«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ УЛ МӨХӘММӘТ-ҒӘЛИ СОҠОРОЙ?
+  - 


Ағымдағы йылдың ғинуар айында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, суфыйсылыҡтың Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә ҡараған билдәле дин эшмәкәре Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында замандаштарыбыҙ, хатта ки зыялыларыбыҙҙың күпселеге уның тормошо, эшмәкәрлеге һәм ижады хағында мәғлүмәтле түгел. Үҙе йәшәгән замандың барса ауырлыҡтарын еңеп сығып, туған халҡына бай әҙәби мираҫ ҡалдыра алыуына шағирҙың суфыйсылыҡ фәлсәфәһен бар күңеле, йөрәге менән ҡабул итә алыуы ла сәбәп булғандыр.

Хәҙерге көндәрҙә күрше республиканан бәғзе берәүҙәр Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙо татар сығышлы итергә маташа. Был сафсатаға бары тик шағирҙың үҙ һүҙҙәре менән генә яуап биреп була. "Манзумати Ғәлийә" ("Ғәли назымдары") тигән ҡулъяҙма китабының баш һүҙендә үҙ тормошон ошолай һүрәтләй: "Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндәр. Төп шөғөлөбөҙ - урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-яраҡтары һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын..."
Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы уҡыусыларыбыҙға РФ Мосолман диниә назаратының "Бүләк" мәҙәни үҙәге һәм Мәрджәни Фондының Исламды өйрәнеү үҙәге тарафынан 2020 йылдың 28 декабрендә Мәскәү ҡалаһы мосолмандары өсөн ойошторолған онлайн-лекцияның башҡортса вариантынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Авторы - филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты, Мәскәү мосолмандарының Диниә назараты һәм "Зәҡәт" фонды стипендиаты Искәндәр Сәйетбатталов. Руссанан башҡорт теленә Арыҫлан Таймасов тәржемәһендә һәм әҙәби эшкәртеүендә бирелә.
"Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой поэзияһында мосолман символизмы һәм уның поэтик техникаһы хаҡында һүҙ башларҙан алда, бер аҙ ғына ситкәрәк тайпыла биреп, шағир биографияһының иң мөһим факттары менән танышып үтәйек. Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой 1826 йәиһә 1828 йылдың ҡышында тыуған. Уның тыуған йылын билдәләүгә ҡарата төрлө ҡараштар бар. Был әҙәби сығанаҡтарҙа һәм ревиз сказкаларында (ул замандағы иҫәп алыу документтарында) шағирҙың йәшен төрлөсә күрһәтеү менән бәйле, әммә, әҙәбиәт ғилемендә ҡабул ителгәнсә, Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой 1826 йылдың ғинуар айында тыуған, тип иҫәпләнә.
Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой тыумышы менән башҡорттарҙан була һәм байтаҡ ҡына әҫәрҙәрендә үҙенең башҡортлоғон айырым-асыҡ рәүештә күрһәтә. Ул сығышы менән бик арҙаҡлы нәҫелдән - ҙур башҡорт берләшмәләренең береһе булған Ҡара Табын ырыуының бер тармағы - Ирәкте башҡорттарынан була. Уның ата-бабалары олоҫ старшиналары булып, Төньяҡ Башҡортостан территорияһына ҡараған клан һәм бер үк ваҡытта административ структура етәкселәре вазифаһын биләй. Ирәкте ырыуының легендар тәү бабаһы итеп Сыңғыҙ хан ярандарының береһе - Майҡы бей иҫәпләнә. Күренекле фарсы тарихсыһы Рәшид ад-Дин Хамадани ысынында шул уҡ исем менән билдәле булған әмир Байку (Байҡы) хаҡында иҫкә ала, ул тәүҙә Сыңғыҙ ханға хеҙмәт итеп, һуңынан уның оло улы Джучи ғәскәренең уң ҡанатын етәкләй.
Шағирҙың атаһы Абд ас-Салих ибн Абдул (Ғәбделсәлих Абдулла улы Кейеков) ауыл мәсете имамы вазифаһында хеҙмәт итә, суфый шәйехе була. Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой хәҙерге Башҡортостан, Пермь крайы һәм Татарстан территорияһындағы 5 мәҙрәсәлә белем ала. XIX быуаттың 70-80-се йылдарында шағир 4 мәртәбә Мәккәгә хаж ҡылырға бара. Үҙе иҫән сағында уҡ ул 6 китабын нәшер итә (барыһы ла иҫке төрки телендә) һәм бик киң күләмле ҡулъяҙма мираҫ ҡалдыра. Уның туғыҙ күләмле ҡулъяҙмаһы Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында, шунса уҡ яҙмалары Ҡаҙан федераль университеты Ғилми китапханаһының көнсығыш ҡулъяҙмалары секторында, ә бер ни тиклем хеҙмәттәре Санкт-Петербургта Рәсәй фәндәр академияһының Көнсығыш ҡулъяҙмалары институты тупланмаһында һаҡлана. Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой 1889 йылда алтмыш өс йәшендә вафат була.
Уның ижади мираҫы жанрҙары, характеры һәм күләме буйынса бер-береһенән айырылып торған күп һанлы текстарҙан тора.
1. Мосолман дине ҡиммәттәрен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы формала тасуир итеүсе дини-әхлаҡи әҫәрҙәр. Был текстар ҙа шулай уҡ төрки телендә яҙылған. Улар иҫәбенә мосолман кешеһе өсөн мотлаҡ булған ғәмәлдәр хаҡындағы "40 фард" поэмаһы, "Тархиб-и Рамадан" ("Рамаҙан айын тәбрикләү") һәм башҡа әҫәрҙәр инә.
2. Тарихи яҙмалар (историография). Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой үҙ ырыуының килеп сығышы, ҡара-табын кланы башҡорттары тарихы хаҡында күп яҙған. Улар араһында айырыуса билдәле булғандарынан ҡара-табындарҙың Себерҙән Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш тарафтарына күсенеүе тураһында бәйән иткән "Хикәйәт" поэмаһы, "Тазкират ли-л-ихван ва-л-ахбаб" ("Туғандарыма вә яратҡан кешеләремә иҫкәрмә") трактаты.
3. Әүәлерәк замандарға ҡараған дини эшмәкәрҙәрҙең һәм историографтарҙың хеҙмәттәренә комментарийҙар. Уның комментарий сифатында яҙылған хеҙмәттәре араһында иң билдәлеләренән "Фусул-и арба'а" ("Йыл-дың дүрт миҙгеле") поэтик яҙмаһы - арҙаҡлы Урта Азия мистик шағиры Суфый Аллаһыярҙың "Сабат ал-'аджизин" ("Көсһөҙҙәр раҫлауы") һәм "Мурад ал-'арифин" ("Хәҡиҡәткә өлгәшеүселәр маҡсаты") поэмаларынан һайлап алынған шиғырҙарға комментарийҙар, шулай уҡ Хисам ад-Дин ибн Шәрәф ад-Дин һәм Хөсәйен ибн Әмирхандың историографик хеҙмәттәренә "Таварих-и Булгарийа йаки Такриб-и Гари" ("Булгар тарихы, йәки Ғари яҡынлауы") исеме аҫтында киң форматтағы тәнҡит комментарийы.
Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой әҫәрҙәре һис тә бер тиң кимәлдә өйрәнелмәгән: бер яҡтан, тикшеренеүселәр иғтибарын, башлыса, дини-әхлаҡи нәсихәттәр йәлеп итә, быларҙы Ҡаҙан ғалимдары бик әүҙем өйрәнә һәм баҫып сығара. Башҡортостан тарихсыларын, филологтарын һәм башҡа тикшеренеүселәрен иң элек тарихи яҙмалар ҡыҙыҡһындыра. Был Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң хәҙерге милли мәҙәниәттәр формалашыуына индергән өлөшөн асыҡлау мөмкинлеген бирә, әммә уның үҙе һәм ижады хаҡында бары тик фрагментар ҡараш барлыҡҡа килтерә. Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙо тик дини текстар авторы, йәиһә бары историограф итеп кенә ҡарау, ахыр сиктә, уның донъяһын һәм ижадын бар тулылығында күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирмәй. Бөгөнгө филологтарҙың бурысы - шағир ижадына дөйөмләштерелгән, бер бөтөн ҡараш булдырыу.
Шағир ижадының хронологияһы бик яҡынса ғына билдәләнә, иң элек маргиналийҙар, йәғни ҡулъяҙмаларының ситтәрендәге аңлатмалар буйынса, һәм дә бәғзе бер икенсе хеҙмәттәрендә үҙенә үҙе биргән һылтанмаларына нигеҙләнеп. Күрәһең, Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой Танып ауылы мәҙрәсәһендә (хәҙерге Пермь крайының Барҙа районында) уҡып йөрөгән сағында, ике эмоциональ кисереш фонында, 17 йәшендә үк яҙыша башлаған. Ошо ваҡытта уның әсәһе вафат була, ә буласаҡ шағир көсөргәнешле рухи эҙләнеүҙәр юлында тәүләп, ысынлап тороп һәм аңлы рәүештә суфыйсылыҡ ғәмәлдәрен үҙ итә башлай. Үҙе әйткәнсә, тап ошо саҡтан Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң шиғри ғәмәлиәте башлана. Уның һаҡланып ҡалған һәм яҙылыу датаһы билдәле булған беренсе әҫәре "Китаб ал-асма" ("Исемдәр китабы") поэмаһы.
Өфөлә һаҡланған ҡулъяҙмаларының күбеһе - XIX быуаттың 70-се йылдарында ижад ителгән әҫәрҙәр. Уның историографик әҫәрҙәре, шул иҫәптән "Таварих-и Булгарийа" китабы ла, ғүмеренең аҙаҡҡы осоронда, 80-се йылдарҙа яҙыла. Йылдар үтеү менән Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң ижади әүҙемлеге ҡеүәтләнә һәм төрлөләнә бара.
Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң суфыйсылыҡ юлындағы рухи бағаналарын билдәләү зарурлығы бар. 1872 йылда ул "Машайих-и Али Гари Бахари" ("Ғәли Ғари Бахари остаздары") тигән әҫәрендә суфый булараҡ үҙенең рухи эҙләнеүҙәр тарихын бәйән итә. Ул 10 йәшендә атаһының нисек итеп суфый ритуалын уҙғарыуын ҡарап тора. Атаһы үҙенең мөриде менән шөғөлләнгән саҡта ул ошо күнекмәләрҙә ҡатнашырға теләүен белдергәс, атаһынан Аллаһты йөрәк менән иҫкә алыу хаҡында тәүге нәсихәт ала. 17 йәшендә ата-әсәһе менән тәриҡәттә шәйех Мөхәммәт-Морат Бадахшани юлынан барыусылар рәтенә баҫа. Был дини эшмәкәр Ташкентта тыуған һәм, инде хөрмәтле суфый шәйехе дәрәжәһен алғас, 40-сы йылдарҙа Рәсәй империяһы территорияһына күсеп килеп, Сараши ауылында (хәҙерге Пермь крайының Барҙа районы) төпләнә.
Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыған сағында Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой арҙаҡлы суфый остазы Ниғмәтуллаһтың улы шәйех Харис әл Истәрлебашиҙың рухи тәрбиәһендә була. Мәҙрәсәне тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, йәш рухани йәнә дүрт суфый остазы ойошторған йыйылыштарға йөрөй. 1872 йылда хаж ҡылғанда суфый шағир үҙенә рухташ булырлыҡ остаз таба - ул Мөхәммәд-Мазһар әл Мәҙәни була. Мөхәммәд-Мазһар - Һиндостанда танылыу тапҡан суфый шәйехе Әхмәт Сәйеттең улы, XVI - XVII быуаттар сигендә Акбар шахтың дини реформаларын ҡабул итә алмаған мосолмандарҙың ҡаршылыҡ хәрәкәте етәксеһе, һинд шәйехе, арҙаҡлы дин эшмәкәре Әхмәт Сирхиндиҙең туранан-тура вариҫы. Мөхәммәд-Мазһар шулай уҡ яҙыусы була, агиографик хеҙмәттәр (әүлиәләрғә арналған) авторы, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә шиғырҙар ижад итә. Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой унан үҙенең остазы булырға рөхсәт ала.
Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң әҙәби мираҫын, башҡа бер суфыйсылар ижады кеүек үк, айырымланған текст итеп кенә, уның контексынан башҡа, мосолман мәҙәниәте һәм донъяны суфыйҙарса тойоу сиктәрендә абруйлы һаналған башҡа текстар менән интертекстуаль бәйләнештәр системаһынан айырып алып ҡарарға ярамай. Әгәр Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң текстарын ошо контекстан тыш уҡыһаң, уны тулыһынса аңлау мөмкин булмаясаҡ. Суфыйсылыҡ поэзияһын тикшереүсе һәр кем алдында теге йәки был авторҙың үҙаллы ижадына булған йоғонтоно, ошо ижадта сағылыш таба алған һәм дауам ителгән әҫәрҙәр өлкәһен билдәләү бурысы тора. Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой әҫәрҙәренә еңелсә генә анализ биргән осраҡта ла уның поэзияһына өс яҡтан йоғонто яһалыуы асыҡлана. Беренсенән, башҡа ил һәм төбәктәрҙең XII - XVII быуаттарҙа ижад иткән төрки телле шағирҙар мираҫы: төрки телдәрендәге дини поэзияға нигеҙ һалыусы Әхмәт Йәсәүи, уны дауам итеүсе Сөләймән Баҡырғәни, XV быуатта үтә ҙур күләмле "Мөхәммәҙиә" поэмаһын яҙған осман шағиры Мехмед Йазыджиоглу Челеби, Урта Азия шағиры Суфый Аллаһыяр.
Икенсенән, Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой ижадына Урал-Волга буйының төрки телле шағирҙары йоғонто яһай: Ҡол Ғәли, Абд ар-Рахман Утыҙ-Имәни, Тадж ад-Дин Ялсығол, Һибәтуллаһ әл Ҡарғалы. Башҡорт мистигы хеҙмәттәрендә уларҙың әҫәрҙәренә туранан-тура йәиһә ситләтеп әйтелгән һылтанмалар бар.
Өсөнсөнән, фарсы классик шағирҙары, иң элгәре Джалал ад-Дин Руми, Саади Ширази һәм Абд ар-Рахман Джами. Уларҙың әҫәрҙәренән цитаталар шағирҙың поэзияһында ла, сәсмә хеҙмәттәрендә лә осрай. Соҡоройҙоң поэтик ижады хәҙерге заман тикшеренеүсеһенә һәм уҡыусыһына ла ҡыҙыҡлымы һуң? Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой текстары, Башҡортостанда йәшәгән һәм ижад иткән XIX быуат шағирҙары мираҫының иң күләмлеләренән булып, бик күренекле әҙәби корпусты хасил итә, шуға күрә уға бер нисек тә иғтибарһыҙ ҡалып булмай: күп поэтик жанрҙар, формалар, темалар бары уның ижадында ғына сағылыш тапҡан. Соҡорой поэзияһы тығыҙ йөкмәткеле, һәм ысынбарлыҡта ул әлегә тиклем тейешле баһа алмаған тарихи сығанаҡ булып тора...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 387

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru