«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫЛАР ҘА ЯРЫША...
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө педагогтарының һөнәри оҫталығын һынаған сираттағы конкурстарға йомғаҡ яһалды. Быйыл "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы" конкурсы егерме дүртенсе тапҡыр, ә "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" ун етенсе тапҡыр ойошторолдо.

Был һөнәри оҫталыҡ ярыштарында барлығы 66 педагог ҡатнашты, шуларҙың 21-е йәштәр. Ойоштороусылар әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башланғыс синыфтар, рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусылары иң әүҙемдәре булған. Әйткәндәй, был юлы баш ҡаланың 16 башҡорт теле уҡытыусыһы көс һынашты. Ярыш, йылдағыса, оло тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде, уҡытыусылар өс аҙна дауамында алты төр һынау үтте. Һөҙөмтәлә, "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы" конкурсында 3-сө гимназияның физика уҡытыусыһы Петр Белобородов абсолют еңеүсе тип табылды. Ә бына "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында 58-се лицейҙан Әлфиә Ғәзизова (һүрәттә) абсолют еңеүсе булды һәм ул республика кимәлендә Өфө данын яҡлаясаҡ.

Әлфиә Рәүф ҡыҙы, быға тиклем был һөнәри конкурста көс һынап ҡарағанығыҙ булдымы?

- Юҡ, "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Быға тиклем һөнәри эҙләнеүҙәрем менән фәнни-ғәмәли, ижади конкурстарҙа әүҙем генә ҡатнашһам да, төп һөнәри оҫталыҡ ярышына батырсылыҡ итмәй торғайным. Баҡтиһәң, әҙер булғанмын, әммә ошондай етди конкурста ҡатнаша алырымды аңламай йөрөгәнмен. Был еңеү минең 17 йыллыҡ хеҙмәт юлымда атҡарған барлыҡ эшемдең, сит милләт балаларына дәүләт башҡорт телен өйрәтеү йәһәтенән тупланған методикаларымдың, сарыф иткән көсөмдөң буш түгеллеген иҫбатланы.

Башҡа милләт балаларына башҡорт телен өйрәтеү өсөн тир түгеп, энергияғыҙҙы сарыф итеп эшләүегеҙ үкендермәйме?

- Нишләптер шулай тура килде, башҡорт телен гел дәүләт теле булараҡ уҡыған кластарҙы миңә тапшыралар. Шулай ҙа бындай үкенес тойғом юҡ. Әлбиттә, туған тел булараҡ уҡытһам, башҡорт балалары араһында йөҙөп эшләр инем. Сөнки ҡайһы саҡта коллегаларға ярҙам итеп, улар урынына туған башҡорт теле дәрестәрен уҙғарған саҡта был балаларҙың бөтөнләй башҡа булыуын тойоп, рәхәтләнеп уҡытып сығам. Әммә хәҙер ике тиҫтәгә яҡын хеҙмәт тәжрибәмдән сығып, ниндәй балаларҙы уҡытҡанда ла тәү сиратта үҙ предметыңа ылыҡтырыу, ә бының өсөн асыҡ күңелле булыу кәрәк, тип әйтәм. Бала шул тиклем һиҙгер, ул һинең кәйефеңде, эшеңә мөнәсәбәтеңде лә күреп тора. Әле конкурс үткән осорҙа лицейға һирәк йөрөнөм, шунда уҡыусыларым күреп ҡалһа: "Ура, Әлфиә Рәүфовна килгән!" - тип шундай шатланып ҡаршылай, уларҙың бына ошо рәүешле яратыуын тойоу һөйөнөслө.

Һөнәрегеҙҙән һәм эшегеҙҙән уңғанһығыҙ, ә ҡатын-ҡыҙ булараҡ бәхетлеһегеҙме?

- Әсәй, ҡатын, килен булараҡ бәхетлемен, тип әйтә алам. Сөнки мин кейәүгә сыҡҡанда әсәйем был донъяла юҡ ине, ҡәйнәм мине үҙенең ҡыҙы һымаҡ ҡаршы алды һәм ҡабул итте, шөкөр. Ҡәйнәм һәм ҡайным ғаиләбеҙҙең оло терәге, әле конкурс ваҡытында ла балаларҙы ла ҡараштылар, дәрт өҫтәп кәңәш-төңәш тә итеп ебәрҙеләр һәм еңеүемә сикһеҙ шатландылар. Ә бына ҡатын булараҡ шуны әйтер инем: гүзәл зат иң беренсе үҙен-үҙе яратырға, ҡәҙерен белергә, күңеле тулы булырға тейеш. Бына шул осраҡта ире лә уны ихтирам итә, ҡәҙерләй, ә иң мөһиме, ҡыҙ балалары өлгө алып йәшәй.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ваҡыт бик күп ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе хәтерҙән юйырға мөмкин, әммә беҙ барыбыҙ ҙа мәктәп партаһы артында ултырып, мөкиббән китеп тыңлаған уҡытыусыларыбыҙҙың исем-шәрифен гел иҫтә тотабыҙ. Бына шундай кескәй йөрәктәрҙә башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән Уҡытыусыларҙың береһе Әлфиә Рәүф ҡыҙы Ғәзизова ла.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 303

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru