлеге мәлдә ул актер булырға хыяллана, шул өлкәлә белем туплай. Әммә актер булыуҙы беҙ уға маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Кем белә, бәлки был уның берҙән-бер роле булып ҡалыр, бәлки, тағы ла сағыуыраҡтары булыр әле. Актер булыуҙан алда ул яҡшы кеше булырға тейеш. Беҙ уны кеше итеп үҫтерергә теләйбеҙ. Белемле, уҡымышлы, төрлө яҡтан үҫешкән, үҙ милләтенә тоғролоҡ һаҡлай белгән, яҡындары өсөн яуаплылыҡ тойған, ҡулында шөғөлө булған, сәләмәт тормош алып барған, йәғни, бөгөнгө заманда үҙ урынын табып йәшәй алырҙай һәм был тормошта бәхет яуларҙай ысын кеше иткебеҙ килә.
Әле ул "Айназ" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмда төштө. Бик фәһемле, шундай психологик-тәрбиәүи әҫәр. Атай менән бала мөнәсәбәте илатырлыҡ, уйландырырлыҡ итеп бөтөн нескәлектәрендә бирелә. Бына ошондай сюжеттар, шул геройҙарҙың эске донъяһын асҡандағы кисерештәр, режиссерҙарҙың һөнәри мәктәбе, төрлө кешеләр менән аралашыу һәм башҡалар ҙа баланың рухи үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Был үҙе бер тәрбиә мәктәбе.

Арыҫлан фильмдағы "һеңлекәше" Марта Тимофеева менән бәйләнеш тотамы?

- Мартаның да ата-әсәһе билдәле актерҙар йәки режиссерҙар түгел. Әсәһе балерина булған еренән эшен ташлап, ҡыҙының карьераһына бар ваҡытын бағышлаған. Атаһы хәрби оркестрҙа музыкант. Ул да беренсе тапҡырға дөйөм кастинг үтеп килә был кино сәнғәтенә. Әле ун бер йәшендә ул төрлө ролдәрҙә ҡырҡ ике картинала уйнаған. Сентябрҙән алып Голливудта киноға төшөп ята ул бала. Эйе, балалар дуҫлаша, ҡыҙыҡай Америкала булғанда ла ватцаптан видеобәйләнешкә инде, аралашып торалар. Мәскәүгә барғанда ла отелгә әйберҙәрҙе генә ҡалдырабыҙ ҙа, Марталарҙың фатирына төшәбеҙ. Өфөгә килгәндә улар беҙҙә туҡтай. Арыҫлан да Мартанан өлгө ала, инглиз телен өйрәнә, ҡыҙыҡайҙың төрлө яҡлап үҫешеүен һәм уңыштарға өлгәшеүен күреп тора. Донъя кимәленә сығыу өсөн сит телдәрҙе белеүҙең мөһим икәнен аңланы инде.

"Һеңлекәш" фильмында Башҡортостан, башҡорт донъяһы матур күрһәтелде, шулай бит?

- Эйе. Бәләкәс балалар мөхитендә лә миллилек, шул миллилеккә хас оригиналлек ярылып ятты бит. Бөтөн мәғәнәүи төшөнсәләр ҙә балалар ҡылығы, балалар телмәре аша асылды. Хатта ололар йәшәйеше, һуғыш, ил кисерештәре лә тап башҡорт балалары тормошо аша һүрәтләнде. Унан һуң, Башҡортостан тәбиғәте бөтөн күркәмлегендә бирелде. Ҡараған һайын шуға һоҡланам һәм ғорурлыҡ кисерәм. Был фильм ысын мәғәнәһендә беҙҙең сәнғәт әҫәре, беҙҙең донъя булды. Киләсәктә ошо беҙ тәрбиәләгән балалар тыуған еребеҙҙең, милләтебеҙҙең данын тик яҡшы яҡтан ғына күтәреү өҫтөндә эшләр, тигән ышаныс бар. Беҙ уларҙы шуның өсөн үҫтерәбеҙ бит.

Шулай итеп...
Бына шундай төплө, фекерле, милли рухлы атай улы икән Арыҫлан Ҡырымсурин. Бындай ғаиләлә тәрбиәләнгән бала, һис шикһеҙ, яҡшы әҙәм буласаҡ. Ә уның актермы, уҡытыусымы, табипмы булыуы - икенсе мәсьәлә...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 680

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru